Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

«Күҙәтеү манараһы»ның һуңғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Изге Яҙма Алланың йәлләүсән булыуын нисек иҫбатлай?

Боронғо израилдәр Мысыр ҡоллоғонда булғанда, Алла уларҙың ниндәй ғазаптар кисергәнен белгән һәм уларҙың күңел әрнеүен тойған (Сығ. 3:7; Ишағ. 63:9). Беҙ Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, шуға күрә, уның кеүек, башҡаларҙы йәлләй алабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙе Алланың шәфҡәтенә лайыҡһыҙ итеп тойғанда ла, Алла беҙҙе йәлләй (bp198, 8—9 бб.).

Ғайса Мәсихтең тәғлимәттәре кешеләргә нисек башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арынырға ярҙам иткән?

Ғайса көндәрендә күп йәһүдтәр билдәле бер кешеләргә ҡарата тиҫкәре ҡарашта торған. Мәсих баҫалҡы булыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаған һәм милләтселек рухынан киҫәткән. Ул үҙенең шәкерттәрен бер-береһенә ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡарарға өндәгән (bw595, 9—10 бб.).

Йәһүәнең Мусаға Вәғәҙә ителгән ергә инергә рөхсәт итмәгәненән ниндәй һабаҡ алып була?

Муса Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған (Ҡан. 34:10). Сүлдә 40 йыл йөрөгәндән һуң, халыҡ һыу булмағанға икенсе тапҡыр зарланған. Алла Мусаға, бер ҡая янына барып, уға өндәшергә ҡушҡан. Әммә Муса ҡаяға һуғып ебәргән. Күрәһең, Йәһүә Мусаға биргән күрһәтмәләре буйынса эш итмәүе йәки был мөғжизә өсөн Аллаға дан килтермәүе өсөн асыуланған (Һан. 20:6—12). Был осраҡ Йәһүәгә тыңлаусан булыуҙың һәм уға дан килтереүҙең мөһимлеген күрһәтә (bw596, 13—14 бб.).

Ни өсөн беҙ, тышҡы ҡиәфәткә генә ҡарап хөкөм итһәк, еңел генә яңылышырға мөмкин?

Күптәр башҡаларҙы бындай өс яҡ буйынса хөкөм итә: кешенең расаһы йә милләте, уның ни тиклем бай һәм нисә йәштә булыуы. Беҙгә башҡаларға Алла кеүек бер тигеҙ ҡарарға өйрәнергә кәрәк! (Ғәм. 10:34, 35) (bw597, 8—12 бб.).

Оло йәштәге мәсихселәр башҡаларға ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

Вазифаларын йәшерәктәргә тапшырған оло йәштәге мәсихселәр Алла өсөн бик ҡәҙерле. Ундай мәсихселәр башҡаларға ҙур файҙа килтерә ала. Улар алдында бындай мөмкинлектәр асыла: ҡәрҙәштәрҙең хәҡиҡәттә булмаған тормош иптәштәренә иғтибар күрһәтеү, актив булмағандарға ярҙам итеү, Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәреү һәм хеҙмәтте киңәйтеү (bw598, 8—11 бб.).

Мәсихселәрҙең ниндәй өйрәтеү ҡоралдары бар?

«Өйрәтеү ҡоралдары» араһында визит карточкалары, саҡырыу ҡағыҙҙары, һигеҙ буклет, «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдары, бер нисә брошюра, Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн ике төп китап һәм дүрт видеояҙма, шул иҫәптән «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» тигән видео бар (bw599, 16 б.).

Мәсихсегә, Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23-тәге һүҙҙәр буйынса эш итеп, «хәҡиҡәтте һатып алыр» өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Хәҡиҡәт өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Уға эйә булыр өсөн, ваҡыт бүлергә һәм тырышлыҡтар һалырға кәрәк (w18.11, 4 б.).

Осияның үҙ ҡатыны менән нисек эш иткәненән ниндәй һабаҡ алып була?

Ғүмәриә бер нисә тапҡыр енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған, әммә Осия уны ғәфү иткән һәм уның менән ҡалған. Мәсихсенең тормош иптәше хыянат итһә, ул уны кисерергә мөмкин. Ул хыянат иткән тормош иптәше менән ҡабат енси мөнәсәбәткә инһә, айырылышыр өсөн нигеҙ ҡалмай (w18.12, 13 б.).