Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Беләм, ул... тереләсәк»

«Беләм, ул... тереләсәк»

«Дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам» (ЯХЪЯ 11:11).

ЙЫРҘАР: 142, 129

1. Ҡустыһы үлгәс, Марфа нимәгә шикләнмәгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҒАЙСА МӘСИХТЕҢ дуҫы һәм шәкерте Марфа ҡайғыра. Уның ҡустыһы Лазарь үлгән. Берәй нәмә уның күңел әрнеүен баҫа аламы? Эйе. Ғайса уны: «Ҡустығыҙ тереләсәк», — тип ышандыра. Был һүҙҙәр уның ҡайғыһын бөтөнләй кәметмәһә лә, Марфа Ғайсаның вәғәҙәһенә ышана. Марфа былай ти: «Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк» (Яхъя 11:20—24). Ул бының киләсәктә буласағына һис тә шикләнмәй. Шунан Ғайса мөғжизә ҡыла. Ул Лазарҙы шул көндө үк терелтә.

2. Ни өсөн һеҙ терелеүгә Марфа кеүек ныҡ ышанырға теләйһегеҙ?

2 Беҙ, Ғайса Мәсих йә уның Атаһы хәҙерге ваҡытта беҙҙең өсөн шундай мөғжизә ҡылыр, тип өмөтләнә алмайбыҙ. Әммә һеҙ ғәзиз кешегеҙҙең киләсәктә тереләсәгенә Марфа кеүек ныҡ ышанаһығыҙмы? Бәлки, һеҙ тормош иптәшегеҙҙе, әсәйегеҙ йә атайығыҙҙы, өләсәйегеҙ йә олатайығыҙҙы юғалтҡанһығыҙҙыр. Йә, бәлки, балағыҙ үлгәнгә ныҡ ҡайғыраһығыҙҙыр. Һеҙ ғәзиз кешегеҙ менән ҡосаҡлашырға, һөйләшеп йә көлөп алырға теләйһегеҙҙер. Бәхеткә күрә, һеҙҙең, Марфа кеүек: «Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк», — тип әйтер өсөн нигеҙегеҙ бар. Әммә һәр мәсихсегә ни өсөн быға ныҡ ышанып була икәне хаҡында уйланыу яҡшы булыр ине.

3, 4. Ғайсаның мөғжизәләре Марфаның терелеүгә иманын нисек нығыта алған?

3 Марфа Иерусалим янында йәшәгән, шуға күрә ул Ғайсаның Галилеялағы Наин ҡалаһы тирәһендә тол ҡатындың улын терелткәнен күрмәгәндер. Әммә ул был турала ишеткәндер. Марфа шулай уҡ Ғайса Мәсихтең Яирҙың ҡыҙын терелткәне хаҡында ишеткәндер. Был ҡыҙыҡай йортонда булған һәр кеше уның «үлгәнлеген» белгән. Шулай ҙа Ғайса уның ҡулын алған да: «Балам, тор!» — тигән. Һәм ҡыҙыҡай шунда уҡ терелгән! (Лука 7:11—17; 8:41, 42, 49—55) Марфа ла, уның һеңлеһе Мәрйәм дә Ғайсаның ауырыуҙан һауыҡтыра алыуын белгән. Шунлыҡтан улар, Ғайса яныбыҙҙа булһа, Лазарь үлмәҫ ине, тип уйлаған. Әммә хәҙер, Ғайсаның ҡәҙерле дуҫы үлгәс, Марфа нимәгә өмөтләнгән? Иғтибар итегеҙ: Марфа Лазарҙың киләсәктә, «ҡиәмәт көнөндә» тереләсәге хаҡында әйткән. Ни өсөн ул быға бик ныҡ ышанған? Һәм ни өсөн һеҙ киләсәктә үлгәндәрҙең, шул иҫәптән яҡын кешеләрегеҙҙең тереләсәгенә ышана алаһығыҙ?

4 Терелеүгә иман итер өсөн етди сәбәптәр бар. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ. Был беҙгә Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәренә яңыса ҡарарға һәм терелеүгә тағы ла нығыраҡ ышанырға ярҙам итер.

