Бөтә диндәр ҙә Аллаға алып барамы?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ, бөтә диндәр ҙә Аллаға алып бармай. Изге Яҙмала Алла хупламаған диндәр хаҡында күп тапҡыр әйтелә. Уларҙы ике төп төргә бүлергә була.
1-се төр: ялған илаһтарға табыналар
Ялған илаһтарға табыныу Изге Яҙмала «буш нәмә», «мәғәнәһеҙлек» һәм «файҙаһыҙ» тигән һүҙҙәр менән һүрәтләнә (Иремия 10:3—5; 16:19, 20). Боронғо заманда Йәһүә a Алла Израиль халҡына: «Минән башҡа һис ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын», — тигән әмер биргән (Сығыш 20:3, 23; 23:24). Израилдәр башҡа илаһтарға табынғанда, Йәһүәнең уларға асыуы ҡабынған (Һандар 25:3; Левиттар 20:2; Хөкөмсөләр 2:13, 14).
«Илаһ тип аталғандарға» табыныу тураһында әйткәндә, хаҡ Алланың ҡарашы әле лә үҙгәрмәгән (1 Коринфтарға 8:5, 6; Галаттарға 4:8). Ул үҙенә табынырға теләгән кешеләргә ялған дин тотоусылар менән аралашмаҫҡа ҡуша һәм былай ти: «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ» (2 Коринфтарға 6:14—17). Әгәр бөтә диндәр ҙә яҡшы булһа һәм Аллаға алып барһа, ул шундай әмер бирер инеме?
2-се төр: хаҡ Аллаға уға яраҡлы булмаған рәүештә табыныу
Ҡайһы ваҡыт израилдәр Аллаға табыныуға мәжүси халыҡтарҙан үҙләштергән йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡатыштырған, әммә Йәһүә уларҙың хаҡ дин менән ялған динде берләштерергә маташыуын һис тә хупламаған (Сығыш 32:8; Ҡанун 12:2—4). Ғайса көндәрендәге дин етәкселәре тыштан диндар булып ҡыланған, ә үҙҙәре ике йөҙлө булған. Улар Ҡанундағы иң мөһим нәмәләрҙе — «ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто» кире ҡаҡҡан. Шуға ла Ғайса уларҙың Аллаға табыныу рәүешен тәнҡитләгән (Матфей 23:23).
Бөгөн дә бер ни ҙә үҙгәрмәгән: тик хәҡиҡәткә өйрәтеүсе дин генә кешеләрҙе Аллаға килтерә ала. Был хәҡиҡәт Изге Яҙмала яҙылған (Яхъя 4:24; 17:17; 2 Тимофейға 3:16, 17). Изге Яҙмаға ҡаршы килеүсе диндәр һәм тәғлимәттәр иһә кешеләрҙе Алланан ситкә алып китә. Кешеләр Троица, үлемһеҙ йән һәм тамуҡтағы мәңгелек ғазаптар тураһындағы тәғлимәттәр Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тип иҫәпләй. Әммә күп кенә шундай тәғлимәттәр ялған илаһтарға табынған кешеләрҙән үҙләштерелгән. Ундай ышаныуҙарға бәйле табыныу «бушҡа» ғына, сөнки ундай табыныуҙа Алланың талаптары дини йолалар менән алмаштырыла (Марк 7:7, 8).
Алла дини ике йөҙлөлөктө нәфрәт итә (Титҡа 1:16). Кешеләргә Аллаға яҡынлашырға ярҙам итер өсөн, дин уларҙың көндәлек тормошона тәьҫир итергә тейеш, ә төрлө йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә тупланып, күҙ буяу ғына булырға тейеш түгел. Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ. Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу — бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул» (Яҡуб 1:26, 27).
a Изге Яҙмаға ярашлы, Йәһүә — ул хаҡ Алланың исеме.