Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәгә иң яҡшыһын биреү бәхетле итә

Йәһүәгә иң яҡшыһын биреү бәхетле итә

«Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын» (ГАЛ. 6:4).

37-СЕ ЙЫР Йәһүәгә бирелеп хеҙмәт итеү

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Нимә беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә?

 ЙӘҺҮӘ беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә ул изге рух ярҙамында беҙгә шатлыҡ бирә (Гал. 5:22). Йәһүәгә бөтә күңелдән хеҙмәт итеп һәм ҡәрҙәштәргә ярҙам итеп, беҙ шатлыҡ тоябыҙ, сөнки «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәм. 20:35).

2, 3. а) Галаттарға 6:4-тән күренеүенсә, беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә шатлыҡ юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итер? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Галаттарға 6:4-тә (уҡығыҙ) әйтелгәнсә, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә шатлыҡ табыр өсөн беҙгә ике нескәлекте иҫәпкә алырға кәрәк. Беренсенән, беҙ Аллаға үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын бирергә тейеш. Әгәр уның өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, бәхетлерәк булып китербеҙ (Матф. 22:36—38). Икенсенән, беҙгә үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға ярамай. Һәр ҡаҙанышыбыҙ өсөн беҙ Йәһүәгә рәхмәтле булырға тейеш, сөнки беҙҙә булған һаулыҡ, оҫталыҡтар йә һәләттәр унан килә. Ә ҡәрҙәштәр нимәнелер беҙҙән яҡшыраҡ эшләһә, быға шатланырға кәрәк, сөнки улар һәләттәрен үҙҙәрен түгел, ә Йәһүәне данлар өсөн ҡуллана. Улар менән ярышыр урынына, әйҙәгеҙ, уларҙан өлгө алайыҡ.

3 Әгәр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә мөмкинлектәребеҙ сикле булһа, был мәҡәлә беҙгә үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамаҫҡа ярҙам итер. Бынан тыш, һәләттәребеҙҙе нисек тулы рәүештә ҡулланырға һәм башҡаларҙан нисек үрнәк алырға икәнен белербеҙ.

МӨМКИНЛЕКТӘРЕБЕҘ СИКЛЕ БУЛҒАНДА

Шарттар үҙгәрһә лә, Йәһүәгә иң яҡшыһын бирһәк, ул хеҙмәтебеҙҙе хуплар (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) b

4. Ни өсөн беҙ төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

4 Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәренә оло йәш йә насар һаулыҡ арҡаһында тыуған ауырлыҡтарға эйәләшеп китеүе еңел түгел. Кэрол исемле апай-ҡәрҙәшкә шундай хистәр таныш. Ҡасандыр ул Йәһүә шаһиттары әҙ булған ерҙә хеҙмәт иткән һәм 35 өйрәнеү алып барған. Өйрәнеүселәренең ҡайһы берҙәре, үҙҙәрен Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылған. Бик уңышлы хеҙмәт, шулай бит?! Әммә һуңыраҡ Кэрол ҡәрҙәштең һаулығы насарая башлаған, шуға күрә ул күбеһенсә өйҙә ултырған. Ул былай тип бүлешә: «Мин ауырыуҙарым арҡаһында күпте эшләй алмағанымды аңлайым, әммә башҡалар менән сағыштырғанда үҙемде улар кеүек тоғро тип һанамайым. Эсемдә мөмкинлектәрем менән теләктәрем араһында көрәш бара. Быға түҙеүе бик ауыр». Йәһүә өсөн Кэрол көсөнән килгәндең барыһын эшләргә әҙер. Ул маҡтауға лайыҡ! Һис шикһеҙ, беҙҙең шәфҡәтле Аллабыҙ уның хеҙмәтен бик ҡәҙерләй.

5. а) Шарттар арҡаһында Йәһүәгә элеккесә хеҙмәт итә алмаһағыҙ, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? б) Фотоһүрәттән күренеүенсә, ни өсөн, ағай-ҡәрҙәш ғүмер буйына Йәһүәгә иң яҡшыһын биргән, тип әйтеп була?

