Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булығыҙ

Башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булығыҙ

«Һәммәгеҙ... миһырбанлы... булығыҙ» (1 ПЕТ. 3:8).

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. 1 Петр 3:8-ҙе иҫәпкә алһаҡ, ни өсөн беҙгә хистәребеҙгә һәм ихтыяждарыбыҙға иғтибарлы булған кешеләр оҡшай?

БЕҘГӘ хистәребеҙгә һәм ихтыяждарыбыҙға иғтибарлы булған кешеләр оҡшай. Ундай кешеләр хәлебеҙгә инергә, фекерҙәребеҙҙе һәм хистәребеҙҙе аңларға тырыша. Ҡайһы саҡта уларҙан ярҙам һорарға ла кәрәкмәй, сөнки улар үҙҙәре беҙҙең нимәгә мохтаж булыуыбыҙҙы күрә һәм ярҙам тәҡдим итә. Беҙ үҙебеҙгә ҡарата «миһырбанлы» * булған кешеләрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. (1 Петр 3:8-ҙе уҡығыҙ.)

2. Ни өсөн ҡайһы саҡта миһырбанлы булыу еңел түгел?

2 Мәсихселәр булараҡ, беҙ барыбыҙ ҙа миһырбанлы булырға, йәғни башҡаларҙың хәленә инә белергә теләйбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта был еңел түгел. Ни өсөн? Беренсенән, беҙ камил түгел (Рим. 3:23). Беҙгә күберәк үҙебеҙ тураһында уйлау хас, шунлыҡтан башҡалар тураһында уйлар өсөн күп көс һалырға кәрәк. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәргә алған тәрбиә йә тормоштарында булған ниндәйҙер ваҡиғалар арҡаһында башҡаларҙың хәленә инеүе ауыр. Шулай уҡ тирә-яғыбыҙҙағы кешеләр беҙгә насар йоғонто яһарға мөмкин. Был һуңғы көндәрҙә күптәр башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы түгел, сөнки улар үҙҙәрен генә ярата (2 Тим. 3:1, 2). Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булырға нимә ярҙам итер?

3. а) Миһырбанлыраҡ булырға теләһәк, нимә эшләргә кәрәк? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Миһырбанлыраҡ булырға теләһәк, Йәһүәнән һәм Ғайса Мәсихтән өлгө алырға кәрәк. Йәһүә — мөхәббәт ул. Ул башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәтә (1 Яхъя 4:8). Ғайса үҙенең Атаһынан камил рәүештә өлгө алған (Яхъя 14:9). Ерҙә йәшәгәндә, ул башҡаларҙың хәленә нисек инеп булғанын күрһәткән. Был мәҡәләлә беҙ тәүҙә Йәһүә менән Ғайсаның миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ, ә шунан уларҙан нисек үрнәк алып булғанын белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ БАШҠАЛАРҘЫҢ ХИСТӘРЕНӘ НИСЕК ҠАРАЙ?

4. Ишағыя 63:7—9-ҙан Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең хистәренә битараф булмауы нисек күренә?

4 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең хистәренә битараф түгел. Мәҫәлән, боронғо Израиль халҡы яфа сиккәндә, Йәһүәнең нимә хис иткәнен иҫкә төшөрәйек. «Улар ғазап сиккәндә, ул да ғазап сикте», — тип әйтелә Алла Һүҙендә. (Ишағыя 63:7—9-ҙы уҡығыҙ *.) Һуңыраҡ Зәкәриә пәйғәмбәр аша Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә: «Һеҙгә тейгән һәр кем минең күҙ ҡараһына тейә», — тигән (Зәк. 2:8). Ниндәй көслө сағыштырыу! Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, дошмандар Йәһүәнең халҡын йәберләгәндә, Йәһүә быны үҙе менән шулай мөғәмәлә иткән кеүек ҡабул иткән. Эйе, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең хистәрен яҡшы аңлай.

Йәһүә, израилдәрҙе йәлләп, уларҙы Мысыр ҡоллоғонан азат иткән (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Израилдәр бәләләргә эләккәндә, Йәһүә уларға нисек ярҙам иткән?

