Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә ғәфү итә белгән кешеләрҙе бүләкләй

Йәһүә ғәфү итә белгән кешеләрҙе бүләкләй

«Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш» (КОЛ. 3:13, ЯДТ).

130-СЕ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыларҙы нимәгә ышандыра?

 ЙӘҺҮӘ — Барлыҡҡа килтереүсе, Ҡанун сығарыусы, Хөкөмсө. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең күктәге ҡайғыртыусан Атайыбыҙ (Зәб. 100:3; Ишағ. 33:22). Әгәр беҙ гонаһ ҡылһаҡ, ә һуңынан эскерһеҙ тәүбә итһәк, ул беҙҙе кисерә ала һәм кисерергә бик теләй (Зәб. 86:5). Йәһүә яратыу менән беҙҙе: «Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер», — тип ышандыра (Ишағ. 1:18).

2. Беҙгә башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға нимә ярҙам итер?

2 Беҙ камил түгел, шуға ҡайһы саҡта башҡаларҙы һүҙебеҙ йә эшебеҙ менән рәнйетәбеҙ (Яҡ. 3:2). Әммә был беҙ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә була алмайбыҙ тигәнде аңлатмай. Әлбиттә, бының өсөн беҙгә уларҙы кисерергә өйрәнергә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 17:9; 19:11; Матф. 18:21, 22). Әгәр кемдер беҙҙең асыуыбыҙға тейһә, Йәһүә беҙҙең уны ғәфү итеүебеҙҙе көтә (Кол. 3:13). Быны эшләр өсөн беҙҙең күп сәбәптәр бар. Йәһүә үҙе лә бит беҙҙе ихлас күңелдән кисерә (Ишағ. 55:7).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарға яуап алырбыҙ: Камил булмаған кешеләр, камил Алланан өлгө алып, башҡаларҙы нисек кисерә ала? Өлкәндәргә ниндәй гонаһтар тураһында әйтергә кәрәк? Ни өсөн Йәһүә беҙҙе кисерергә дәртләндерә? Башҡаларҙың гонаһтары арҡаһында ҙур ауырлыҡтар кисергән ҡәрҙәштәрҙән нимәгә өйрәнеп була?

МӘСИХСЕ АУЫР ГОНАҺ ҠЫЛҺА

4. а) Ауыр гонаһ ҡылған мәсихсегә нимә эшләргә кәрәк? б) Өлкәндәрҙең өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?

4 Берәй ҡәрҙәштең ауыр гонаһ ҡылғанын белһәк, беҙ был хаҡта өлкәндәргә әйтергә тейеш. Шундай ауыр гонаһтар тураһында 1 Коринфтарға 6:9, 10-да әйтелә. Ауыр гонаһ ҡылыу Алла ҡанундарын боҙоуҙы аңлата. Шуға күрә гонаһ ҡылған мәсихсе Йәһүәнән доғала кисереү һорарға һәм йыйылыштағы өлкәндәр менән һөйләшергә тейеш (Зәб. 32:5; Яҡ. 5:14). Ундай осраҡтарҙа өлкәндәрҙең өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята? Тик Йәһүә генә Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә гонаһтарҙы тулыһынса кисерергә хоҡуҡлы *. Әммә гонаһ ҡылған мәсихсе йыйылышта ҡала аламы, юҡмы икәнен өлкәндәр Изге Яҙмаға нигеҙләнеп хәл итергә тейеш. Был вазифаны уларға Йәһүә үҙе йөкмәткән (1 Кор. 5:12). Бынан тыш, уларға бындай һорауҙарға яуап алырға кәрәк: Мәсихсе аңлы рәүештә гонаһ ҡылғанмы? Ул үҙенең гонаһын йәшерергә тырышмағанмы? Ни тиклем оҙаҡ ул гонаһ ҡылған? Һәм иң мөһиме: уның эскерһеҙ тәүбә иткәненә дәлилдәр бармы? Йәһүәнең уны кисергәне күренәме? (Ғәм. 3:19).

5. Ни өсөн өлкәндәр гонаһ ҡылған кеше менән осраша?

