Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һыуға сумдырылырға миңә нимә ҡамасаулай?

Һыуға сумдырылырға миңә нимә ҡамасаулай?

«Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны [хәбәш кешеһен] һыуға сумдырып алды» (ҒӘМ. 8:38).

52-СЕ ЙЫР Аллаға бағышланыу

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Әҙәм менән Һауа нимә юғалтҡан, һәм был нимәгә килтергән?

ҺИНЕҢСӘ, кем яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын билдәләргә тейеш? Әҙәм менән Һауа, яҡшылыҡ менән яманлыҡты аңлау ағасының емешен ашап, үҙҙәренең Йәһүәгә ышанмауын һәм уның нормаларын һанға һуҡмауын күрһәткән. Улар үҙҙәре яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын билдәләргә теләгән (Баш. 3:22). Әммә, әйҙә, уларҙың нимә юғалтҡаны хаҡында уйлап алайыҡ. Улар Йәһүә менән дуҫлығын, шулай уҡ мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан. Бынан тыш, улар балаларына мираҫ итеп гонаһ һәм үлем ҡалдырған (Рим. 5:12). Әҙәм менән Һауаның ҡарары күп ғазаптар килтергән.

Мәсихкә иман итә башлағас, хәбәш кешеһе мөмкин тиклем тиҙерәк һыуға сумдырылырға теләгән (2, 3-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

2, 3. а) Һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, хәбәш кешеһе нимә эшләгән? б) Һыуға сумдырылыу ниндәй фатихалар килтерә, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Әҙәм менән Һауанан айырмалы рәүештә, хәбәш кешеһе Филипп вәғәзләгән хәбәрҙе ҡабул иткән. Ул Йәһүә менән Ғайса Мәсихтең үҙе өсөн башҡарған эштәрен бик ҡәҙерләгән һәм шунда уҡ һыуға сумдырылған (Ғәм. 8:34—38). Үҙебеҙҙе Аллаға бағышлап һәм, хәбәш кешеһе һымаҡ, һыуға сумдырылып, беҙ Йәһүә менән Ғайсаның үҙебеҙ хаҡына башҡарған эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә ышаныуыбыҙҙы һәм уның ғына яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын билдәләргә хоҡуҡлы икәнен таныуыбыҙҙы раҫлайбыҙ.

3 Әйҙә, Йәһүәгә хеҙмәт итеү ниндәй фатихалар килтереүе тураһында уйланып алайыҡ. Беренсенән, Йәһүә беҙгә Әҙәм менән Һауа юғалтҡан бөтә нәмәне, шул иҫәптән мәңге йәшәү мөмкинлеген дә ҡайтарырға вәғәҙә итә. Ғайса Мәсихкә иман итеүебеҙ нигеҙендә Йәһүә хаталарыбыҙҙы кисерә һәм беҙгә саф выждан бүләк итә (Матф. 20:28; Ғәм. 10:43). Бынан тыш, беҙ Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренән торған ҙур ғаиләнең ағзалары булып китәбеҙ, һәм беҙҙең алда иҫ киткес киләсәккә юл асыла (Яхъя 10:14—16; Рим. 8:20, 21). Әммә, бөтә был фатихаларға ҡарамаҫтан, Йәһүәне белгән ҡайһы бер кешеләр хәбәштең үрнәгенә эйәрергә баҙнат итмәй. Уларға һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай? Һәм был кәртәләр аша нисек үтергә?

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН КӘРТӘЛӘР

Һыуға сумдырылырға ҡамасаулаған кәртәләр

Үҙ көсөңә ышанып етмәү (4—5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

4, 5. Эйвери һәм Ханна ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

4 Үҙ көсөңә ышанып етмәү. Эйвери исемле егеттең ата-әсәһе Йәһүә шаһиттары. Уның атаһы яҡшы өлкән һәм ҡайғыртыусан атай булараҡ абруй ҡаҙанған. Шулай ҙа Эйвери һыуға сумдырылырға ашыҡмаған. Ни өсөн? «Мин, атайым кеүек уңышлы була алмаҫмын, тип уйланым», — ти ул. Эйвери шулай уҡ, киләсәктә бирелә алған яуаплы вазифаларҙы үтәй алмаҫмын, тип борсолған. Ул былай тип бүлешә: «Йыйылышта доға ҡылырға, телмәрҙәр һөйләргә йә берәй вәғәз төркөмө өсөн яуаплы булырға тура килер, тип ҡурҡтым».