5 Йәһүә бәләгә эләккән хеҙмәтселәрен йәлләп кенә ҡалмай, ә уларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Израиль халҡы Мысыр ҡоллоғонан интеккәндә, Йәһүә уларҙың ҡайғыһын аңлаған һәм уларҙы ҡотҡарырға теләгән. Ул Мусаға былай тигән: «Мин Мысырҙағы халҡымдың ғазап сигеүен күрҙем һәм... ярҙам һорап ҡысҡырыуын ишеттем. Мин уларҙың әрнеүҙәрен яҡшы беләм. Мин үҙ халҡымды мысырҙар ҡулынан ҡотҡарырға тип киләм» (Сығ. 3:7, 8). Йәһүә, үҙ халҡын йәлләп, уларҙы ҡоллоҡтан ҡотҡарған. Ә Вәғәҙә ителгән ерҙә израилдәргә дошмандар һөжүм иткәндә, Йәһүә быға нисек ҡараған? Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүә, ыңғырашыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡыҙғанды, сөнки дошмандары уларҙы йәберләне һәм үҙҙәрен улар менән мәрхәмәтһеҙ тотто». Йәһүә ҡабат, израилдәрҙе йәлләп, уларға ярҙам иткән. Ул, халҡын дошмандарҙан ҡотҡарыр өсөн, хөкөмсөләр ебәргән (Хөк. 2:16, 18).

6. Йәһүә дөрөҫ ҡарашта булмаған хеҙмәтселәренең хистәренә нисек ҡарай? Миҫал килтерегеҙ.

6 Йәһүә хатта дөрөҫ ҡарашта булмаған хеҙмәтселәренең хистәренә лә иғтибарлы. Юныстың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Йәһүә был пәйғәмбәрҙе Ниневия халҡына хөкөм хәбәрен иғлан итергә ебәргән. Шул халыҡ тәүбә иткәс, Алла уларҙы юҡ итмәҫкә булған. Әммә Юныс быға бер ҙә шатланмаған. Юныстың асыуы сыҡҡан, сөнки уның ҡурҡыныс хәбәре тормошҡа ашмаған. Әммә Йәһүә сабырлыҡ менән уға ҡарашын төҙәтергә ярҙам иткән (Юныс 3:10—4:11). Ваҡыт уҙыу менән Юныс төҙәтеүҙе ҡабул иткән, һәм Йәһүә хатта уға был осраҡты беҙҙең өсөн яҙып ҡалдырырға ҡушҡан (Рим. 15:4) *.

7. Йәһүәнең үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәне беҙҙе нимәгә ышандыра?

7 Йәһүәнең үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәне беҙҙе уның миһырбанлы булыуына ышандыра. Ул һәр хеҙмәтсеһенең күңел әрнеүен һәм ғазабын тоя. Йәһүә «кеше йөрәген ысын-ысынлап белә» (2 Йыл. 6:30). Ул иң йәшерен уйҙарыбыҙҙы һәм иң тәрән хистәребеҙҙе аңлай, шулай уҡ нимә хәлебеҙҙән килә, ә нимә юҡ икәнен белә һәм көсөбөҙ етмәҫлек һынауҙарға «юл ҡуймаясаҡ» (1 Кор. 10:13). Быны белеү беҙҙе бик йыуата!

ҒАЙСА МӘСИХ БАШҠАЛАРҘЫҢ ХИСТӘРЕНӘ НИСЕК ҠАРАЙ?

8—10. Ғайсаға башҡаларҙың хистәрен аңларға нимә ярҙам иткән?

8 Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса башҡаларға ҡарата бик иғтибарлы булған. Был йәһәттән уға нимә ярҙам иткән? Беренсенән, юғарыла телгә алынғанса, Ғайса күктәге Атаһының шәхесен камил рәүештә сағылдырған. Ул, Атаһы кеүек, кешеләрҙе яратҡан. Йәһүәгә бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә ярҙам иткәндә, уның бар эштәренә ҡарап ҡыуанһа ла, Ғайса «айырыуса әҙәм улдарына ҡарап» ҡыуанған (Ғиб. һүҙ. 8:31). Ул кешеләрҙе яратҡан, шунлыҡтан уларҙың хистәренә иғтибарлы булған.

