Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Нимә эшләргә тейеш булдым, шуны эшләнем

Нимә эшләргә тейеш булдым, шуны эшләнем

ДОНАЛЬД РИДЛИ утыҙ йылдан ашыу Йәһүә шаһиттарын судтарҙа яҡлаған. Ул пациенттарҙың ҡан ҡатыш дарыуҙарҙан баш тартырға хоҡуғын урынлаштырыуҙа ҙур роль уйнаған. Уның ҡатнашыуы ярҙамында ойошмабыҙ АҠШ-тың Юғары судтарында бер нисә еңеү яулаған. Дон (шулай тип уға дуҫтары өндәшкән) тырыш, баҫалҡы һәм фиҙаҡәр кеше булған.

2019 йылда Дон ҡәрҙәштә һирәк осраған һәм дауалап булмай торған ауырыу тапҡандар. Ауырыуы тиҙ көсәйгәнгә күрә, ул 2019 йылдың 16 авгусында вафат булған. Бына уның биографияһы.

Мин 1954 йылда Сент-Пол ҡалаһында (Миннесота штаты, АҠШ) католиктар ғаиләһендә биш баланың икенсеһе булып тыуғанмын. Ата-әсәйем бай ҙа, ярлы ла булманы. Мин католик башланғыс мәктәпкә йөрөй инем һәм руханиға хеҙмәт ваҡытында ярҙам итә инем. Әммә мин Изге Яҙманы бөтөнләй белмәнем тиерлек. Бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергәненә ышанһам да, сиркәүгә ышанысым тамам бөттө.

ХӘҠИҠӘТ МЕНӘН ТАНЫШАМ

Уильям Митчелл исемендәге юридик колледжының беренсе курсында уҡығанда, миңә Йәһүә шаһиттары килде. Мин кер йыуа инем, һәм улар башҡа ваҡытта килергә тәҡдим итте. Уларҙың килеүенә мин бындай ике һорау әҙерләнем: «Ни өсөн был донъяла насар кешеләр уңышҡа ирешә?» һәм «Бәхетле булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?». Улар миңә «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт» тигән китапты һәм асыҡ йәшел төҫтәге Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһе»н бирҙе. Мин Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым, һәм был өйрәнеү күҙемде асты. Алла Батшалығының тиҙҙән кешелек проблемаларын хәл итәсәген белеү мине таң ҡалдырҙы. Сөнки мин кешеләрҙең идара итеүе уңышһыҙ булғанын һәм ғазаптар, ғәҙелһеҙлек, бәлә-ҡазалар ғына килтергәнен күрә инем.

1982 йылдың башында мин ғүмеремде Йәһүәгә бағышланым һәм һуңыраҡ шул уҡ йылда «Батшалыҡ хәҡиҡәте» тигән конгреста һыуға сумдырылдым. Был конгресс Сент-Пол ҡалаһында муниципаль үҙәктә үткәрелде. Ә киләһе аҙнала мин был үҙәктә суд эштәрен башҡарыу буйынса имтихан тапшырҙым. Һәм октябрҙең башында, имтиханды уңышлы биреп, адвокат булып эшләй аласағым тураһында белдем.

Ул конгреста мин Бруклин Вефилендә хеҙмәт иткән Майк Ричардсон менән таныштым. Ул миңә баш идарабыҙҙа юридик бүлек барлыҡҡа килгәне тураһында әйтте. Мин хәбәш кешеһенең Ғәмәлдәр 8:36-ла яҙылған һүҙҙәрен иҫемә төшөрҙөм һәм үҙ-үҙемә бындай һорау бирҙем: «Юридик бүлектә эшләргә миңә нимә ҡамасаулай?» Шулай итеп мин Вефиль хеҙмәтенә ғариза тултырҙым.

Ата-әсәйем минең Йәһүә шаһиты булып киткәнемә әллә ни шат булманы. Атайым минән, Вефилдәге эшең юрист булараҡ карьера яһарға ҡамасауламаҫмы, тип һораны. Мин ирекле хеҙмәтсе булып эшләйәсәгемде һәм айына 75 доллар аласағымды аңлаттым. Ул ваҡытта вефилселәргә шул хәтлем хаҡ түләнә ине.