ӨМӨТ БИРЕҮСЕ ВАҠИҒАЛАР

5. Ни өсөн Марфа Лазарҙың тереләсәгенә шикләнмәгән?

5 Иғтибар итегеҙ, Марфа: «Өмөтләнәм, ҡустым тереләсәк», — тимәгән. Ул: «Беләм, ул тереләсәк», — тигән. Ни өсөн Марфа шул тиклем инанған булған? Сөнки ул үткән заманда булған терелеү осраҡтары тураһында белгән. Бәлки, ул был осраҡтар хаҡында бала сағында өйҙә йә синагогала ишеткәндер. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала иҫкә алынған өс осраҡты ҡарап сығайыҡ.

6. Марфа, һис шикһеҙ, ниндәй мөғжизә тураһында белгән?

6 Беренсе терелеү Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә булған. Алла уға мөғжизәләр ҡылырға көс биргән. Израилдең төньяғында урынлашҡан Финикиялағы Сарепта ҡалаһында йәшәгән бер ярлы тол ҡатын пәйғәмбәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән. Йәһүә мөғжизә эшләгән: был тол ҡатындың оно һәм майы бөтмәгән, бының ярҙамында ул улы менән тере ҡалған (1 Бат. 17:8—16). Һуңыраҡ уның улы ауырып киткән һәм үлгән, әммә Ильяс уға ярҙамға килгән. Ул, малайҙың кәүҙәһенә ҡағылып: «Эй Йәһүә Аллам, зинһар, был балаға йән керһә ине», — тип доға ҡылған. Шулай булған да. Алла Ильястың доғаһын ишеткән, һәм бала терелгән. Был — Изге Яҙмала тасуирланған беренсе терелтеү. (1 Батшалар 17:20—22-не уҡығыҙ *.) Марфа, әлбиттә, был мөғжизә тураһында белгән.

7, 8. а) Елисей ҡайғырған әсәне нисек йыуатҡан? б) Елисей ҡылған мөғжизә Йәһүә тураһында нимә асҡан?

7 Изге Яҙмала һүрәтләнгән икенсе терелеү Ильястың урынына ҡалған Елисей пәйғәмбәр көндәрендә булған. Шунам ҡалаһында Израиль халҡынан булған ҡатын йәшәгән, ул бала таба алмаған. Был ҡатын Елисейға ғәжәйеп ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәнгә, Йәһүә уны һәм уның олоғайған тормош иптәшен ир бала биреп фатихалаған. Әммә бер нисә йылдан һуң малай үлгән. Әсәнең ни тиклем ныҡ ҡайғырғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Иренең рөхсәте менән ул, Елисей менән осрашыр өсөн, 30 саҡрым ара үтеп, Кармил тауына тиклем барған. Елисей, малайҙы терелтһен тип, хеҙмәтсеһе Ғыйзиҙы Шунамға ебәргән, ә үҙе шул ҡатын менән уның артынан киткән. Ләкин Ғыйзи баланы терелтә алмаған. Шунан ҡайғырған әсә менән бергә Елисей ҙа килеп еткән (2 Бат. 4:8—31).

8 Елисей, йортҡа инеп, үлгән бала янында доға ҡыла башлаған. Йәһүә уның доғаһына яуап биргән, һәм малай мөғжизәле рәүештә терелеп киткән. Әсә, улының тере икәнен күргәс, сикһеҙ шатланған! (2 Бат. 4:32—37) Бәлки, ул Һанна доғаһындағы һүҙҙәрҙе иҫенә төшөргәндер. Һанна ла бала таба алмаған, әммә Йәһүә уны фатихалаған, һәм ул Самуилды тыуҙырған. Йәһүәне маҡтап, Һанна: «Йәһүә... гүргә индерә һәм терелтә», — тигән (1 Сам. 2:6). Йәһүә Шунамдағы малайҙы гүрҙән алып сыҡҡан, тип әйтеп була. Бының менән ул кешене терелтә алыуын иҫбатлаған.

