Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Лайыҡ булғандарға хөрмәт күрһәтегеҙ

Лайыҡ булғандарға хөрмәт күрһәтегеҙ

«Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын» (АСЫЛ. 5:13).

ЙЫРҘАР: 9, 14

1. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр хөрмәткә лайыҡ? Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

КЕМГӘЛЕР хөрмәт күрһәтеү ололауҙы, айырым иғтибар күрһәтеүҙе аңлата. Ғәҙәттә беҙ хөрмәткә лайыҡ эш ҡылған йә берәй юғары дәрәжә биләгән кешеләргә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Быға бәйле бындай һорауҙар тыуырға мөмкин: беҙ кемгә хөрмәт күрһәтергә тейеш һәм ни өсөн?

2, 3. а) Ни өсөн Йәһүә хөрмәткә бик тә лайыҡ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Асылыш 5:13-тә һүрәтләнгән Бәрәс кемде символлаштыра, һәм ни өсөн ул хөрмәткә лайыҡ?

2 Асылыш 5:13-тән күренеүенсә, «Тәхеттә Ултырыусы һәм Бәрәс» һис шикһеҙ хөрмәткә лайыҡ. Асылыш китабының 4-се бүлегендә Йәһүәнең ни өсөн хөрмәткә лайыҡ булғанын асыҡлаған сәбәптәрҙең береһе иҫкә алына. Күктәге юғары дәрәжәле заттар «мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсе» Йәһүәне бер тауыштан былай тип маҡтай: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды» (Асыл. 4:9—11).

3 Бәрәс — ул Ғайса Мәсих. Ул «донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе» (Яхъя 1:29). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул ерҙә ҡасан да булһа идара иткән бөтә батшаларҙан да күпкә өҫтөнөрәк. Унда былай тиелә: «Ул — хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы» (Асыл. 17:14). Тағы ниндәй батша йә идарасы үҙ ирке менән гонаһтарыбыҙҙы йолоп алыр өсөн ғүмерен ҡорбан иткән? Һис шикһеҙ, күңелебеҙ беҙҙе күктәге иҫәпһеҙ-һанһыҙ заттарҙың: «Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы», — тигән маҡтау һүҙҙәренә ҡушылырға дәртләндерә (Асыл. 5:12).

4. Ни өсөн Йәһүәне һәм Ғайса Мәсихте хөрмәт итергә кәрәк?

4 Беҙ Йәһүәне һәм Ғайса Мәсихте хөрмәт итергә тейеш. Быға беҙҙең мәңгелек тормошобоҙ бәйле. Был Ғайсаның Яхъя 5:22, 23-тә яҙылған һүҙҙәренән асыҡ күренә: «Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй — шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй». (Зәбур 2:11, 12-не уҡығыҙ *.)

5. Ни өсөн беҙ бөтә кешеләргә лә ниндәйҙер кимәлдә хөрмәт күрһәтергә тейеш?

5 Кешеләр «Аллаға оҡшатып» яратылған (Баш. 1:27). Шуға күрә күпселек кеше, төрлө кимәлдә булһа ла, Аллаға хас ҡайһы бер сифаттар сағылдыра. Улар мөхәббәт, изгелек һәм мәрхәмәт күрһәтергә һәләтле. Кешеләргә тыумыштан уҡ выждан — яҡшылыҡты яманлыҡтан, намыҫлылыҡты намыҫһыҙлыҡтан айыра белеү һәләте һалынған. Шулай ҙа выждан ҡайһы саҡ дөрөҫ булмаған кәңәш бирергә йә ҡайһы бер нәмәләрҙе бөтөнләй боҙоп күрһәтергә мөмкин (Рим. 2:14, 15). Барлыҡ кешеләрҙе тиерлек таҙалыҡ һәм матурлыҡ йәлеп итә. Ғәҙәттә кешеләр бер-береһе менән татыулыҡта йәшәргә теләй. Аңлы рәүештәме, юҡмы, улар был йәһәттән Йәһүәнән өлгө ала, шуның өсөн кешеләр ниндәйҙер кимәлдә хөрмәткә лайыҡ (Зәб. 8:5).

КЕМГӘ ҺӘМ НИСЕК ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕРГӘ?

