Йәһүә шаһиттары үҙ хеҙмәттәрен башҡарыр өсөн ниндәй өйрәтеү үтә?
Йәһүә шаһиттары даими рәүештә белем ала. Ниндәй маҡсат менән? Улар тормоштарының бөтә өлкәләрендә Ғайсаның өлгөһөнә эйәрергә теләй. Бынан тыш, Ғайса үҙ шәкерттәренә йөкләмә биргән — Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан (Матфай 24:14; 28:19, 20). Беҙ аҙна һайын үткәрелгән осрашыуҙарҙа, район һәм региональ конгрестарҙа өйрәнәбеҙ. Йыйылышта йә ойошмала өҫтәмә вазифалары булған Йәһүә шаһиттары төрлө махсус мәктәптәрҙә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өйрәтеү ала.
Был мәҡәләлә
Йәһүә шаһиттары ниндәй өйрәтеү ала?
Йыйылыш осрашыуҙары. Аҙнаһына ике тапҡыр беҙ Батшалыҡ залдары тип аталған ғибәҙәт ҡылыу урындарында үткәрелгән осрашыуҙарға йыйылабыҙ. Осрашыуҙарҙың береһе, ғәҙәттә, аҙна уртаһында, ә икенсеһе ял көнөндә үтә. Унда теләгән һәр кеше килә ала, аҡса йыйымдары үткәрелмәй.
Аҙна уртаһында үткән осрашыу. Беҙ яҡшы уҡырға, әңгәмә алып барырға, сығыш яһарға, вәғәзләргә өйрәнәбеҙ һәм өйрәтеү оҫталығыбыҙҙы яҡшыртабыҙ. Осрашыу программаһында телмәрҙәр, фекер алышыуҙар, сәхнәләштереүҙәр һәм видеояҙмалар ҡулланыла. Бының барыһы беҙгә Изге Яҙмалағы хәбәрҙе вәғәзләүҙә һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр менән өйрәнеүҙәр үткәреүҙә уңышлыраҡ булырға ярҙам итә. Осрашыуға килгән һәр кем өйрәтеүҙән үҙенә файҙа ала ала. Әммә тәү сиратта осрашыуҙар иманыбыҙҙы, шулай уҡ Аллаға һәм имандаштарыбыҙға ҡарата яратыуыбыҙҙы нығыта.
Ял көндәрендә үткән осрашыу. Был осрашыу ике өлөштән тора. Тәүҙә киң аудитория өсөн тәғәйенләнгән телмәр яңғырай. Шунан «Күҙәтеү манараһының» a өйрәнеү баҫмаһындағы мәҡәлә буйынса һорауҙар ярҙамында фекер алышыу үтә. Мәҡәләләрҙә беҙгә хеҙмәттә һәм көндәлек тормошта ярҙам иткән Изге Яҙма принциптары ҡарала.
Конгрестар. Йылына өс тапҡыр беҙ ҙур осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Унда күп йыйылыштарҙан вәғәзселәр килә. Был шатлыҡлы саралар Изге Яҙмалағы берәй темаға нигеҙләнә. Уларҙың программаһына телмәрҙәр, сәхнәләштереүҙәр, интервьюлар һәм видеояҙмалар инә. Йыйылыш осрашыуҙары һымаҡ уҡ, район һәм региональ конгрестарыбыҙ беҙгә Изге Яҙманы тәрәнерәк аңларға, вәғәзләү һәм өйрәтеү оҫталыҡтарыбыҙҙы яҡшыртырға ярҙам итә. Был осрашыуҙарға ла теләгән һәр кеше килә ала, аҡса йыйымдары үткәрелмәй.
Йәһүә шаһиттары өсөн Изге Яҙма мәктәптәре
Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары төрлө мәктәптәрҙә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тәрән белем ала. Был ниндәй мәктәптәр? Уларҙың маҡсаты ниндәй һәм өйрәтеү күпме дауам итә? Был мәктәптәрҙә кем уҡый ала?
Пионерҙар мәктәбе
Маҡсаты. Пионерҙар b тип аталған тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә вәғәзләү һәм өйрәтеү эшендә уңышлыраҡ булырға ярҙам итеү. Курс фекер алышыуҙарҙы, сәхнәләштереүҙәрҙе, телмәрҙәрҙе һәм практик дәрестәрҙе үҙ эсенә ала.
Оҙайлығы. Алты көн.
Кем уҡый ала. Бер йыл пионер булып хеҙмәт иткән Йәһүә шаһиттары һәм һуңғы биш йыл дауамында был мәктәптә уҡымаған пионерҙар.
Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе
Маҡсаты. Тәжрибәле тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә махсус өйрәтеү биреү. Уҡыусылар үҙҙәренең вәғәзләү һәм өйрәтеү оҫталыҡтарын яҡшырта, шулай уҡ Изге Яҙманы тәрәнерәк өйрәнә. Был мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәргә ебәрелә.
Оҙайлығы. Ике ай.
Кем уҡый ала. Билдәле бер талаптарға тура килгән һәм ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итергә мөмкинлектәре булған пионерҙар ғариза тултыра ала.
Йыйылыш аҡһаҡалдары өсөн мәктәп
Маҡсаты. Аҡһаҡалдарға c өйрәтеү эштәрен һәм көтөүсе вазифаларын башҡарырға, Аллаға һәм имандаштарына ҡарата яратыуҙарын тәрәнәйтергә ярҙам итеү (1 Петер 5:2, 3).
Оҙайлығы. Биш көн.
Кем уҡый ала. Яңы билдәләнгән һәм һуңғы биш йыл дауамында был мәктәптә уҡымаған тәжрибәле аҡһаҡалдар.
Район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәп
Маҡсаты. Район күҙәтеүселәре d тип аталған күсеп йөрөүсе хеҙмәтселәрҙе вазифаларын уңышлыраҡ үтәргә өйрәтеү (1 Тимәтигә 5:17). Был курс ошо аҡһаҡалдарға һәм уларҙың ҡатындарына Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Оҙайлығы. Бер ай.
Кем уҡый ала. Район хеҙмәтендә бер йыл үткәргән район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары. Һуңынан уларҙы яҡынса биш йыл һайын ҡабат саҡыралар.
Изге хеҙмәт мәктәбе
Маҡсаты. Аҡһаҡалдарға һәм хеҙмәт ярҙамсыларына e йыйылыштың хәлен, рухын һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып үҙ вазифаларын үтәргә ярҙам итеү (2 Тимәтигә 3:1). Мәктәп бер нисә йылға бер тапҡыр үткәрелә.
Оҙайлығы. Төрлө була ала, йышыраҡ бер көн.
Кем уҡый ала. Район күҙәтеүселәре, аҡһаҡалдар һәм хеҙмәт ярҙамсылары.
Вефилселәр мәктәбе
Маҡсаты. Вефиль f ағзаларына үҙ йөкләмәләрен уңышлы үтәргә, Аллаға һәм бер-береһенә ҡарата яратыуҙы тәрәнәйтергә ярҙам итеү.
Оҙайлығы. Биш көн ярым.
Кем уҡый ала. Яңы вефилселәр һәм һуңғы биш йыл эсендә был мәктәптә уҡымаған Вефиль ағзалары.
Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Гилеад
Маҡсаты. Уҡыусыларға Изге Яҙманы аңлауҙарын һәм уны яратыуҙарын тәрәнәйтергә, белгәндәрен ҡулланырға ярҙам итеү (1 Тисалуникаларға 2:13). Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр, ирҙәр һәм ҡатындар, Йәһүә ойошмаһында һәм Изге Яҙмалағы аң-белемде бөтә донъя буйынса таратыу эшендә күберәк файҙа килтерә ала. Ошо мәктәпте тамамлаусыларҙы тыуған илдәрендә йә башҡа илдә филиалда хеҙмәт итер өсөн йәиһә миссионер, махсус пионер йә район күҙәтеүсеһе итеп билдәләй алалар.
Оҙайлығы. Биш ай.
Кем уҡый ала. Филиал ҡайһы бер тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә ғариза тултырырға тәҡдим итә. Мәктәп Паттерсондағы Күҙәтеү манараһының Уҡыу үҙәгендә үткәрелә (АҠШ, Нью-Йорк штаты).
Филиал комитеты ағзалары һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәп
Маҡсаты. Филиал g комитеты ағзаларын филиалда башҡарылған эште һәм филиал яуаплы булған илдә йә илдәрҙә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген күҙәтергә өйрәтеү.
Оҙайлығы. Ике ай.
Кем уҡый ала. Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығы филиал комитеты ағзаларын һәм уларҙың ҡатындарын Паттерсондағы (АҠШ, Нью-Йорк штаты) Күҙәтеү манараһының Уҡыу үҙәгендә үткәрелгән мәктәптә уҡырға саҡыра.
Йәһүә шаһиттарының өйрәтеү программаһы нимәгә нигеҙләнгән?
Йәһүә шаһиттары өсөн белем алыуҙа Изге Яҙма төп дәреслек булып тора. Беҙ Изге Яҙманың Алла тарафынан рухландырылғанына һәм унда мәсихселәр тормошо өсөн иң яҡшы кәңәштәр яҙылғанына ышанабыҙ (2 Тимәтигә 3:16, 17).
Йәһүә шаһиттары белем алыр өсөн аҡса түләйме?
Юҡ. Өйрәтеү бушлай. Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге ирекле иғәнәләр ярҙамында башҡарыла (2 Кәринттәргә 9:7).
a Изге Яҙманы һәм уны өйрәнеү баҫмаларын, шул иҫәптән видеояҙмаларҙы, jw.org тигән сайтыбыҙҙан табып була.
b Пионер — үрнәк алырлыҡ, һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты (ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ). Ул Изге Яҙмалағы хәбәрҙе вәғәзләүгә айына билдәле бер сәғәт күләмен бағышлай.
c Аҡһаҡалдар — рухи яҡтан етлеккән ирҙәр. Улар Алла халҡына көтөүселәр булараҡ ярҙам итә, уны Изге Яҙмаға нигеҙләнеп өйрәтә һәм дәртләндерә. Бының өсөн аҡһаҡалдарға аҡса түләнмәй.
d Район күҙәтеүсеһе — тулы ваҡытлы хеҙмәтсе. Ул аҙна һайын үҙ районындағы берәй йыйылышҡа килеп китә. Район күҙәтеүсеһе, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр һөйләп һәм ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттә ҡатнашып, уларҙы рухи яҡтан дәртләндерә.
e Хеҙмәт ярҙамсылары ҡәрҙәштәренә төрлө ғәмәли ярҙам күрһәтә. Бының ярҙамында аҡһаҡалдар көтөүсе вазифаларын һәм өйрәтеү эштәрен башҡарыуға күберәк ваҡыт бүлә ала.
f Йәһүә шаһиттарының филиалдары Вефиль тип атала. Унда хеҙмәт иткән тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр урындағы филиалда Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә.
g Филиал комитеты рухи яҡтан етлеккән өс йә унан күберәк ирҙән тора.