Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

«Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» (МАТФ. 17:5).

17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ғайса үҙенең һуңғы һүҙҙәрен ниндәй шарттарҙа әйткән?

БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылы 14 нисан көнө. Шул көндө Ғайса Мәсихкә яла яғып һәм ул ҡылмаған енәйәттә ғәйепләп, хөкөм ҡарары сығаралар. Ғайсанан мыҫҡыллап көләләр, уны ҡаты язалайҙар һәм шунан яфаланыу бағанаһына ҡаҙаҡлап ҡуялар. Уның ҡулдары һәм аяҡтары сөйҙәр менән ҡаҙаҡланған. Һәр тын алыуы, һәр әйткән һүҙе уға көслө ауыртыу килтерә. Шулай ҙа уның әле әйтер һүҙе бар.

2 Матфей 17:5-тән күренеүенсә, Йәһүә Ғайса Мәсихте тыңлауыбыҙҙы теләй. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Ғайса үлер алдынан яфаланыу бағанаһында нимә әйткәнен «тыңлайыҡ» һәм беҙ уның һүҙҙәренән нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы беләйек.

«АТАМ! КИСЕР УЛАРҘЫ!»

3. «Атам! Кисер уларҙы!» — тип әйткәндә, Ғайса, моғайын, кемде күҙ уңында тотҡан?

3 Ғайса нимә тип әйткән? Яфаланыу бағанаһында Ғайса: «Атам! Кисер уларҙы!» — тип доға ҡылған. Ул кемде күҙ уңында тотҡан? Ғайсаның «улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит» тигән һүҙҙәре быны аңларға ярҙам итә (Лука 23:33, 34). Моғайын, Ғайса үҙен бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйған Рим һалдаттары тураһында әйткәндер. Улар бит Ғайсаның ысынында кем икәнен белмәгән. Ә, бәлки, шулай уҡ уны язалап үлтереүҙе талап иткән, ә һуңынан уға ышанған кешеләрҙе күҙ уңында тотҡандыр (Ғәм. 2:36—38). Ғәҙелһеҙлеккә ҡарамаҫтан, Ғайса үҙен эҙәрләгән кешеләргә асыу тотмаған һәм уларҙы хөкөм итмәгән (1 Пет. 2:23). Киреһенсә, ул Йәһүәнән уларҙы кисереүен һораған.

4. Ғайсаның кисерергә әҙер булыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

4 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Башҡаларҙы ысын күңелдән кисергән Ғайсанан беҙгә өлгө алырға кәрәк (Кол. 3:13). Ҡайһы бер кешеләр, шул иҫәптән туғандарыбыҙ ҙа беҙҙең ҡараштарыбыҙҙы һәм тормош рәүешебеҙҙе аңламағанға, Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулай. Улар беҙҙең турала ялған таратырға, беҙҙе кәмһетергә, әҙәбиәтебеҙҙе юҡ итергә һәм хатта асыҡтан-асыҡ янарға мөмкин. Туғандарыбыҙға ҡарата асыу һаҡлар урынына, улар хәҡиҡәтте ҡабул итә алһын өсөн, уларҙың күҙҙәрен ас, тип Йәһүәгә доға ҡылырға кәрәк (Матф. 5:44, 45). Ҡот осҡос ғәҙелһеҙлеккә дусар булғанда, ғәфү итеү бик ауыр булырға мөмкин. Ләкин йөрәгебеҙҙә асыу һәм нәфрәт хисе тамыр йәйһә, был беҙгә зыян килтерер. Бер апай-ҡәрҙәш былай тип аңлата: «Әгәр мин кешене кисерһәм, мин уның насар тәртибен хуплайым йәки башыма менеп ултырырға рөхсәт итәм, тигәнде аңлатмай. Был бары тик үпкә хисенән арыныу» (Зәб. 37:8). Рәнйетеүсене ғәфү итеп, беҙ тиҫкәре хистәргә тормошобоҙҙо ағыуларға бирмәйбеҙ (Ефес. 4:31, 32).

«ҮҘ БАТШАЛЫҒЫҢА ИНГӘС, МИНЕ ИҪКӘ АЛ»

5. Ғайса бер енәйәтсегә нимә вәғәҙә иткән һәм ни өсөн?