5 Өлкәндәр гонаһ ҡылған кеше менән осрашҡанда нимә эшләргә тейеш? Күктә гонаһ ҡылыусы хаҡында инде ҡарар ҡабул ителгән. Өлкәндәргә лә шундай уҡ ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Бының өсөн улар доға ҡыла, шулай уҡ Изге Яҙмалағы принциптарҙы һәм күрһәтмәләрҙе ентекләп тикшерә (Матф. 18:18). Был йыйылышҡа ниндәй файҙа килтерә? Әгәр гонаһ ҡылыусы тәүбә итмәһә, ул Йәһүәнең ҡәҙерле һарыҡтарына зыян килтермәһен өсөн йыйылыштан сығарыла (1 Кор. 5:6, 7, 11—13; Тит. 3:10, 11). Бәлки, өлкәндәр ундай кешегә тәүбәгә килергә ярҙам итә алыр. Шул саҡта Алла уны кисерер (Лука 5:32). Унан һуң өлкәндәр уның өсөн доға ҡылыр һәм Йәһүәнән уға рухи яҡтан һауығырға ярҙам итеүен һорар (Яҡ. 5:15).

6. Йыйылыштан сығарылған мәсихсе гонаһтарының кисерелеүенә өмөтләнә аламы? Аңлатығыҙ.

6 Әйтәйек, гонаһ ҡылған мәсихсе өлкәндәр менән осрашҡандан һуң тәүбә итмәй, ти. Шул саҡта уны йыйылыштан сығаралар. Дәүләт законын боҙған мәсихсе үҙенең ҡылған эштәренә үкенһә лә, өлкәндәр уны насар эштәренең эҙемтәләренән яҡламай. Сөнки Йәһүә хөкүмәттәрҙе яуызлыҡ ҡылыусыларҙың һәр береһенә яза бирергә хоҡуҡлы иткән (Рим. 13:4). Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән мәсихсе, үҙ аҡылына килеп, ысын күңелдән тәүбә итһә һәм тормошон үҙгәртһә, Йәһүә уны кисерер (Лука 15:17—24). Хатта гонаһы үтә ауыр булһа ла, Йәһүә быны эшләр (2 Йыл. 33:9, 12, 13; 1 Тим. 1:15).

7. Беҙҙе рәнйеткән кешене ниндәй мәғәнәлә кисерә алабыҙ?

7 Гонаһ ҡылған кеше кисереүгә лайыҡмы, юҡмы икәнен беҙ түгел, ә Йәһүә үҙе хәл итә. Быны аңлау еңеллек килтерә. Шулай ҙа беҙ ҡарар итә алған нәмәләр ҙә бар. Беҙҙе рәнйеткән кеше ғәфү үтенмәһә лә, беҙ уға асыуланып һәм үпкәләп йөрөмәһәк, уны кисерҙек тип әйтеп була. Әммә бының өсөн ваҡыт һәм көс кәрәк, сөнки рәнйетеүсе килтергән зыян тәрән яра ҡалдырырға мөмкин. «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 1994 йылдың 15 сентябрь сығарылышында былай тиелгән: «Гонаһ ҡылыусыны кисереп, беҙ уның гонаһтарына күҙ йоммайбыҙ. Мәсихсе өсөн кисереү эште Йәһүәнең ҡулына тапшырыу тигәнде аңлата. Ул — Ғаләмдең ғәҙел Хөкөмсөһө һәм кәрәк саҡта ғәҙеллек урынлаштырасаҡ». Ни өсөн Йәһүә беҙгә кисерергә һәм хөкөм эшен уның ҡулына тапшырырға кәңәш итә?

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҒӘФҮ ИТЕРГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ?

