Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Матди байлыҡҡа ынтылып түгел, ә Батшалыҡты эҙләп йәшәгеҙ

Матди байлыҡҡа ынтылып түгел, ә Батшалыҡты эҙләп йәшәгеҙ

«Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер» (ЛУКА 12:31).

ЙЫРҘАР: 40, 44

1. Ихтыяждар менән теләктәр араһында ниндәй айырма бар?

КЕШЕНЕҢ ихтыяждары күп түгел, ә бына теләктәренең сиге юҡ, тиҙәр. Күрәһең, күптәр ихтыяждар менән теләктәр араһындағы айырманы күрмәй. Улар араһында ниндәй айырма бар һуң? Ихтыяж — беҙгә бик кәрәк нәмәләр, сөнки тормошобоҙ шуларға бәйле. Мәҫәлән, кеше ризыҡһыҙ, кейемһеҙ һәм өйһөҙ һис тә йәшәй алмай. Ә теләк — беҙ эйә булырға теләгән нәмәләр, әммә уларһыҙ ҙа йәшәп була.

2. Кешеләр бөгөн нимәләр һатып алырға теләй?

2 Кешеләрҙең теләктәре, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарап, бик ныҡ айырылып торорға мөмкин. Үҫешеүсе илдәрҙә күптәр, етерлек аҡса йыйып, кеҫә телефоны, мотоцикл йә бәләкәй генә ер бүлеме һатып алырға теләй. Үҫешкән илдәрҙә иһә кешеләр иң модалы кейем, ҙурыраҡ йорт йәки ҡыйбатыраҡ автомобиль һатып алырға ынтыла. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең мал-мөлкәт артынан ҡыуыу тоҙағына эләгеүебеҙ ихтимал. Ул саҡта беҙ, әйберҙең кәрәк-кәрәкмәүенә йә аҡсабыҙ етеү-етмәүенә ҡарамаҫтан, бер туҡтауһыҙ әйбер йыйыу теләгенә бирелер инек.

МАТДИ БАЙЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫУҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ

3. Мал-мөлкәт артынан ҡыуыу нимә ул?

3 Мал-мөлкәт артынан ҡыуыу — рухи ҡиммәттәр туплау урынына баштан-аяҡ матди әйбер йыйыуға сумыу ул. Кешенең матди байлыҡҡа ынтылыуы уның нимәне мөһим тип иҫәпләүенән, теләктәренән һәм маҡсаттарынан күренә. Ошо ынтылыш кешелә тағы ла күберәк әйбергә эйә булыу теләге тыуҙыра. Был ундай кешенең мотлаҡ бай булыуын йә затлы әйберҙәр һатып алыуын аңлатмаҫҡа ла мөмкин. Хатта ярлы кешеләрҙең дә, мал-мөлкәт артынан ҡыуыу тоҙағына эләгеп, Батшалыҡты беренсе урынға ҡуймай башлауы бар (Евр. 13:5).

4. Шайтан, «күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға», шуларҙы нисек ҡуллана?

4 Шайтан, үҙ донъяһындағы коммерция системаһын ҡулланып, кешенең шатлығы йәшәү өсөн бик үк кәрәк булмаған матди әйберҙәргә бәйле, тип ышандырырға тырыша. Ул, «күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға», шуларға оҫта итеп ылыҡтыра (1 Яхъя 2:15—17; Баш. 3:6; Ғиб. һүҙ. 27:20). Был донъя төрлө-төрлө нәмәләр тәҡдим итә: уларҙың ҡайһы берҙәре — ифрат зиннәтле, ә ҡайһы-берҙәре — йыйын юҡ-бар, әммә ымһындырғыс. Һеҙҙең берәй ваҡыт, ниндәй ҙә булһа әйберҙе кәрәккәнгә түгел, ә реклама йә витринала күреп күҙегеҙ төшкәнгә һатып алып, һуңынан был әйберҙән башҡа ла йәшәй алыуығыҙҙы аңлағанығыҙ булдымы? Ундай файҙаһыҙ әйберҙәр, тормошто ҡатмарлаштырып, ауыр бер йөк булып ҡына ята. Улар Изге Яҙманы өйрәнеү, йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнеп уларға йөрөү һәм вәғәздә даими ҡатнашыу кеүек рухи эштәрҙән иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтергә мөмкин. Илсе Яхъя: «Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә», — тип киҫәткән.