6, 7. Йәһүә шаһиттары күп кешеләрҙән нимә менән айырылып тора?

6 Башҡа кешеләргә ниндәй кимәлдә һәм нисек хөрмәт күрһәтергә икәнен дөрөҫ аңларға кәрәк. Камил булмаған кешеләрҙең күбеһе Шайтан идараһы аҫтындағы донъя рухының көслө йоғонтоһона бирелгән. Бына ни өсөн улар, ҡайһы бер ир-аттарға йә ҡатын-ҡыҙҙарға саманан тыш хөрмәт күрһәтеп, уларҙы илаһилаштыра. Кешеләр, дини һәм сәйәси етәкселәргә, спортсыларға, кино һәм шоу-бизнес йондоҙҙарына һәм башҡа күренекле кешеләргә дан йырлап, уларҙы идеаллаштыра. Йәштәр ҙә, ололар ҙа, уларҙың ҡылыҡтарын, ғәҙәттәрен һәм тышҡы ҡиәфәттәрен күҙәтеп, уларға оҡшарға тырыша.

7 Ысын мәсихселәр кешеләргә хөрмәт күрһәтеүгә ҡағылышлы шундай дөрөҫ булмаған ҡарашты кире ҡаға. Беҙҙең өсөн камил өлгө ҡалдырған берҙән-бер кеше — Ғайса Мәсих (1 Пет. 2:21). Беҙ кешеләргә саманан тыш хөрмәт күрһәтһәк, Аллаға был бер ҙә оҡшамаҫ ине. Барыбыҙға ла бындай төп хәҡиҡәтте иҫтә тоторға кәрәк: «Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар» (Рим. 3:23). Ысынлап та, бер кеше лә боттарға табыныу менән бер булған хөрмәткә лайыҡ түгел.

8, 9. а) Йәһүә шаһиттары хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә нисек ҡарай? б) Хөкүмәт вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек иткәндә, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

8 Был донъяла ҡайһы бер кешеләр ҙур хакимлыҡҡа эйә. Хөкүмәт вәкилдәре, законды яҡлап, тәртип һаҡларға һәм граждандарҙың именлеге хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Был барыһына ла файҙа килтерә. Бына ни өсөн илсе Павел мәсихселәргә хөкүмәт кешеләренә «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» ҡарағандай ҡарарға һәм уларға буйһонорға кәңәш иткән. Ул былай тип яҙған: «Һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ — һалым, ...хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ» (Рим. 13:1, 7).

9 Был һүҙҙәргә ярашлы рәүештә, беҙ, Йәһүә шаһиттары булараҡ, ундай кешеләргә теләп хөрмәт күрһәтәбеҙ. Әлбиттә, һәр илдә быны үҙҙәренсә эшләйҙәр, һәм беҙ быны иҫәпкә алабыҙ. Улар үҙҙәренең вазифаларын үтәгәндә, беҙ улар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта, уларға хөрмәт күрһәткәндә, беҙ быны самаһын белеп һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алып эшләйбеҙ. Мәҫәлән, беҙ Алланың берәй ҡанунын йә нейтралитетты боҙа алмайбыҙ. (1 Петр 2:13—17-не уҡығыҙ.)

10. Хөкүмәткә һәм уның вәкилдәренә ҡарата мөнәсәбәт хаҡында әйткәндә, Йәһүәнең элекке заманда йәшәгән хеҙмәтселәре ниндәй өлгө ҡалдырған?

10 Хөкүмәткә һәм уның вәкилдәренә ҡарата мөнәсәбәт хаҡында әйткәндә, Йәһүәнең элекке заманда йәшәгән хеҙмәтселәре яҡшы өлгө ҡалдырған. Рим императоры империяла йәшәгән бөтә кешеләргә халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға бойорғас, Йософ менән Мәрйәм был бойороҡҡа буйһонған. Мәрйәм бына-бына беренсе балаһын табырға тейеш булһа ла, улар Вифлеемға сығып киткән (Лука 2:1—5). Һуңыраҡ, Павелға ауыр ғәйептәр тағылғас, ул, үҙен яҡлағанда, Ирод Агриппа батшаға һәм Рим өлкәһе Йәһүҙиәнең хакимы Фестҡа тейешле хөрмәт күрһәткән (Ғәм. 25:1—12; 26:1—3).

