ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 44
Ахыр килгәнсе, ҡәрҙәштәр менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерегеҙ
«Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй» (ҒИБ. ҺҮҘ. 17:17).
101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. 1 Петр 4:7, 8 буйынса, һынауҙар ваҡытында беҙгә нимә ярҙам итер?
«АХЫРЫЗАМАН» осороноң аҙағы яҡынлашҡан һайын, беҙ, моғайын, ҡатыраҡ һынауҙар менән осрашырбыҙ (2 Тим. 3:1). Мәҫәлән, Көнбайыш Африканың бер илендә һайлауҙарҙан һуң халыҡ араһында сыуалыш һәм йәбер-золом башланған. Һуғыш барған ерҙә йәшәгәнгә, ҡәрҙәштәр алты айҙан ашыу иркен йөрөй алмаған. Шундай ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға уларға нимә ярҙам иткән? Ҡайһы берәүҙәр ҡурҡынысһыҙыраҡ ерҙә йәшәгән имандаштарҙың йорттарында һыйыныс тапҡан. Бер ағай-ҡәрҙәш былай тип әйткән: «Мин дуҫтар араһында булғаныма шул тиклем шат булдым! Беҙ бер-беребеҙҙе рухландыра алдыҡ».
2 «Ҙур афәт» ваҡытында беҙ ышаныслы дуҫтарҙың ярҙамына бик мохтаж булырбыҙ (Матф. 24:21). Шуға күрә хәҙерҙән үк арабыҙҙағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу үтә мөһим. (1 Петр 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Иремияның яҡын дуҫтары уға Иерусалимдың емерелеүе алдынан иҫән ҡалырға ярҙам иткән *. Беҙ Иремияның осрағынан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, уның менән булған хәлдәрҙе ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
ИРЕМИЯНЫҢ МИҪАЛЫ
3. а) Нимә арҡаһында Иремия башҡаларҙан ситләшә алыр ине? б) Иремия үҙенең сәркәтибе Барухҡа нимә тураһында һөйләгән, һәм был уларҙың мөнәсәбәттәренә нисек тәьҫир иткән?
3 Иремия кәм тигәндә 40 йыл буйына тоғролоҡһоҙ кешеләр Ирем. 11:21; 12:6). Әммә Иремия үҙ-үҙенә йомолмаған. Ул тоғро сәркәтибе Барухҡа үҙен нисек хис иткәне тураһында һөйләгән, һәм бөгөн, Изге Яҙманы уҡып, беҙ ҙә уның хистәре тураһында белә алабыҙ (Ирем. 8:21; 9:1; 20:14—18; 45:1). Барух Иремияның ваҡиғаларға бай хеҙмәте тураһында яҙғанда, улар араһында ниндәй тәрән хөрмәт һәм ныҡлы дуҫлыҡ тыуғанын күҙ алдына килтерегеҙ (Ирем. 20:1, 2; 26:7—11).
араһында йәшәгән. Мәҫәлән, уның күршеләре һәм, бәлки, тыуған ҡалаһы Анатутта йәшәгән ҡайһы бер туғандары ла Аллаға тоғро булмаған (4. Йәһүә Иремияға нимә эшләргә ҡушҡан, һәм был йөкләмә Иремия менән Барух араһындағы дуҫлыҡты нисек нығытҡан?
4 Күп йылдар Иремия ҡыйыу рәүештә израилдәрҙе Иерусалим менән нимә буласағы хаҡында киҫәткән (Ирем. 25:3). Йәһүә халыҡты тәүбә итергә дәртләндерергә теләгән, шунлыҡтан Иремияға киҫәтеү һүҙҙәрен төргәккә яҙырға ҡушҡан (Ирем. 36:1—4). Йәһүә биргән йөкләмәне үтәр өсөн, Иремия менән Барух, күрәһең, бер нисә ай буйы тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Һис шикһеҙ, улар күп аралашҡан һәм шулай итеп бер-береһенең иманын нығытҡан.
5. Барух Иремияға яҡшы дуҫ булыуын нисек күрһәткән?
