Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Оҙаҡламай Алла ғазаптарҙы юҡ итәсәк

Оҙаҡламай Алла ғазаптарҙы юҡ итәсәк

«Эй Йәһүә, күпме миңә һинән ярҙам үтенергә? Ҡасан инде һин ишетерһең? Күпме миңә һинән ярҙам һорарға? Ҡасан инде һин мине йәбер-золомдан ҡотҡарырһың?» — тип Алланың Абаҡум исемле тоғро хеҙмәтсеһе зарланған (Абаҡум 1:2, 3). Был һүҙҙәр уның иманы етмәүен күрһәтәме? Һис тә юҡ! Алла Абаҡумды, ваҡыты еткәс, ғазаптарҙы, һис шикһеҙ, юҡ итәсәкмен, тип ышандырған (Абаҡум 2:2, 3).

Үҙебеҙгә йә яҡындарыбыҙға ҡайғы килгәндә, Алла ярҙам итер өсөн бер ни ҙә эшләмәй кеүек тойолорға мөмкин. Әммә Инжил былай тип ышандыра: «Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Петр 3:9).

АЛЛА ҠАСАН ЭШ ИТӘ БАШЛАЯСАҠ?

Бик тиҙҙән! Ғайса әйткәнсә, билдәле бер быуын «был донъя бөтәсәген» аңлатыусы билдәләрҙе күрергә тейеш (Матфей 24:3—42). Бөгөн беҙ Ғайса әйткәндәрҙең үтәлеүен күрәбеҙ, ә был иһә Алланың тиҙҙән кешеләрҙең эшенә ҡыҫыласағын аңлата *.

Әммә Алла нисек итеп ғазаптарҙы бөтөрөр? Ғайса ерҙә булған сағында, Алланың ниндәй көскә эйә икәнен күрһәткән. Алла көсө менән Ғайса кешеләргә ярҙам иткән һәм ғазаптарын еңеләйткән. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

Тәбиғәт афәттәре. Бер ваҡыт Ғайса үҙенең шәкерттәре менән Галилея күле буйлап йөҙөп барған саҡта көслө дауыл күтәрелгән. Шәкерттәр, кәмәбеҙ бына-бына түңкәрелә, тип, ҡурҡыуға төшкән. Шул саҡ Ғайса үҙенең һәм Алланың тәбиғәт көстәре өҫтөнән хакимлығы бар икәнен күрһәткән (Колосстарға 1:15, 16). Ғайса: «Шаулама, баҫыл!» — тип кенә әйткән. Һөҙөмтәлә ни булған? Инжилдә былай тиелә: «Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты» (Марк 4:35—39).

Ауырыуҙар. Ғайса һуҡырҙарҙы, аҡһаҡтарҙы, эпилепсия, махау һәм башҡа ауырыуҙар менән ауырыған кешеләрҙе һауыҡтыра алған. Ул «бөтә сирлеләрҙе һауыҡтыр[ған]» (Матфей 4:23, 24; 8:16; 11:2—5).

Аслыҡ. Ғайса, Алланың көсө менән мөғжизә ҡылып, күп кешене ашатҡан. Инжилдә Ғайсаның меңләгән кешене туҡландырғаны хаҡында ике осраҡ һүрәтләнә (Матфей 14:14—21; 15:32—38).

Үлем. Ғайсаның үлгән кешеләрҙе терелтеүе тураһында Инжилдә өс осраҡ килтерелә. Шул осраҡтарҙың береһендә Ғайса инде дүрт көн элек үлгән кешене терелткән тиелә! Был осраҡтар Йәһүәнең үлемде еңергә көсө бар икәнен күрһәтә (Марк 5:35—42; Лука 7:11—16; Яхъя 11:3—44).

^ 5 абз. Һуңғы көндәр тураһында күберәк белер өсөн, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 32-се дәресен ҡарағыҙ. Ул Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, һәм уны бушлай www.jw.org сайтынан күсереп алырға була.