Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла ниндәй ул?

Алла ниндәй ул?

Кешенең яҡшы сифаттарын күберәк күргән һайын, уға нығыраҡ тартылабыҙ, һәм беҙҙең дуҫлығыбыҙ нығый. Йәһүә менән дә шулай. Алла ниндәй сифаттарға эйә икәнен белгән һайын, уның ниндәй икәнен яҡшыраҡ аңларбыҙ, һәм ул беҙгә яҡыныраҡ булыр. Алланың иҫ китмәле бар сифаттарының араһынан дүрт мөһим сифатына иғтибар итергә була: уның көсө, зирәклеге, ғәҙеллеге һәм мөхәббәтенә.

АЛЛА ҘУР КӨСКӘ ЭЙӘ

«Эй Аллаһы Тәғәлә Йәһүә! Бына! Һин бөйөк ҡөҙрәтең һәм көслө ҡулың менән күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтерҙең» (ИРЕМИЯ 32:17).

Алланың көсө уның барлыҡҡа килтергән нәмәләренән күренә. Мәҫәлән, асыҡ йәй көнөндә өйҙән тышҡа сыҡҡанда нимә тояһығыҙ? Ҡояш нурының йылылығын. Был ысындан да, Алла көсөнөң сағылыуы. Ҡояш ниндәй көскә эйә? Уның ядроһында Цельсий буйынса температура 15 000 000 градусҡа етә. Һәр секунд һайын ҡояштан миллиард атом бомбаһының шартлауына тиң энергия тарала.

Ғаләмдәге миллиардлаған йондоҙҙар менән сағыштырғанда, Ҡояш бәләкәй генә йондоҙ булып тора. Ғалимдар иң ҙур йондоҙҙарҙың береһе — UY Щита тип һанай. Уның радиусы Ҡояштыҡына ҡарағанда яҡынса 1 700 тапҡытрға ҙурыраҡ. Әгәр ҙә UY Щитаны Ҡояштың урынына ҡуйһаң, ул Ерҙе тулыһынса ҡаплап, Юпитер орбитаһының аръяғына сығыр ине. Был ниндәйҙер кимәлдә Иремия пәйғәмбәр әйткән һүҙҙәрҙе яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Иремия Йәһүә Алланың күктәрҙе һәм ерҙе — Беҙҙең Ғаләмде — бөйөк көсө менән барлыҡҡа килтергәне хаҡында яҙған.

Алланың көсө беҙгә нимә бирә ала? Тормошобоҙ Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләренә, мәҫәлән, Ҡояш энергияһына һәм Ерҙәге тәбиғәт ресурстарына бәйле. Шулай уҡ Алла айырым алынған кешеләргә ярҙам итер өсөн үҙ көсөн йүнәлтә ала. Нисек итеп? Беренсе быуатта, Ғайса ысын мөғжизәләр ҡылһын тип, Алла уға үҙ көсөн биргән. Инжилдә: «Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора», — тип яҙылған (Матфей 11:5). Ә бөгөнгө көндәр тураһында нимә әйтеп була? Изге Яҙмала «Ул арыған кешегә — көс... бирә»,— тиелә. Унда тағы ла: «Йәһүәгә өмөтләнгәндәргә иһә яңынан көс инер», — тип әйтелә (Ишағыя 40:29, 31). Тормош ауырлыҡтарын һәм һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Йәһүә беҙгә «саманан тыш» көс бирергә әҙер (2 Коринфтарға 4:7). Һеҙҙең турала ҡайғыртҡан һәм көслө ҡөҙрәте менән һеҙгә ярҙам итергә теләгән Шәхестең дуҫы булырға теләйһегеҙме?

АЛЛА — ЗИРӘК

«Эй Йәһүә, ҡылған эштәрең шул тиклем күп! Һин уларҙың барыһын зирәклек менән яратҡанһың» (ЗӘБУР 104:24).

Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең мөғжизәләре хаҡында күберәк белгән һайын, уның зирәклегенә күберәк һоҡланабыҙ. Мәҫәлән, биомиметика, йәғни биомимикрия тигән фән бар. Был өлкәлә эшләгән ғалимдар Йәһүәнең ижади эштәрен өйрәнә. Тәбиғәттең төрлө идеяларын үҙләштереп, улар уйлап сығарған нәмәләрен — ябай ҡаптырманан алып самолет конструкцияһының элементарына тиклем яҡшыртыр өсөн ҡуллана.

