Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә хакимлығы яғында тороғоҙ!

Йәһүә хакимлығы яғында тороғоҙ!

«Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың» (АСЫЛ. 4:11).

ЙЫРҘАР: 2, 49

1, 2. Һәр беребеҙ нимәгә инанған булырға тейеш? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҮТКӘН мәҡәләнән күреүебеҙсә, Иблис, Йәһүәнең хакимлыҡ итергә хоҡуғы юҡ һәм кешеләр, үҙҙәре хакимлыҡ итһә, яҡшыраҡ йәшәйәсәк, тип әйткән. Шайтан хаҡмы? Аллаға буйһонмаған кешеләр мәңге йәшәй алһа, нимә булырын күҙ алдына килтерегеҙ. Улар Алла идараһынан тыш яҡшыраҡ йәшәр инеме? Әгәр һеҙ, тулы иреккә эйә булып, мәңге йәшәй алһағыҙ, бәхетлерәк булыр инегеҙме?

2 Бер кем дә һеҙҙең өсөн был һорауҙарға яуап бирә алмай. Һәр кеше был хаҡта үҙе уйланырға тейеш. Бындай уйланыу Алла — тәҡүә хаким икәненә шик ҡалдырмаҫ. Уның идара итеүе иң яҡшы, һәм ул беҙҙең бөтә йөрәктән буйһоноуыбыҙға лайыҡ. Изге Яҙма беҙҙе быға ышандыра. Мәҫәлән, Алла Һүҙендә Йәһүәнең хакимлыҡ итергә хоҡуғы тураһында нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ — ТУЛЫ ХОҠУҠЛЫ ХАКИМ

3. Ни өсөн Йәһүә генә — Ғаләмдең тулы хоҡуҡлы хакимы?

3 Йәһүә — Ғаләмдең тулы хоҡуҡлы хакимы, сөнки ул Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла һәм Барлыҡҡа килтереүсе (1 Йыл. 29:11; Ғәм. 4:24). Асылыш 4:11-ҙә яҙылғанса, Мәсихтең илаһи күренештә тасуирланған 144 000 хакимдашы былай ти: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды». Эйе, Йәһүә бар нәмәне барлыҡҡа килтергән, шуға күрә уның кешеләр һәм рухи заттар менән идара итергә тулы хоҡуғы бар.

4. Ни өсөн Алла хакимлығына ҡаршы сығыусы һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмай?

4 Шайтан бер нәмәне лә барлыҡҡа килтермәгән. Тимәк, уның Ғаләмдә хакимлыҡ итеүгә дәғүәләү өсөн бер ниндәй законлы нигеҙе юҡ. Йәһүә хакимлығына ҡаршы сығып, Шайтан һәм Әҙәм менән Һауа бик тәкәббер эш иткән (Ирем. 10:23). Әлбиттә, уларҙың һайлау ирке булғанға, улар Алланан бойондороҡһоҙ булыуҙы һайлай алған. Әммә был, уларҙың быға хоҡуғы булған, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Һайлау ирке кешеләргә көн һайын күп төрлө ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Ләкин һайлау ирке уларға тормош бүләк иткән Барлыҡҡа килтереүсегә ҡаршы сығырға хоҡуҡ бирмәй. Шуныһы ап-асыҡ: Аллаға ҡаршы фетнә күтәреүсе һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмай. Кешеләр булараҡ, беҙгә Йәһүәнең ғәҙел хакимлығына буйһонорға кәрәк.

5. Ни өсөн Алланың ҡарарҙары ғәҙел икәненә һис тә шикләнмәҫкә була?

5 Йәһүәне Ғаләмдең тулы хоҡуҡлы хакимы тип атар өсөн башҡа сәбәп тә бар. Хакимлыҡ иткәндә, ул камил ғәҙеллек менән эш итә. Йәһүә үҙе хаҡында бына нимә әйтә: «[Мин] ерҙә тоғро мөхәббәт, ғәҙеллек һәм тәҡүәлек менән эш [итәм]... сөнки шундай нәмәләр мине һөйөндөрә» (Ирем. 9:24). Йәһүәгә нимә ғәҙел, ә нимә ғәҙелһеҙ икәнен аңлар өсөн камилһыҙ кешеләр яҙған ҡанун йыйынтығы кәрәкмәй. Ул үҙе камил ғәҙеллек нормаларын урынлаштырған һәм уларҙың нигеҙендә кешеләргә ҡанундар биргән. «Тәҡүәлек һәм ғәҙеллек» — Алла тәхетенең нигеҙе, шуға күрә уның бөтә ҡанундары, принциптары һәм ҡарарҙары ғәҙел икәненә һис тә шикләнмәҫкә була (Зәб. 89:14; 119:128). Шайтан, Йәһүә — насар хаким, тип әйтһә лә, ул үҙе ғәҙеллек хөкөм һөргән донъяны булдыра алманы.