1984 йылда эш биреүсемдең алдында бурыстарымды үтәгәс, мин Бруклиндағы Вефилдә (Нью-Йорк) хеҙмәт итә башланым. Мине юридик бүлеккә билдәләнеләр. Адвокат булараҡ тәжрибә туплағанға, мин Вефилдәге эшкә әҙер инем.

СТЭНЛИ ТЕАТРЫН ЯҢЫРТЫУ

Стэнли театры һатып алынған ваҡытта

1983 йылдың ноябрендә ойошмабыҙ Джерси-Сити ҡалаһындағы (Нью-Джерси штаты) Стэнли театрын һатып алды. Ҡәрҙәштәр электр һәм һыу үткәргес линияларын яңыртыуға рөхсәт алыр өсөн заявка бирҙе. Улар, урындағы чиновниктар менән осрашып, театрҙы Йәһүә шаһиттарының конгрестарын үткәрер өсөн ҡулланырға теләгәндәре хаҡында әйтте. Һәм был проблема тыуҙырҙы. Ҡалалағы территорияларҙы ҡулланыу закондары буйынса, ғибәҙәт йорттары тик кеше йәшәгән урындарҙа ғына булырға тейеш. Ә Стэнли театры ҡала үҙәгендә эш кварталында урынлашҡан ине, шуға күрә чиновниктар рөхсәт бирмәне. Ҡәрҙәштәр ҡабат заявка бирҙе, әммә уны ла ҡабул итмәнеләр.

Вефиль хеҙмәтемдең беренсе аҙнаһында уҡ ойошмабыҙ, чиновниктарҙың ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерер өсөн, Федераль судҡа иск ебәрҙе. Быға тиклем ике йыл Сент-Пол ҡалаһындағы Федераль судта эшләгәнгә күрә, минең был өлкәлә тәжрибәм бар ине. Адвокаттарыбыҙҙың береһе бындай дәлил килтерҙе: элек Стэнли театры төрлөсә ҡулланылған — унда кинолар күрһәтелгән, рок-концерттар үткәрелгән. Улай булғас, ни өсөн был театрҙа дини осрашыуҙар үткәрергә ярамай? Был эште ҡарап сыҡҡас, Федераль суд Джерси-Сити администрацияһы беҙҙең дин тотоу иркебеҙҙе сикләй тигән ҡарарға килде. Суд уларҙан беҙгә рөхсәт бирергә талап итте. Ул ваҡытта мин шуны асыҡ күрҙем: Йәһүә, Батшалыҡ эшен алға ебәрер өсөн, үҙ ойошмаһына юридик еңеүҙәр яуларға ярҙам итә. Мин был эшкә үҙ өлөшөмдө индереүемә бик шат булдым.

Ҡәрҙәштәр бинаны ремонтларға тотондо. Бер йыл да үтмәне, 1985 йылдың 8 сентябрендә Джерси-Ситиҙың Конгресс залында Гилеад мәктәбенең 79-сы сығарылышы үткәрелде. Башҡа юристар менән бергә Батшалыҡ эштәренә булышлыҡ итеү минең өсөн ҙур хөрмәт ине. Вефилгә тиклем булған юридик уңыштарым миңә шундай ҡәнәғәтлек килтермәй ине. Йәһүәнең минең өсөн тағы ниндәй йөкләмәләр әҙерләгәнен хатта белмәй ҙә инем.

ПАЦИЕНТТАРҘЫҢ ҠАН ҠУЛЛАНМАЙЫНСА ДАУАЛАНЫУ ХОҠУҒЫН ЯҠЛАЙБЫҘ

1980-се йылдарҙа күп кенә табиптар һәм дауаханалар балиғ Йәһүә шаһиттарының ҡан ҡулланмайынса дауаланыу хоҡуғын кире ҡаҡҡандар. Ауырлы апай-ҡәрҙәштәргә тағы ла ҡыйыныраҡ булған, сөнки судьялар йыш ҡына уларҙың ҡан ебәреүҙән баш тартырға хоҡуғы юҡ тип һанаған. Судьялар былай фекер йөрөткән: әсәй кешегә ҡан ебәрмәһәң, уның сабыйы әсәһеҙ ҡалырға мөмкин.