5. Көстәрен башлыса әйбер йыйыуға туплаған кешеләр менән нимә була?

5 Шайтан беҙҙең Йәһүәнең ҡоло түгел, ә Байлыҡтың ҡоло булыуыбыҙҙы теләй (Матф. 6:24). Көстәрен башлыса әйбер йыйыуға туплаған кешеләр үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндереүгә генә йүнәлтелгән эстәлекһеҙ тормош алып бара. Тағы ла насарырағы шул: улар, рухи яҡтан бөтөнләй хәлһеҙләнеп, тәрән өмөтһөҙлөккә бирелә (1 Тим. 6:9, 10; Асыл. 3:17). Ғайса сәсеүсе тураһындағы ҡиссаһында тап ошо хәлде тасуирлап биргән дә. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр «сәнскәк араһына» төшкәндә, «байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй» (Марк 4:14, 18, 19).

6. Барухтың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

6 Иремия пәйғәмбәрҙең сәркәтибе Барухты иҫкә төшөрәйек. Иерусалимдың алдан әйтелгән емерелеүе яҡынлашып килгәндә, Барух үҙенә «бөйөк нәмәләр» — ҡиммәте, әһәмиәте булмаған нәмәләр эҙләй башлаған. Әммә Барухҡа Йәһүә вәғәҙә иткән бер нәмәгә генә өмөтләнергә кәрәк булған. Йәһүә уға: «Йәнеңде һаҡлап ҡотолоу бирермен», — тигән (Ирем. 45:1—5, төш.). Күрәһең, Алла емерелеүгә хөкөм ителгән ҡалала кемдең дә булһа матди байлығын һаҡлап ҡалырға йыйынмаған (Ирем. 20:5). Был донъя төҙөлөшөнөң ахыры көндән-көн яҡынлаша, шуның өсөн әле байлыҡ йыя торған ваҡыт түгел. Милкебеҙҙән берәй нәмә нисек кенә ҡиммәтле йә ҡәҙерле булмаһын, уның ҙур афәттә һаҡланып ҡалыуына өмөтләнергә кәрәкмәй (Ғиб. һүҙ. 11:4; Матф. 24:21, 22; Лука 12:15).

7. Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

7 Рухи нәмәләрҙе ситтә ҡалдырмайынса, мал-мөлкәт артынан ҡыумайынса һәм буштан-бушҡа борсолмайынса төп ихтыяждарҙы нисек ҡәнәғәтләндереп була? Ғайса Тауҙағы вәғәзендә был хаҡта иң яҡшы кәңәш биргән (Матф. 6:19—21). Әйҙәгеҙ, Матфей 6:25—34-те уҡыйыҡ һәм был өҙөк тураһында уйланайыҡ. Был беҙгә матди байлыҡҡа ынтылып түгел, ә «Алла Батшалығын эҙлә[п]» йәшәргә кәрәклегенә ышаныс өҫтәр (Лука 12:31).

ЙӘҺҮӘ ТӨП ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘҘЫ ҠАЙҒЫРТА

8, 9. а) Ни өсөн беҙ төп ихтыяждарыбыҙ хаҡында сиктән тыш борсолорға тейеш түгел? б) Ғайса кешеләр һәм уларҙың ихтыяждары тураһында нимә белгән?

8 Матфей 6:25-те уҡығыҙ. Ғайса тыңлаусыларын борсолоуҙан туҡтарға саҡырған. Күрәһең, улар борсолорға кәрәкмәгән нәмәләр хаҡында хафаланған. Ни өсөн Ғайса борсолмаҫҡа ҡушҡан? Сөнки кәрәкмәгән бошоноуҙар, хатта нигеҙле булһалар ҙа, кешенең зиһенен биләп алып, уның иғтибарын күпкә мөһимерәк булған рухи эштәрҙән ситкә йүнәлтергә мөмкин. Шәкерттәренең именлеген ҡайғыртып, Ғайса үҙенең Тауҙағы вәғәзендә уларҙы был хәүефтән тағы дүрт тапҡыр киҫәткән (Матф. 6:27, 28, 31, 34).

