Төп мәғлүмәткә күсеү

Тәүрат нимә ул?

Тәүрат нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 «Тәүрат» тигән һүҙ боронғо еврей телендәге тора́ һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул «тәғлимәт», «өгөт-нәсихәт» йәки «ҡанун» мәғәнәһен йөрөтөргә мөмкин a (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; 3:1; 28:4). Түбәндәге миҫалдар Изге Яҙмала был һүҙҙең нисек ҡулланылғанын күрһәтә.

  •   Тора́ тигән һүҙҙе ҡулланғанда, йыш ҡына Изге Яҙманың тәүге биш китабы — Башланмыш, Сығыш, Левиттар, Һандар һәм Ҡанун — күҙ уңында тотола. Улар шулай уҡ Биш китап булараҡ та билдәле. Тәүратты Муса яҙған, шуға күрә ул «Муса ҡануны» тип атала (Ешуа 8:31; Ниҡәми 8:1). Баштараҡ, күрәһең, ул тотош бер китап булған, һуңыраҡ, уҡырға уңайлы булһын өсөн, уны өлөштәргә бүлгәндәр.

  •   Тора́ һүҙе шулай уҡ Исраилға бирелгән аныҡ ҡанундарҙы аңлатҡан. Мәҫәлән, «гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре», «йоғошло тире ауырыуҙары тураһындағы ҡанун», «нәзирлек тураһындағы ҡанун [тора́]» (Левиттар 6:25; 14:57; Һандар 6:13).

  •   Ҡайһы саҡта тора́ һүҙе ата-әсәнең, аҡыл эйәләренең йә Алланың өгөт-нәсихәтен һәм өйрәтеүҙәрҙен аңлата (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; 3:1; 13:14; Ишағыя 2:3).

Тәүратта нимә яҙылған?

  •   Донъя барлыҡҡа килтерелгәндән алып Муса үлгәнгә тиклемге осорҙа Алланың кешеләр менән мөнәсәбәте һүрәтләнгән (Башланмыш 1:27, 28; Ҡанун 34:5).

  •   Муса ҡанунын тәшкил иткән күрһәтмәләр яҙылған (Сығыш 24:3). Ҡанун 600-ҙән ашыу әмерҙе үҙ эсенә ала. Улар араһында «Шма», йәғни йәһүдтәр диненә ҡағылышлы доға, айырым урын биләй. Унда, мәҫәлән: «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат», — тиелә (Ҡанун 6:4—9). Ғайса ошо әмер хаҡында: «Был беренсе һәм иң мөһим әмер», — тигән (Матфай 22:36—38).

  •   Алланың шәхси исеме Йәһүә Тәүратта яҡынса 1 800 тапҡыр осрай. Унда Алла исемен әйтеү тыйылмай, киреһенсә, Алла халҡына уның исемен ҡулланырға әмер бирелә (Һандар 6:22—27; Ҡанун 6:13; 10:8; 21:5).

Тәүрат хаҡындағы яңылыш фекерҙәр

 Яңылыш фекер. Тәүраттағы әмерҙәр мәңгелеккә бирелгән, улар һәр дәүерҙә лә үтәлергә тейеш.

 Факт. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә, Тәүраттағы бойороҡтар, шул иҫәптән Шәмбе көнө, руханилыҡ хеҙмәте һәм Йолоу көнө хаҡындағы әмерҙәр, «быуындан-быуынға» бирелгән, тиелә (Сығыш 31:16; 40:15; Левит 16:33, 34). Әммә был аяттарҙа осраған еврей һүҙе мәңгелекте b генә түгел, ә билдәһеҙ киләсәккә тиклем һуҙылған оҙайлы осорҙо ла аңлатырға мөмкин. Муса ҡануны бирелгәндән һуң 900 йыл үткәс, Алла уны «яңы килешеү» менән алмаштырасағы хаҡында әйткән (Йәрәмиә 31:31—33). «Был килешеүҙе „яңы“ тип атап, Ул [Алла] беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте», — тиелә Инжилдә (Еврейҙарға 8:7—13). Яңы килешеү 2 000 йыл элек Ғайсаның йолом ҡорбаны нигеҙендә ғәмәлгә индерелгән (Эфестарға 2:15).