1988 йылдың 29 декабрендә Дени́з Николо исемле апай-ҡәрҙәштең бала тапҡандан һуң көслө ҡан китеүе асылған. Уның гемоглобины литрға 50 грамдан әҙерәккә төшкәс, табип уның ҡан ебәреүгә ризалашыуын теләгән. Ҡәрҙәшебеҙ ҡан ебәреүҙән баш тартҡан. Киләһе иртә дауахана ҡан ебәреүгә рөхсәт алыр өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән, сөнки табиптар апай-ҡәрҙәште ҡан ебәрмәйенсә дауалау мөмкин түгел тип уйлаған. Эште судта ҡарамайынса, хатта Николо апай-ҡәрҙәшкә һәм уның иренә хәбәр итмәйенсә, судья дауаханаға шундай рөхсәт биргән.

30 декабрҙә йома көнө иренең һәм башҡа туғандарының ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, Николо апай-ҡәрҙәшкә ҡан ебәргәндәр. Һуңыраҡ шул уҡ көндө апай-ҡәрҙәшебеҙҙең ҡайһы бер туғандарын һәм бер нисә өлкәнде ҡулға алғандар: улар, имеш, ҡан ебәрергә ҡамасаулар өсөн, табиптарҙы апай-ҡәрҙәштең карауатына яҡын килтермәгәндәр. 31 декабрҙә шәмбе көнө иртән был хаҡта Нью-Йорктың һәм Лонг-Айлендтың киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителгән.

Филип Брамли менән

Дүшәмбе иртән мин судтың рәйесе Милтон Моллен менән осраштым. Мин уға бөтә факттарҙы һөйләп бирҙем һәм ҡан ебәреүгә рөхсәт биргән судьяның эште судта ҡарамайынса эш иткәненә иғтибар иттем. Моллен судья, был эште һәм уға ҡағылышлы закондарҙы тикшерер өсөн, мине үҙенә һуңғараҡ килергә саҡырҙы. Кисен мин уға күҙәтеүсем Филип Брамли менән барҙым. Судья шулай уҡ дауахана юрисын да саҡырған ине. Осрашыу бик ҡыҙыу үтте. Бер саҡ Брамли ҡәрҙәш блокнотҡа «тынысыраҡ бул» тип яҙҙы ла миңә күрһәтте. Хәҙер мин был кәңәштең бик урынлы булғанын аңлайым, сөнки ул ваҡытта дауахана юрисы менән ярһып бәхәсләшә башлаған инем.

Һулдан уңға: Ричард Моук, Грегори Олдз, Пол Полидоро, Филип Брамли, мин һәм Марио Морено. АҠШ-тың Юғары судында «Күҙәтеү манараһы Страттон ҡасабаһына ҡаршы» тигән эш ҡаралғанда (2003 йыл 8 ғинуар һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналын (урыҫ) ҡарағыҙ.)

Яҡынса бер сәғәттән һуң Моллен судья беҙгә, иртәгә иртәнсәк эшегеҙ беренсе булып ҡараласаҡ, тине. Беҙ киткән саҡта, ул: «Эйе, иртәгә дауахана юрисына тир түгергә тура киләсәк», — тип әйтте. Был һүҙҙәр юрисҡа дауахананың хаҡлығын иҫбатлауы бик ауыр буласағын аңлата ине. Шулай итеп Йәһүә мине еңеү бирәсәгенә ышандырҙы. Йәһүәнең үҙ ихтыярын үтәр өсөн беҙҙе ҡулланғанын күреү иҫ киткес ине.

Беҙ төнгә тиклем судҡа аргументтар әҙерләнек. Суд бинаһы Бруклиндағы Вефилдән алыҫ булмағанға, бөтә юридик бүлегебеҙ тиерлек унда бара алды. Судьяларҙың дүртеһе, дәлилдәребеҙҙе тыңлағандан һуң, ҡан ебәреү тураһындағы ҡарарҙың дөрөҫ булмағанын таныны. Суд Николо апай-ҡәрҙәштең файҙаһына ҡарар сығарҙы, шулай уҡ пациенттың эшен судта ҡарамайынса ҡан ебәрергә рөхсәт алыу йә быны пациентҡа хәбәр итмәйенсә эшләү уның конституцион хоҡуҡтарын боҙа икәнен таныны.