9 Ни өсөн Ғайса нимә ашарға, нимә эсергә һәм нимә кейергә тип борсолмаҫҡа ҡушҡан? Былар тормошта иң кәрәкле нәмәләр түгелме һуң? Һис шикһеҙ, шулай! Ризыҡ йә кейемгә аҡсабыҙ етмәһә, беҙ, әлбиттә, борсолабыҙ. Ғайса быны белгән. Кешеләрҙең көндәлек ихтыяждары уға яҡшы билдәле булған. Бынан тыш, ул быуаттар уҙғас шәкерттәренең «ахырызаман» дәүерендә — бик «ауыр ваҡыттар[ҙа]» йәшәйәсәген белгән (2 Тим. 3:1). Ул ваҡытта күптәр эшһеҙлек, инфляция, ризыҡ етмәү һәм хәйерселек менән осрашыр. Әммә Ғайса «йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк» икәнен дә аңлаған.

10. Ғайсаның өлгөлө доғаһы буйынса, беҙ тормошта нимәне иң мөһиме итеп һанарға тейеш?

10 Бығаса Тауҙағы вәғәзендә Ғайса кешеләрҙе күктәге Атанан үҙҙәренең матди ихтыяждарын ҡайғыртыуын былай тип һорарға өйрәткән: «Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир» (Матф. 6:11). Башҡа бер осраҡта ул ҡабат былай тигән: «Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир» (Лука 11:3). Ләкин был кәңәш матди ихтыяждарҙы ҡайғыртыуҙы иң төп мәсьәлә итеп һанарға кәрәк тигәнде аңлатмай. Өлгөлө доғаһында Ғайса беренсе сиратта Алла Батшалығының килеүе хаҡында доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:10; Лука 11:2). Тыңлаусыларына артыҡ борсолмаҫҡа ярҙам итер өсөн, ул Йәһүәнең Тәьмин итеүсе булараҡ башҡарған роленә иғтибар иткән.

11, 12. Йәһүәнең ҡоштар хаҡында ҡайғыртыуынан нимәгә өйрәнеп була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Матфей 6:26-ны уҡығыҙ. Беҙгә иғтибар менән ҡоштарҙы күҙәтергә кәрәк. Был бәләкәй генә йән эйәләре бик күп емеш, орлоҡ, бөжәк һәм селәүсен ашай. Әгәр ҡош кеше ҙурлығында булған булһа, ул кеше ашағандан шаҡтай күберәк ризыҡ ашар ине. Әммә улар ер эшкәртмәй һәм туйыныр өсөн йәшелсә үҫтермәй. Быларҙың барыһын уларға Йәһүә бирә (Зәб. 147:9). Әлбиттә, ул аҙыҡты уларҙың суҡыштарына һалмай, ҡоштар уны үҙҙәре эҙләп таба. Шулай ҙа уларҙа аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ.

12 Ғайса өсөн Йәһүәнең, ҡоштарға аҙыҡ биреп тә, кешеләрҙең төп ихтыяждарын ҡайғыртмауы башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған [1] (1 Пет. 5:6, 7). Әлбиттә, Йәһүә ризыҡты беҙҙең ауыҙға һалмаясаҡ, әммә ул йәшелсә үҫтерер өсөн йә ашарлыҡ аҡса эшләр өсөн һалған тырышлығыбыҙҙы фатихалай ала. Кәрәк саҡта ул башҡаларҙы үҙендә булған нәмәләре менән бүлешергә дәртләндерә ала. Ғайса ҡоштарҙың ояларын иҫкә алмаһа ла, Йәһүә уларға үҙҙәренә оя төҙөр өсөн инстинкт, һәләт һәм кәрәкле материал биргән. Шуның шикелле, беҙгә лә Йәһүә үҙебеҙ һәм ғаиләбеҙ өсөн яраҡлы йәшәү урыны табырға ярҙам итә ала.

13. Ни өсөн кешеләрҙең ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк икәненә шикләнмәҫкә була?

13 Ҡоштар тураһында һөйләп бөткәс, Ғайса тыңлаусыларына: «Һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк», — тигән. Шик тә юҡ, был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта Ғайса үҙенең тиҙҙән кешелек хаҡына үләсәге тураһында уйлаған. (Лука 12:6, 7 менән сағыштырығыҙ.) Уның йолом ҡорбаны кешеләр өсөн генә түләнгән. Ғайса ҡоштар өсөн түгел, ә беҙҙең өсөн, беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн үлгән! (Матф. 20:28)

14. Борсолоуҙар кешегә нимә эшләргә ярҙам итә алмай?

