Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йомартлыҡ күрһәтеү һәм эскерһеҙ рәүештә бүләктәр биреү мөһим. Ундай саҡта бүләк алған кеше генә түгел, уны биргән кеше лә бәхетле була (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25; Лука 6:38). Ғайсаның һүҙҙәренсә, «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәмәлдәр 20:35).

 Бүләк биреүсенең ниндәй ниәттәре Аллаға оҡшай?

 Кеше эскерһеҙ ниәттәрҙән сығып бүләк бирһә, Алланы был шатландыра. «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата», — тип әйтелә Изге Яҙмала (2 Коринфтарға 9:7).

 Йомартлыҡ — ул «саф, тапланмаған» динде тотҡан кешеләргә хас сифат (Яҡуб 1:27). Башҡаларға теләп ярҙам иткән кешене Алланың хеҙмәттәше тип атап була, һәм ундай кеше алдында Алла үҙен бурыслы һанай (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17). Изге Яҙмала, Алла йомарт кешеләрҙе мотлаҡ рәүештә бүләкләйәсәк, тиелгән (Лука 14:12—14).

 Ниндәй осраҡтарҙа бүләк биреүсенең ниәттәре Аллаға оҡшамай?

 Әгәр кеше дөрөҫ булмаған ниәттәрҙән сығып эш итһә. Әйтәйек, ул:

  •   башҡаларҙы хайран ҡалдырырға теләй, ти (Матфей 6:2);

  •   алмашҡа нимәлер алырға ниәтләй, ти (Лука 14:12—14);

  •   ҡотҡарылырға теләй, ти (Зәбур 49:6, 7).

 Әгәр кеше үҙ йомартлығы менән Алла хупламаған тәртипкә йә ғәҙәттәргә булышлыҡ итһә. Мәҫәлән, берәйһенә ҡомарлы уйындар уйнау, тәмәке йә наркотиктар һатып алыу өсөн аҡса биреү һис тә яраған эш түгел (1 Коринфтарға 6:9, 10; 2 Коринфтарға 7:1). Шулай уҡ үҙен тәьмин итер өсөн эшләй алған, ләкин эшләргә теләмәгән кешегә материаль яҡтан ярҙам итеү ҙә дөрөҫ түгел (2 Фессалоникаларға 3:10).

 Әгәр кеше Алла тарафынан үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәмәһә. Изге Яҙма буйынса, ғаилә башлығы ғаилә ағзаларының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш (1 Тимофейға 5:8). Әгәр башҡалар хаҡында ҡайғыртыу менән мәшғүл булып, үҙ ғаиләһен мәхрүм ҡалдыра икән, ул дөрөҫ эшләмәй. Үҙенең мөлкәтен «Аллаға бүләк» тип аҡланып, олоғайған ата-әсәһе хаҡында хәстәрлек күрергә теләмәгән кешеләрҙе Ғайса Мәсих хөкөм иткән (Марк 7:9—13).