Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Хәҡиҡәттә йөрөүегеҙҙе дауам итегеҙ

Хәҡиҡәттә йөрөүегеҙҙе дауам итегеҙ

«Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр» (3 ЯХЪЯ 4).

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. 3 Яхъя 3, 4-тәге һүҙҙәр буйынса, беҙгә нимә шатлыҡ килтерә?

ИЛСЕ Яхъя үҙе хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән кешеләрҙең артабан да тоғро хеҙмәт итеүҙәре хаҡында ишетеп бик шатланған. Яхъя был тоғро мәсихселәрҙе үҙенең рухи балалары тип һанаған. Улар күп ауырлыҡтар менән осрашҡан, һәм Яхъя уларҙың иманын нығытыр өсөн күп көс һалған. Шуның шикелле, балаларыбыҙ йә өйрәнеүселәребеҙ үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышлағанда һәм уға тоғро хеҙмәт иткәндә, беҙ ҙә бик шатланабыҙ. (3 Яхъя 3, 4-те уҡығыҙ.)

2. Яхъя үҙенең өс хатын ниндәй маҡсат менән яҙған?

2 Патмос утрауындағы һөргөндән ҡайтҡас, Яхъя, күрәһең, Ефестың үҙендә йә уның тирәһендә йәшәй башлаған. Шул ваҡытта, яҡынса б. э. 98 йылында, Йәһүәнең рухы уны өс хат яҙырға рухландырған. Был хаттарҙа Яхъя тоғро мәсихселәрҙе артабан да Ғайсаға иман итергә һәм хәҡиҡәттә йөрөргә дәртләндергән.

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

Яхъя иҫән ҡалған иң һуңғы илсе булған. Ул ялған уҡытыусыларҙың йыйылыштарға бик насар йоғонто яһағаны арҡаһында борсолған (1 Яхъя 2:18, 19, 26) *. Был мөртәттәр, Алланы беләбеҙ тип әйтһәләр ҙә, ысынында Йәһүәнең әмерҙәрен үтәмәгән. Әйҙәгеҙ, Яхъяның Алла тарафынан рухландырылып биргән кәңәштәрен ҡарап сығайыҡ һәм бындай өс һорауға яуап алайыҡ: хәҡиҡәттә йөрөү үҙ эсенә нимәне ала? Ниндәй ауырлыҡтар беҙгә хәҡиҡәттә йөрөргә ҡамасаулай ала? Бер-беребеҙгә хәҡиҡәттә ҡалырға ярҙам итер өсөн, нимә эшләп була?

ХӘҠИҠӘТТӘ ЙӨРӨҮ ҮҘ ЭСЕНӘ НИМӘНЕ АЛА?

4. 1 Яхъя 2:3—6 һәм 2 Яхъя 4, 6-нан күренеүенсә, хәҡиҡәттә йөрөү үҙ эсенә нимәне ала?

4 Хәҡиҡәттә йөрөр өсөн, беҙгә Алла Һүҙендә яҙылған хәҡиҡәтте белергә кәрәк. Бынан тыш, беҙгә Йәһүәнең әмерҙәрен үтәп йәшәү мөһим. (1 Яхъя 2:3—6; 2 Яхъя 4, 6-ны уҡығыҙ.) Ғайса был өлкәлә камил үрнәк ҡалдырған. Шуға күрә Йәһүәгә тыңлаусан булырға теләһәк, беҙгә Ғайсаның эҙенән мөмкин тиклем теүәлерәк барырға кәрәк (Яхъя 8:29; 1 Пет. 2:21).

5. Беҙ нимәгә инанған булырға тейеш?