14 Матфей 6:27-не уҡығыҙ. Ғайса, кеше борсолоп үҙ ғүмерен бер сәғәткә лә оҙонайта алмай, тигән. Ысындан да, көндәлек ихтыяждар хаҡында артыҡ хафаланыу, моғайын, ғүмерҙе ҡыҫҡартыр ғына.

15, 16. а) Йәһүәнең яландағы ләләләр хаҡында ҡайғыртыуынан нимәгә өйрәнеп була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Үҙебеҙгә ниндәй һорау бирергә кәрәк һәм ни өсөн?

15 Матфей 6:28—30-ҙы уҡығыҙ. Арабыҙҙан кемдең, айырыуса йыйылыш осрашыуҙарына һәм конгрестарға йәки вәғәзгә йөрөр өсөн, матур итеп кейенгеһе килмәһен? Шулай ҙа кейем хаҡында борсолорға кәрәкме? Ғайса иғтибарыбыҙҙы тағы Йәһүәнең ижади эштәренә йүнәлтә. «Яландағы ләләләрҙең» матурлығынан күп нәмәгә өйрәнеп була. Бәлки, Ғайса гладиолус, гиацинт, ирис һәм тюльпан кеүек ләләләргә оҡшаған сәскәләрҙе күҙ уңында тотҡандыр. Был сәскәләрҙең һәр төрө үҙенсә матур. Уларға еп иләргә лә, туҡырға ла, кейем тегергә лә кәрәкмәй. Ләкин улар шул тиклем матур, хатта ҡай саҡ уларҙан күҙ ҙә алып булмай! Ғайса: «Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән», — тигән.

16 Шунан һуң Ғайса ошондай бик мөһим фекер әйткән: «Яланда үҫеп ултырған... үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?» Әлбиттә, кейендерәсәк! Әммә Ғайсаның шәкерттәренә, күрәһең, иман етмәгән (Матф. 8:26; 14:31; 16:8; 17:20). Уларға Йәһүәгә ышаныстарын арттырырға кәрәк булған. Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға теләүенә һәм быға көсө етеүенә иманыбыҙ ныҡмы?

17. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нимә зыян килтерергә мөмкин?

17 Матфей 6:31, 32-не уҡығыҙ. Беҙ башҡа халыҡ кешеләренең үрнәгенә эйәрергә тейеш түгел, сөнки улар Батшалыҡ эштәрен тормошонда беренсе урынға ҡуйыусылар хаҡында ҡайғыртыусы Атаға ышанмай. Улар ҡайғыртҡан бөтә нәмәне йыйырға тырышыу Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә зыян килтерер ине. Һәм, киреһенсә, әгәр Йәһүәгә яраҡлы эштәр башҡарһаҡ — рухи эштәрҙе беренсе урынға ҡуйһаҡ, ул беҙҙе мотлаҡ фатихалаясаҡ. «Аллаға ихлас табыныу» беҙҙе, «ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтлән[ергә]» дәртләндерәсәк (1 Тим. 6:6—8).

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫН БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЙЫП ЙӘШӘЙҺЕГЕҘМЕ?

18. Йәһүә беҙҙең һәр беребеҙ тураһында нимәне белә, һәм ул нимә хаҡында ҡайғыртасаҡ?

18 Матфей 6:33-тө уҡығыҙ. Мәсихтең шәкерттәре һәр ваҡыт Алла Батшалығын тормошонда беренсе урынға ҡуйып йәшәргә тейеш. Шулай эшләһәк, Ғайса әйткәнсә, «барыһы ла» беҙгә бирелер. Ни өсөн ул быға шикләнмәгән? Йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе күҙ уңында тотоп, бынан алдағы шиғырҙа ул былай тип аңлатҡан: «Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә». Беҙ ризыҡ, кейем һәм йәшәү урынына ниндәй мохтажлығыбыҙ килеп сығырын аңлағансы уҡ, Йәһүә быны алдан күрә (Флп. 4:19). Ул кейемебеҙҙең ҡайһыһы тиҙҙән туҙырын белеп тора. Йәһүә беҙгә ниндәй ризыҡ һәм, ғаиләбеҙҙең ҙурлығына ҡарап, ниндәй йәшәү урыны кәрәк икәнен дә белә. Ул беҙ ысындан да мохтаж булған нәмәләр хаҡында мотлаҡ ҡайғыртасаҡ.

