Йәһүә шаһиттары ысынлап та кешеләрҙе үҙ динен алмаштырырға мәжбүр итәме?
Юҡ, Йәһүә шаһиттары улай эшләмәй. Беҙҙең төп баҫмабыҙҙа «Күҙәтеү манараһы»нда: «Кешеләрҙе диндәрен алмаштырырға мәжбүр итеү дөрөҫ түгел», — тип әйтелгәйне a. Беҙ бер нисә сәбәп арҡаһында кешеләргә баҫым яһамайбыҙ:
Ғайса Мәсих кешеләрҙе бер ҡасан да үҙенең тәғлимәттәрен ҡабул итергә мәжбүр итмәгән. Ул хәбәрен тик аҙҙар ғына ҡабул итәсәген белгән (Матфей 7:13, 14). Ғайсаның әйткәндәре ҡайһы бер шәкерттәре өсөн абыныу ташы булып киткән. Әммә Ғайса уларҙы көсләп тотмаған һәм уларға китергә рөхсәт иткән (Яхъя 6:60—62, 66—68).
Ғайса үҙ шәкерттәрен, башҡаларҙы үҙ ҡараштарын алмаштырырға мәжбүр итергә ярамай, тип өйрәткән. Уның шәкерттәре кешеләрҙе һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә мәжбүр итеү урынына, шул хәбәрҙе ихластан ҡабул итеүселәрҙе эҙләргә тейеш булған (Матфей 10:7, 11—14).
Кешене көсләп динен алмаштырырға мәжбүр итеү — мәғәнәһеҙ эш, сөнки Алла ихлас табыныуҙы ғына ҡабул итә (Ҡанун 6:4, 5; Матфей 22:37, 38).
Беҙ кешене үҙ динебеҙгә күсерергә тырышабыҙмы?
Вәғәз эшебеҙ ярҙамында Изге Яҙмалағы хәбәр ысынлап та «донъяның сигенә үк» барып етте. Изге Яҙмала яҙылған әмер буйынса, беҙ «халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәт[әбеҙ]» (Ғәмәлдәр 1:8; 10:42; 20:20). Ҡайһы ваҡыт, беренсе мәсихселәрҙе һымаҡ, беҙҙе лә, кешеләрҙе үҙ динегеҙгә күсерергә тырышаһығыҙ, тип ғәйепләйҙәр (Ғәмәлдәр 18:12, 13). Әммә ундай ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ. Беҙ бер кемгә лә ҡараштарыбыҙҙы тағырға тырышмайбыҙ. Киреһенсә, беҙ, һәр кеше кәрәкле белем алырға һәм аңлы рәүештә үҙе һайлау яһарға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.
Беҙ кешеләрҙе диндәрен алмаштырырға мәжбүр итмәйбеҙ һәм, диндар булып ҡыланып, сәйәси эштәрҙә ҡатнашмайбыҙ. Шулай уҡ, матди йә ижтимағи табыш алырһығыҙ тип, кешеләрҙе үҙ динебеҙгә йәлеп итмәйбеҙ. Шулай итеп беҙ ундай эштәр ҡылған һәм үҙҙәрен мәсихсе тип атаған, ә ысынында Мәсихте хурлаған кешеләрҙән айырылып торабыҙ b.
Кешенең үҙ динен алмаштырырға хаҡы бармы?
Эйе. Изге Яҙмала, кешеләрҙең үҙ динен алмаштырырға хаҡы бар, тип әйтелә. Унда туғандары тотҡан диненән баш тартҡан һәм үҙ ихтыяры менән хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙы һайлаған кешеләр тураһында әйтелә. Ибраһим, Рут, Афинала йәшәгән ҡайһы бер кешеләр һәм илсе Паул — ундай миҫалдарҙың бер нисәһе генә (Йошуа 24:2; Рут 1:14—16; Ғәмәлдәр 17:22, 30—34; Галаттарға 1:14, 23). Бынан тыш, Изге Яҙма, кешенең, хатта дөрөҫ булмаған ҡарар ҡабул итеп, Алла хуплаған ғибәҙәтте ҡалдырырға хаҡы бар, тип таный (1 Яхъя 2:19).
Кешенең башҡа дингә күсеү хоҡуғын Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ла таный. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уны «кеше хоҡуҡтары өлкәһендә халыҡ-ара стандарттарының нигеҙе» тип атай. Был документта, һәр кешенең «үҙ динен һәм ышаныуҙарын алмаштырырға», шулай уҡ төрлө ҡараштар, шул иҫәптән дини ҡараштар, «төрлө мәғлүмәт һәм фекерҙәр эҙләргә, ҡабул итергә һәм таратырға» хоҡуғы бар, тип әйтелә c. Был хоҡуҡтар башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын хөрмәт итеүҙе үҙ эсенә ала: кешеләрҙең үҙ ҡараштарында торорға һәм оҡшамаған ҡараштарҙы кире ҡағырға хоҡуғы бар.
Башҡа дингә күсеү ғаилә традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итмәү тигәнде аңлатамы?
Һис тә юҡ. Изге Яҙма бөтә кешеләрҙе, тотҡан диндәренә ҡарамаҫтан, ихтирам итергә өйрәтә (1 Петр 2:17). Өҫтәүенә, Йәһүә шаһиттары, Изге Яҙмалағы әмергә буйһоноп, ата-әсәһенә, улар хатта башҡа дин тотһа ла, хөрмәт күрһәтә (Ефестарға 6:2, 3).
Әммә барыһы ла Изге Яҙманың ҡарашы менән риза түгел. Замбияла үҫкән бер ҡатын былай тип һөйләй: «Мин йәшәгән ерҙә берәй кеше башҡа дингә күсһә... уға тоғролоҡһоҙ кешегә һәм туған-тыумасаһы, күрше-күләненә хыянат итеүсегә кеүек ҡарайҙар». Был ҡатын йәш үҫмер сағында, Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағас һәм үҙ диненән китергә булғас, ундай проблема менән осрашҡан. Ул былай ти: «Ата-әсәйем, күп тапҡыр ҡаты ризаһыҙлыҡ белдереп, беҙҙе бик ныҡ ҡайғыға төшөрәһең, тип әйтә ине. Ундай һүҙҙәр ишетеү миңә бик ауыр ине, сөнки ата-әсәйемдең хуплауы минең өсөн бик мөһим. [...] Минең дини йолаларға түгел, ә Йәһүәгә тоғро булырға теләүем ғаиләмә хыянат итеүҙе һис тә аңлатмай» d.
a «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 2002 йыл, 1 ғинуар, 12-се бит, 15-се абзацты ҡарағыҙ.
b Мәҫәлән, б. э. яҡынса 785 йылында Бөйөк Карл тарафынан сығарылған фарман буйынса, Саксонияла йәшәгән һәм, христиан динен ҡабул итеү өсөн, һыуға сумдырылырға теләмәгән һәр кешегә үлем язаһы янаған. Ә 1555 йылда Изге Рим империяһында ике дошманлашыусы яҡ араһында дини килешеү төҙөлгән булған (Аугсбург килешеүе). Был килешеү буйынса һәр батша йә католик, йә лютеран булып китергә тейеш булған, һәм уның хакимлығы аҫтындағы һәр кем батшалары һайлаған динде ҡабул итергә, ә риза булмағандары илдән сығып китергә тейеш булған.
c Быға оҡшаш хоҡуҡтар ошондай документтар менән гарантияланған: Американың кеше хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһындағы декларация, Ғәрәбстандың кеше хоҡуҡтары тураһындағы хартия (2004 йыл), Африканың кеше һәм халыҡтар хоҡуҡтары тураһындағы хартия, кеше хоҡуҡтары АСЕАН (Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе) декларацияһы, кеше хоҡуҡтарын һәм иреген һаҡлау тураһындағы Конвенция, шулай уҡ граждан һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһындағы Халыҡ-ара пакт. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер илдәр, кешенең ундай хоҡуҡтары бар тип таныһа ла, ул хоҡуҡтарҙың ниндәй дәрәжәлә бирелергә тейешлеген үҙҙәре ҡарар итә.
d Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — хаҡ Алланың исеме