Кеше күҙе — ысын мөғжизә

Алланың зирәклеген асҡан иң сағыу миҫал — был кеше тәненең төҙөлөшө. Баланың нисек донъяға килгәнен ҡарап сығайыҡ. Барыһы ла бөтә генетик инструкцияны һаҡлаған аталанған бер күҙәнәктән башлана. Был күҙәнәк үҙенә оҡшаған күп күҙәнәктәргә бүленә. Әммә билдәле ваҡытта күҙәнәктәр төрө менән бер-береһенән айырыла башлай. Шулай итеп күҙәнәктәрҙең 200 төрө, мәҫәлән, ҡан, нервы һәм һөйәк күҙәнәктәре барлыҡҡа килә. Тиҙҙән ағзалар системаһы формалаша һәм эш итә башлай. Туғыҙ ай ғына үткәс, тәне миллиардлаған күҙәнәктән торған сабый тыуа. Кеше тәненең шундай зирәклек менән төҙөлгәнен күреп, күптәр Изге Яҙмала яҙылған бындай һүҙҙәр менән килешә: «Һине маҡтайым мин, сөнки шундай ғәжәп яратылыуым тәрән хөрмәт уята» (Зәбур 139:14).

Алланың зирәклеге беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙгә бәхет өсөн нимә кәрәк икәнен белә. Алла тәрән белемгә һәм аңлауға эйә булғанға, үҙенең зирәклеге менән теләп бүлешә. Уның аҡыллы кәңәштәрен Изге Яҙмала табып була. Мәҫәлән, унда: «Бер-берегеҙ[ҙе]... ғәфү итә белегеҙ», — тип яҙылған (Колосстарға 3:13). Был аҡыллымы? Эйе. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кисерә белгән кешеләр яҡшыраҡ йоҡлай, юғары ҡан баҫымы, депрессия һәм башҡа ауырыуҙар менән һирәгерәк интегә. Алла үтә күреүсән, ҡайғыртыусан дуҫ һымаҡ һәр ваҡыт игелекле һәм файҙалы кәңәш бирергә әҙер (2 Тимофейға 3:16, 17). Һеҙ шундай дуҫығыҙ булыуын теләр инегеҙме?

АЛЛА — ҒӘҘЕЛ

«Йәһүә ғәҙеллекте ярата» (ЗӘБУР 37:28).

Алла һәр ваҡыт ғәҙел эш итә. Ысынында «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» (Әйүп 34:10). Ул тик ғәҙел ҡарарҙар ғына сығара. Мәҙхиә йырлаусы Йәһүә тураһында бына нимә тигән: «Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итерһең» (Зәбур 67:4). «Йәһүә йөрәкте күр[гәнгә]», уны ике йөҙлөлөк менән алдап булмай, ул һәр ваҡыт дөрөҫтө ялғандан айыра һәм дөрөҫ хөкөм сығара ала (1 Самуил 16:7). Бынан тыш, Алла һәр яуызлыҡты, донъяла хөкөм һөргән коррупцияны һәм ғәҙелһеҙлекте күрә. Ул: «Яуыздар ерҙән юҡ ителәсәк», — тип вәғәҙә итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:22).

Әммә Алла язаларға әҙер генә булған ҡаты хөкөмсө түгел. Ул һәр ваҡыт шәфҡәтлелек күрһәтер өсөн мөмкинлек эҙләй. Изге Яҙмала, Йәһүә хатта төҙәлә алмаҫлыҡ булып күренгән кешеләргә ҡарата ла, улар эскерһеҙ тәүбә итһә, «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан», — тиелә (Зәбур 103:8; 2 Петр 3:9).

Алланың ғәҙеллеге беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Илсе Петр былай тигән: «Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Алланың ғәҙеллеге беҙгә, һис шикһеҙ, файҙа килтерә, сөнки ул кеше айырмай. Расаға, милләткә, белемгә йә йәмғиәттәге дәрәжәгә ҡарамаҫтан, һәр кеше Алланың хеҙмәтсеһе булып, уның хуплауын ала ала.

