ӨЙРӘНЕҮ ӨСӨН ТЕМА
Изге Яҙманы тәрән өйрәнеү уяу булып ҡалырға ярҙам итә
Данил 9:1—19-ҙы уҡығыҙ, һәм Изге Яҙманы ни өсөн тәрән өйрәнергә кәрәк икәнен белегеҙ.
Контексҡа иғтибар итегеҙ. Данил пәйғәмбәр ниндәй шарттарға эләккән һәм улар уға нисек тәьҫир иткән? (Дан. 5:29—6:5). Һеҙ Данил урынында булһағыҙ, нимә хис итер инегеҙ?
Нескәлектәрҙе иҫәпкә алығыҙ. Данил ниндәй «яҙмаларҙы» тикшергән? (Дан. 9:2; w11-TAT 1/1 22 б., 2 абз.). Ни өсөн Данил үҙ гонаһтарын ғына түгел, ә халҡының гонаһтарын да таныған? (Лев. 26:39—42; 1 Бат. 8:46—50; dp-U 182—184 бб.). Данилдың доғаһы уның Яҙмаларҙы тырышып өйрәнгәнен нисек күрһәтә? (Дан. 9:11—13).
Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Үҙегеҙҙән һорағыҙ:
-
«Донъяла булған хәлдәр иғтибарымды ситкә йүнәлтмәһен өсөн, мин нимә эшләй алам?» (Миҡ. 7:7).
-
«Ни өсөн миңә Изге Яҙманы Данил кеүек тырышып өйрәнергә кәрәк?» (w04-TAT 1/8 12 б., 17 абз.).
-
«Ниндәй темаларҙы ентекләп өйрәнеү миңә рухи яҡтан уяу булып ҡалырға ярҙам итер?» (Матф. 24:42, 44; w12-TAT 15/8 5 б., 7, 8 абз.).