6. Ни өсөн Йәһүәнең донъя менән идара итергә хоҡуғы бар?

6 Бынан тыш, Йәһүә бөтөн Ғаләм менән идара итер өсөн кәрәкле белем һәм зирәклеккә эйә, шуға күрә лә уны тулы хоҡуҡлы хаким тип атап була. Мәҫәлән, Алланың үҙ улына кешеләрҙе дауалап булмай торған ауырыуҙарҙан һауыҡтырырға көс биргәнен иҫкә төшөрәйек (Матф. 4:23, 24; Марк 5:25—29). Кешеләр быға бик ғәжәпләнһә лә, Йәһүә өсөн был мөғжизә булмаған. Ул организмыбыҙҙың нисек төҙөлгәнен яҡшы белә һәм һәр ҡайһы ауырыуҙы бөтөрә ала. Йәһүәнең шулай уҡ үлгәндәрҙе терелтергә һәм афәттәрҙе тыйырға көсө бар.

7. Ни өсөн, Йәһүәнең зирәклеге Шайтан донъяһының зирәклегенән күпкә өҫтөнөрәк, тип әйтеп була?

7 Шайтан донъяһындағы кешеләр милли һәм халыҡ-ара конфликттарҙы бер нисек тә бөтөрә алмай. Йәһүә генә ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлаштырыр өсөн кәрәкле зирәклеккә эйә (Ишағ. 2:3, 4; 54:13). Йәһүәнең ниндәй зирәклек һәм белемгә эйә булғаны хаҡында уйланып, беҙ үҙебеҙҙе Павел кеүек тоябыҙ. Ул, Алла тарафынан рухландырылып, былай тигән: «Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!» (Рим. 11:33).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИДАРА ИТЕҮЕ ИҢ ЯҠШЫ

8. Йәһүәнең идара итеүендә һеҙҙе нимә һоҡландыра?

8 Изге Яҙмала, Йәһүәнең хакимлыҡ итергә хоҡуғы барлығы хаҡында әйтелеүҙән тыш, шулай уҡ ни өсөн уның идара итеүе башҡаларҙыҡынан күпкә яҡшыраҡ икәне лә аңлатыла. Сәбәптәрҙең береһе: ул яратыу сағылдырып идара итә. Йәһүәнең үҙ хакимлығын нисек ҡулланғаны хаҡында уйланыу күңелебеҙҙе йылыта. Ул «шәфҡәтле һәм миһырбанлы Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй» (Сығ. 34:6). Алла, үҙ хеҙмәтселәренең дәрәжәһен төшөрмәйенсә, улар менән ихтирамлы мөғәмәлә итә. Ул беҙҙең хаҡта хатта үҙ-үҙебеҙ тураһында ҡайғырта алғандан да яҡшыраҡ ҡайғырта. Иблис киреһен раҫларға тырышһа ла, Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәренән яҡшы нәмәләрҙе йәшермәй. Киреһенсә, ул, беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, хатта үҙенең яратҡан улын биргән! (Зәбур 84:11 *; Римдарға 8:32-не уҡығыҙ.)

9. Йәһүәнең айырым кешеләр хаҡында ҡайғыртҡанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

9 Йәһүә үҙ халҡы хаҡында ҡайғырта. Әммә ул шулай уҡ үҙенең һәр хеҙмәтсеһе менән дә тәрән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, Йәһүәнең өс быуат дауамында үҙ халҡына, йәберләүселәрҙән ҡотҡарһындар өсөн, хөкөмсөләр биреп торғанын иҫкә төшөрәйек. Шулай ҙа шул тынғыһыҙ ваҡытта Израиль халҡынан булмаған Рут исемле ҡатын Алланың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Рут Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китер өсөн күп ҡорбандарға барған. Йәһүә уны фатихалаған: Рут кейәүгә сыҡҡан һәм ир бала тыуҙырған. Әммә уның фатихалары бының менән генә тамамланмай. Терелтелгәс, Рут үҙ улы Мәсихтең ата-бабаһы булғанын беләсәк. Ул үҙ осрағының Изге Яҙманың бер китабында яҙылғанын, ә был китап уның исеме менән аталғанын белгәс, уның нимә тоясағын күҙ алдына килтерегеҙ! (Рут 4:13; Матф. 1:5, 16)

10. Ни өсөн Йәһүәне сиктән тыш талапсан хаким тип атап булмай?