5 Хәҡиҡәттә артабан да йөрөр өсөн, беҙгә Йәһүәнең хәҡиҡәт Аллаһы икәненә һәм уның Изге Яҙма аша әйткәндәре хаҡ икәненә инанған булырға кәрәк. Шулай уҡ Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих икәненә инанған булыу мөһим. Бөгөн күптәр Ғайсаны Алла Батшалығының майланған батшаһы тип һанамай. Илсе Яхъя, «күп ялғансылар» булыр һәм улар Йәһүә менән Ғайса тураһындағы хәҡиҡәтте яҡларға әҙер булмағандарҙы алдар, тип киҫәткән (2 Яхъя 7—11). Яхъя былай тигән: «Кем ялғансы? Ул — Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе» (1 Яхъя 2:22). Алданмаҫ өсөн берҙән-бер ысул — Алла Һүҙен ентекләп өйрәнеү. Был беҙгә Йәһүәне һәм Ғайсаны яҡшы белергә ярҙам итер (Яхъя 17:3). Һәм шул саҡта беҙ хәҡиҡәттә булыуыбыҙға инанырбыҙ.

ХӘҠИҠӘТТӘ ЙӨРӨРГӘ НИМӘ ҠАМАСАУЛАЙ АЛА?

6. Йәш мәсихселәр ниндәй ауырлыҡ менән осраша?

6 Бөтә мәсихселәр ҙә, был донъяла киң таралған ҡараштарға алданмаҫ өсөн, һаҡ булырға тейеш (1 Яхъя 2:26). Был тоҙаҡтан айырыуса йәш мәсихселәргә һаҡланыу мөһим. Франциянан 25 йәшлек Алекса * исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мәктәптә уҡығанда, беҙҙе эволюция теорияһына һәм донъя фәлсәфәһенә өйрәттеләр. Ҡайһы саҡта улар ышаныслы булып күренә ине, һөҙөмтәлә йөрәгемдә шиктәр тыуа башланы. Ләкин мин, уҡытыусыларҙы ғына тыңлау һәм Йәһүәгә үҙен яҡларға мөмкинлек бирмәү дөрөҫ түгел, тип уйланым». Алекса «Тормош нисек яралған? Эволюция һөҙөмтәһендәме, йә уны Алла барлыҡҡа килтергәнме?» тигән китапты * иғтибарлы итеп уҡып сыҡҡан. Бер нисә аҙна эсендә уның шиктәре таралған. Ул былай ти: «Мин хәҡиҡәт Изге Яҙмала икәненә инандым һәм ундағы нормалар буйынса йәшәү бәхет һәм йән тыныслығы килтергәнен аңланым».

7. Беҙгә нимәнән һаҡланырға кәрәк һәм ни өсөн?

7 Бөтә мәсихселәргә — йәштәргә лә, ололарға ла — ике төрлө тормош алып барыуҙан һаҡланыу мөһим. Яхъя үҙенең хатында Алланың нормаларын боҙоу һәм шул уҡ ваҡытта хәҡиҡәттә йөрөү мөмкин түгел икәнен күрһәткән (1 Яхъя 1:6). Йәһүәне шатландырырға теләһәк, уның һәр эшебеҙҙе күреп торғанын иҫтә тоторға кәрәк. Башҡалар нимә эшләгәнебеҙҙе күрмәһә лә, Йәһүәнән бер гонаһты ла йәшереп булмай (Евр. 4:13).

8. Беҙ нимәне кире ҡағырға тейеш?

8 Был донъя гонаһҡа ҡарата ҡарашыбыҙға тәьҫир итергә тейеш түгел. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Әгәр: „Гонаһыбыҙ юҡ“, — тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ» (1 Яхъя 1:8). Яхъя көндәрендә мөртәттәр, белә тороп гонаһ ҡылған кеше Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә була ала, тип раҫлаған. Бөгөн беҙ шундай уҡ ҡарашта торған кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Күптәр, Аллаға ышанабыҙ тип әйтһә лә, Йәһүәнең гонаһҡа ҡарата ҡарашы менән риза түгел, бигерәк тә һүҙ енси әхлаҡһыҙлыҡ тураһында барғанда. Йәһүә гонаһ тип һанаған нәмәләрҙе улар шәхси теләктәр һәм үҙенсәлекле йәшәү рәүеше тип һанай.