9. Изге Яҙмалағы өсөнсө терелеүҙе һүрәтләп бирегеҙ.

9 Тағы бер ғәжәйеп ваҡиға Елисейҙың үлеменән һуң булған. 50 йылдан ашыу пәйғәмбәр булып хеҙмәт иткәндән һуң, Елисей «бик ҡаты ауырып» үлеп китә. Бер ни тиклем ваҡыт үткән, Елисейҙан һөйәктәре генә тороп ҡалған. Бер көндө бер нисә израиль кешеһе яҡташын ерләгән. Улар юлбаҫарҙар төркөмөн күреп ҡалған һәм, уларҙан ҡасып, үле кәүҙәне ҡәбергә — Елисейҙың төрбәһенә ташлап киткән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Кәүҙәнең Елисей һөйәктәренә тейеүе булды, үлгән кеше, терелеп, аяҡҡа баҫты» (2 Бат. 13:14, 20, 21). Был осраҡтар Марфаны Йәһүәнең үлем өҫтөнән хакимлығы бар икәненә инандырған. Шик тә юҡ, улар шулай уҡ беҙҙе лә Йәһүәнең сикһеҙ көскә эйә булыуына ышандыра.

БЕРЕНСЕ БЫУАТТАҒЫ ВАҠИҒАЛАР

10. Петр үлгән бер мәсихсе ҡатынға нисек ярҙам иткән?

10 Инжилдә лә Алла хеҙмәтселәренең үлгән кешеләрҙе терелткәне хаҡында әйтелә. Был мәҡәләлә Ғайса Мәсихтең Наин ҡалаһынан тол ҡатындың улын, шулай уҡ Яирҙың ҡыҙын терелткәне инде иҫкә алынған ине. Унан һуң илсе Петр Доркас, йәғни Тавифа исемле мәсихсе ҡатынды терелткән. Петр уның үле кәүҙәһе ятҡан бүлмәгә ингән, доға ҡылған һәм: «Тавифа, тор!» — тип әйткән. Тавифа шунда уҡ терелгән, һәм Петр, башҡа мәсихселәрҙе саҡырып, уны «улар ҡаршыһына тере килеш» килтереп баҫтырған. Был иҫ киткес ваҡиғанан һуң шул ҡалала «күптәр Раббыға» ышанған. Был яңы шәкерттәр башҡаларға Ғайса Мәсих тураһында һәм Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтә алыуы хаҡында һөйләй алған (Ғәм. 9:36—42).

11. Лука егет тураһында нимә тигән булған, һәм был ваҡиға башҡаларға нисек тәьҫир иткән?

11 Икенсе терелеү Троадала — хәҙерге ваҡытта Төркиәнең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡалала булған. Унда бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә осрашыу үткән. Илсе Павел төнгә тиклем телмәр һөйләгән, ә Евтих исемле бер егет тәҙрә төбөндә тыңлап ултырған һәм, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төшкән. Евтих янына беренсе булып, бәлки, Лука йүгереп барғандыр. Табип булараҡ, ул шуны аңлаған: Евтих йәрәхәтләнеп йә иҫен юғалтып ҡына ҡалмаған, ул үлгән! Павел, аҫҡа төшкәс, егеттең кәүҙәһен ҡосаҡлаған һәм: «Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә», — тиеп бөтәһен таң ҡалдырған. Был мөғжизә унда булған кешеләргә көслө йоғонто яһаған. Евтихтың үленән терелеүе уларҙы бик ҡыуандырған! (Ғәм. 20:7—12)

НЫҠЛЫ ӨМӨТ

12, 13. Өҫтә ҡаралған терелеү осраҡтарына бәйле ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?