 Яңылыш фекер. Йәһүдтәрҙең телдән әйтелгән риүәйәттәре һәм Талмуд та Тәүрат кеүек ышаныслы.

 Факт. Изге Яҙмала, Алла Мусаға ҡанун биргән саҡта Тәүратҡа өҫтәп телдән тағы ниндәйҙер ҡанун биргән, тип бер ерҙә лә яҙылмаған. Яҙмала былай тиелә: «Раббы Мусаға: — Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, — тине» (Сығыш 34:27). Телдән-телгә күсеп килгән һәм һуңыраҡ яҙып ҡуйылған ҡанун Мишна тип йөрөтөлә башлаған (ваҡыт үтеү менән тулыландырылып, Талмуд исеме алған). Талмуд фарисейҙар индергән йәһүдтәрҙең йолаларын үҙ эсенә алған. Йыш ҡына шул йолалар Тәүратҡа ҡаршы килгән. Шуға ла Ғайса фарисейҙарға: «Үҙ йолаларығыҙ хаҡына Алла һүҙен һанға һуҡмайһығыҙ», — тигән (Матфай 15:1—9).

 Яңылыш фекер. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы Тәүратта яҙылғандарға өйрәтергә ярамай.

 Факт. Муса ҡанунында, уны тулыһынса бөтә Исраил халҡы, шул иҫәптән, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар алдында уҡырға, тигән әмер булған. Был нимәгә кәрәк булған? «Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен», — тиелгән унда (Ҡанун 31:10—12) c.

 Яңылыш фекер. Тәүратта йәшерен хәбәрҙәр бар.

 Факт. Тәүратты яҙған Муса пәйғәмбәр әйтеүенсә, уның мәғәнәһе ап-асыҡ, һәр кем аңларлыҡ, унда йәшерен бер ни ҙә юҡ (Ҡанун 30:11—14). Тәүратта йәшерен хәбәрҙәр бар, тигән фекерҙәр йәһүдтәрҙә киң таралған каббала тәғлимәтенә (традицион мистик йәһүд диненә) нигеҙләнгән. Шул тәғлимәт яҡлылар Изге Яҙманы оҫта ғына уйлап сығарылған алымдар ярҙамында аңлата d (2 Петер 1:16).

a  «Ҡыҫҡа еврей энциклопедияһы», 8-се том, 1002 б.

b  «Theological Wordbook of the Old Testament», 2-се том, 672—673 бб.

c  Тәүратҡа ҡапма-ҡаршы килеп, йәһүдтәрҙең рәсми йолалары ҡатын-ҡыҙҙарҙы Тәүратты өйрәнеүҙән тыйған. Мәҫәлән, Мишнала Элиэзер бен Гиркан исемле раввиндың бындай һүҙҙәре килтерелә: «Тәүратты үҙенең ҡыҙына өйрәтеүсе кеше уны аҙғынлыҡҡа өйрәткәндәй була» (Сота 3:4, Н. Переферкович тәржемәһе). Ә Йәрүсәлим Талмудында шул уҡ раввин, Тәүратта яҙылғандарға ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйрәткәнсе, уны утта яндырыу яҡшыраҡ булыр ине, тип яҙған.

d  «Йәһүд энциклопедияһына» ярашлы, каббала тәғлимәте яҡлылар, Тәүратта яҙылғандар бер ниндәй ҙә аныҡ фекерҙе сағылдырмай, әммә уның төрлө кимәлдәрендә уны төрлөсә уҡырға кәрәк, тип иҫәпләй («Encyclopaedia Judaica», 2-се баҫ.,11-се том, 659 б.).