Мәсихселәр шәмбе көнөн тоторға тейешме?
Изге Яҙманан яуап
Мәсихселәрҙән һәр аҙна шәмбе көнөн тотоу талап ителмәй. Улар «Мәсих ҡанунын» үтәп йәшәй, ә был ҡанунда шәмбене тотоу ҡаралмаған (Галаттарға 6:2; Колосстарға 2:16, 17). Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, башта Изге Яҙманан шәмбене тотоу хаҡындағы тәүге иҫкә алыуҙарҙы ҡарап сығайыҡ.
Шәмбе ниндәй көн ул?
«Шәмбе» һүҙе еврей телендәге «ял итергә, туҡтатырға» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Изге Яҙмала тәүге тапҡыр ул Алланың боронғо Израиль халҡына биргән ҡанундарында осрай (Сығыш 16:23). Мәҫәлән, Ун әмерҙең дүртенсеһендә былай тиелә: «Шәмбе көндөң изге икәнен онотма. Бөтөн эштәреңде алты көн дауамында эшлә. Ә етенсе көн — Аллаң Йәһүәгә бағышланған Шәмбе ул... [Бер кем дә] һис ниндәй эш башҡармаһын» (Сығыш 20:8—10). Шәмбе йома көнө ҡояш байығас башланып, шәмбе көнө ҡояш батҡанға тиклем дауам иткән. Ошо ваҡыт арауығында израилдәргә өйҙән сығып китергә, ут яғырға, утын йыйырға һәм ни ҙә булһа ташырға рөхсәт ителмәгән (Сығыш 16:29; 35:3; Һандар 15:32—36; Иремия 17:21). Шәмбе хаҡындағы әмергә буйһонмау етди енәйәт булған (Сығыш 31:15).
Еврей календарындағы башҡа ҡайһы бер көндәр ҙә, шулай уҡ 7-се һәм 50-се йылдар ҙа, шәмбе тип иҫәпләнгән. Шәмбегә тап килгән йылдарҙа ерҙәр эшкәртелмәгән, ә израилдәр бурыс түләүҙән азат ителгән (Левиттар 16:29—31; 23:6, 7, 32; 25:4, 11—14; Ҡанун 15:1—3).
Ни өсөн шәмбе хаҡындағы ҡанун мәсихселәргә ҡағылмай?
Шәмбе хаҡындағы ҡанун Муса аша бер халыҡҡа бирелгән булған, һәм шул халыҡ ҡына Ҡанундың бөтөн өлөштәрен дә үтәргә тейеш булған (Ҡанун 5:2, 3; Йәзәкил 20:10—12). Алла башҡа халыҡтарҙан шәмбе көнөн тотоуҙы бер ҡасан да талап итмәгән. Өҫтәүенә, хатта еврейҙар ҙа Ун әмерҙе үҙ эсенә алған «был ҡанундан азат» ителгән, сөнки ул Ғайса Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә ғәмәлдән сығарылған (Римдарға 7:6, 7; 10:4; Галаттарға 3:24, 25; Ефестарға 2:15). Шуға ла мәсихселәр Муса ҡанунын тотмай, улар был ҡанундан күпкә юғарыраҡ булған мөхәббәт ҡануны буйынса йәшәй (Римдарға 13:9, 10; Еврейҙарға 8:13).
Шәмбе хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Алла етенсе көндә ял иткән, шул саҡта ул шәмбене ғәмәлгә индергән.
Факт. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Фатиха ҡылды Алла етенсе кɵнгә һәм дә изге итте уны, сɵнки был кɵндә Ул ял итте: донъяны яратыу һәм бар итеүҙе тамам ҡылды» (Башланмыш 2:3). Был аятта һүҙ кешеләр өсөн ҡанун тураһында түгел, ә Алланың етенсе көндә нимә эшләгәне хаҡында бара. Изге Яҙмала, Муса көндәренән элек кем дә булһа шәмбе ялын тотҡан, тип әйтелмәй.
Яңылыш ҡараш. Израилдәр Муса ҡанунына тиклем үк инде шәмбене тотоп йәшәгән.
Факт. Синай тауы итәгендә Муса израилдәргә былай тигән: «Аллабыҙ Йәһүә Хореб янында беҙҙең менән килешеү төҙөнө». Шул килешеүгә шәмбе хаҡындағы ҡанун да ингән (Ҡанун 5:2, 12). Алланың шәмбе хаҡындағы әмерҙәре израилдәр өсөн яңылыҡ булған. Әгәр улар шәмбене элек үк, Мысырҙа уҡ, тотоп йәшәгән булһа, уны ғәмәлгә индереү мәғәнәһен юғалтыр ине, сөнки ул ҡанун израилдәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуҙарын иҫтәренә төшөрөп торорға тейеш булған (Ҡанун 5:15). Ул саҡта етенсе көндә израилдәргә манна йыймаҫҡа ҡушыуҙың ниндәй мәғәнәһе булыр ине? (Сығыш 16:25—30). Һәм ни өсөн ул саҡта шәмбене тотмаған тәүге кеше менән улар нимә эшләргә икәнен белмәгән? (Һандар 15:32—36).