5 18 йәшлек Ханна үҙ көсөнә бөтөнләй ышанмауҙан интеккән. Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫһә лә, ул үҙенең Алла нормалары буйынса йәшәй алыуына шикләнгән. Ни өсөн? Ханна үҙен бик түбән баһалаған. Ҡайһы саҡта ул үҙен шул тиклем насар хис иткән, хатта үҙ тәненә яралар һалған, әммә был уның хәлен тағы ла ауырлаштырған. «Мин был хаҡта бер кемгә лә, хатта атай-әсәйемә лә һөйләмәй инем, — ти Ханна. — Йәһүәгә ундай хеҙмәтсе кәрәк түгел, тип уйлай инем».

Дуҫтарҙың йоғонтоһо (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. Нимә арҡаһында Ванесса һыуға сумдырылырға ашыҡмаған?

6 Дуҫтарҙың йоғонтоһо. 22 йәшлек Ванесса былай ти: «Минең бер яҡын әхирәтем бар ине. Мин уны 10 йыл тиерлек белә инем». Ванесса һыуға сумдырылырға теләгән, әммә Йәһүә шаһиты булмаған әхирәте уның маҡсатына битараф ҡараған. Был Ванессаны күңелһеҙләндергән. Ул былай тип һөйләй: «Миңә дуҫтар табыуы ауыр, һәм мин, был дуҫлыҡты өҙһәм, бүтән бер ҡасан да шундай уҡ яҡын дуҫ таба алмаҫмын, тип борсолдом».

Хата яһауҙан ҡурҡыу (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. Макейла нимәнән ҡурҡҡан һәм ни өсөн?

7 Хата яһауҙан ҡурҡыу. Макейла исемле ҡыҙға 5 йәш булғанда, уның ағаһы йыйылыштан сығарылған. Үҫкән сағында ул ағаһы арҡаһында ата-әсәһенең ниндәй күңел әрнеүе кисергәнен күргән. Макейла былай тип бүлешә: «Һыуға сумдырылып, хата яһаһам, йыйылыштан сығарылырмын һәм атай-әсәйемә ҡайғы өҫтәрмен, тип ҡурҡтым».

Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Майлз нимәнән ҡурҡҡан?

8 Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу. Майлз исемле егеттең атаһы һәм үгәй әсәһе Йәһүә шаһиттары, әммә уның үҙенең әсәһе мәсихсе түгел. Майлз былай ти: «Мин әсәйем менән 18 йыл йәшәнем. Мин уға һыуға сумдырылырға теләүем хаҡында әйтергә ҡурҡа инем. Атайым Йәһүә шаһиты булып киткәс, әсәйемә бының бер ҙә оҡшамағаны иҫемдә ине, шунлыҡтан, ул миңә ҡаршы төшөр, тип уйланым».

АУЫРЛЫҠТАРҘЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?

9. Йәһүәнең ни тиклем сабыр һәм игелекле булыуы хаҡында күберәк белеү һине нимәгә дәртләндерер?

9 Әҙәм менән Һауа Йәһүәнән баш тартҡан, сөнки уға ҡарата көслө яратыу үҫтермәгән. Шуға ҡарамаҫтан, Йәһүә уларға оҙаҡ йәшәп балалар тыуҙырырға һәм уларҙы үҙҙәре теләгәнсә тәрбиәләргә мөмкинлек биргән. Тиҙҙән Әҙәм менән Һауаның, Йәһүәнән бойондороҡһоҙ булырға ҡарар итеп, ни тиклем аҡылһыҙ эш иткәне асыҡланған. Уларҙың өлкән улдары ғәйепһеҙ ҡустыһын үлтергән, һәм ваҡыт уҙыу менән ерҙә көс ҡулланыу һәм эгоизм киң таралған (Баш. 4:8; 6:11—13). Әммә Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә теләгән Әҙәм тоҡомдарын ҡотҡарыр өсөн саралар күргән (Яхъя 6:38—40, 57, 58). Йәһүәнең ни тиклем сабыр һәм игелекле булыуы хаҡында күберәк белгән һайын, һинең уға ҡарата мөхәббәтең тағы ла көсәйә барыр. Һин, Әҙәм менән Һауа һайлаған юлды кире ҡағып, ғүмереңде Йәһүәгә бағышларға теләрһең.