Йәштәр, һеҙгә Йәһүәнең әхлаҡи нормалары дөрөҫ икәненә инанырға кәрәк. Шул саҡта һеҙ ҡараштарығыҙҙы яҡлай алырһығыҙ (9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеү йәштәргә ниндәй файҙа килтерә?

9 Йәш мәсихселәргә айырыуса ауыр булырға мөмкин, сөнки мәктәптә йә эштә башҡалар уларға енси мөнәсәбәттәргә үҙ ҡараштарын тағырға тырыша. Александр исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Мәктәптә ҡыҙҙар миңә ныҡышып үҙҙәре менән енси мөнәсәбәткә инергә тәҡдим итә торғайны. Улар: „Йөрөгән ҡыҙың булмағас, бәлки, һин гомосексуалистыр?“ — тип әйтә ине». Һеҙгә лә ундай һынауҙар менән осрашырға тура килһә, шуны иҫтә тотоғоҙ: Изге Яҙма буйынса эш итеү һеҙгә үҙ-үҙегеҙҙе хөрмәт итергә, физик һәм эмоциональ һаулығығыҙҙы һәм Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Һәр шундай ҡотҡоға ҡаршы торған һайын, һеҙгә дөрөҫ эш итеүе тағы ла еңелерәк булыр. Онотмағыҙ, енси мөнәсәбәттәргә боҙоҡ ҡараш Шайтандан килә. Шуға күрә, был донъяла таралған ҡараштарҙы кире ҡағып, һеҙ Иблисте еңәһегеҙ (1 Яхъя 2:14).

10. 1 Яхъя 1:9-ҙағы һүҙҙәр беҙгә нисек Йәһүәгә саф выждан менән хеҙмәт итергә ярҙам итә?

10 Ниндәй эште гонаһ тип һанарға икәнен билдәләргә Йәһүәнең генә хаҡы бар. Беҙ быны таныйбыҙ һәм гонаһ ҡылмаҫ өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Ә әгәр гонаһ ҡылһаҡ, беҙ доғала Йәһүәгә барыһын һөйләп бирәбеҙ. (1 Яхъя 1:9-ҙы уҡығыҙ.) Гонаһыбыҙ етди булһа, беҙ ярҙам һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, сөнки Йәһүә уларҙы беҙҙең хаҡта ҡайғыртыр өсөн билдәләгән (Яҡ. 5:14—16). Шулай ҙа үткәндә ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйеп хисе беҙҙе ғазапларға тейеш түгел. Ни өсөн? Сөнки ҡайғыртыусан Атабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, үҙенең Улын ҡорбан итеп биргән. Йәһүә тәүбә иткән кешене ғәфү итергә вәғәҙә итә, ә ул һүҙҙәрен елгә ташламай. Тимәк, Йәһүәгә саф выждан менән хеҙмәт итергә беҙгә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (1 Яхъя 2:1, 2, 12; 3:19, 20).

11. Иманыбыҙҙы ҡаҡшата алған ҡараштарҙан нисек һаҡланып була?

11 Беҙгә мөртәттәрҙең ҡараштарынан һаҡланырға кәрәк. Мәсихселәр йыйылышы ойошторолғандан алып, Иблис тоғро хеҙмәтселәрҙең аҡылдарында шиктәр сәсергә тырыша. Шуға күрә беҙ дөрөҫлөктө ялғандан айыра белергә тейеш *. Ҡаршы килеүселәр, Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатыр өсөн һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы кәметер өсөн, интернет һәм социаль селтәрҙәр аша ялған тарата. Шундай ялғандың артында кем торғанын онотмағыҙ һәм үҙегеҙҙе алдарға бирмәгеҙ! (1 Яхъя 4:1, 6; Асыл. 12:9).

12. Ни өсөн беҙгә Алла Һүҙендәге хәҡиҡәттәргә иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк?

