Төп мәғлүмәткә күсеү

Иблистең тышҡы ҡиәфәте ниндәй?

Иблистең тышҡы ҡиәфәте ниндәй?

Изге Яҙманан яуап

 Иблис — рухи шәхес, ул беҙҙең күҙгә күренмәй. Тимәк, уның физик тәне юҡ (Эфестарға 6:11, 12).

 Иблисте, ғәҙәттә, мөгөҙлө, ҡойроҡло һәм һәнәк тотҡан кәзәгә оҡшаш йән эйәһе итеп һүрәтләйҙәр. Уны ошондай ҡиәфәттә иң беренсе булып Урта быуат рәссамдары төшөрә башлаған тип һанала. Уларға, күрәһең, халыҡ фольклоры һәм боронғо мифология тәьҫир иткән.

 Изге Яҙмала Иблис нисек һүрәтләнә?

 Иблисте һүрәтләр өсөн Изге Яҙмала бер нисә образ ҡулланыла. Был образдар уның тышҡы ҡиәфәтен түгел, ә эске асылын һүрәтләй. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:

  •   Яҡтылыҡ фәрештәһе. Кешеләрҙе Алланан алып китеп, үҙ яғына ауҙарыр өсөн, ул игелек ҡылыусы булып ҡылана (2 Кәринттәргә 11:14).

  •   Үкереүсе арыҫлан. Ул көслө ярһыу менән Алланың хеҙмәтселәренә ташлана (1 Петер 5:8).

  •   Ҙур аждаһа. Ул ҡурҡыу уята, ғәйәт ҙур көскә эйә һәм бик күп зыян килтерә ала (Асылыш 12:9).