11, 12. а) Ни өсөн беҙ хөкүмәт вәкилдәренә һәм дин әһелдәренә төрлөсә ҡарайбыҙ? б) Австриянан бер вәғәзсенең сәйәсмәнгә хөрмәт күрһәтеүе ниндәй емештәр килтергән?

11 Шулай ҙа, дин әһелдәре үҙҙәренә айырым хөрмәт көтһәләр ҙә, Йәһүә шаһиттары уларға ундай мөғәмәлә күрһәтмәй. Ялған дин Алла хаҡында дөрөҫ төшөнсә бирмәй һәм уның Һүҙендәге тәғлимәттәрҙе боҙоп күрһәтә. Шуға күрә беҙ дин әһелдәренең үҙенә күрә бер ихтирамға лайыҡ түгел икәнен аңлайбыҙ һәм уларға башҡа кешеләргә ҡарағандай ҡарайбыҙ. Билдәле булғанса, Ғайса Мәсих, ерҙә йәшәгәндә, ундай кешеләрҙе ике йөҙлөләр һәм һуҡыр юлбашсылар тип атап фаш иткән (Матф. 23:23, 24). Шул уҡ ваҡытта, әгәр беҙ хөкүмәт вәкилдәренә тейешле хөрмәт күрһәтәбеҙ икән, был ыңғай, ҡайһы саҡ хатта көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин.

12 Австриянан ашҡынып торған вәғәзсе Леопольд Энглайтнер менән бына ниндәй хәл булған. Нацистар уны поезда Бухенвальд концентрацион лагерына ебәргән. Ул нацистарҙың илтифатын юғалтҡан Австрия сәйәсмәне Генрих Глайсснер менән бер вагонда барған. Поезда китеп барғанда, Энглайтнер ҡәрҙәш ихтирамлы итеп үҙ ҡараштарын Глайсснер менән уртаҡлашҡан. Глайсснер уны ҙур иғтибар менән тыңлаған. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң был сәйәсмән, Австриялағы Йәһүә шаһиттарына ярҙам итер өсөн, бер нисә тапҡыр үҙ дәрәжәһенән файҙаланған. Эйе, мәсихселәр, хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе ихтирам итергә тигән Изге Яҙмалағы күрһәтмәгә буйһоноп, хөкүмәт вәкилдәренә тейешле хөрмәт күрһәткәндә, был бик яҡшы емештәр килтерә. Бәлки, һеҙ ҙә быны иҫбатлаған миҫалдарҙы беләһегеҙҙер.

ТАҒЫ КЕМ ХӨРМӘТКӘ ЛАЙЫҠ?

13. Кем айырыуса хөрмәткә лайыҡ һәм ни өсөн?

13 Беҙҙең имандаштар, һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡ. Был айырыуса етәкселекте үҙ өҫтөнә алған өлкәндәргә ҡағыла. (1 Тимофейға 5:17-не уҡығыҙ.) Беҙ уларҙы, милләтенә, белеменә, йәмғиәттәге дәрәжәһенә, ярлы йә бай булыуына ҡарамаҫтан, хөрмәт итәбеҙ. Изге Яҙмала улар «бүләк» итеп бирелгән кешеләр тип атала, һәм тап улар аша Алла үҙенең халҡы хаҡында ҡайғырта (Ефес. 4:8). Өлкәндәр, район күҙәтеүселәре, Филиал комитетының һәм Етәксе кәңәшмәнең ағзалары хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Беренсе быуатта мәсихселәр билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәрҙе тәрән хөрмәт иткән, һәм беҙ ҙә бөгөн шундай ағай-ҡәрҙәштәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Беҙ ойошмабыҙҙағы күренекле ағай-ҡәрҙәштәрҙән кумир яһамайбыҙ һәм улар алдында үҙебеҙҙе күктән төшкән фәрештәләр алдында тотҡандай тотмайбыҙ. Шулай ҙа беҙ уларҙы ихтирам итәбеҙ һәм тырышып хеҙмәт итеүҙәре, баҫалҡылыҡ сағылдырыуҙары өсөн уларға хөрмәт күрһәтәбеҙ (2 Коринфтарға 1:24; Асылыш 19:10-ды уҡығыҙ.)