Алла кешеләрҙе айырмай, һәм милләтебеҙгә йә йәмғиәттәге дәрәжәбеҙгә ҡарамаҫтан, беҙ уға мөрәжәғәт итә алабыҙ

Алла үҙенең ғәҙеллек нигеҙендә булған принциптарҙы аңлауыбыҙҙы һәм уларҙы ҡулланыуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә ул беҙгә выждан биргән. Изге Яҙмала, выждан — ул йөрәгебеҙҙә яҙылған ҡанун, тип аңлатыла. Шул ҡанун ярҙамында үҙебеҙҙе дөрөҫ тотабыҙмы, юҡмы икәнен аңларға ярҙам итә (Римдарға 2:15). Был беҙгә нимә бирә? Выжданыбыҙ дөрөҫ тәрбиәләнһә, ул беҙҙе дыуамал һәм ғәҙелһеҙ эштәрҙән ҡасырға этәрә. Әгәр ҙә хаталанһаҡ, ул беҙҙе тәүбә итергә һәм тәртибебеҙҙе үҙгәртергә дәртләндерер. Алла ғәҙел булғанға һәм беҙгә лә ошо сифатты биргәнгә беҙ бик шат! Был беҙҙе тағы ла уға нығыраҡ йәлеп итә.

АЛЛА — МӨХӘББӘТ

«Алла — мөхәббәт ул» (1 ЯХЪЯ 4:8).

Алла зирәклеккә, көскә һәм ғәҙеллеккә эйә, әммә Изге Яҙмала Йәһүә — зирәклек, көс һәм ғәҙеллек тип әйтелмәй. Унда ул — мөхәббәт тиелә. Ни өсөн? Йәһүә үҙенең көсө ярҙамында эш итә, бар эштәрен ғәҙеллеккә һәм зирәклеккә таянып башҡара. Әммә тап мөхәббәт уны эш итергә этәрә. Нимә генә эшләһә лә, ул барыһын да яратыуҙан сығып эшләй.

Йәһүә бер нәмәгә лә мохтаж түгел, әммә уның яратыуы күктәге һәм ерҙәге аҡыллы заттарҙы барлыҡҡа килтерергә дәртләндергән. Ул шул заттарҙың уның эскерһеҙ ҡайғыртыуын тоя һәм баһалай алыуын теләгән. Йәһүә Ерҙе, кешеләргә яҡшы өй булһын тип, барлыҡҡа килтергән. Ул һаман да кешеләр хаҡында ҡайғыртыуын дауам итә, сөнки «ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра» (Матфей 5:45).

Бынан тыш, «Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» (Яҡуб 5:11). Уны ысын күңелдән белергә һәм уға яҡыныраҡ булырға тырышҡан кешеләрҙең һәр береһен ул ҡәҙерләй. Эйе, «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).

Алланың мөхәббәте беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Беҙ ҡояш байыуының матурлығына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Сабыйҙың көлөүе күңелде йомшарта. Беҙ яҡын кешебеҙҙең яратыуын ҡәҙерләйбеҙ. Быларға мәжбүр булмаһаҡ та, быларҙың барыһы ла тормошобоҙҙо байыта.

Алланың яратыуының тағы ла бер сағылышы — доға. Инжилдә былай тип яҙылған: «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ». Ҡайғыртыусан атай булараҡ, беҙҙе борсоған ауырлыҡтар хаҡында үҙенә һөйләүебеҙҙе теләй. Өҫтәүенә, Йәһүә «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» бирергә вәғәҙә итә (Филиптарға 4:6, 7).

Алланың төп сифаттарын: көсөн, зирәклеген, ғәҙеллеген һәм мөхәббәтен ҡыҫҡа ғына ҡарап сығыу, һеҙгә Алланың ниндәй икәнен яҡшыраҡ аңларға ярҙам иттеме? Йәһүә һеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булһын өсөн, әйҙәгеҙ, уның беҙҙең өсөн нимә эшләгәнен һәм киләсәктә нимә эшләйәсәген беләйек.

АЛЛА НИНДӘЙ УЛ? Көстә, зирәклектә һәм ғәҙеллектә Йәһүәгә тиңдәр юҡ. Әммә барыһынан да бигерәк уның мөхәббәте беҙҙе йәлеп итә