8. Йәһүәнең шәфҡәтлеге өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

8 Башҡаларҙы ғәфү итеп, беҙ Йәһүәгә шәфҡәтлеге өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғайса Мәсих үҙенең ҡиссаһында Алланы хеҙмәтсенең ҙур бурысын кисергән батша менән сағыштырған. Әммә ул хеҙмәтсе бурысы күпкә әҙерәк булған хеҙмәттәшенә шәфҡәтлек күрһәтмәгән (Матф. 18:23—35). Был ҡисса менән Ғайса беҙҙе нимәгә өйрәтергә теләгән? Әгәр беҙ Йәһүәгә шәфҡәтлеге өсөн ысын күңелдән рәхмәтле булһаҡ, үҙебеҙ ҙә башҡаларҙы кисерергә тырышырбыҙ (Зәб. 103:9). Күп йылдар элек «Күҙәтеү манараһында» былай тип әйтелгән ине: «Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе күп тапҡыр кисерһәк тә, Йәһүә беҙҙе Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә күпкә күберәк кисергән».

9. Йәһүә ниндәй кешеләргә шәфҡәтлек күрһәтә? (Матфей 6:14, 15).

9 Әгәр башҡаларҙы кисерһәк, Йәһүә лә беҙҙе кисерер. Йәһүә шәфҡәтлеләргә шәфҡәт күрһәтә (Матф. 5:7; Яҡ. 2:13). Доға ҡылырға өйрәткәндә, Ғайса был фекергә баҫым яһаған. (Матфей 6:14, 15-те уҡығыҙ.) Ә күпкә алдараҡ, Әйүп менән һөйләшкәндә, Йәһүә лә был фекергә иғтибар иткән. Элифаз, Билдад һәм Сәфәрҙең әсе, сәнскеле һүҙҙәре Әйүптең күңелен әрнеткән. Әммә Йәһүә Әйүптең улар өсөн доға ҡылыуын һораған. Әйүп шулай эшләгән дә һәм Алла уны мул итеп фатихалаған (Әйүп 42:8—10).

10. Үпкә һаҡлау ни өсөн зыянлы? (Ефестарға 4:31, 32).

10 Үпкә һаҡлау зыянлы. Үпкә һаҡлау күңелгә «таш» булып ята, ә Йәһүә беҙҙең еңеллек тойоуыбыҙҙы теләй. (Ефестарға 4:31, 32-не уҡығыҙ.) Изге Яҙмала: «Асыуыңды тый, ярһыуыңды баҫ», — тип яҙылған (Зәб. 37:8). Был кәңәшкә ҡолаҡ һалыу бик аҡыллы! Үпкә һаҡлап йөрөгән кеше үҙенең физик һәм эмоциональ һаулығын ҡаҡшата (Ғиб. һүҙ. 14:30). Үпкәләп йөрөү рәнйетеүсене ағыуларға теләп ағыу эсеүгә тиң. Тимәк, башҡаларҙы кисергән кеше күп фатихалар ура (Ғиб. һүҙ. 11:17). Ул күңелендә тыныслыҡ тоя һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә уға бер нимә лә ҡамасауламай.

11. Изге Яҙма үс алыу тураһында нимә әйтә? (Римдарға 12:19—21).

11 Тик Алла ғына үс алырға хоҡуҡлы. Йәһүә рәнйетеүсебеҙгә яуызлыҡ менән ҡайтарырға рөхсәт итмәй. (Римдарға 12:19—21-ҙе уҡығыҙ.) Камилһыҙлыҡ арҡаһында беҙ Алла кеүек дөрөҫ хөкөм итә алмайбыҙ (Евр. 4:13). Бынан тыш, хистәр аҡылыбыҙҙы томаларға мөмкин. Шуға күрә Йәһүә Яҡупты былай тип яҙырға дәртләндергән: «Кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй» (Яҡ. 1:20). Беҙ Йәһүәнең ғәҙеллек урынлаштырасағына шикләнергә тейеш түгел.

Асыу һәм үпкә һаҡламағыҙ. Хөкөм эшен Йәһүәнең ҡулына тапшырығыҙ. Ул гонаһ килтергән бөтә яраларҙы һауыҡтырасаҡ. (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Йәһүәнең ғәҙеллеге тураһында әйткәндә, беҙ нимәгә ышанабыҙ?