5 Ғайса нимә тип әйткән? Ғайса янында ике енәйәтсе ҡаҙаҡланған булған. Тәүҙә улар икеһе лә уны мыҫҡыллаған (Матф. 27:44). Һуңыраҡ, уларҙың береһе Ғайсаның «бер насарлыҡ та ҡылмаған» икәнен аңлаған (Лука 23:40, 41). Бынан тыш, ул Ғайсаның тереләсәгенә һәм Батша булып идара итәсәгенә ышанғанын күрһәткән. Был уның Ҡотҡарыусыбыҙға әйткән бындай һүҙҙәренән күренә: «Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал» (Лука 23:42). Ниндәй көслө иман күрһәткән был кеше! Ғайса уға былай тип яуаплаған: «Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: һин минең менән бергә [Батшалыҡта түгел], ә ожмахта буласаҡһың» (Лука 23:43, ЯДТ). Иғтибар итегеҙ, Ғайса «һиңә», «һин», «минең менән» тигән һүҙҙәр әйтеп, енәйәтсегә шәхсән вәғәҙә биргән. Ғайса, үҙенең Атаһының бик шәфҡәтле булғанын белгәнгә күрә, енәйәтсегә өмөт биргән (Зәб. 103:8).

6. Ғайсаның енәйәтсегә әйткән һүҙҙәренән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

6 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ғайса Атаһының камил сағылышы (Евр. 1:3). Йәһүә беҙҙе теләп кисерә һәм мәрхәмәт күрһәтә. Әммә беҙгә элек ҡылған гонаһтарыбыҙҙан тәүбә итергә һәм Алланың Ғайса ҡаны нигеҙендә беҙҙе кисергәненә ышанырға кәрәк (1 Яхъя 1:7). Ҡайһы берәүҙәргә Йәһүә уларҙың элек ҡылған гонаһтарын кисергәненә ышаныуы ауыр булырға мөмкин. Әгәр һеҙҙең дә шундай хистәрегеҙ тыуһа, бына нимә тураһында уйлағыҙ: үлер алдынан Ғайса яңы ғына иман итә башлаған енәйәтсегә мәрхәмәт күрһәткән. Ә бөтә көстәрен һалып, Йәһүәнең ихтыярын үтәргә тырышҡан мәсихселәр тураһында нимә әйтеп була? Әлбиттә, Йәһүә уларға күпкә күберәк мәрхәмәт күрһәтәсәк (Зәб. 51:1; 1 Яхъя 2:1, 2).

«БЫНА БЫЛ — ҺИНЕҢ УЛЫҢ... БЫНА БЫЛ — ҺИНЕҢ ӘСӘЙЕҢ»

7. Яхъя 19:26, 27-нән күренеүенсә, Ғайса Мәрйәм менән Яхъяға нимә тип әйткән һәм ни өсөн?

7 Ғайса нимә тип әйткән? (Яхъя 19:26, 27-не уҡығыҙ.) Ғайса үҙенең, күрәһең, ул ваҡытҡа тол ҡалған әсәһе хаҡында борсолған. Ғайсаның ҡустылары һәм һеңлеләре, моғайын, Мәрйәмдең физик һәм матди ихтыяждары тураһында хәстәрләй алыр ине. Әммә уның рухи ихтыяждары хаҡында кем ҡайғыртыр ине? Улар, күрәһең, ул ваҡытта әле мәсихсе булмаған. Ә бына Яхъя Ғайсаның тоғро илсеһе һәм яҡын дуҫтарының береһе булған. Ғайса үҙ шәкерттәрен үҙенең рухи ғаиләһе итеп һанаған (Матф. 12:46—50). Ул үҙ әсәһе Мәрйәмде яратҡанға күрә, уның тураһында ҡайғыртыуҙы Яхъяға ышанып тапшырған. Яхъя Мәрйәмдең рухи ихтыяждары хаҡында яҡшы ҡайғырта алған. Ғайса Мәрйәмгә «бына был — һинең улың», ә Яхъяға «бына был — һинең әсәйең» тигән. Шул көндән алып Яхъя Мәрйәмдең улы булып киткән, тип әйтеп була һәм үҙ әсәһе хаҡында ҡайғыртҡандай ҡайғыртҡан. Ғайса үҙенең һуңғы минуттарында әсәһенә бик ҙур яратыу күрһәткән. Мәрйәм бит Ғайсаны сабый сағынан яратып үҫтергән һәм Ғайсаның һуңғы мәлендә лә уның янында булған.

