Ғайса Мәсих ысынлап та минең өсөн үлгәнме?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА «беҙҙең кеүек үк» кешеләрҙең хистәре тасуирлана (Яҡ. 5:17). Мәҫәлән, беҙ илсе Павелдың Римдарға 7:21—24-тә яҙылған бындай һүҙҙәре менән еңел генә ризалашырбыҙ: «Мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. [...] Бәхетһеҙ кешемен мин!» Уның эскерһеҙ һүҙҙәре беҙҙе етешһеҙлектәребеҙ менән көрәшеүҙә нығыта ала.
Павел башҡа хистәр ҙә белдергән. Галаттарға 2:20-лә ул тулы ышаныс менән былай тигән: «[Ғайса Мәсих] мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән». Ә һеҙ шундай уҡ хистәр кисерәһегеҙме? Бәлки, ҡайһы саҡта юҡтыр ҙа.
Үткәндә ҡылған гонаһтарыбыҙ арҡаһында үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тойһаҡ, беҙгә, бәлки, Йәһүәнең яратыуына һәм кисереүенә, бигерәк тә йолом ҡорбанының шәхсән беҙҙең өсөн түләнгәненә ышаныуы ауырҙыр. Әммә Ғайса беҙҙең йолом ҡорбанын үҙебеҙгә бирелгән бүләк итеп ҡабул итеүебеҙҙе теләй. Ни өсөн быға һис тә шикләнмәҫкә була? Беҙгә уның ҡорбанына тап шулай ҡарарға нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, был ике һорауға яуап табайыҡ.
ҒАЙСА ҮҘЕНЕҢ ҠОРБАНЫНА НИСЕК ҠАРАЙ?
Эйе, Ғайса ысынлап та йолом ҡорбанының шәхсән беҙҙең өсөн түләнгәненә ышаныуыбыҙҙы теләй. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Лука 23:39—43-тә тасуирланған осраҡты күҙ алдына килтерәйек. Ғайса йәнәшәһендә бер ир бағанаға ҡаҙаҡланған килеш тора. Был ир енәйәттәр ҡылғанын таный. Күрәһең, уның енәйәте бик етди булған, юғиһә уны шундай кәмһетеүле язаға тарттырмаҫтар ине. Ул бик ҡайғыра һәм Ғайсаға: «Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал», — тип ялбара.
Ғайса нимә тип яуаплай? Күҙ алдына килтерегеҙ: был ирҙең күҙенә ҡарар өсөн, Ғайса, көслө ауыртыу тойоп, уның яғына башын бора. Үлем алды ғазабы кисерһә лә, ул йылы итеп йылмая ла был иргә: «Хаҡ һүҙ әйтәм: һин... Минең менән бергә ожмахта булырһың», — ти. Ғайса уға, «Әҙәм Улы... күптәрҙе йолоп алыр өсөн» килгән, тип кенә лә әйтә алыр ине (Матф. 20:28). Ләкин Ғайса йолом ҡорбанының шәхсән был ир өсөн дә бирелгәнен күрһәтә. Уның «һин» һәм «минең менән» тигән һүҙҙәрендә айырыуса йылылыҡ тойола. Һәм «ожмахта булырһың» тиеп, Ғайса был ирҙең ерҙәге ожмахта йәшәйәсәге хаҡында әйтә.
Шик тә юҡ, Ғайса был ирҙең йолом ҡорбанын үҙенә бирелгән бүләк итеп ҡабул итеүен теләгән. Әгәр Ғайса енәйәтсенең быны аңлауын теләгән икән, бигерәк тә Аллаға хеҙмәт иткән һәм һыуға сумдырылған мәсихсенең быға инаныуын теләй. Элек ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарамаҫтан, шундай инаныс үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер?
ИЛСЕ ПАВЕЛҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТКӘН?
Ғайса тапшырған хеҙмәт Павелға йолом ҡорбанын үҙенә бирелгән бүләк итеп ҡабул итергә 1 Тим. 1:12—14). Павел шуны аңлаған: Ғайса уға йөкләмә биргән икән, тимәк, ул уны кисерә, ярата һәм уға ышана. Ғайса беҙгә лә вәғәз эшендә ҡатнашырға ҡуша (Матф. 28:19, 20). Был йөкләмә беҙгә йолом ҡорбанына Павел кеүек ҡарарға ярҙам итәме?
ярҙам иткән. Нисек итеп? Ул былай тип яҙған: «Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне» (34 йыл тиерлек йыйылыштан сығарылған булған Альберт былай ти: «Гонаһтарым һәр саҡ алдымда. Әммә вәғәзләгән саҡта мин, илсе Павел кеүек, был йөкләмәне Ғайсанан алғанымды тоям. Был миңә көс өҫтәй һәм үҙ-үҙемә, тормошома, киләсәгемә ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә» (Зәб. 51:3).
Ә Алан, хәҡиҡәтте белмәҫ борон, енәйәтсе булған һәм башҡаларҙы йәберләгән. Ул былай тип таный: «Кешеләргә күпме ҡайғы килтергәнемде һаман онота алмайым. Шул арҡала мин ҡай саҡ төшөнкөлөккә биреләм. Әммә мин Йәһүәгә үҙем кеүек гонаһ ҡылыусыларға һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә рөхсәт иткәне өсөн бик рәхмәтлемен! Кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе нисек ҡабул итеүен күргәндә, был миңә Йәһүәнең ни тиклем игелекле һәм ҡайғыртыусан икәнен иҫемә төшөрә. Минең аша Алла үҙем кеүек насар тормош алып барған кешеләргә ярҙам итә».
Хеҙмәт беҙгә көсөбөҙҙө яҡшы эштәргә һәм дөрөҫ уйҙарға йүнәлтергә ярҙам итә. Ғайса беҙгә был йөкләмәне биргән икән, тимәк, ул беҙҙе ярата, беҙгә ышана һәм шәфҡәт күрһәтә.
ЙӘҺҮӘ ЙӨРӘГЕБЕҘҘӘН ҘУРЫРАҠ
Шайтан донъяһының ахыры килеп еткәнгә тиклем йөрәгебеҙ беҙҙе элек ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн тәнҡитләп торорға мөмкин. Шундай хистәр менән нисек көрәшергә?
Йәш сағында ике төрлө тормош алып барған һәм шул арҡала ғәйеп тойғоһо кисергән Джин исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүәнең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ булыуы мине бик йыуата» (1 Яхъя 3:19, 20). Йәһүә менән Ғайсаның гонаһлы икәнебеҙҙе яҡшы аңлауы беҙҙе лә йыуата ала. Шуны онотмағыҙ: йолом камил кешеләр өсөн түгел, ә тәүбә иткән гонаһлы кешеләр өсөн бирелгән (1 Тим. 1:15).
Йөрәгебеҙҙе быға инандырыр өсөн, доға ҡылып Ғайсаның гонаһлы кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында уйланырға һәм үҙебеҙгә тапшырылған хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашырға кәрәк. Шулай эшләһәк, беҙ, Павел кеүек, Ғайса тураһында: «[Ул] мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән», — тип әйтә алырбыҙ.