12 Шайтан иманыбыҙҙы ҡаҡшатмаһын өсөн, беҙгә Ғайсаға ышанысыбыҙҙы нығытырға һәм уның Алла ихтыярында ниндәй роль үтәгәнен яҡшы аңларға кәрәк. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең, үҙ ойошмаһы менән етәкселек итер өсөн, аҡыллы хеҙмәтсене ҡулланғанына ышанырға тейеш (Матф. 24:45—47). Алла Һүҙен тәрән өйрәнеү ҙә бик мөһим. Шул саҡта иманыбыҙ тәрән тамырлы ағас һымаҡ булыр. Илсе Павел да Колосстағы йыйылышҡа шуға оҡшаш фекер яҙған. Ул былай тигән: «Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. Унда тамыр йәйеп һәм төпләнеп, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ» (Кол. 2:6, 7). Иманыбыҙҙы нығытһаҡ, Шайтан да, уның кешеләре лә беҙҙе хәҡиҡәттә йөрөүҙән туҡтата алмаясаҡ (2 Яхъя 8, 9).

13. Беҙ нимәгә ғәжәпләнергә тейеш түгел һәм ни өсөн?

13 Был донъя беҙҙе күрә алмай, һәм беҙ быға ғәжәпләнергә тейеш түгел (1 Яхъя 3:13). Илсе Яхъя «бөтөн донъяның... Иблис хакимлығы аҫтында» булғаны хаҡында әйткән (1 Яхъя 5:19). Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, Шайтандың ярһыуы көсәйә генә бара (Асыл. 12:12). Ул, беҙҙә гонаһлы теләктәр уятырға тырышып йә мөртәттәр аша алдыҡ таратып, аҫтыртын ғына һөжүм итә. Әммә шулай уҡ ул, Йәһүәнең хеҙмәтселәрен ҡаты эҙәрләп, асыҡтан-асыҡ та һөжүм итә. Шайтандың вәғәз эшебеҙҙе туҡтатыр өсөн һәм иманыбыҙҙы ҡаҡшатыр өсөн бик әҙ ваҡыты ҡалған, һәм ул быны яҡшы белә. Шуға күрә ҡайһы бер илдәрҙә эшмәкәрлегебеҙҙең тыйылыуы йә сикләнеүе ғәжәп түгел. Хатта шул илдәрҙә лә ҡәрҙәштәребеҙ сыҙамлыҡ менән Йәһүәгә хеҙмәт итә. Эйе, Шайтан нисек кенә тырышмаһын, беҙ еңеүсе була алабыҙ!

БЕР-БЕРЕГЕҘГӘ ХӘҠИҠӘТТӘ ҠАЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

14. Беҙ нисек ҡәрҙәштәргә хәҡиҡәттә ҡалырға ярҙам итә алабыҙ?

14 Ҡәрҙәштәргә хәҡиҡәттә ҡалырға ярҙам итер өсөн, уларҙың хәленә инә белергә кәрәк (1 Яхъя 3:10, 11, 16—18). Беҙ бер-беребеҙгә яҡшы шарттарҙа ғына түгел, ә шулай уҡ ауыр ваҡыттарҙа ла яратыу сағылдырырға тейеш. Мәҫәлән, йыйылышығыҙҙа берәйһе яҡынын юғалтһа, һеҙ уны йыуата алаһығыҙмы йә уға берәй ярҙам күрһәтә алаһығыҙмы? Йәки ҡәрҙәштәрҙең тәбиғәт афәтенән зыян күргәне тураһында ишетһәгеҙ, уларҙың йорттарын һәм Батшалыҡ залдарын ремонтлауҙа ярҙам итә алаһығыҙмы? Ундай саҡтарҙа беҙ яратыуыбыҙҙы һәм кеше хәленә инә белеүебеҙҙе һүҙҙәр менән генә түгел, ә, иң мөһиме, эштәр менән дә күрһәтәбеҙ.