10 Йәһүәне бер нисек тә мәрхәмәтһеҙ, ҡаты бәғерле хаким тип атап булмай. Ул үҙ хеҙмәтселәрен иректән мәхрүм итмәй, улар уға шатланып хеҙмәт итә (2 Кор. 3:17). Дауыт Йәһүә тураһында былай тигән: «Бөйөклөк һәм мөһабәтлек — уның [Алланың] хозурында, көс-ҡеүәт һәм шатлыҡ — уның йәшәү урынында» (1 Йыл. 16:7, 27). Шундайыраҡ фекерҙе мәҙхиә йырлаусы Ита́н да яҙған: «Шатлыҡлы ауаз һалыуҙың нимә икәнлеген белгән халыҡ бәхетле. Эй Йәһүә, улар йөҙөңдөң яҡтылығында йөрөй. Улар һинең исемеңә көнө буйы һөйөнә, тәҡүәлегең аша юғарылана» (Зәб. 89:15, 16).

11. Йәһүәнең идара итеүе иң яҡшы икәненә ышанысыбыҙҙы нисек нығытып була?

11 Йәһүәнең игелеге хаҡында йышыраҡ уйланған һайын, уның идара итеүе иң яҡшы икәненә ышанысыбыҙ ҙа нығый барыр. Беҙ мәҙхиә йырлаусының хистәрен уртаҡлашабыҙ. Ул былай тигән: «Сөнки һинең ишек алдарыңда бер көн булыу башҡа ерҙә үткәргән мең көндән дә яҡшыраҡ!» (Зәб. 84:10). Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, беҙгә бәхетле булыр өсөн нимә кәрәклеген белә һәм беҙ мохтаж булған нәмәләрҙе йомарт итеп, хатта кәрәгенән артыҡ бирә. Уның талаптарын үтәр өсөн ҡайһы саҡ ниндәйҙер ҡорбандарға барырға тура килгәндә лә, был беҙгә файҙа һәм ҙур шатлыҡ килтерә. (Ишағыя 48:17-не уҡығыҙ *.)

12. Йәһүә хакимлығына буйһоноуыбыҙҙың төп сәбәбе ниндәй?

12 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Мәсихтең Меңйыллыҡ идара итеүенән һуң ҡайһы бер кешеләр Йәһүә хакимлығына ҡаршы фетнә күтәрәсәк (Асыл. 20:7, 8). Уларҙы быға нимә этәрер? Иреккә сығарылған Иблис, кешеләрҙе Алланан алып китергә маташҡанда, һис шикһеҙ, уларҙа эгоистик теләктәр уятырға тырышыр. Был бит уның иң яратҡан ҡоралы. Бәлки, ул кешеләрҙе, Йәһүәгә буйһонмайынса ла мәңге йәшәп була, тип ышандырырға тырышыр. Әлбиттә, был мөмкин түгел. Әммә беҙгә Иблистең һүҙҙәре әҙ генә булһа ла ҡыҙыҡтырғыс булып күренерме? Йәһүәне яратһаҡ, уның игелекле һәм ғәҙел хаким булыуына инанһаҡ, Иблистең һүҙҙәре беҙҙең өсөн ерәнгес булыр. Ғәҙел һәм ҡайғыртыусан Аллабыҙ Йәһүәнең хакимлығына буйһонмайынса йәшәү тураһындағы фекер беҙҙе бер ҡасан да ҡыҙыҡтырмаҫ.

ТОҒРОЛОҠ МЕНӘН АЛЛА ХАКИМЛЫҒЫ ЯҒЫНДА ТОРОҒОҘ

13. Ни өсөн, Алланан өлгө алып, беҙ уның хакимлығы яғында булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ?

13 Шик тә юҡ, Йәһүә хакимлығы беҙҙең бөтә йөрәктән буйһоноуыбыҙға лайыҡ. Күреүебеҙсә, уның хакимлыҡ итергә тулы хоҡуғы бар, һәм уның идара итеүе иң яҡшы. Беҙ Аллаға тоғро ҡалып һәм уға ихлас күңелдән хеҙмәт итеп уның хакимлығы яғында булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Бынан тыш, беҙ бөтә нәмәлә Йәһүәнән өлгө ала алабыҙ. Был шулай уҡ уның хакимлығын ҡәҙерләүебеҙҙе һәм уға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтә. (Ефестарға 5:1, 2-не уҡығыҙ.)

14. Өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары Йәһүәнән нисек өлгө ала ала?

14 Изге Яҙманы өйрәнеп, беҙ Йәһүә — ҡайғыртыусан хаким икәнен белдек. Быны иҫтә тотоп, уның хакимлығын ихтирам иткән ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр, ғаиләлә йә йыйылышта сикһеҙ хакимлыҡҡа эйә булғандай, сиктән тыш талапсан булмаҫ. Бының урынына улар Йәһүәнең үрнәгенә эйәрер. Павел шулай эш иткән дә: ул Алланан һәм уның улынан өлгө алған (1 Кор. 11:1). Павел бер ваҡытта ла башҡаларҙа ғәйеп тойғоһо уятырға тырышмаған һәм уларҙы үҙе теләгәнсә эш итергә мәжбүр итмәгән. Киреһенсә, ул уларға үтенес менән өндәшкән (Рим. 12:1; Ефес. 4:1; Фил. 8—10). Йәһүә кешеләр менән шулай мөғәмәлә итә, һәм уның хакимлығын ҡәҙерләгән һәм уға буйһонған һәр кем шулай уҡ эш итергә тейеш.

15. Ни өсөн, Йәһүә ойошмаһындағы тәртип буйынса эш итеп, беҙ уның хакимлығын ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ?

15 Беҙ Йәһүәнән хакимлыҡ алған кешеләргә нисек ҡарайбыҙ? Уларҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, беҙ Йәһүә хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Хатта ниндәй ҙә булһа ҡарарҙы аңлап етмәһәк йә уның менән риза булмаһаҡ та, беҙ барыбер Алла ойошмаһында урынлаштырылған тәртип буйынса эш итәбеҙ. Был Шайтан донъяһында киң таралған ҡараштан бөтөнләй айырылып тора! Әммә Йәһүә хакимлығын таныған кешеләр тап шулай эш итә лә (Ефес. 5:22, 23; 6:1—3; Евр. 13:17). Шулай эшләп, беҙ күп фатихалар алабыҙ, сөнки Йәһүә беҙгә иң яҡшыһын теләй.

16. Алла хакимлығы яҡлы кешеләр ҡарарҙар ҡабул иткәндә нимәне иҫәпкә ала?

16 Алла хакимлығы яҡлы булыуыбыҙҙы шулай уҡ ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ менән дә күрһәтеп була. Йәһүә беҙгә һәр осраҡта нисек эш итергә кәрәк икәнен әйтеп тормай. Әммә ул беҙгә үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала мәсихселәргә ярашлы кейем хаҡында ентекле ҡағиҙәләр юҡ. Шулай ҙа Йәһүә беҙҙең тыйнаҡ, Алла хеҙмәтселәренә хас булған кейем һәм тышҡы ҡиәфәт һайлауыбыҙҙы теләй (1 Тим. 2:9, 10). Ул шулай уҡ беҙҙең башҡаларҙың хистәре хаҡында уйлауыбыҙҙы теләй (1 Кор. 10:31—33). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, үҙ теләктәребеҙҙе генә ҡайғыртыу урынына тәү сиратта Йәһүәнең ҡарашын аңларға тырышһаҡ, беҙ уның хакимлығын ҡәҙерләүебеҙҙе һәм уға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм никахтағы ауырлыҡтарҙы хәл иткәндә Алла хакимлығы яғында булыуығыҙҙы күрһәтегеҙ (16—18 абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17, 18. Мәсихсе парҙар Йәһүәнең хакимлығына буйһоноуҙарын нисек күрһәтә ала?

17 Әйҙәгеҙ, никахта торған мәсихселәр Йәһүә хакимлығына буйһона алған бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, ир менән ҡатын ғаилә тормошоноң улар көткәндән күпкә ҡатмарлыраҡ икәнен аңлаған, ти. Ә, бәлки, уларҙың никахҡа бәйле бөтә өмөттәре лә селпәрәмә килгәндер. Бындай осраҡта улар Йәһүәнең Израиль халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәне хаҡында уйлана ала. Йәһүә үҙе хаҡында был халыҡтың ире хаҡында әйткәндәй әйткән (Ишағ. 54:5; 62:4). Был «никахта» мөнәсәбәттәр ниндәй ҡатмарлы булған! Әммә Йәһүә уларҙы өҙөргә ашыҡмаған. Ул израилдәргә ҡат-ҡат шәфҡәт күрһәткән һәм улар менән төҙөгән килешеүенә тоғро булған. (Зәбур 106:43—45-те уҡығыҙ *.) Тоғро яратыуҙың ниндәй ғәжәп сағылышы!

18 Йәһүәне яратҡан парҙар унан өлгө алырға тырыша. Улар, Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙоп, никахта тыуған ауырлыҡтарҙы айырылышыу юлы менән хәл итмәй. Мәсихсе ир менән ҡатын Йәһүәнең уларҙы берләштереп бергә ҡалыуҙарын теләгәнен аңлай. Енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылынмаһа, айырылышыр өсөн йәки яңы никахҡа инер өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәп юҡ (Матф. 19:5, 6, 9). Мәсихселәр, үҙ никахын һаҡлап ҡалыр өсөн һәм хатта уны бәхетле итер өсөн бар көсөн һалып, Йәһүәнең ғәҙел хакимлығы яғында булыуҙарын күрһәтә.

19. Хата яһаһаҡ, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

19 Камил булмағанға, беҙ ҡайһы саҡта Йәһүә хупламаған эштәр ҡылабыҙ. Быны белеп, ул яратыу йөҙөнән беҙҙең өсөн йолом ҡорбаны итеп үҙ Улын биргән. Шуға күрә, дөрөҫ булмаған эш ҡылһаҡ, Йәһүәнән ғәфү итеүен һорарға кәрәк (1 Яхъя 2:1, 2). Үҙебеҙҙе бер туҡтауһыҙ шелтәләү урынына, беҙ үҙ хатабыҙҙан һабаҡтар алырға тырышырға тейеш. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлаһаҡ, ул беҙҙе кисерер, шулай уҡ күңел әрнеүебеҙҙе баҫырға һәм киләсәктә шуға оҡшаш хәлдәрҙә дөрөҫ эш итергә ярҙам итер (Зәб. 103:3).

20. Ни өсөн хәҙер Алла хакимлығына буйһонорға ваҡыт?

20 Яңы донъяла барыһы ла Йәһүә хакимлығына буйһонасаҡ, уның кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә өйрәнәсәк (Ишағ. 11:9). Әлбиттә, беҙ быға инде хәҙер өйрәнәбеҙ. Һәм тиҙҙән Алла хакимлығы хаҡындағы һорау тулыһынса сиселәсәк. Хәҙер Алла хакимлығына буйһонорға ваҡыт. Ә бының өсөн Йәһүәгә тоғро ҡалыу, уға хеҙмәт итеү һәм бөтә нәмәлә унан өлгө алыу мөһим.

^ 8 абз. Зәбур 84:11: «Йәһүә Алла — беҙҙең ҡояшыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ, ул илтифатын күрһәтә, беҙҙе данға төрә. Сафлыҡ юлынан йөрөүселәрҙе Йәһүә һис ниндәй игелектән айырмаҫ».

^ 11 абз. Ишағыя 48:17: «Үҙеңде Йолоп алыусы, Израилдең Изге Аллаһы Йәһүә былай ти: „Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан һине алып барыусы Алла“».

^ 17 абз. Зәбур 106:43—45: «Ул күп тапҡырҙар уларҙы ҡотҡарған, ләкин улар һаман баш күтәргән, буйһонмаған һәм үҙ енәйәттәре өсөн түбәнһетелгән. Әммә ул уларҙың ғазап сигеүҙәрен күргән һәм ярҙам һорап ауаз һалыуҙарын ишеткән. Ул, улар хаҡына үҙ килешеүен иҫенә төшөрөп, үҙенең бөйөк тоғро мөхәббәте буйынса ҡыҙғаныу хисе кисергән».