12 Ғәфү иткәндә, беҙ Йәһүәнең ғәҙеллегенә ышаныуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ни өсөн хөкөм итеүҙе Йәһүәгә ҡалдырырға кәрәк? Сөнки ул ғына гонаһ килтергән бөтә зыянды юҡ итә ала. Яңы донъяла Йәһүә беҙҙе бөтә психик һәм эмоциональ яраларҙан һауыҡтырасаҡ. Изге Яҙмала: «Элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ», — тип әйтелә (Ишағ. 65:17). Әммә тәрән яралар килтергән үпкә һәм асыу хисенән ысынлап та арынып буламы? Эйе, була, һәм киләһе осраҡтар быны раҫлай.

ҒӘФҮ ИТЕҮ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ

13, 14. Энтони ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

13 Күп ҡәрҙәштәр күңелдәрен яралаған рәнйетеүселәрен кисерә алған. Йәһүә уларҙы нисек бүләкләгән?

14 Бына Филиппинда йәшәгән Энтони * исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалы. Хосе исемле бер ир кеше уның ағаларының береһен үлтергән. Ул ваҡытта Энтони әле Йәһүә шаһиты булмаған. Хосены ҡулға алғандар һәм төрмәгә ултыртҡандар. Һуңыраҡ Хосе төрмәнән сыҡҡас, Энтони, мин уны табам да үлтерәм, тип үҙенә ант биргән. Энтони бик ярһыу холоҡло кеше булған. Ул хатта пистолет һатып алған. Әммә һуңыраҡ Энтони Йәһүә шаһиттары менән танышҡан. Ул бына нимә тип һөйләй: «Изге Яҙма өйрәнеүе миңә тормошомдо һәм холҡомдо үҙгәртергә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итте. Мин ярһыуымдан арынырға тейеш инем». Ваҡыт үтеү менән Энтони һыуға сумдырылған һәм һуңыраҡ өлкән булып хеҙмәт итә башлаған. Хосе ла Йәһүә шаһиты булып киткән, һәм Энтони быны белеп ҡалғас бик аптыраған! Был ике ҡәрҙәш осрашҡас, бер-береһен ныҡ итеп ҡосаҡлаған, һәм Энтони Хосеға уны ғәфү иткәне хаҡында әйткән. «Дошманымды ғәфү итеп, ҙур шатлыҡ кисерҙем», — тип бүлешә Энтони. Был Йәһүәнең иҫ киткес бүләге!

Питер мәнән Сьюҙың миҫалы беҙҙе үпкә һәм асыу хисенән арына алыуыбыҙға ышандыра. (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15, 16. Питер менән Сьюҙың осрағы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

15 Ә бына Питер менән Сьюҙың осрағы. 1985 йылда уларҙың Батшалыҡ залында осрашыу ваҡытында бомба шартлаған. Бының арҡаһында Сью ныҡ йәрәхәтләнгән, һәм был уның күреү, ишетеү һәм еҫ тойоу һәләттәренә ҙур зыян килтергән *. Питер менән Сью үҙҙәренә йыш ҡына: «Кем шундай ҡот осҡос яуызлыҡ эшләй алды икән?» — тигән һорау биргән. Йылдар үткәс, енәйәтсене тотҡандар һәм ғүмерлеккә төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Питер менән Сьюҙан, һеҙ был кешене ғәфү итә алдығыҙмы, тип һорағас, улар былай тигән: «Йәһүә беҙҙе асыу һаҡламаҫҡа өйрәтә, сөнки был беҙҙең физик һәм психик һаулығыбыҙға зыян килтерә ала. Шуға күрә беҙ Йәһүәнең үпкә хисенән арынырға ярҙам итеүен һораныҡ. Беҙгә асыу хисен еңеп, артабан тыныс йәшәргә ярҙам ит, тип доға ҡыла торғайныҡ».