9 Икенсенән, Ғайса, Йәһүә кеүек, кешеләрҙең йөрәктәрен күргән, шуға күрә уларҙың эске теләктәрен һәм хистәрен белгән (Матф. 9:4; Яхъя 13:10, 11). Шунлыҡтан, кемдеңдер ҡайғырыуын күргәндә, ул ундай кешене йәлләгән һәм йыуатҡан (Ишағ. 61:1, 2; Лука 4:17—21).

10 Өсөнсөнән, Ғайса кешеләр кисергән ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы үҙе лә кисергән. Мәҫәлән, ул, күрәһең, ярлы ғаиләлә үҫкән. Үгәй атаһы Йософ менән бергә эшләп, Ғайса физик эштең нимә икәнен аңлаған (Матф. 13:55; Марк 6:3). Бынан тыш, күрәһең, Ғайса үҙ хеҙмәтен тамамламаҫ борон Йософ инде үлгән булған. Шуға күрә Ғайсаға ғәзиз кешене юғалтыу килтергән күңел әрнеүе таныш булған. Ул шулай уҡ дини яҡтан бүленгән ғаиләлә булыуҙың нимә икәнен дә белгән (Яхъя 7:5). Был һәм башҡа ауырлыҡтар Ғайсаға ябай кешеләрҙең борсолоуҙарын һәм хистәрен аңларға ярҙам иткән.

Ғайса, һаңғырау кешене халыҡ араһынан ситкә алып китеп, уны һауыҡтыра. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ғайсаның миһырбанлығы ниндәй саҡтарҙа айырыуса асыҡ күренгән? Аңлатығыҙ. (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Ғайса мөғжизәләр ҡылғанда, уның миһырбанлығы айырыуса асыҡ күренгән. Ул мөғжизәләрҙе үҙен бурыслы итеп тойғанға түгел, ә ғазапланған кешеләрҙе йәлләгәнгә эшләгән (Матф. 20:29—34; Марк 1:40—42). Мәҫәлән, Ғайса, һаңғырау кешене халыҡ төркөмөнән ситкә алып китеп, уны һауыҡтырғанда йәки тол ҡатындың берҙән-бер улын терелткәндә, уның ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдына килтерегеҙ (Марк 7:32—35; Лука 7:12—15) Ғайса был кешеләрҙең хәленә ингән һәм уларға ярҙам итергә теләгән.

12. Яхъя 11:32—35-тән Ғайсаның Марфа менән Мәрйәмдең хистәрен аңлағаны нисек күренә?

12 Ғайса, Марфа менән Мәрйәмдең Лазарь үлгәнгә ҡайғырғанын күргәс, уларҙы бик йәлләгән. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, «Ғайсаның күҙҙәренән йәш [тәгәрәгән]». (Яхъя 11:32—35-те уҡығыҙ.) Ғайса Лазарҙы терелтәсәген белгән, шуға күрә ул яҡын дуҫын юғалтҡанға түгел, ә Марфа менән Мәрйәмде йәлләгәнгә һәм уларҙың күңел әрнеүен тойғанға илаған.

13. Ни өсөн Ғайсаның кеше хәленә керә белеүе беҙҙе рухландыра?

13 Ғайсаның кеше хәленә керә белеүе беҙҙе бик рухландыра. Беҙ уны башҡалар менән наҙлы мөғәмәлә итеүе өсөн бик яратабыҙ (1 Пет. 1:8). Ғайсаның хәҙерге ваҡытта Алла Батшалығында идара итеүен белеү беҙҙе бик шатландыра. Тиҙҙән ул бөтә ғазаптарҙы бөтөрәсәк. Ерҙә кеше булараҡ йәшәгәнгә, Ғайса Шайтандың идараһы арҡаһында интегеп йәшәгән кешеләрҙең яраларын нисек дауалап булғанын бик яҡшы белә. Батшабыҙҙың «теләктәшлек итә» белеүе беҙҙең өсөн ҙур фатиха! (Евр. 2:17, 18; 4:15, 16).