14, 15. Ысын мәсихсе көтөүселәр үҙҙәрен шулай атап ҡына йөрөүселәрҙән нимә менән айырылып тора?

14 Был ағай-ҡәрҙәштәрҙе баҫалҡы рухи көтөүселәр кеүек беләләр. Баҫалҡылыҡ сағылдырып, улар үҙҙәрен атаҡлы кеше кеүек тотмай һәм башҡаларға ла үҙҙәренә шулай ҡарарға нигеҙ бирмәй. Бының менән улар беҙҙең көндәрҙәге күпселек дин әһелдәренән һәм Ғайса Мәсих: «[Улар] мәжлестәрҙә иң түрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен... ярата», — тип тасуирлаған кешеләрҙән бик ныҡ айырылып тора (Матф. 23:6, 7).

15 Ысын мәсихсе көтөүселәр баҫалҡылыҡ менән Ғайсаның бындай һүҙҙәренә ҡолаҡ һала: «Һеҙҙе „остаз“ тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған. Ерҙә бер кемде лә „ата“ тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ғына бар. Һеҙҙе „уҡытыусы“ тип тә атамаһындар, сөнки Уҡытыусығыҙ бер — Мәсих. Арағыҙҙағы иң бөйөгө һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын. Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер» (Матф. 23:8—12). Бына ни өсөн бөтә донъялағы ҡәрҙәштәрҙең йыйылыш өлкәндәрен яратыуы һәм уларға хөрмәт күрһәтеүе һис тә ғәжәп түгел.

Баҫалҡылыҡ сағылдырып, башҡаларға хеҙмәт иткән өлкәндәр беҙҙең яратыуыбыҙға һәм хөрмәт күрһәтеүебеҙгә лайыҡ (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Ни өсөн беҙ артабан да Изге Яҙмала әйтелгәнсә хөрмәт күрһәтергә өйрәнергә һәм шуға ярашлы итеп эш итергә тейеш?

16 Шуны таныу мөһим: кемгә һәм нисек хөрмәт күрһәтергә кәрәк икәненә дөрөҫ ҡараш үҫтерер өсөн күпмелер ваҡыт талап ителергә мөмкин. Беренсе мәсихселәргә лә быға өйрәнергә кәрәк булған (Ғәм. 10:22—26; 3 Яхъя 9, 10). Әммә, шик тә юҡ, башҡаларға Изге Яҙмала әйтелгәнсә хөрмәт күрһәтер өсөн бар тырышлыҡтар һалыу мөһим. Был өлкәлә дөрөҫ ҡараш үҫтереү күп файҙа килтерер.

ТЕЙЕШЛЕ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮҘЕҢ ЯҠШЫ ЕМЕШТӘРЕ

17. Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә хөрмәт күрһәтеү ниндәй яҡшы емештәр килтерә?

17 Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә хөрмәт күрһәтһәк, был уларҙы беҙҙең иркен рәүештә вәғәзләргә хоҡуғыбыҙҙы яҡларға дәртләндерергә мөмкин. Яҡшы мөнәсәбәтебеҙҙе һиҙеп, улар йыш ҡына эшмәкәрлегебеҙгә ыңғай ҡарай башлай. Германияла йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән Биргит исемле апай-ҡәрҙәш бер нисә йыл элек ҡыҙының мәктәптә үткән сығарылыш кисәһенә барған. Уҡытыусылар Биргитҡа, үткән йылдар дауамында Йәһүә шаһиттарының балаларын уҡытыу үҙе бер рәхәтлек ине, тигән. Улар шулай уҡ, мәктәбебеҙҙә шундай балалар булмаһа, бик йәл булыр ине, тип өҫтәгән. Биргит уҡытыусыларға былай тип аңлатҡан: «Беҙ балаларыбыҙҙы үҙҙәрен Алла нормалары буйынса тоторға өйрәтәбеҙ, ә был уҡытыусыларға хөрмәт күрһәтеүҙе лә үҙ эсенә ала». Быны ишетеп, бер уҡытыусы: «Әгәр бөтә балалар ҙа һеҙҙең балалар һымаҡ булһа, мәктәп ожмах кеүек булыр ине», — тигән. Бер нисә аҙнанан һуң уҡытыусыларҙың береһе Лейпцигта үткән конгресҡа барған.