5 Оло йәш йә насар һаулыҡ арҡаһында һеҙ Йәһүәгә элеккесә хеҙмәт итә алмаһағыҙ, үҙегеҙҙән: «Йәһүә хәҙер минән нимә көтә?» — тип һорағыҙ. Ул бөгөнгө шарттарыбыҙҙа уға иң яҡшыһын бирербеҙ тип көтә. Ошондай осраҡты күҙ алдына килтерәйек: 80-дән уҙған апай-ҡәрҙәшебеҙ 40 йәштә кеүек хеҙмәттә күп ҡатнаша алмағанына бойоға. Ул көсөнән килгәндең барыһын эшләһә лә, был Йәһүәгә етмәй тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? Әйҙәгеҙ, быға икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Апай-ҡәрҙәшебеҙ 40 йәшендә Йәһүәгә иң яҡшыһын биргән. Хәҙер ул 80-дән уҙған һәм һаман да көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Тимәк, ул һәр ваҡыт Йәһүәгә иң яҡшыһын биреп йәшәгән. Әгәр һеҙ, Йәһүә хеҙмәтем менән ҡәнәғәт түгел, тип уйлай башлаһағыҙ, зинһар, шуны онотмағыҙ: хеҙмәтебеҙ яраҡлымы, юҡмы икәнен тик Йәһүә генә билдәләй ала. Әгәр һеҙ көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләйһегеҙ икән, Йәһүә һеҙгә: «Афарин!» — тип әйтә. (Матфей 25:20—23 менән сағыштырығыҙ.)

6. Марияның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

6 Шатлыҡ юғалтмаҫ өсөн иғтибарҙы эшләй алмағанға түгел, ә эшләй алған нәмәләргә тупларға кәрәк. Быға Мария исемле апай-ҡәрҙәш үҙе инанған. Һаулығы насарайғанға, ул теләгәнсә хеҙмәт итә алмай. Тәүҙә ул бының арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгән. Минән бер ниндәй файҙа юҡ, тип уйлаған ул. Әммә шунан Мария түшәктә ятҡан бер апай-ҡәрҙәште ҡарарға булған. Ул былай тип һөйләй: «Мин уның менән телефон һәм хаттар аша вәғәзләй башланым. Уның менән хеҙмәт иткәндән һуң, мин үҙемде һәр ваҡыт бәхетле итеп тойҙом. Ҡәрҙәшемә ярҙам итеп, мин ысын ҡәнәғәтлек кисерҙем». Шуның шикелле, беҙ ҙә эшләй алмағаныбыҙға түгел, ә хәлебеҙҙән килгән нәмәләргә иғтибар итһәк, бәхетлерәк булырбыҙ. Әгәр беҙ күберәкте эшләй алһаҡ йә хеҙмәттең ниндәйҙер төрҙәре беҙгә айырыуса яҡшы бирелһә, шул саҡта нимә эшләп була?

«ҺӘЛӘТ АЛҒАН БУЛҺАҒЫҘ», УНЫ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

7. Илсе Петр мәсихселәргә ниндәй кәңәш биргән?

7 Илсе Петр үҙенең беренсе хатында мәсихселәрҙе үҙ һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр өсөн ҡулланырға өндәгән. Ул былай тип әйткән: «Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ» (1 Пет. 4:10). Башҡалар көнләшер йә төшөнкөлөккә бирелер тип ҡурҡып, һәләттәребеҙҙе ҡулланмау дөрөҫ булмаҫ ине. Әгәр Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләһәк, һәләттәребеҙҙе тулыһынса ҡулланырға кәрәк.

8. Ни өсөн беҙгә үҙ һәләттәребеҙ менән маҡтанырға ярамай? (1 Коринфтарға 4:6, 7).