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҒАЙСА МӘСИХТӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

14. Ефестарға 5:1, 2-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимә эшләргә дәртләндерә?

14 Йәһүә менән Ғайсаның үрнәге тураһында уйланғанда, беҙҙең башҡаларға ҡарата миһырбанлыраҡ булырға теләгебеҙ көсәйә. (Ефестарға 5:1, 2-не уҡығыҙ.) Уларҙан айырмалы булараҡ, беҙ кеше йөрәген күрмәйбеҙ. Шулай ҙа беҙ башҡаларҙың хистәрен һәм ихтыяждарын аңларға тырыша алабыҙ (2 Кор. 11:29). Үҙҙәрен генә уйлаған кешеләр араһында йәшәһәк тә, беҙ үҙебеҙ хаҡында ғына түгел, «башҡалар хаҡында ла» хәстәрлек күрергә ынтылабыҙ (Флп. 2:4).

(15—19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Айырыуса кемдәр миһырбанлы булырға тейеш?

15 Айырыуса йыйылыш өлкәндәре миһырбанлы булырға тейеш. Улар үҙҙәренә тапшырылған һарыҡтар өсөн яуаплы булыуҙарын белә (Евр. 13:17). Имандаштарына ярҙам итер өсөн, уларға аңлаусан булырға кәрәк. Өлкәндәр башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булыуҙарын нисек күрһәтә ала?

16. Иғтибарлы өлкәнгә нимә хас, һәм ни өсөн был мөһим?

16 Иғтибарлы өлкән имандаштары менән ваҡыт үткәрә. Аралашҡанда, ул һорауҙар бирә, ә шунан бүлдермәйенсә иғтибарлы итеп тыңлай. Күңелен бушатырға теләгән мәсихсе кәрәкле һүҙҙәр таба алмағанда, өлкәндең миһырбанлы булыуы бигерәк тә мөһим (Ғиб. һүҙ. 20:5). Ҡәрҙәштәре өсөн ваҡытын йәлләмәгән өлкән йыйылышта дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм ышаныс мөхите булдыра (Ғәм. 20:37).

17. Күп ҡәрҙәштәр өлкәндәрҙең ниндәй сифатын айырыуса ҡәҙерләй? Миҫал килтерегеҙ.

17 Күп ҡәрҙәштәр әйтеүенсә, өлкәндәрҙең иң мөһим сифаты — башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булыу. Ни өсөн? «Өлкәндәрҙең үҙеңде аңларын белһәң, улар менән һөйләшеүе еңелерәк», — ти Аделейд исемле апай-ҡәрҙәш. Ул былай тип өҫтәй: «Өлкәндәрҙең һүҙҙәреңә һәм хистәреңә иғтибарлы булыуы уларҙың реакцияһынан күренә». Ә бер ағай-ҡәрҙәш өлкән менән һөйләшеүен былай тип иҫенә төшөрә: «Мин уға ниндәй хәлгә эләккәнемде һөйләп биргәс, уның күҙҙәре йәш менән тулды. Мин быны бер ҡасан да онотмаясаҡмын» (Рим. 12:15).

18. Башҡаларҙың хәленә инә белеү сифатын тағы ла яҡшыраҡ сағылдырыр өсөн нимә эшләп була?

18 Әлбиттә, башҡаларҙың хәленә инә белеү сифатын өлкәндәр генә түгел, ә барыбыҙ ҙа сағылдырырға тейеш. Мәҫәлән, яҡындарығыҙҙың һәм ҡәрҙәштәрегеҙҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуын аңларға тырышығыҙ. Йыйылышығыҙҙағы үҫмерҙәргә, оло йәштәгеләргә, шулай уҡ ауырыған йә ғәзиз кешеһен юғалтҡан ҡәрҙәштәргә шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтегеҙ. Уларҙың хәлдәрен белешегеҙ. Улар үҙҙәренең ауырлыҡтары тураһында һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлағыҙ, аңлауығыҙҙы белгертегеҙ. Уларға хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итегеҙ. Шулай эшләп, беҙ ысын яратыу сағылдырырбыҙ (1 Яхъя 3:18).