12 Өҫтә ҡаралған ваҡиғалар беҙгә терелеүгә Марфа кеүек ныҡ ышанырға ярҙам итә. Беҙ Аллабыҙ һәм Тормош биреүсебеҙҙең үлгәндәрҙе терелтә алыуына һис тә шикләнмәйбеҙ. Йәһүә, үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә, мәҫәлән, Ильяс, Ғайса Мәсих һәм Петрға терелтергә көс биреп, быны раҫлаған. Әммә Алла бер кемде лә терелтмәгән осорҙарҙа йәшәгән кешеләр хаҡында нимә әйтеп була? Уларҙың үленән терелеү ваҡыты киләсәгенә ышаныр өсөн нигеҙе булғанмы? Улар, Марфа кеүек: «Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк», — тип әйтә алғанмы? Ләкин ни өсөн Марфа быға ышанған? Һәм ни өсөн беҙ быға ышана алабыҙ?

13 Алла Һүҙенең ҡайһы бер өҙөктәренән күренеүенсә, Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре киләсәктәге терелеү хаҡында белгән. Шул өҙөктәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

14. Ибраһим тураһындағы өҙөктән терелеү хаҡында нимә белеп була?

14 Йәһүәнең Ибраһимға көтөп алынған улы Исхаҡ менән нимә эшләргә ҡушҡанын иҫкә төшөрәйек. Алла уға: «Яратҡан берҙән-бер улың Исхаҡты ал да Мория еренә бар. Шунда... улыңды ҡорбан итерһең», — тип әйткән (Баш. 22:2). Ибраһимдың, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә хис иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Йәһүә уға, тоҡомоң аша бөтә халыҡтар ҙа фатихаланасаҡ, тип вәғәҙә иткән (Баш. 13:14—16; 18:18; Рим. 4:17, 18). Өҫтәүенә, Йәһүә, был фатиха Исхаҡ аша киләсәк, тигән (Баш. 21:12). Ләкин, әгәр Ибраһим Исхаҡты ҡорбанға килтерергә тейеш булған икән, был вәғәҙә нисек үтәлә алған? Павел, Алла тарафынан рухландырылып, Ибраһим Алланың Исхаҡты терелтә алыуына ышанған, тип аңлатҡан. (Еврейҙарға 11:17—19-ҙы уҡығыҙ.) Әммә Изге Яҙмала, Ибраһим улының терелеүен бер нисә сәғәттән, бер көндән йә аҙнанан көткән, тип әйтелмәй. Ул Йәһүәнең Исхаҡты ҡасан терелтәсәген белмәгән, ләкин Алланың быны мотлаҡ эшләйәсәгенә шикләнмәгән.

15. Тәҡүә Әйүп нимәгә өмөтләнгән?

15 Тәҡүә кеше Әйүп тә киләсәктәге терелеүҙе көткән. Ул шуны белгән: хатта ҡырҡылған ағас та, үҫенте биреп, был үҫентенән яңы ағас үҫеп сыға ала. Әммә кеше менән барыһы ла башҡаса (Әйүп 14:7—12; 19:25—27). Кеше, үлһә, үҙен үҙе терелтә алмай (2 Сам. 12:23; Зәб. 89:48). Әлбиттә, был, Алла кешене терелтә алмай, тигәнде аңлатмай. Әйүп шуға ышанған: Йәһүә билдәләнгән ваҡытта уны иҫенә төшөрәсәк. (Әйүп 14:13—15-те уҡығыҙ *.) Әйүп бының ҡасан буласағын белмәгән, шулай ҙа шикләнмәгән: кешеләргә тормош бүләк иткән Барлыҡҡа килтереүсе уны терелтә ала һәм быны мотлаҡ эшләйәсәк.

16. Фәрештә Данил пәйғәмбәрҙе нисек дәртләндергән?

16 Тағы бер тәҡүә кеше Данил булған. Ул ғүмере буйына Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән, һәм Йәһүә уға ярҙам итеп торған. Бер ваҡыт фәрештә уны «ҡәҙерле кеше» тип атаған һәм уға: «Борсолма... Ныҡ бул», — тигән (Дан. 9:22, 23; 10:11, 18, 19).

17, 18. Йәһүә Данилға нимә тип вәғәҙә иткән?