Оҙаҡламай Нью-Йорк штатының Юғары суды Николо апай-ҡәрҙәшебеҙҙең ҡан ҡулланмайынса дауаланыуға хоҡуғын иҫбатланы. Был эш ҡан ебәреүгә бәйле булған һәм төрлө штаттарҙың Юғары судтарында ҡаралған дүрт суд эшенең береһе ине. (« Штаттарҙың Юғары судтарында яулаған еңеүҙәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Мин шулай уҡ Вефилдең башҡа адвокаттарына опекунлыҡ, айырылышыу, ер һәм күсемһеҙ милек менән бәйле суд эштәрендә ярҙам иттем.

НИКАХ ҺӘМ ҒАИЛӘ ТОРМОШОМ

Ҡатыным Дениз менән

Бер көндө мин айырылышҡан һәм өс баланы тәрбиәләгән Дениз исемле апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Бер үҙе ғаиләһен тәьмин итеүенә ҡарамаҫтан, ул пионер булып хеҙмәт итә ине. Тормошонда күп ауырлыҡтар кисерһә лә, ул Йәһүәгә хеҙмәт итергә ашҡынып тора ине, һәм был мине яулап алды. 1992 йылда Нью-Йоркта үткән «Яҡтылыҡ кешеләре» тип исемләнгән өлкә конгреста мин Денизға осраша башларға тәҡдим иттем. Бер йылдан һуң беҙ өйләнештек, әммә мин Вефилдә хеҙмәт итеүемде дауам иттем. Йәһүә миңә рухи ҡарашлы һәм шат күңелле ҡатын бүләк итте. Дениз ғүмер буйы миңә яҡшылыҡ ҡыла (Ғиб. һүҙ. 31:12).

Беҙ өйләнешкәндә, балаларға 11, 13 һәм 16 йәш ине. Мин улар өсөн яҡшы атай булырға теләнем, шуға күрә беҙҙең әҙәбиәттә үгәй ата-әсәләр өсөн сығарылған мәғлүмәтте уҡырға һәм ҡулланырға тырыштым. Тәүҙә балалар менән арабыҙҙа ауырлыҡтар булһа ла, ваҡыт уҙыу менән улар мине ышаныслы дуҫ һәм ҡайғыртыусан атай итеп ҡабул итте. Уларҙың дуҫтары өсөн ишектәребеҙ һәр ваҡыт асыҡ ине, шуға күрә йортобоҙ гөжләп торҙо.

2013 йылда беҙ Дениз менән, оло йәштәге ата-әсәләребеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Висконсин штатына күсендек. Ғәжәп, әммә минең Вефилдәге хеҙмәтем туҡталманы. Мин ваҡытлы ирекле хеҙмәтсе булараҡ ойошмабыҙға юридик ярҙам күрһәтә башланым.

ТОРМОШТАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР

2018 йылдың сентябрендә шуға иғтибар иттем: мин йыш ҡына һөйләшер алдынан йүткерә инем. Мин табипҡа барҙым, әммә ул бер нәмә лә тапманы. Һуңыраҡ икенсе табип миңә невропатологка барырға кәңәш итте. 2019 йылдың ғинуарында невропатолог миңә тиҙ көсәйә барған паралич (прогрессирующий надъядерный паралич) тигән диагноз ҡуйҙы. Был һирәк осрай торған ауырыу.

Өс көн үткәс, конькиҙа шыуған саҡта мин, йығылып, уң ҡулымды һындырҙым. Конькиҙа ғүмер буйы шыуҙым, һәм минең менән ундай хәл бер ҡасан да булманы. Шунда тәнем мине тыңламай башлағанын аңланым. Ауырыуым улай тиҙ көсәйер тип уйламаған инем: көндән-көн һөйләшергә, хәрәкәт итергә һәм йоторға ауырыраҡ була барҙы.

Юридик белемдәремде ҡулланып, Батшалыҡ эшен алға ебәрер өсөн өлөш индергәнемә мин шундай шат! Мин шулай уҡ профессиональ журналдар өсөн мәҡәләләр яҙҙым һәм төрлө илдәрҙә үткән медик-юридик семинарҙарҙа Йәһүә шаһиттарының ҡан ҡулланмайынса дауаланыу хоҡуғын яҡлап сығыштар яһаным. Шулай ҙа, Лука 17:10-да яҙылған һүҙҙәрҙе ҡабатлап, үҙем хаҡында былай тип әйтә алам: «Мин бары тик хеҙмәтсе генә, нимә эшләргә тейеш булһам, шуны эшләнем».