Иблис кешеләр өҫтөнән идара итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Иблис һәм ендәр кешелеккә көслө йоғонто яһай. Изге Яҙмала былай тиелә: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ» (1 Яхъя 5:19). Унда Иблис кешеләргә нимә арҡылыендәр фильм йоғонто яһағаны аңлатыла.
Алдау. Изге Яҙма кешеләрҙе «Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тор[орға]» дәртләндерә (Ефестарға 6:11). Уның тоҙаҡтарының береһе — кешеләрҙе алдау. Ул үҙенә эйәреүселәрҙе Алланың хеҙмәтселәре итеп күрһәтергә тырыша (2 Коринфтарға 11:13—15).
Спиритизм. Иблис кешеләрҙе сихырсылар, күрәҙәселәр һәм астрология менән шөғөлләнеүселәр аша алдай (Ҡанун 18:10—12). Наркотиктар, гипноз һәм медитация кеше аҡылын томалай һәм уны ендәр йоғонтоһона дусар итә (Лука 11:24—26).
Ялған дин. Ялған тәғлимәттәргә нигеҙләнгән диндәр, кешеләрҙе алдап, Алланы тыңламаҫҡа этәрә (1 Коринфтарға 10:20). Изге Яҙма ундай ялғанға нигеҙләнгән ҡараштарҙы «ен өйрәтеүҙәре» тип атай (1 Тимофейға 4:1).
Буйһондороу. Изге Яҙмала яуыз рухтар кешеләрҙе үҙҙәренә буйһондорған осраҡтар тураһында һөйләнелә. Ен эйәләшкән кешеләр ҡайһы саҡта һуҡыр, телһеҙ булған һәм хатта үҙ-үҙенә зыян килтергән (Матфай 12:22, Марк 5:2—5).
Иблистең йоғонтоһона нисек ҡаршы торорға?
Беҙгә ендәр йоғонтоһонан ҡурҡып йәшәргә кәрәкмәй, сөнки Изге Яҙмала, беҙ Иблискә уңышлы ҡаршы тора алабыҙ, тип әйтелә.
Иблистең ниәттәрен белер өсөн, ул ҡулланған тоҙаҡтарҙы күрергә өйрәнегеҙ (2 Коринфтарға 2:11).
Изге Яҙманан белем алығыҙ һәм уның буйынса йәшәгеҙ. Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәү һеҙҙе Иблис йоғонтоһонан яҡлаясаҡ (Ефестарға 6:11—18).
Ендәргә ҡағылышы булған бөтә әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ (Ғәмәлдәр 19:19). Мәҫәлән, спиритизм менән бәйле музыка, китаптар, журналдар, плакаттар һәм фильмдар.