18, 19. Ни өсөн өлкәндәргә тейешле рәүештә хөрмәт күрһәтеү мөһим?

18 Йыйылыштағы өлкәндәргә тейешле хөрмәт күрһәткәндә, беҙ, әлбиттә, Изге Яҙмалағы камил һәм аҡыллы принциптар буйынса эш итәбеҙ. (Еврейҙарға 13:7, 17-не уҡығыҙ.) Беҙгә был ағай-ҡәрҙәштәрҙе тырыш хеҙмәттәре өсөн маҡтарға һәм уларҙың күрһәтмәләренә буйһонорға тырышырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ уларға артабан да үҙ вазифаларын шатланып башҡарырға ярҙам итербеҙ. Ләкин был берәй «күренекле» өлкәнгә кейем һайлауҙа, тышҡы ҡиәфәттә, телмәр менән сығыш яһауҙа һәм хатта һөйләү рәүешендә оҡшарға тырышыуҙы аңлатмай. Шулай эшләһәк, беҙ үҙебеҙ хаҡында яңылыш фекер тыуҙырырбыҙ. Шул өлкән дә камил булмаған кеше икәнен оноторға ярамай. Беҙ Ғайса Мәсихтән өлгө алырға тейеш.

19 Өлкәндәргә тейешле хөрмәт күрһәтеп тә, уларға атаҡлы кешеләргә ҡарағандай ҡарамаһаҡ, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Уларға ғорурлыҡ тойғоһонан, шулай уҡ үҙ-үҙен хаҡ йә башҡаларҙан өҫтөн тип һанауҙан һаҡланыу еңелерәк булыр.

20. Башҡаларға хөрмәт күрһәтһәк, был үҙебеҙгә нисек ярҙам итә?

20 Үҙебеҙ хаҡында әйткәндә, башҡаларға тейешле хөрмәт күрһәтһәк, бөтә иғтибарыбыҙҙы үҙ-үҙебеҙгә генә тупламаҫбыҙ һәм, үҙебеҙгә айырым хөрмәт күрһәтелгәндә, ғорурланып китмәҫбеҙ. Шулай уҡ, был беҙҙе, Йәһүәнең ойошмаһы өйрәткәнсә эш итеп, башҡаларға — ҡәрҙәштәребеҙгә лә, имандаштарыбыҙ булмаған кешеләргә лә — саманан тыш хөрмәт күрһәтеүҙән һаҡлар. Шундай ҡараш һаҡлау аҡыллы, сөнки, беҙ хөрмәт күрһәткән кеше өмөттәребеҙҙе аҡламаһа, был беҙҙең өсөн абыныу ташы булмаҫ.

21. Лайыҡ булғандарға тейешле хөрмәт күрһәтергә кәрәк икәненә ниндәй төп сәбәп бар?

21 Әммә иң мөһиме: лайыҡ булғандарға тейешле хөрмәт күрһәтеп, беҙ Алланы ҡыуандырабыҙ. Алла теләгәнсә эш итеп, беҙ уға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Бының менән беҙ Аллаға уны мыҫҡылларға тырышҡан һәр кемгә яуап ҡайтарырға мөмкинлек бирәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Был донъяла күпселек кеше башҡаларға нисек хөрмәт күрһәтергә кәрәк икәненә дөрөҫ ҡарамай. Беҙ быны нисек Йәһүәгә яраҡлы рәүештә эшләп булғанын белеүебеҙгә бик шатбыҙ.

^ 4 абз. Зәбур 2:11, 12: «Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт менән хеҙмәт итегеҙ һәм ҡурҡыу ҡатыш ихтирам күрһәтеп һөйөнөгөҙ. Улды ололағыҙ, юғиһә Алланың асыуы килер, һәм һеҙ юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, сөнки уның ярһыуы тиҙ ҡабыныр. Уны үҙенең һыйыныр урыны иткән һәр кеше бәхетле».