5 Төргәк әҙер булғас, Иремия Барухҡа унда яҙылғандарҙы халыҡҡа уҡып ишеттерергә ҡушҡан (Ирем. 36:5, 6). Барух был ҡурҡыныс йөкләмәне ҡыйыулыҡ менән үтәгән. Ул ғибәҙәтханаға барған да төргәктә яҙылғандарҙы ҡысҡырып уҡыған. Иремия, моғайын, Барух менән бик ғорурланғандыр (Ирем. 36:8—10). Йәһүҙәнең кенәздәре Барухтың нимә эшләгәне тураһында ишеткән һәм уға был төргәкте үҙҙәренә уҡып ишеттерергә ҡушҡан (Ирем. 36:14, 15). Кенәздәр төргәктә яҙылғандарҙы Йәһүким батшаға еткерергә ҡарар иткән, әммә тәүҙә улар Барухҡа: «Бар, үҙең дә, Иремия ла йәшенегеҙ. Һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе бер кем дә белмәһен», — тип әйткән (Ирем. 36:16—19). Ниндәй яҡшы кәңәш!
6. Ҡаршылыҡ менән осрашҡас, Иремия менән Барух нисек эш иткән?
6 Иремия яҙҙыртҡан һүҙҙәрҙе ишеткәс, Йәһүким батша шул тиклем асыуланған, хатта төргәкте яндырған һәм Иремия менән Барухты ҡулға алырға бойорған. Ләкин Иремия ҡурҡыуға бирелмәгән. Ул икенсе төргәк алған да яңынан Барухтан Йәһүәнең хәбәрен яҙҙыртҡан. Барух «Йәһүҙә батшаһы Йәһүким яндырған төргәктә булған бөтә һүҙҙәрҙе» ҡабат яҙған (Ирем. 36:26—28, 32).
7. Бергә хеҙмәттәшлек итеү Иремия менән Барухтың мөнәсәбәттәренә, күрәһең, нисек тәьҫир иткән?
7 Йыш ҡына ниндәйҙер һынауҙы бергә кисереп сыҡҡан кешеләр яҡын дуҫтар булып китә. Яуыз Йәһүким батша яндырған төргәктәге һүҙҙәрҙе яңынан яҙған ваҡытта Иремия менән Барух, һис шикһеҙ, бер-береһенең сифаттарын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башлаған. Алланың был ике тоғро хеҙмәтсеһенән нимәгә өйрәнеп була?
ЭСКЕРҺЕҘ АРАЛАШЫУ
8. Берәйһе менән дуҫлашырға нимә ҡамасаулай ала, һәм ни өсөн беҙ бирешергә тейеш түгел?
8 Бәлки, үткәндә берәйһе беҙҙе рәнйеткәнгә, хәҙер беҙгә кешеләргә ышаныуы ауырҙыр (Ғиб. һүҙ. 18:19, 24). Йәки беҙгә ҡәрҙәштәр менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙ юҡ кеүек тойолорға мөмкин. Әммә бирешмәйек. Һынауҙар ваҡытында ҡәрҙәштәрҙең беҙгә ярҙам итеүен теләһәк, беҙгә инде хәҙер ҡәрҙәштәргә ышанырға, уларға хистәребеҙ һәм уйҙарыбыҙ тураһында һөйләргә кәрәк. Был ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ һалған мөһим аҙым (1 Пет. 1:22).
9. а) Ғайса дуҫтарына ышаныуын нисек күрһәткән? б) Асыҡ аралашыу башҡалар менән дуҫлыҡты нисек нығыта ала? Миҫал килтерегеҙ.