8. Ғайсаның Мәрйәмгә һәм Яхъяға әйткән һүҙҙәренән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

8 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ҡайһы ваҡыт, туғандар араһында булған мөнәсәбәттәргә ҡарағанда, беҙҙең ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәр йылыраҡ булырға мөмкин. Туғандар беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасауларға һәм хатта беҙҙең менән аралашмаҫҡа мөмкин. Әммә Ғайса әйткәнсә, әгәр беҙ Йәһүә һәм уның ойошмаһы менән тығыҙ мөнәсәбәттәр һаҡлаһаҡ, беҙ юғалтҡанға ҡарағанда, «йөҙ тапҡырға күберәк» аласаҡбыҙ. Күптәр беҙҙең өсөн ҡайғыртыусан балалар һәм атай-әсәйҙәр булып китә ала (Марк 10:29, 30). Йәһүәгә һәм бер-береһенә яратыу күрһәткән берҙәм рухи ғаиләнең ағзаһы булыу һеҙҙә ниндәй хистәр уята? (Кол. 3:14; 1 Пет. 2:17).

«АЛЛАМ! НИҢӘ ҺИН МИНЕ ТАШЛАНЫҢ!»

9. Ғайсаның Матфей 27:46-ла яҙылған һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

9 Ғайса нимә тип әйткән? Үлеме алдынан Ғайса көслө тауыш менән: «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» — тип ҡысҡырып ебәргән (Матф. 27:46). Изге Яҙмала Ғайсаның ни өсөн шулай әйткәне аңлатылмай. Әйҙәгеҙ, уның һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була икәне хаҡында уйланайыҡ. Беренсенән, был һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса Зәбур 22:1-ҙә яҙылған пәйғәмбәрлекте үтәгән *. Икенсенән, был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә үҙ Улын бар ҡурҡыныстарҙан да яҡламаған (Әйүп 1:10). Ғайса Йәһүәнең ни өсөн уны язалап үлтерергә рөхсәт иткәнен аңлаған. Ул быға тиклем бер кеше лә кисермәгән ҡаты һынауҙарҙа Аллаға тоғро булып ҡалырға тейеш булған. Өсөнсөнән, был һүҙҙәр Ғайсаның үлемгә хөкөм итерлек енәйәт ҡылмағанын иҫбатлаған.

10. Ғайсаның Йәһүәгә әйткән һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Беренсенән, Йәһүә беҙҙе иманыбыҙҙы һынаған һәр ауырлыҡтан яҡлар тип көтөргә кәрәкмәй. Ғайса бар һынауҙарҙа ла тоғро булып ҡалған. Беҙгә лә, хатта үлем янаһа ла, Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға кәрәк (Матф. 16:24, 25). Йәһүә көсөбөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясағына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Кор. 10:13). Икенсенән, беҙ ҙә, Ғайса һымаҡ, ғәҙелһеҙлек арҡаһында ғазап сигергә мөмкин (1 Пет. 2:19, 20). Ҡаршы килеүселәр, беҙ енәйәт ҡылғанға түгел, ә был донъяныҡы булмағанға һәм хәҡиҡәт тураһында вәғәзләгәнгә, беҙҙе эҙәрләй (Яхъя 17:14; 1 Пет. 4:15, 16). Ғайса Йәһүәнең ни өсөн уға ғазап сигергә рөхсәт иткәнен аңлаған, әммә Алланың башҡа хеҙмәтселәре: «Ни өсөн Алла быға юл ҡуя?» — тип уйларға мөмкин. Шәфҡәтле һәм түҙемле Алла шуны белә: был уларҙың иман юғалтҡандарын аңлатмай, ә улар уның йыуатыуына мохтаж икәнен күрһәтә (2 Кор. 1:3, 4).

«МИН ҺЫУҺАНЫМ!»

