Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж?
Кешелек тарихының башында Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, Йәһүә a, берҙән-бер хаким булған. Ул яратыу сағылдырып идара иткән. Кешеләр йәшәһен өсөн, Аллаһы Тәғәлә ғәжәйеп матур йорт — Эден баҡсаһын барлыҡҡа килтергән. Унда ризыҡ мул булған. Бынан тыш, ул кешеләргә ҡәнәғәтлек килтерерлек эш ҡушҡан (Башланмыш 1:28, 29; 2:8, 15). Кешеләр, Алланың яратыу менән һуғарылған идараһына буйһоноп йәшәһә, тыныслыҡҡа кинәнә алыр ине.
Изге Яҙмала күрһәтелгәнсә, һуңыраҡ Шайтан Иблис тип аталған бер фәрештә, Алланың хакимлығына ҡаршы фетнә күтәргән. Уның һүҙҙәре буйынса, кешеләр, имеш, Алланың етәкселегенән башҡа ла бәхетле йәшәй ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа, Шайтанға эйәреп, Аллаға ҡаршы сыҡҡан (Башланмыш 3:1—6; Асылыш 12:9).
Әҙәм менән Һауа Алла хакимлығына буйһонмағанға күрә ожмахтан ҡыуылған, камил һаулыҡтан һәм мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм ителгән (Башланмыш 3:17—19). Уларҙың ҡарары бөтә тоҡомона зыян килтергән. Инжилдә: «Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән», — тиелә (Римдарға 5:12). Гонаһтың тағы бер аяныс һөҙөмтәһе Изге Яҙманың бер аятында ошолай тасуирлана: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтер[ә]» (Вәғәзсе 8:9). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, кешеләрҙең башҡалар менән идара итеүе һәр ваҡыт проблемалар ғына килтерә.
КЕШЕ ХӨКҮМӘТТӘРЕНЕҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ
Изге Яҙмала иҫкә алынған беренсе хаким — ул Нәмрүд. Ул Йәһүәнең идараһына ҡаршы баш күтәргән. Нәмрүд көндәренән алып, хакимлыҡҡа эйә булғандар башҡаларға зыян килтерә. 3 000 йыл самаһы элек Сөләймән батша былай тип яҙған: «Йәберләнгәндәрҙең күҙ йәштәрен күрҙем, уларҙы йыуатыусы кеше юҡ ине. Йәберләүселәре хакимлыҡҡа эйә ине» (Вәғәзсе 4:1).
Бөгөн дә хәл әллә ни үҙгәрмәгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 2009 йылда сыҡҡан бер баҫмаһында былай тиелгән: «Йыш ҡына идара итеү системаһының уңышһыҙ булыуы кешелеккә зыян килтергән төп сәбәптәрҙең береһе булараҡ иҫкә алына».
ЭШ ИТЕР ӨСӨН ВАҠЫТ!
Донъя яҡшыраҡ хакимға һәм яҡшыраҡ идара итеү формаһына мохтаж. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тап шуны вәғәҙә итә лә!
Алла үҙ Батшалығын, йәғни хөкүмәтен урынлаштырған, был батшалыҡ кеше хөкүмәттәре урынына киләсәк һәм «мәңге торасаҡ» (Данил 2:44). Бына шул Батшалыҡ хаҡында миллионлаған кеше доға ҡыла ла инде (Матфей 6:9, 10). Әммә был хөкүмәттең батшаһы Алла түгел. Ул ҡасандыр ерҙә кеше булып йәшәгән бер затты Батша итеп билдәләгән. Алла кемде һайлаған һуң?
a Изге Яҙма буйынса, Алланың исеме Йәһүә (Зәб. 83:18).