Был кәртәләр аша нисек үтергә?

(9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Зәбур 19:7-ләге һүҙҙәр өҫтөндә уйланыу нисек Йәһүә юлына баҫырға ярҙам итә ала?

10 Артабан да Йәһүә тураһында белем ал. Йәһүә тураһында күберәк белем алған һайын, уға уңышлы хеҙмәт итә алыуыңа ышанысың тағы ла артыр. Юғарыла иҫкә алынған Эйвери былай ти: «Зәбур 19:7-лә (уҡығыҙ *) яҙылған вәғәҙә өҫтөндә уйланыу миңә ышаныс өҫтәне». Был вәғәҙәнең үҙ тормошонда үтәлгәнен күргәс, Эйвери Алланы тағы ла нығыраҡ ярата башлаған. Йәһүәне яратыу, ышаныс өҫтәүҙән тыш, шулай уҡ иғтибарҙы Йәһүәгә һәм уның ихтыярына тупларға ярҙам итә. Ә Ханна тураһында нимә әйтеп була? Ул былай тип бүлешә: «Изге Яҙманы уҡып һәм шәхси өйрәнеү үткәреп, мин, үҙ-үҙемде яралауым менән Йәһүәнең күңелен әрнеткәнемде аңланым» (1 Пет. 5:7). Ханна Алла Һүҙенән белгәндәрен тормошта ҡуллана башлаған (Яҡ. 1:22). Был ниндәй емештәр килтергән? Ул былай ти: «Йәһүәгә буйһоноу ниндәй файҙа килтергәнен күргәс, мин уны тағы ла нығыраҡ ярата башланым. Хәҙер мин Йәһүәнең үҙемде бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағына тулыһынса ышанам». Ханна үҙ-үҙенә яралар һалыу ғәҙәтенән арына алған. Ул, үҙен Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылған.

(11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Ванесса яҡшы дуҫтар табыр өсөн нимә эшләгән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

11 Дуҫтарҙы дөрөҫ һайла. Юғарыла иҫкә алынған Ванесса ахыр сиктә әхирәтенең Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулағанын аңлаған. Шунлыҡтан ул был дуҫлыҡты өҙгән. Әммә Ванесса бының менән генә сикләнмәгән. Ул йыйылышта яңы дуҫтар табыр өсөн күп тырышлыҡтар һалған. Ванесса әйтеүенсә, уға Нухтың һәм уның ғаиләһенең үрнәге ярҙам иткән. «Нух һәм уның ғаиләһе Йәһүәне яратмаған кешеләр араһында йәшәгән, — ти ул. — Әммә улар бер-береһенә яҡын дуҫ булған». Һыуға сумдырылғандан һуң, Ванесса пионер хеҙмәтен башлаған. Хәҙер ул былай ти: «Был миңә үҙемдең йыйылышымда ғына түгел, ә хатта икенсе йыйылыштарҙа ла яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итте». Йәһүә тапшырған эштә мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыу һиңә лә яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итә ала (Матф. 24:14).

(12—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

12. Әҙәм менән Һауа нимәнән ҡурҡмаған, һәм был нимәгә килтергән?

12 Ҡурҡыу тойғоһона аҡыллы ҡараш һаҡла. Ҡурҡыуҙың ҡайһы бер төрҙәре беҙгә файҙа килтерә. Мәҫәлән, беҙгә Йәһүәне күңелһеҙләндереүҙән ҡурҡырға кәрәк (Зәб. 111:10). Әҙәм менән Һауа, шундай ҡурҡыу үҫтергән булһалар, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәрмәҫ ине. Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡас, уларҙың күҙҙәре асылған — улар гонаһлы булып китеүҙәрен аңлаған. Әҙәм менән Һауа балаларына мираҫ итеп гонаһ һәм үлем генә ҡалдыра алған. Үҙҙәренең ниндәй хәлдә икәнен күргәс, йәғни аңлағас, улар яланғас булыуҙарынан оялған һәм тәндәрен ҡаплаған (Баш. 3:7, 21).

