Ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ?
КЕШЕЛӘРҘЕҢ үлеүе Алла ниәтенә инмәгән. Беҙҙең иң беренсе ата-әсәбеҙ Әҙәм менән Һауаның аҡылы һәм тәне камил итеп барлыҡҡа килтерелгән; улар бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй алыр ине. Был Йәһүәнең Әҙәмгә Эден баҡсаһында үҫкән бер ағас тураһында нимә әйтеүенән күренә.
Алла Әҙәмгә: «Уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең», — тигән (Башланмыш 2:17). Әгәр Әҙәм һәр хәлдә үлергә тейеш булған булһа, бындай бойороҡ биреү мәғәнәһеҙ булыр ине. Әҙәм шул ағастың емешен ашаған осраҡта ғына үләсәген белгән.
КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҮЛЕҮЕ АЛЛА НИӘТЕНӘ ИНМӘГӘН
Әҙәм менән Һауа йәшәр өсөн был ағастың емештәренә мохтаж булмаған, Эден баҡсаһында тәмле емеш биргән башҡа бик күп ағастар ҙа үҫкән (Башланмыш 2:9). Шул ағастан ашамауҙары менән беренсе пар үҙҙәренә йәшәү биреүсегә тыңлаусан булыуҙарын күрһәтә алған. Шулай итеп улар Алланың үҙҙәренә күрһәтмәләр бирергә хоҡуғы барлығын таныр ине.
НИ ӨСӨН ӘҘӘМ МЕНӘН ҺАУА ҮЛГӘН?
Әҙәм менән Һауаның ни өсөн үлгәнен белер өсөн, бөтә кешеләрҙең киләсәгенә тьҫир иткән бер һөйләшеүҙең асылын аңларға кәрәк. Шайтан Иблис йылан аша ҡот осҡос ялған әйткән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан: „Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?“ — тип һораны» (Башланмыш 3:1).
Һауа йыланға былай тип яуап биргән: «Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ... Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине». Шунда йылан былай тигән: «Юҡ, үлмәйһегеҙ... Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ». Шулай итеп, Шайтан Йәһүә тураһында кешеләрҙән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшергән ялғансы тип әйткән (Башланмыш 3:2—5).
Һауа, Шайтанға ышанып, ағасҡа ҡараған. Ағас күҙҙең яуын алып торған һәм ҡарар күҙгә күркәм булған! Һауа ҡулын һуҙып, ағастың емешен өҙөп алған да ашай башлаған. Шунан Изге Яҙмала: «Янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны», — тиелә (Башланмыш 3:6).
Алла Әҙәмгә: «Уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең», — тигән (БАШЛАНМЫШ 2:17)
Яратҡан балаларының белә тороп үҙен тыңламауҙарын күреү Аллаға ни тиклем ҡыйын булған! Ул нимә эшләгән? Йәһүә Әҙәмгә былай тигән: «Ерҙән яратылғайның һин, ергә кире ҡайтасаҡһың, сөнки саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың» (Башланмыш 3:17—19). Шулай булған да. Әҙәм «туғыҙ йөҙ утыҙ йыл» йәшәгән һәм үлгән (Башланмыш 5:5). Ул күккә лә эләкмәгән, ниндәйҙер башҡа донъяға ла күсмәгән. Йәһүә уны ерҙең саңынан барлыҡҡа килтергәнгә тиклем, ул булмаған. Шуға күрә Әҙәм, үлгәс, саң һымаҡ уҡ йәнһеҙ булып киткән. Ул йәшәүҙән туҡтаған. Ни тиклем аяныс!
КАМИЛЛЫҠ ЮҒАЛТЫЛҒАН
Белә тороп Алланы тыңламағанға, Әҙәм менән Һауа камиллығын юғалтҡан һәм мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған. Улар үҙгәргән — камилһыҙ һәм гонаһлы булып киткән. Әммә уларҙың гонаһ булып торған тыңламаусанлығы уларҙың үҙҙәренә генә түгел, ә нәҫеленә лә тәьҫир иткән. Тәүге кешеләрҙең гонаһы тоҡомдарына ла күскән. Римдарға 5:12-лә былай тиелә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған».
Изге Яҙма гонаһ һәм үлемде бөтә халыҡтарҙы ҡаплап торған япма, бөтә милләттәр өҫтөндәге туҡылған йәймә итеп һүрәтләй (Ишағыя 25:7). Ҡотолоп булмаған ағыулы томан шикелле, был япма бөтөн кешелекте ҡаплап тора. Эйе шул, «Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үл[әбеҙ]» (1 Коринфтарға 15:22). Бәлки, һеҙҙең дә илсе Павелдыҡы кеүек һорау тыуғандыр. Ул былай тип һораған: «Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы?» (Римдарға 7:24). Ысынлап та, берәйһе ҡотҡарырмы? Кем ҡотҡарыр?