19. Ни өсөн, башҡаларға ярҙам күрһәткәндә, һәр кемгә ҡарата үҙ яйын таба белергә кәрәк?

19 Башҡаларға ярҙам иткәндә, һәр кемгә ҡарата үҙ яйын таба белергә кәрәк. Ни өсөн? Сөнки кешеләр, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, үҙҙәрен төрлөсә тота. Кемдер күңелен бушатырға теләй, ә кемдер ауырлыҡтары тураһында һөйләргә яратмай. Шуға күрә, ярҙам күрһәтергә теләһәк тә, кешегә сиктән тыш тура һорауҙар бирергә кәрәкмәй (1 Фес. 4:11, ЯДТ). Ҡәрҙәшебеҙ, беҙгә асылып, хистәре менән бүлешкәндә, беҙ уның бөтә һүҙҙәре менән дә риза булмаҫҡа мөмкин. Әммә шуны аңларға кәрәк: был уның хистәре. Беҙ тыңлауға өлгөр, ә һөйләүгә яй булырға теләйбеҙ (Матф. 7:1; Яҡ. 1:19).

20. Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорау ҡаралыр?

20 Беҙ йыйылышта ғына түгел, ә вәғәздә лә кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булырға теләйбеҙ. Шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашҡанда, был матур сифатты нисек сағылдырып була? Был һорау киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

^ 5 абз. Йәһүә һәм Ғайса Мәсих башҡаларҙың хистәренә бик иғтибарлы. Был мәҡәләнән беҙ уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ. Шулай уҡ ни өсөн башҡаларҙың хәленә инә белеү мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ һәм быны нисек эшләп булғанын күрербеҙ.

^ 1 абз. АҢЛАТМА. «Миһырбанлы» булыу башҡаларҙың хистәрен аңларға һәм уларҙың хәленә инергә тырышыуҙы аңлата (Рим. 12:15). Был мәҡәләлә миһырбанлы булыу һәм башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булыу тигән төшөнсәләр бер мәғәнәлә ҡулланыла.

^ 4 абз. Ишағыя 63:7—9: «Йәһүәнең үҙенең мәрхәмәте һәм бөйөк тоғро мөхәббәте буйынса беҙҙең хаҡҡа башҡарған бөтә эштәре өсөн, Израиль йорто хаҡына эшләгән күп яҡшы эштәре өсөн, мин Йәһүәнең тоғро мөхәббәттән сығып ҡылған эштәрен, Йәһүәнең маҡтауға лайыҡ эштәрен телгә алырмын. Ул: „Улар, һис шикһеҙ, минең халҡым, хыянат итмәйәсәк улдар“, — тине. Шуға күрә ул уларҙың Ҡотҡарыусыһы булып китте. Улар ғазап сиккәндә, ул да ғазап сикте. Уның шәхси хәбәрсеһе уларҙы ҡотҡарҙы. Мөхәббәтен һәм рәхимлелеген күрһәтеп, ул уларҙы йолоп алды, ул уларҙы күтәрҙе һәм бөтә үткән көндәрҙә алып барҙы».

^ 6 абз. Йәһүә шулай уҡ рух төшөнкөлөгөнә һәм ҡурҡыуға бирелгән башҡа хеҙмәтселәренең хистәрен дә аңлаған. Мәҫәлән, уның Һаннаны, Ильясты һәм Әбәдмәликте нисек нығытҡанын иҫкә төшөрөгөҙ (1 Сам. 1:10—20; 1 Бат. 19:1—18; Ирем. 38:7—13; 39:15—18).

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: йыйылыш осрашыуҙарында ҡәрҙәштәр тураһында хәстәрлек күрер өсөн күп мөмкинлектәр асыла. Был рәсемдә: 1) өлкән йәш вәғәзсе һәм уның әсәһе менән яғымлы итеп һөйләшә; 2) атай кеше ҡыҙы менән оло йәштәге апай-ҡәрҙәшкә машинаға ултырырға ярҙам итә; 3) ике өлкән кәңәш эҙләгән апай-ҡәрҙәште иғтибар менән тыңлай.