13, 14. а) 1 Петр 3:21 буйынса, ни өсөн үлемдән сиктән тыш ҡурҡырға кәрәкмәй? б) Йәһүәне яратыр өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

13 Бер яҡтан, беҙгә Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә кәрәк, ә икенсе яҡтан, үлемдән сиктән тыш ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә бит беҙгә мәңгелек тормошҡа эйә булырға мөмкинлек биргән. Гонаһ ҡылһаҡ та, эскерһеҙ тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе ғәфү итәсәк. Ул беҙҙе Мәсихтең йолом ҡорбанына иман итеүебеҙ нигеҙендә кисерәсәк. Ә иманыбыҙҙы күрһәтер өсөн, иң тәүҙә Аллаға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк. (1 Петр 3:21-ҙе уҡығыҙ.)

14 Йәһүәне яратыр өсөн күп сәбәптәр бар. Көн һайын Йәһүә беҙҙе шатлыҡ килтергән яҡшы нәмәләр менән тәьмин итә. Бынан тыш, ул беҙгә үҙе хаҡында һәм үҙенең ниәттәре тураһында хәҡиҡәттәр аса (Яхъя 8:31, 32). Өҫтәүенә, ул мәсихселәр йыйылышы аша беҙҙе нығыта һәм кәңәштәр бирә. Йәһүә беҙгә бөгөнгө ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә, шулай уҡ киләсәктә иҫ киткес шарттарҙа мәңге йәшәргә өмөт бирә (Зәб. 68:19; Асыл. 21:3, 4). Йәһүәнең яратыуҙан сығып беҙҙең өсөн ни тиклем күп эштәр башҡарыуы хаҡында уйланһаҡ, уны тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ. Ә Йәһүәне яратыу беҙгә ҡурҡыу тойғоһона дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итер. Беҙ яратҡан Атабыҙҙың күңелен әрнетергә ҡурҡырбыҙ.

15. Макейла ҡурҡыуын нисек еңгән?

15 Хата яһауҙан ҡурҡҡан Макейла, Йәһүәнең ни тиклем кисереүсән икәнен аңлағас, ҡурҡыуын еңгән. Ул былай тип таный: «Мин барыбыҙҙың да, камилһыҙ булғанға, хаталар яһаясағын аңланым. Әммә мин шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙе яратыуына һәм йолом нигеҙендә ғәфү итеүенә төшөндөм». Йәһүәне яратыу Макейланы, уға бағышланып, һыуға сумдырылырға дәртләндергән.

(16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Майлзға ҡурҡыуын еңергә нимә ярҙам иткән?

16 Һыуға сумдырылырға теләгән, әммә әсәһенән ҡурҡҡан Майлз район күҙәтеүсеһенән кәңәш һораған. «Район күҙәтеүсеһе лә дини яҡтан бүленгән ғаиләлә үҫкән, — ти Майлз. — Ул миңә әсәйем менән нисек һөйләшергә кәрәклеген аңларға ярҙам итте. Мин әсәйемә һыуға сумдырылырға үҙем ҡарар иткәнемде һәм атайымдың миңә баҫым яһамағанын аңлатырға булдым». Әсәһе Майлздың ҡарарын хупламаған. Ахыр сиктә уға әсәһенең йортонан күсеп китергә тура килгән, әммә ул үҙ ҡарарынан баш тартмаған. «Йәһүәнең минең хаҡҡа ниндәй эштәр башҡарғанын белгәс, йөрәгем рәхмәт хисе менән тулды, — ти ул. — Ғайсаның йолом ҡорбаны тураһында тәрән уйланыу миңә Йәһүәнең үҙемде ни тиклем ныҡ яратҡанын аңларға ярҙам итте. Был мине, Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырылырға дәртләндерҙе».

ҠАРАРЫҢ БУЙЫНСА ЭШ ИТ

Беҙ Аллаға бөтә яҡшы эштәре өсөн ни тиклем рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Беҙҙең ниндәй мөмкинлегебеҙ бар?