8 Әммә үҙ һәләттәребеҙ менән маҡтанырға ярамай. (1 Коринфтарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Әйтәйек, һин Изге Яҙма өйрәнеүен оҫта башлай беләһең, ти. Әлбиттә, был һәләтте ҡулланырға кәрәк. Әммә ҡулланыу менән маҡтанып йөрөү араһында айырма бик ҙур. Мәҫәлән, һинең хеҙмәттә яҡшы осраҡ булды: һин Изге Яҙма өйрәнеүен башланың, ти. Һин был хаҡта үҙ төркөмөңдәге ҡәрҙәштәргә тиҙерәк һөйләргә теләйһең. Бына һеҙ хеҙмәттән һуң осрашаһығыҙ, әммә бер апай-ҡәрҙәш кешегә журнал биргәне тураһында һөйләй башлай. Ул журнал биргән, ә һин өйрәнеү башлағанһың. Нисек эш итергә? Әлбиттә, һинең осрағың ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр ине. Ләкин ризалашырһың, был турала башҡа ваҡытта һөйләһәң, яҡшыраҡ булыр. Юғиһә, апай-ҡәрҙәште уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу ихтимал. Уның хистәре тураһында уйлап, һин игелекле эш итерһең. Әммә бер ҡасан да Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итеүҙән туҡтама. Һәләтең бар икән, уны ҡуллан!

9. Һәләттәрҙе нисек ҡулланырға кәрәк?

9 Онотмағыҙ: бөтә һәләттәребеҙ — Йәһүәнең бүләге. Беҙ уларҙы башҡаларҙан яҡшыраҡ күренер өсөн түгел, ә йыйылышты нығытыр өсөн ҡулланырға тейеш (Флп. 2:3). Әгәр беҙ көсөбөҙҙө һәм һәләттәребеҙҙе Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн ҡулланһаҡ, башҡаларҙан өҫтөн булғанға түгел, ә Йәһүәне данлай алғаныбыҙға шатланырбыҙ.

10. Ни өсөн үҙеңде башҡалар менән сағыштырыу аҡыллы түгел?

10 Бынан тыш, һәр бер кешенең көслө һәм көсһөҙ яҡтары булғанын иҫәпкә алырға кәрәк, шуға күрә нисек тә булһа сағыштырыу дөрөҫ түгел. Ике ағай-ҡәрҙәште күҙ алдына килтерәйек. Береһе — бик яҡшы докладсы, был уның көслө яғы. Әммә үҙен ул икенсе ағай-ҡәрҙәштән яҡшыраҡ тип һанай, сөнки теге ҡәрҙәшкә сығыш яһау ауыр бирелә. Шул уҡ ваҡытта ул теге ағай-ҡәрҙәштең ҡунаҡсыл, яҡшы ғаилә башлығы һәм тырыш вәғәзсе булғанын иҫәпкә алмай. Был миҫалдан ни өсөн сағыштырыу дөрөҫ түгел икәне яҡшы күренә. Үҙ һәләттәрен Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланған ҡәрҙәштәрҙе беҙ бик ҡәҙерләйбеҙ.

БАШҠАЛАРҘАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

11. Ни өсөн беҙ Ғайсанан өлгө алырға тырышабыҙ?

11 Беҙ үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырмайбыҙ, әммә был уларҙан өйрәнә алмайбыҙ тигәнде аңлатмай. Ғайсаның миҫалы тураһында уйланайыҡ. Беҙ уның һымаҡ камил булмаһаҡ та, күркәм сифаттарынан һәм эштәренән күпкә өйрәнә алабыҙ (1 Пет. 2:21). Уға нығыраҡ оҡшарға тырышҡан һайын, беҙ Йәһүәнең яҡшы хеҙмәтселәре һәм уңышлы вәғәзселәре була алырбыҙ.

12, 13. Дауыт батшанан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

12 Изге Яҙмала күп тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Улар камил булмаһа ла, яҡшы өлгө ҡалдырған (Евр. 6:12). Мәҫәлән, Дауыт батша. Ғәмәлдәр 13:22-лә Йәһүә уның тураһында: «Мин күңелемә оҡшаған бер ирҙе... таптым», — тип әйткән. Дауыт камил булмаған һәм хатта бер нисә етди хата яһаған. Шулай ҙа ул беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк булып тора, сөнки уны төҙәткәндә, ул үҙен аҡларға тырышмаған. Ауыр булһа ла, ул ҡаты шелтәләүҙе ҡабул иткән һәм ҡылған эштәренә бик үкенгән. Шуға Йәһүә уны кисергән (Зәб. 51:3, 4, 10—12).

13 Һеҙ Йәһүә алдында Дауыттыҡы һымаҡ абруй ҡаҙанырға теләр инегеҙме? Улайһа, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин төҙәтеүҙәрҙе нисек ҡабул итәм? Мин хаталарымды шунда уҡ таныйыммы йә үҙемде аҡларға тырышаммы? Ғәйебемде башҡаларға ауҙарырға ғәҙәтем юҡмы? Мин хаталарымды ҡабатламаҫ өсөн бар көсөмдө һаламмы?» Изге Яҙманан Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре тураһында уҡығанда ла, үҙегеҙгә ошондайыраҡ һорауҙар бирегеҙ: «Минең ауырлыҡтарым был хеҙмәтселәрҙең ауырлыҡтарына оҡшашмы? Улар өлгө алырлыҡ ниндәй сифаттар сағылдырған? Мин нисек уларға оҡшаш була алам?»

14. Ни өсөн беҙгә ҡәрҙәштәрҙән өлгө алыу файҙалы булыр?

14 Беҙ оло һәм йәш ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙең йыйылышығыҙҙа берәй ҡәрҙәштең ниндәй һынау кисергәне тураһында уйланығыҙ. Был йәштәштәрҙең баҫымы, ғаиләләге ҡаршылыҡтар йә насар һаулыҡ булырға мөмкин. Ул ҡәрҙәштән ниндәй сифаттарға өйрәнергә була? Уларҙың миҫалдары өҫтөндә уйланыу һеҙгә үҙ ауырлыҡтарығыҙҙы еңергә ярҙам итер. Беҙ Йәһүәгә иҫ киткес иман күрһәткән ҡәрҙәштәребеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! (Евр. 13:7; Яҡ. 1:2, 3).

ЙӘҺҮӘГӘ ШАТЛАНЫП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

15. Илсе Павелдың ниндәй һүҙҙәре беҙгә артабан да Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә ярҙам итер?

15 Йыйылышта тыныслыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрһөн өсөн, һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Беренсе быуаттағы мәсихселәр тураһында уйланып алайыҡ. Уларҙың һәләттәре һәм йөкләмәләре төрлө булған (1 Кор. 12:4, 7—11). Әммә улар бының арҡаһында ярышмаған, һәм был улар араһында бүленештәр тыуҙырмаған. Илсе Павел Ефестағы йыйылышҡа бына нимә тип яҙған: «Тәндең һәр ағзаһы... үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә» (Ефес. 4:1—3, 11, 12, 16). Илсе Павел был һүҙҙәр менән мәсихселәрҙе үҙ һәләттәрен «Мәсих тәнен», йәғни йыйылышты нығытыр өсөн ҡулланырға дәртләндергән. Уның кәңәшенә ҡолаҡ һалып, мәсихселәр йыйылыштың тыныслығына һәм берҙәмлегенә өлөш индергән. Бөгөнгө мәсихселәр тураһында ла шуны уҡ әйтеп була.

16. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? (Еврейҙарға 6:10).

16 Шулай итеп, үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ. Ғайса һеҙҙең өсөн өлгө булһын һәм уның сифаттарын сағылдырырға тырышығыҙ. Йәһүәнең боронғо һәм бөгөнгө хеҙмәтселәренән үрнәк алығыҙ. Әгәр Йәһүәгә иң яҡшыһын бирһәгеҙ, шикләнмәгеҙ: ул һеҙҙең «хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ». (Еврейҙарға 6:10-ды уҡығыҙ.) Йәһүәгә ыңғай ҡараш менән хеҙмәт итегеҙ, сөнки ул тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй.

65-СЕ ЙЫР Алға бар!

a Һәр кешенең көслө яҡтары бар, һәм беҙ бер-беребеҙҙән өйрәнә алабыҙ. Әммә үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға ярамай, юғиһә ғорурланып йә моңайып китеүебеҙ бар. Нисек быға юл ҡуймаҫҡа һәм шатлыҡлы булып ҡалырға? Был яҡтан беҙгә ошо мәҡәлә ярҙам итер.

b РӘСЕМДӘ: йәш саҡта ағай-ҡәрҙәш Вефилдә хеҙмәт иткән. Һуңыраҡ ул өйләнгән һәм ҡатыны менән бергә пионер хеҙмәтен башлаған. Ә һуңыраҡ ул вәғәзгә ҡыҙҙары менән йөрөгән. Хәҙер, олоғайған булһа ла, ул һаман да Йәһүәгә иң яҡшыһын бирә һәм хаттар аша вәғәзләй.