11. Ни өсөн Ғайса: «Мин һыуһаным!» — тип әйткән?

11 Ғайса нимә тип әйткән? (Яхъя 19:28-ҙе уҡығыҙ.) Ни өсөн Ғайса: «Мин һыуһаным!» — тип әйткән? Ул шулай итеп Зәбур 22:15-тәге пәйғәмбәрлекте үтәгән. Унда былай тиелгән: «Көсөм көршәк ярсығы һымаҡ кибеп бөттө, телем аңҡауыма йәбешә». Өҫтәүенә, күп ғазаптар, шул иҫәптән яфаланыу бағанаһында кисергән әрнеүҙәр арҡаһында ул бик һыуһаған булған. Һыуһынын ҡандырыр өсөн, уға ярҙам кәрәк булған.

12. Ғайсаның «мин һыуһаным» тигән һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

12 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ғайса башҡаларҙан ярҙам һорауҙы көсһөҙлөк тип һанамаған, һәм беҙ ҙә улай уйларға тейеш түгел. Ғәҙәттә, нимәлер кәрәк булғанда, быны үҙебеҙ эшләргә тырышабыҙ һәм башҡаларҙан ярҙам көтмәйбеҙ. Әммә нимәнелер эшләргә хәлебеҙҙән килмәһә, беҙ ярҙам һорарға оялырға тейеш түгел. Мәҫәлән, оло йәштә булһаҡ йәки һаулығыбыҙ насар булһа, магазинға йә табипҡа барыр өсөн, дуҫыбыҙҙан ярҙам һорай алабыҙ. Ә төшөнкөлөккә бирелһәк, өлкәндәрҙән йә рухи яҡтан етлеккән дуҫыбыҙҙан беҙҙе тыңлауын һәм «яҡшы һүҙ» менән күңелебеҙҙе күтәреүен һорарға кәрәк булыр (Ғиб. һүҙ. 12:25). Әйҙәгеҙ, онотмайыҡ: ҡәрҙәштәр беҙҙе ярата һәм беҙ «бәхетһеҙлеккә осрағанда» ярҙам итергә теләй (Ғиб. һүҙ. 17:17). Әммә улар беҙҙең уйҙарыбыҙҙы күрмәй, шуға күрә ярҙамға мохтаж булғаныбыҙҙы әйтмәһәк, улар бының тураһында белмәҫкә лә мөмкин.

«ТОРМОШҠА АШТЫ!»

13. Ғайса үлеменә тиклем тоғро ҡалғанға, нимә мөмкин булған?

13 Ғайса нимә тип әйткән? 14 нисанда көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә ул Атаһына: «Тормошҡа ашты!» — тип ҡысҡырып өндәшкән (Яхъя 19:30). Ғайса үҙенең үлеме алдынан Алла ихтыярын тулыһынса үтәгәнен аңлаған. Ул, үлеменә тиклем тоғролоҡ һаҡлап, күп нәмә башҡарған. Беренсенән, Ғайса Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлаған һәм, уның бар тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, камил кеше камил тоғролоҡ һаҡлай ала икәнен күрһәткән. Икенсенән, Ғайса үҙ ғүмерен йолом итеп биргән. Уның үлеме камил булмаған кешеләргә Алла алдында тәҡүә булырға һәм мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан. Өсөнсөнән, Ғайса Йәһүәнең хакимлығы иң ғәҙел икәнен раҫлаған һәм Атаһының исемен данлаған.

14. Беҙ һәр көнөбөҙҙө нисек үткәрергә теләйбеҙ? Аңлатығыҙ.

14 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн беҙгә көн һайын көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Гилеад мәктәбендә уҡытҡан Максвелл Френд исемле ағай-ҡәрҙәштең һүҙҙәре тураһында уйланайыҡ. Ул халыҡ-ара конгреста үҙенең телмәрендә тоғролоҡ тураһында былай тип әйткән: «Бөгөн эшләй йә әйтә алғанды иртәгәгә ҡалдырмағыҙ. Һеҙ иртәгә тере булырығыҙҙы теүәл беләһегеҙме? Һәр көнөгөҙгә, Йәһүәгә мәңгелек тормошҡа лайыҡ булғанығыҙҙы күрһәтер өсөн, һуңғы мөмкинлеккә ҡарағандай ҡарағыҙ». Эйе, һәр көнөбөҙ Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтер өсөн һуңғы мөмкинлек кеүек булһын. Шул саҡта, беҙгә хатта үлем янаһа ла, беҙ былай тип әйтә алырбыҙ: «Йәһүә, һиңә тоғро булып ҡалыр өсөн, Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлар өсөн һәм хакимлығың менән исемеңде яҡлар өсөн мин барыһын эшләнем».