17 Данилға 100 йәштәр тирәһе булғанда, ғүмеренең аҙағында ул, бәлки, киләсәктә үҙен нимә көткәне хаҡында уйланғандыр. Данил ҡабат йәшәрме? Һис шикһеҙ, йәшәр! Данил китабының аҙағында Алланың уға биргән бындай вәғәҙәһе яҙылған: «Һин иһә ахырға тиклем ныҡ булып ҡал. Һин тәрән йоҡоға талырһың» (Дан. 12:13). Олоғайған Данил үлгәндәрҙең «йоҡоға талғанын» белгән, сөнки «ҡәберҙә... уй-ниәт тә, белем дә, аҡыллылыҡ та юҡ» (Вәғ. 9:10). Тиҙҙән Данил шунда барырға тейеш булған, ләкин уның киләсәккә өмөтө булған. Алла уға иҫ киткес вәғәҙә биргән.

18 Йәһүәнең фәрештәһе Данилға: «Көндәр ахырында әжереңде алыу өсөн торорһоң», — тигән. Был ҡасан буласаҡ? Фәрештә бының тураһында бер нәмә лә әйтмәгән. Данил үҙенең үләсәген һәм ҡәберҙә «йоҡлаясағын» белгән. Әммә, «әжереңде алыу өсөн торорһоң» тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ул үҙенең «көндәр ахырында» — алыҫ киләсәктә тереләсәген аңлаған.

Һеҙ терелеүгә Марфа кеүек ныҡ ышанаһығыҙмы? (19, 20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

19, 20. а) Был мәҡәләлә ҡаралған ваҡиғалар Марфаның үҙ ҡустыһы тураһында әйткән һүҙҙәре менән нисек бәйле? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

19 Күренеүенсә, Марфаның терелеүгә ышаныр өсөн етди сәбәптәре булған, шуға күрә ул ҡустыһы Лазарҙың «ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында» тереләсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүәнең Данилға биргән вәғәҙәһе, шулай уҡ Марфаның киләсәктәге терелеүгә бик ныҡ ышаныуы бөгөн беҙҙең иманыбыҙҙы нығыта. Терелеү мотлаҡ буласаҡ.

20 Беҙ үткән замандарҙа ысынбарлыҡта булған терелеү осраҡтарын ҡарап сыҡтыҡ. Был осраҡтар үлгәндәрҙең ҡабат йәшәй алыуын иҫбатлай. Беҙ шулай уҡ Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро хеҙмәтселәренең киләсәктәге терелеүҙе көткәне хаҡында белдек. Әммә терелеү ҡасан буласаҡ? Һәм терелеү бик күптән вәғәҙә ителгән булһа ла, уның мотлаҡ буласағына ниндәй ҙә булһа дәлилдәр бармы? Был һорауҙарға яуаптар беҙгә киләсәктәге терелеүҙе Марфа кеүек түҙемһеҙлек менән көтөргә ярҙам итер. Улар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 6 абз. 1 Батшалар 17:20—22: «Ул, Йәһүәгә ялбарып, былай тине: „Эй Аллам Йәһүә, был малайҙың үлеүенә юл ҡуйып, мин йәшәгән ошо тол ҡатынға ла зарар килтерерһеңме?“ Унан һуң ул, баланы өс тапҡыр ҡосаҡлап, Йәһүәгә: „Эй Йәһүә Аллам, зинһар, был балаға йән керһә ине“, — тип ялбарҙы. Йәһүә Ильястың ялбарыуын ишетте, һәм балаға йән керҙе, ул һулап ебәрҙе».

^ 15 абз. Әйүп 14:13—15: «Мине Ҡәберҙә йәшерһәң ине, асыуың һүрелгәнсе, мине ҡасырып торһаң ине, миңә ваҡыт билдәләп, мине иҫеңә төшөрһәң ине! Кеше, үлһә, яңынан йәшәрме? Ҡоллоғомдоң бөтә көндәрендә азат ителгәнсе көтөрмөн. Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен. Һин ҡулдарың емешен юҡһынырһың».