15. 1 Яхъя 4:7, 8 буйынса, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

15 Бер-беребеҙгә яратыу сағылдырып, беҙ күктәге Атабыҙҙан өлгө алабыҙ. (1 Яхъя 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Ә яратыу сағылдырыр өсөн, беҙгә бер-беребеҙҙе ғәфү итергә кәрәк. Әйтәйек, берәйһе беҙҙе рәнйетте, ә шунан ғәфү үтенде, ти. Яратыу күрһәтергә теләһәк, беҙгә уны кисерергә һәм уның хатаһын оноторға кәрәк (Кол. 3:13). Альдо исемле ағай-ҡәрҙәш тап шундай хәлгә эләккән. Ул бер ағай-ҡәрҙәште бик хөрмәт иткән, һәм тап шул ҡәрҙәш уның милләте тураһында рәнйеткес һүҙҙәр әйткән. Альдо былай ти: «Мин Йәһүәнән был ҡәрҙәш тураһында насар уйламаҫҡа ярҙам итеүен һорап ҡат-ҡат доға ҡылдым». Әммә Альдо бының менән генә сикләнмәгән, ул шул ҡәрҙәште хеҙмәткә саҡырған. Хеҙмәттә Альдо теге ҡәрҙәшкә үҙ хистәрен һөйләп биргән. Альдо былай тип иҫенә төшөрә: «Минең ниндәй әрнеү кисергәнемде аңлағас, ағай-ҡәрҙәш ғәфү үтенде. Уның тауышында эскерһеҙ үкенеү һиҙелә ине. Беҙ дуҫтар булып ҡалдыҡ һәм тиҫкәре хистәр таралды».

16, 17. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

16 Илсе Яхъя ҡәрҙәштәрен бик яратҡан һәм уларҙың көслө иманлы булыуын теләгән. Уның яратыуы уларға яҙған өс хатында сағылған. Илсе Яхъя һымаҡ ҡайғыртыусан хеҙмәтселәрҙең Мәсих менән бергә идара итәсәген белеү бик шатландыра! (1 Яхъя 2:27).

17 Әйҙәгеҙ, Яхъя биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ. Артабан да хәҡиҡәттә йөрөгөҙ һәм тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә Йәһүәгә тыңлаусан булығыҙ. Алла Һүҙен өйрәнегеҙ һәм унда яҙылғандарға ышанығыҙ. Ғайса Мәсихкә иманығыҙҙы нығытығыҙ. Донъя фәлсәфәһен һәм мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен кире ҡағығыҙ. Ике төрлө тормош алып барыуҙан һәм гонаһ ҡылыуҙан һаҡланығыҙ. Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәгеҙ. Имандаштарҙы ғәфү итегеҙ һәм мохтаж булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итегеҙ, был уларға эмоциональ һәм рухи көс өҫтәр. Шул саҡта, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ артабан да хәҡиҡәттә йөрөй алырбыҙ.

49-СЫ ЙЫР Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек

^ 5 абз. Беҙ йәшәгән донъя ялғандың атаһы Шайтан хакимлығы аҫтында ята. Шуға күрә беҙгә хәҡиҡәттә йөрөүе еңел түгел. Беренсе быуаттың аҙағында йәшәгән мәсихселәр шундай уҡ ауырлыҡ менән осрашҡан. Уларға ярҙам итер өсөн, Йәһүә илсе Яхъяны өс хат яҙырға рухландырған. Был хаттар беҙгә лә күп файҙа килтерә ала. Улар беҙгә хәҡиҡәттә йөрөргә ҡамасаулаған ауырлыҡтарҙы билдәләргә һәм шул ауырлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам итә.

^ 3 абз. « Ни өсөн Яхъя өс хатын яҙған?» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 6 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 6 абз. Был китапты урыҫ телендә уҡып була.

^ 11 абз. 2018 йылдың август айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы» журналында «Факттарҙы белергә тырышаһығыҙмы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: мәктәптә йәш апай-ҡәрҙәш йыш ҡына гомосексуализмды ғәҙәти хәл итеп күрһәткән плакаттар күрә (күп илдәрҙә йәйғор төҫтәре гомосексуализмдың символы тип һанала). Һуңыраҡ ул, Йәһүәнең нормалары дөрөҫ икәненә инаныр өсөн, шәхси өйрәнеү үткәрә. Был уға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә.