БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ЙӘШӘҮ ҺӘМ ҮЛЕМ ХАҠЫНДА ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Изге Яҙмала йәшәү һәм үлем хаҡында нимә әйтелә?
Изге Яҙманың Башланмыш китабынан барлыҡҡа килтереү тураһында уҡып, беҙ Алланың беренсе кешегә, Әҙәмгә, биргән әмере хаҡында беләбеҙ. Ул уға: «Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең», — тигән (Башланмыш 2:16, 17). Был һүҙҙәр асыҡ итеп шуны күрһәтә: Әҙәм, Алланың ҡанунына буйһонһа, үлмәҫ ине һәм Эден баҡсаһында мәңге йәшәр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм, Аллаға буйһоноп, мәңге йәшәүҙе һайлау урынына, уның әмерен һанға һуҡмай, ҡатыны Һауа биргән тыйылған емеште ашаған (Башланмыш 3:1—6). Был һайлауҙың эҙемтәләрен беҙ бөгөн дә татыйбыҙ. Илсе Павел былай тип аңлатҡан: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12). Әҙәм ниндәй гонаһ ҡылған, һәм ни өсөн ул үлемгә килтергән?
Әҙәм аңлы рәүештә Алланың ҡанунын боҙған һәм шулай итеп гонаһ ҡылған (1 Яхъя 3:4). Ә, Алла Әҙәмгә әйткәнсә, гонаһ өсөн яза үлем булған. Әгәр ҙә Әҙәм һәм уның тыуасаҡ тоҡомдары Алланың ҡанунына буйһонһа, улар гонаһлы булмаҫ ине һәм бер ҡасан да үлем татымаҫ ине. Алла кешеләрҙе үлһендәр өсөн түгел, ә йәшәһендәр — мәңге йәшәһендәр өсөн барлыҡҡа килтергән.
Ысындан да, Изге Яҙмала яҙылғанса, «үлем бөтөн кешеләр араһында таралған». Әммә кеше үлгәндән һуң, уның берәй өлөшө йәшәүен дауам итәме? Күптәр, кешенең ниндәйҙер өлөшө — ҡайһы берәүҙәр уны йән тип атай — үлемһеҙ, тип уйлай. Әммә был ҡараш Алла Әҙәмде алдаған тигән фекер тыуҙыра. Ни өсөн? Әгәр ҙә үлемдән һуң кешенең ниндәйҙер өлөшө рухи донъяла йәшәүен дауам итһә, үлем, Алла әйткәнсә, гонаһ өсөн яза булмаҫ ине. Ләкин Изге Яҙмала: «Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай», — тип яҙылған (Еврейҙарға 6:18). Ысынында, Шайтан алдаған. Һауаға: «Юҡ, үлмәйһегеҙ», — тип тап ул әйткән булған (Башланмыш 3:4).
Шулай булғас, бындай һорау тыуа: үлемһеҙ йән хаҡындағы тәғлимәт ялғанға нигеҙләгән икән, улайһа кеше үлгәс, уның менән нимә була һуң?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА БАРЫҺЫ ЛА АСЫҠЛАНА
Тәүратта былай тиелә: «Йәһүә Алла ер тупрағынан кешене яратты һәм уның танау тишектәренә йәшәү һулышы өрҙө, һәм кеше тере йән булып китте» (Башланмыш 2:7, төшөрмә, ЯДТ). «Тере йән» тигән һүҙбәйләнеш «не́феш» тигән еврей һүҙенән тәржемә ителгән һәм һүҙмә-һүҙ «тын алыусы зат» тигәнде аңлата.
Шулай итеп, Изге Яҙма асыҡ итеп шуны күрһәтә: кеше үлемһеҙ йән менән барлыҡҡа килтерелмәгән, сөнки ул үҙе йән булып тора. Бына шуның өсөн, нисек кенә эҙләһәгеҙ ҙә, һеҙ Изге Яҙмала «үлемһеҙ йән» тигән һүҙбәйләнеште таба алмаҫһығыҙ.
Изге Яҙма буйынса кешенең үлемһеҙ йәне юҡ икән, улайһа ни өсөн шул тиклем күп диндәр ҡапма-ҡаршы тәғлимәткә өйрәтә? Яуап табыр өсөн, боронғо Мысыр тарихына иғтибар итәйек.
МӘЖҮСИ ТӘҒЛИМӘТ СӘСКӘ АТА
Б. э. т. V быуатта йәшәгән Геродот исемле грек тарихсыһы, мысырҙар «тәүгеләрҙән булып үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәтте ҡабул иткән», тип әйткән. Шулай уҡ тағы бер боронғо халыҡ — вавилондар — йәндең үлемһеҙ булыуына ышанған. Б. э. т. 332 йылда Александр Македонский Яҡын Көнсығышты яулап алған ваҡытта был тәғлимәт грек фәлсәфәселәре араһында инде киң танылыу алған булған һәм тиҙҙән бөтә Грек империяһы буйлап таралған.
Нисек кенә эҙләһәгеҙ ҙә, һеҙ Изге Яҙмала «үлемһеҙ йән» тигән һүҙбәйләнеште таба алмаҫһығыҙ
Б. э. I быуатында йәһүдтәрҙең ике билдәле сектаһы, ессейҙар һәм фарисейҙар, үлемдән һуң кешенең йәне йәшәүен дауам итә, тип өйрәткән. «Еврей энциклопедияһы»нда былай тиелә: «Йәһүдтәр үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәтте грек фәлсәфәселәре, башлыса Платон аша үҙләштергән» («The Jewish Encyclopedia»). Шулай уҡ I быуатта йәшәгән йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий, был тәғлимәт Изге Яҙмаға түгел, ә «грек халҡының ышаныуҙарына» нигеҙләнгән, тип иҫәпләгән. Ул уларҙың ышаныуҙарына мифтар һәм риүәйәттәр йыйынтығына ҡарағандай ҡараған.
Грек мәҙәниәте киң таралғанға, үҙҙәрен мәсихсе тип атаусылар был мәжүси тәғлимәтте үҙләштергән. Тарихсы Йона Лендеринг әйтеүенсә, «Платон, беҙҙең йәнебеҙ ҡасандыр яҡшыраҡ ерҙә булған, ә хәҙер боҙоҡ донъяла йәшәй, тип фараз иткән. Был Платондың фәлсәфәһенә мәсихселәр тәғлимәтенә үтеп инеүенә еңел юл асҡан». Шулай итеп, үлемһеҙ йән тураһындағы мәжүси тәғлимәт христиан сиркәүҙәренә үтеп ингән һәм инаныуҙарының төп өлөшө булып киткән.
ХӘҠИҠӘТ «ҺЕҘҘЕ ИРЕКЛЕ ИТЕР»
Беренсе быуатта илсе Павел мәсихселәрҙе былай тип киҫәткән: «Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә» (1 Тимофейға 4:1). Ни тиклем хаҡ булып сыҡҡан был һүҙҙәр! Үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәт «ен өйрәтеүҙәрен[ең]» сағыу бер өлөшө булып тора. Ул Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән һәм тамыры менән боронғо мәжүси диндәргә һәм фәлсәфәләргә барып тоташа.
Бәхетебеҙгә ҡаршы, Ғайса пәйғәмбәр: «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән (Яхъя 8:32). Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән танышып, кеше донъялағы күп диндәр өйрәткән, Алланы хурлаған тәғлимәттәрҙән ирекле була. Өҫтәүенә, Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт беҙҙе үлем менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр һәм хөрәфәттәр бығауынан азат итә. (« Үлгән кешеләр ҡайҙа?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
Алла кешеләрҙе ерҙә 70—80 йыл ғына йәшәһен, ә һуңынан мәңгегә рухи донъяға китһен өсөн яратмаған. Ул үҙенә тыңлаусан булған кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүен теләгән. Был иҫ киткес ниәт Алланың кешеләрҙе яратыуын күрһәтә, һәм был ниәттең тормошҡа ашыуына бер нәмә лә ҡамасаулай алмаясаҡ (Малахи 3:6). Бер мәҙхиә йырлаусы бындай йыуаныслы һүҙҙәр әйткән: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).