9 Ғайса Мәсих, дуҫтары менән асыҡтан-асыҡ аралашып, уларға ышаныуын күрһәткән (Яхъя 15:15). Беҙ, башҡалар менән шатлыҡтарыбыҙҙы, ауырлыҡтар һәм борсолоуҙарыбыҙҙы уртаҡлашып, унан өлгө ала алабыҙ. Берәйһе нимәлер һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлағыҙ. Бәлки, һеҙ арағыҙҙа күп оҡшаш яҡтар барлығын күрерһегеҙ, мәҫәлән, оҡшаш уйҙар, хис-тойғолар һәм маҡсаттар. Синди исемле 29 йәшлек апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул 67 йәшлек Мари-Луиз исемле пионер апай-ҡәрҙәш менән дуҫлашҡан. Синди менән Мари-Луиз һәр кесаҙна иртән бергә вәғәзләй һәм төрлө темаларға асыҡтан-асыҡ аралаша. Синди былай ти: «Миңә дуҫтар менән эстәлекле һөйләшеүҙәр алып барыу бик оҡшай, сөнки был миңә уларҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә». Йылы һәм асыҡ аралашыу булғанда, дуҫлыҡ сәскә ата. Синди ҡәрҙәштән өлгө алып, имандаштар менән аралашыр өсөн беренсе булып аҙым яһаһағыҙ, улар менән дуҫлығығыҙ, моғайын, нығыныр (Ғиб. һүҙ. 27:9).
БЕРГӘ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ
10. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17 буйынса, ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү ниндәй емештәр килтерә?
10 Иремия менән Барух осрағындағы кеүек, ҡәрҙәштәр менән бергә хеҙмәттәшлек итеп һәм уларҙың матур сифаттарын күреп, беҙ уларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ һәм уларға яҡынлашабыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17-не * уҡығыҙ.) Мәҫәлән, ҡәрҙәшегеҙҙең хеҙмәттә ҡыйыулыҡ менән үҙ иманын яҡлауын йәки Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында эскерһеҙ һөйләүен күргәндә, һеҙ нимә хис итәһегеҙ? Моғайын, һеҙ уны тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһығыҙҙыр.
11, 12. Хеҙмәттә ҡатнашыу ҡәрҙәштәр менән дуҫлыҡты нисек нығыта? Миҫал килтерегеҙ.
11 Бергә хеҙмәт итеү мәсихселәрҙе ни тиклем яҡынлаштыра алғанына ике миҫал ҡарап сығайыҡ. 23 йәшлек Адлина үҙенең Кандиса исемле әхирәтенә һирәк эшкәртелгән территорияла вәғәзләп алырға тәҡдим иткән. «Беҙ хеҙмәттән күберәк шатлыҡ һәм дәрт алырға теләй инек, — ти Адлина. — Беҙҙең икебеҙгә лә рухи көсөбөҙҙө яңыртырға кәрәк ине». Бергә хеҙмәт итеү уларға ниндәй файҙа килтергән? Адлина былай тип дауам итә: «Һәр көндөң аҙағында беҙ хистәребеҙ менән бүлешә инек, хеҙмәттә булған ниндәй һөйләшеүҙәр беҙҙе айырыуса рухландырғаны һәм Йәһүәнең беҙгә нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләшә инек. Шундай тәрән йөкмәткеле фекер алышыуҙар икебеҙгә лә бик оҡшай ине, һәм беҙ бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белдек».
12 Франциянан Лаила һәм Марианна исемле кейәүҙә булмаған ике апай-ҡәрҙәш биш
аҙнаға Үҙәк Африка Республикаһының ҡайнап торған баш ҡалаһы Бангиға барған. Лаила былай тип иҫенә төшөрә: «Башта беҙ Марианна менән үҙ-ара килешә алмай инек, әммә асыҡ аралашыу һәм эскерһеҙ яратыу беҙгә дуҫлығыбыҙҙы нығытырға ярҙам итте. Марианнаның яңы шарттарға эйәләшә белеүен, урындағы кешеләрҙе яратыуын һәм хеҙмәт менән янып тороуын күреп, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итә башланым». Әлбиттә, шундай фатихаларҙы татыр өсөн, икенсе илгә күсеү мотлаҡ түгел. Үҙегеҙҙең территорияла ҡәрҙәштәр менән вәғәзләгән һайын, һеҙҙең ҡәрҙәштәрҙе тағы ла яҡшыраҡ белергә һәм улар менән дуҫлығығыҙҙы нығытырға мөмкинлек тыуа.ИҒТИБАРҘЫ ЯҠШЫ СИФАТТАРҒА ТУПЛАУ ҺӘМ ҒӘФҮ ИТӘ БЕЛЕҮ
13. Ҡәрҙәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндә, ниндәй ауырлыҡ тыуырға мөмкин?