Яңылыш ҡараш. Шәмбе хаҡындағы ҡанун — ул мәңгелек килешеү, уны һәр ваҡыт үтәргә кәрәк.
Факт. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә шәмбене тотоу хаҡында, ул — мәңгелек килешеү, тип әйтелгән (Сығыш 31:16). Әммә еврей теленән «мәңгелек» тип тәржемә ителгән һүҙ сикләнмәгән ваҡытты ғына түгел, ә «билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылған оҙайлы осорҙо» ла аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, Изге Яҙмала бынан 2 000 йыл тирәһе элек Алла ғәмәлдән сығарған руханилыҡ вазифаһы хаҡында һүҙ барғанда ла ошо уҡ һүҙ ҡулланылған (Сығыш 40:15; Еврейҙарға 7:11, 12).
Яңылыш ҡараш. Мәсихселәр шәмбене тоторға тейеш, сөнки уны Ғайса Мәсих тотҡан бит.
Факт. Ғайса шәмбене тотҡан, сөнки ул еврей булған, ә еврейҙар тыумыштан уҡ Муса ҡануны аҫтында булған (Галаттарға 4:4). Әммә Ғайса үлтерелгәндән һуң, Ҡанун килешеүе, шул иҫәптән шәмбе хаҡындағы ҡанун да, ғәмәлдән сығарылған (Колосстарға 2:13, 14).
Яңылыш ҡараш. Илсе Пауыл, мәсихсе булараҡ, шәмбене тотҡан.
Факт. Илсе Пауыл шәмбе көндәре синагогаға килә торған булһа ла, ул шәмбе ҡанунын үтәүҙә ҡатнашмаған (Ғәмәлдәр 13:14; 17:1—3; 18:4). Шул замандағы ғәҙәт буйынса, ул синагогаларҙа һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән: унда ҡайһы ваҡыт ситтән килгән вәғәзсенең Аллаға табыныр өсөн йыйылған халыҡ алдында сығыш яһауын һорай торған булғандар (Ғәмәлдәр 13:15, 32). Өҫтәүенә, Пауыл шәмбе көндәре генә түгел, ә «көн һайын» вәғәзләгән (Ғәмәлдәр 17:17).
Яңылыш ҡараш. Мәсихселәр шәмбе ялын йәкшәмбе көнө үткәрә.
Факт. Изге Яҙмала мәсихселәр өсөн йәкшәмбене ял итеүгә һәм Аллаға хеҙмәткә бағышларға тигән күрһәтмә юҡ. Беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн йәкшәмбе ғәҙәти көн булған. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Константин [император] 321 йылда йәкшәмбене рәсми рәүештә Рим империяһы буйынса ял көнө тип иғлан итте. [...] Тоғро кешеләр йәкшәмбе көндәрендә Аллаға табыныуға бәйле булмаған мәшәҡәттәрҙән тыйылырға һәм (башҡа айырыуса мөһим байрамдарҙағы кеүек үк) Аллаға табыныуҙа ҡатнашырға бурыслы» (Католик энциклопедияһы. М., 2002. Т. 1. С. 1598) a.
Изге Яҙмалағы ниндәй өҙөктәр, имеш, йәкшәмбе айырым көн булған, тип иҫәпләргә нигеҙ бирергә мөмкин? Илсе Пауыл «аҙнаның беренсе көнөндә» (ә беҙҙең көндәрҙә ҡайһы бер илдәрҙә йәкшәмбе аҙнаның беренсе көнө тип һанала) имандаштары менән ашап алырға булды, тиелә Изге Яҙмала (Ғәмәлдәр 20:7). Әммә был бик урынлы булған, сөнки иртәгәһен ул юлға сыҡҡан. Шуның кеүек үк, мохтаждарға ярҙам итер өсөн, ҡайһы бер йыйылыштарға иғәнәне «аҙнаның беренсе көнөндә», йәғни йәкшәмбе көнө айырып ҡуйырға тигән күрһәтмә бирелгән. Ләкин был тик ғәмәли кәңәш кенә булған. Иғәнәне осрашыу урынына алып бармай, үҙ өйөңдә һаҡлап торорға кәрәк булған (1 Коринфтарға 16:1, 2).
Яңылыш ҡараш. Ял итеү һәм Аллаға табыныу өсөн аҙнаның бер көнөн айырып ҡуйыу дөрөҫ түгел.
Факт. Изге Яҙмала, быны һәр мәсихсе үҙе хәл итә, тиелгән (Римдарға 14:5).
a Шулай уҡ «Православие энциклопедия»һын ҡарағыҙ (2005 йыл, 9 том, 448, 449 бб.)