«РУХЫМДЫ ҺИНЕҢ ҠУЛЫҢА ТАПШЫРАМ»

15. Лука 23:46 буйынса, Ғайса нимәгә ныҡ ышанған?

15 Ғайса нимә тип әйткән? (Лука 23:46-ны уҡығыҙ.). Ғайса тулы ышаныс менән: «Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам», — тигән. Ул үҙенең киләсәге Йәһүәнең ҡулында икәнен белгән һәм Атаһы уны онотмаясағына ныҡ ышанған.

16. 15 йәшлек Джошуаның миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

16 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙо Йәһүәнең ҡулына тапшырырға әҙер булығыҙ. Бының өсөн Йәһүәгә бөтә йөрәктән таянырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 3:5). Джошуа исемле Йәһүә шаһитының миҫалына иғтибар итәйек. Ул 15 йәшендә дауалап булмай торған сирҙән үлгән. Ул Алланың ҡанунына ҡаршы килгән медицина процедураларынан баш тартҡан. Үлер алдынан Джошуа үҙ әсәһенә былай тигән: «Әсәкәйем, мин Йәһүәнең ҡулында һәм ул мине, һис шикһеҙ, терелтәсәк. Ул минең уйҙарымды һәм хистәремде белә. Мин уны ысын күңелдән яратам» *. Беҙҙең һәр беребеҙгә ошондай һорауҙар бирергә кәрәк: «Иманымды һынаған берәй ҡурҡыныс хәлгә осраһам, үҙ тормошомдо Йәһүәнең ҡулына тапшырырмынмы? Йәһүә мине онотмаясағына ышанырмынмы?»

17, 18. Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? (« Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

17 Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре шундай мәғәнәле! Беҙ уларҙан күп һабаҡтар ала алабыҙ. Был һүҙҙәр беҙгә башҡаларҙы кисерергә кәрәклеген һәм Йәһүәнең дә беҙҙе кисерәсәген иҫебеҙгә төшөрә. Ярҙамға килергә әҙер булған рухи ғаиләнең ағзаһы булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Әммә ярҙам кәрәк булһа, беҙ уны һорарға тейеш. Шулай уҡ Ғайсаның һүҙҙәре Йәһүә беҙҙе һәр төрлө һынауҙарҙа ҡалдырмаясағына ышандыра. Бынан тыш, улар беҙҙе һәр көнөбөҙгә Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтер өсөн һуңғы мөмкинлеккә кеүек ҡарарға дәртләндерә һәм беҙҙең тормошобоҙ Йәһүәнең ышаныслы ҡулында икәнен онотмаҫҡа ярҙам итә.

18 Эйе, Ғайсаның яфаланыу бағанаһында әйткән һүҙҙәре беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әйҙәгеҙ, уның һүҙҙәрен иҫтә тотайыҡ һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланайыҡ. Шулай эшләп, беҙ Йәһүәнең: «Уны тыңлағыҙ!» — тигән бойороғона ҡолаҡ һалғаныбыҙҙы күрһәтербеҙ (Матф. 17:5).

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

^ 5 абз. Матфей 17:5-тә әйтелгәнсә, Йәһүә үҙенең Улын тыңлауыбыҙҙы теләй. Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның яфаланыу бағанаһында үлер алдынан әйткән һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 9 абз. Ғайсаның Зәбур 22:1-ҙәге һүҙҙәрҙе ни өсөн әйткәненә башҡа сәбәптәр был журналда «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләлә килтерелә.

^ 16 абз. 1995 йыл 22 ғинуар һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (ингл.) «Джошуаның иманы. Бала хоҡуҡтары өсөн көрәштә еңеү» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.