17 Һауа, Эден баҡсаһында тыйылған емеште ашап, күктәге Атаһын кире ҡаҡҡан. Уға ҡушылып, Әҙәм үҙе өсөн күп яҡшылыҡ ҡылған Йәһүәгә ҡот осҡос рәхмәтһеҙлек күрһәткән. Әҙәм менән Һауанан айырмалы рәүештә, беҙ Йәһүәгә бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Һыуға сумдырылып, беҙ Йәһүәнең яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын билдәләргә хоҡуҡлы булыуын таныуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ күктәге Атабыҙҙы яратҡаныбыҙҙы һәм уға ышанғаныбыҙҙы иҫбатлайбыҙ.

18. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә уңышҡа ирешер өсөн нимә эшләп була?

18 Һыуға сумдырылғандан һуң, кешегә көн һайын үҙ нормалары буйынса түгел, ә Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә кәрәк. Был еңел булмаһа ла, миллионлаған мәсихсе тап шулай йәшәй ҙә. Әгәр Алла Һүҙен артабан да тәрәнтен өйрәнһәң, ҡәрҙәштәр менән даими аралашһаң һәм башҡаларға ҡайғыртыусан Атабыҙ тураһында һөйләһәң, һин дә Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәй алырһың (Евр. 10:24, 25). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Йәһүәнең үҙ Һүҙе һәм ойошмаһы аша биргән кәңәштәренә ҡолаҡ һал (Ишағ. 30:21). Шул саҡта һин бөтә эштәреңдә уңышлы булырһың (Ғиб. һүҙ. 16:3, 20).

19. Нимәне иҫтә тотоу мөһим һәм ни өсөн?

19 Алла кәңәштәренең ни тиклем күп файҙа килтергәнен иҫтә тотһаң, һин Йәһүәне һәм уның нормаларын тағы ла нығыраҡ яратырһың. Шул саҡта Шайтан тәҡдим иткән бер нәмә лә һине ҡыҙыҡтырмаҫ һәм Йәһүәнән ситкә алып китмәҫ. Үҙеңде мең йылдан һуң күҙ алдына килтер. Һыуға сумдырылыуыңды иҫкә төшөрөп, һин, һис шикһеҙ: «Был тормошомда ҡабул иткән ҡарарҙарҙың иң яҡшыһы булған!» — тип әйтерһең.

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

^ 5 абз. Һыуға сумдырылырғамы, юҡмы? Был тормошта ҡабул иткән ҡарарҙарҙың иң мөһиме. Ни өсөн? Был мәҡәлә ошо һорауға яуап бирер, шулай уҡ һыуға сумдырылыу тураһында уйлаған кешеләргә был аҙымды яһарға ҡамасаулаған кәртәләр аша үтергә ярҙам итер.

^ 10 абз. Зәбур 19:7: «Йәһүәнең ҡануны камил — көс бирә. Йәһүәнең иҫкә төшөрөүҙәре ышаныслы — тәжрибәһеҙҙе зирәк итә».

^ 57 абз. РӘСЕМ. Үҙ көсөңә ышанып етмәү: егет осрашыуҙа яуап бирергә ҡурҡа.

^ 59 абз. РӘСЕМ. Дуҫтарҙың йоғонтоһо: йәш апай-ҡәрҙәш, Йәһүәгә ышанмаған әхирәте менән барғанда, имандаштарын күреп уңайһыҙлана.

^ 61 абз. РӘСЕМ. Хата яһауҙан ҡурҡыу: ағаһының, йыйылыштан сығарылып, өйҙән китеүен күргән ҡыҙыҡай хата яһауҙан ҡурҡа.

^ 63 абз. РӘСЕМ. Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу: малай доға ҡылырға уңайһыҙлана, сөнки Йәһүәгә ышанмаған әсәһе уның ҡаршыһында ултыра.

^ 66 абз. РӘСЕМ. Үҙ көсөңә ышанып етмәү: егет шәхси өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлә.

^ 68 абз. РӘСЕМ. Дуҫтарҙың йоғонтоһо: йәш апай-ҡәрҙәш үҙенең Йәһүә шаһиты булыуы менән ғорурланырға өйрәнә.

^ 70 абз. РӘСЕМ. Хата яһауҙан ҡурҡыу: ҡыҙыҡай хәҡиҡәттә нығына һәм һыуға сумдырыла.

^ 72 абз. РӘСЕМ. Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу: малай ҡыйыулыҡ менән әсәһенә үҙ ҡараштарын аңлата.