19. Ни өсөн беҙ киләсәк хаҡында артыҡ борсолорға тейеш түгел?

19 Матфей 6:34-те уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, Ғайса икенсе тапҡыр «борсолмағыҙ» ти. Ул иғтибарҙы бер көнгә туплауыбыҙҙы һәм Йәһүәгә тулыһынса таяныуыбыҙҙы теләй. Әгәр кеше киләсәк хаҡында сиктән тыш борсолһа, ул күберәк Аллаға түгел, ә үҙенә таяна башларға мөмкин. Был уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә зыян килтерәсәк (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6; Флп. 4:6, 7).

БАТШАЛЫҠТЫ ЭҘЛӘГЕҘ, Ә ҠАЛҒАНЫН ЙӘҺҮӘ БИРЕР

Батшалыҡ эштәрендә күберәк ҡатнашыр өсөн тормошоғоҙҙо ябайлаштыра алаһығыҙмы? (20-се абзацты ҡарағыҙ.)

20. а) Һеҙ ниндәй рухи маҡсат ҡуя алаһығыҙ? б) Һеҙ тормошоғоҙҙо нисек ябайлаштыра алаһығыҙ?

20 Батшалыҡты эҙләү урынына матди нәмәләр артынан ҡыуыу ни тиклем аҡылһыҙ булыр ине! Рухи маҡсаттарға ынтылыу — иң яҡшы, үкенмәҫлек тормош юлы. Мәҫәлән, һеҙ вәғәзселәргә мохтаж булған йыйылышҡа күсеү хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Йә пионер хеҙмәтен башлай алыр инегеҙме? Ә инде пионер булып хеҙмәт итәһегеҙ икән, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыр өсөн анкета тултырыу тураһында уйлағанығыҙ бармы? Вефилдең йә берәй тәржемә итеү офисының штаттан тыш хеҙмәтсеһе булып, унда ваҡыт-ваҡыт ярҙам итә алыр инегеҙме? Үҙегеҙ йәшәгән ерҙә Батшалыҡ залдары төҙөлгәндә ирекле хеҙмәтсе булып хеҙмәт итергә йәки ҡайһы саҡта төрлө теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнашырға теләр инегеҙме? Батшалыҡ эштәрендә тағы ла күберәк ҡатнашыр өсөн тормошоғоҙҙо нисек ябайлаштырып булыуы хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Доға ҡылып, «Тормошто нисек ябайлаштырып була» тигән рамкалағы фекерҙәр тураһында уйланып алығыҙ һәм маҡсатығыҙға ирешер өсөн аҡрынлап аҙымдар яһағыҙ.

21. Беҙгә нимә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итер?

21 Ғайса матди. Инде хәҙер тормошто ябайлаштырыу киләсәктәге «ысын тормошҡа» өлгәшергә байлыҡҡа ынтылып түгел, ә Батшалыҡты эҙләп йәшәргә өйрәткән. Шулай эшләһәк, төп ихтыяждарыбыҙ хаҡында борсолорға кәрәк булмаҫ. Аҡсабыҙ булһа ла, донъя тәҡдим иткән һәр әйберҙе һатып алырға тырышмау, һәр теләгебеҙгә бирелеп бармау һәм Йәһүәгә тулыһынса таяныу беҙҙе уға яҡынлаштырыр. Инде хәҙер тормошто ябайлаштырыу киләсәктәге «ысын тормошҡа өлгәшер[гә]» ярҙам итәсәк (1 Тим. 6:19).

^ [1] (12-се абзац) Йәһүәнең ни өсөн ҡайһы саҡта мәсихсенең ризыҡҡа мохтажлыҡ кисереүен рөхсәт иткәнен аңлар өсөн, «Һеҙ хәҡиҡәттә булыуығыҙға инанғанмы? Ни өсөн?» тигән брошюраның (тат.) 22-се битендәге «Уҡыусыларҙың һорауҙары» мәҡәләһен ҡарағыҙ.