16 Уларға был енәйәтсене кисерергә еңел булғанмы? Юҡ. Улар былай тип дауам итә: «Сью йәрәхәттәр арҡаһында яфаланған һайын, беҙҙә яңынан асыу ҡабара. Ләкин беҙ насар хистәргә бирелмәҫкә тырышабыҙ, шуға күрә улар тиҙ һүрелә. Ысын күңелдән шуны әйткебеҙ килә: әгәр был енәйәтсе берәй ҡасан беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ булып китһә, бик шатланыр инек. Беҙ был осраҡтан шуға өйрәндек: Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә ысын азатлыҡ бирә. Был азатлыҡ беҙ күҙ алдына килтерә алғандан күпкә ҙурыраҡ. Оҙаҡламай Йәһүә бөтә зыянды төҙәтәсәк. Быны белеү беҙҙе йыуата».

17. Мираның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

17 Мира Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда, уның ире һәм ике бәләкәй балаһы булған. Уның ире хәҡиҡәтте ҡабул итмәгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул Мираға хыянат иткән һәм ғаиләһен ташлап киткән. Апай-ҡәрҙәшебеҙ былай тип иҫенә төшөрә: «Ирем киткәс, мин ауыр хистәр кисерҙем: бәхетһеҙлек, ризалашмау, бойоғоу, ғәйеп һәм асыу хисе. Был хистәр яҡындары хыянат иткән кешеләргә таныш». Ғаиләһе тарҡалһа ла, хыянатсыллыҡ килтергән яралар һаман да уның күңелен әрнетә. Мира былай тип дауам итә: «Был хистәр мине күп айҙар ғазапланы. Бынан тыш, Йәһүә һәм дуҫтарым менән мөнәсәбәттәремә зыян килтерҙе». Мира ярһыуын еңә алған һәм иренә бүтән насарлыҡ теләмәй. Ул хатта ире берәй ҡасан Йәһүә шаһиты булып китер тип өмөтләнә. Апай-ҡәрҙәшебеҙ Алла вәғәҙә иткән бәхетле киләсәк тураһында уйланған. Хәҙер Мира үҙ тормошо менән ҡәнәғәт. Ул үҙенең улдарын Йәһүәне яратырға өйрәткән, һәм улар ҙа хәҙер ғаиләләре менән бергә Аллаға хеҙмәт итә.

ЙӘҺҮӘ — ИҢ ЯҠШЫ ХӨКӨМСӨ

18. Йәһүәнең иң юғары Хөкөмсө булыуына беҙҙе нимә ышандыра?

18 Беҙҙең өҫтөбөҙҙә кешеләрҙе хөкөм итеү яуаплылығы ятмай һәм быны белеү беҙгә тыныслыҡ килтерә. Йәһүә, иң юғары Хөкөмсө булараҡ, был мөһим эште үҙ өҫтөнә алған (Рим. 14:10—12). Ул һәр ваҡыт үҙенең камил нормалары буйынса хөкөм итә (Баш. 18:25; 1 Бат. 8:32). Ул бер ваҡытта ла ғәҙелһеҙ эш итмәй!

19. Иң яҡшы Хөкөмсө, Йәһүә, киләсәктә беҙгә нимә эшләйәсәк?

19 Оҙаҡламай Йәһүә гонаһ һәм камилһыҙлыҡ килтергән зыянды юҡ итәсәк. Беҙ ул ваҡытты зарығып көтәбеҙ. Шул саҡта Алла беҙҙең физик һәм эмоциональ яраларыбыҙҙы һауыҡтырасаҡ (Зәб. 72:12—14; Асыл. 21:3, 4). Улар хатта иҫебеҙгә лә төшмәҫ. Ул ваҡытты көткән арала Йәһүә беҙгә үрнәк күрһәтә һәм башҡаларҙы кисерергә көс бирә. Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле.

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

^ Йәһүә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыларҙы кисерергә әҙер. Унан өлгө алып, беҙ ҙә үҙебеҙҙе рәнйеткән кешеләрҙе кисерергә тейеш. Был мәҡәләнән беҙ шуны белербеҙ: Ниндәй гонаһтарҙы беҙ үҙебеҙ кисерә алабыҙ, ә ниндәй гонаһтар тураһында өлкәндәргә әйтергә кәрәк? Йәһүә ни өсөн бер-беребеҙҙе кисерергә ҡуша һәм был ниндәй фатихалар килтерә?

^ Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.