13 Ҡәрҙәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндә, беҙ уларҙың ыңғай яҡтарын ғына түгел, ә етешһеҙлектәрен дә күрергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа уларҙан алыҫлашмаҫҡа нимә ярҙам итер? Иремияның миҫалына ҡайтайыҡ. Уға дуҫтарының яҡшы сифаттарын күрергә һәм уларҙың хаталарына иғтибар итмәҫкә нимә ярҙам иткән?
14. Иремия Йәһүә тураһында нимә белгән, һәм был уға нисек ярҙам иткән?
14 Иремия үҙенең исемен йөрөткән китапты һәм, күрәһең, Беренсе һәм Икенсе Батшалар китаптарын яҙған. Был китаптарҙы яҙғанда ул, һис шикһеҙ, Йәһүәнең камилһыҙ кешеләргә ҡарата бик шәфҡәтле булғанын тағы ла асығыраҡ күргән. Мәҫәлән, Ахаб батша үҙенең насар эштәренән тәүбә иткәс, Йәһүә «бәләне уның йортона ул йәшәгән көндәрҙә» ебәрмәгән (1 Бат. 21:27—29). Иремия шулай уҡ Менашше батшаның, Ахаб менән сағыштырғанда, күпкә етдиерәк гонаһтар ҡылғанын белгән. Шулай ҙа Йәһүә Менашшены кисергән, сөнки ул тәүбә иткән (2 Бат. 21:16, 17; 2 Йыл. 33:10—13). Был осраҡтар, күрәһең, Иремияны Йәһүәнән үрнәк алып яҡын дуҫтарына ҡарата түҙемле һәм шәфҡәтле булырға дәртләндергән (Зәб. 103:8, 9).
15. Барух менән мөғәмәлә иткәндә, Иремия Йәһүәнең сабырлығын нисек өлгө итеп алған?
15 Бер ваҡыт Барух иғтибарын үҙ йөкләмәһенә түгел, ә башҡа нәмәләргә туплай башлаған. Шул ваҡытта Иремия уның менән нисек мөғәмәлә иткән? Ул уның менән дуҫлығын шунда уҡ өҙөргә ашыҡмаған, ә Алланың игелекле, әммә тура кәңәшен еткереп, уға ярҙам иткән (Ирем. 45:1—5). Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
16. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9-ҙан күренеүенсә, дуҫлыҡты һаҡларға нимә ярҙам итә?
16 Әлбиттә, беҙ ҡәрҙәштәрҙән камиллыҡ көтөргә тейеш түгел. Шуға күрә, берәйһе менән дуҫлашып киткәс, беҙгә был дуҫлыҡты һаҡлар өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Дуҫыбыҙ хата яһаһа, беҙ, бәлки, Изге Яҙмаға нигеҙләнеп игелекле, әммә тура кәңәш бирергә булырбыҙ (Зәб. 141:5). Ә әгәр ул беҙҙе рәнйетһә, уны ғәфү итергә кәрәк. Ғәфү иткәс инде, беҙ был үпкәне иҫкә төшөрөү теләгенә ҡаршы торорға тейеш. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9-ҙы * уҡығыҙ.) Был ауыр ваҡыттарҙа иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә түгел, ә уларҙың көслө яҡтарына туплау үтә мөһим! Шулай эшләп, беҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырбыҙ. Был бик мөһим, сөнки ҙур афәт ваҡытында беҙ яҡын дуҫтарға бик мохтаж булырбыҙ.
ТОҒРО МӨХӘББӘТ КҮРҺӘТЕҮ
17. Иремия ауыр ваҡытта ысын дуҫ була белеүен нисек күрһәткән?
17 Иремия пәйғәмбәр ауыр ваҡытта ысын дуҫ була белгән. Мәҫәлән, батша һарайындағы түрә Әбәдмәлик, Иремияны батҡаҡлы ҡоҙоҡтан сығарып үлемдән ҡотҡарғас, кенәздәрҙең үс алыуынан ҡурҡҡан. Шул турала белгәс, Иремия, дуҫым нисек булһа ла үҙе ҡурҡыуҙарын еңер әле, тип уйламаған. Төрмәгә ябылған булһа ла, Иремия дуҫы Әбәдмәликкә Йәһүәнең йыуаныслы вәғәҙәһен еткерер өсөн ысул тапҡан (Ирем. 38:7—13; 39:15—18).
18. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17 буйынса, дуҫыбыҙ ауырлыҡтар кисергәндә, беҙ нимә эшләргә тейеш?
18 Бөгөн имандаштарыбыҙ төрлө ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, күптәр тәбиғәт афәттәренән йә һуғыштарҙан зыян күрә. Шундай ваҡыттарҙа ҡайһы бер ҡәрҙәштәр уларҙы үҙ йорттарында ҡабул итә ала. Башҡалар уларға матди ярҙам күрһәтә ала. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа шундай ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ. Берәй ҡәрҙәш төшөнкөлөккә бирелгәндә, ҡайһы саҡ беҙ нимә әйтергә йә уның өсөн нимә эшләргә икәнен белмәҫкә мөмкин. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә ундай ҡәрҙәшкә ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, ҡәрҙәшебеҙ янында булыр өсөн ваҡыт бүлә алабыҙ. Ул күңелен бушатҡанда, уны ихлас тыңлай алабыҙ. Шулай уҡ уға Изге Яҙманан яратҡан аяттарыбыҙҙы күрһәтергә була (Ишағ. 50:4). Иң мөһиме: дуҫығыҙға ҡыйын булғанда, һеҙҙең уның янында булыуығыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17-не * уҡығыҙ.)
19. Хәҙерҙән үк ҡәрҙәштәр менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтереү киләсәктә беҙгә нисек ярҙам итер?
19 Әйҙәгеҙ, хәҙерҙән үк ҡәрҙәштәр менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерәйек. Ни өсөн был бик мөһим? Сөнки дошмандар, ялған таратып һәм төрлө хәйлә ҡороп, арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырышыр. Улар беҙҙе бер-беребеҙгә ҡаршы ҡотортор. Әммә дошмандарҙың тырышлыҡтары бушҡа ғына булыр. Нимә генә эшләһәләр ҙә, улар арабыҙҙағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен өҙә алмаясаҡ. Ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыбыҙ был донъяның ахырына тиклем генә түгел, ә мәңге дауам итәсәк!
24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ
^ 5 абз. Был донъяның ахыры тиҙ яҡынлашып килә, шуға күрә беҙгә ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Был мәҡәләнән беҙ Иремия пәйғәмбәрҙең миҫалынан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ. Шулай уҡ инде хәҙер ҡәрҙәштәр менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтереү беҙгә һынауҙар ваҡытында нисек ярҙам итәсәген ҡарап сығырбыҙ.
^ 2 абз. Иремия китабында ваҡиғалар хронологик тәртиптә тасуирланмаған.
^ 10 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17: «Тимер тимерҙе ҡайраған кеүек, кеше лә үҙ дуҫын үткер итә».
^ 16 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9: «Гонаһты кисереүсе һәр кем яратыуға ынтыла, ә ғәйепте иҫкә төшөрөп тороусы яҡын дуҫтарҙы айыра».
^ 18 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була».
^ 60 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: был рәсемдә ҙур афәт ваҡытында була алған хәл төшөрөлгән. Бер нисә ҡәрҙәш өй башында йыйыла. Шул ауыр ваҡытта улар бер-береһен йыуата һәм нығыта. Киләһе өс рәсемдә шул уҡ ҡәрҙәштәр, ҙур афәт башланмаҫ борон, ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерә.