Изге Яҙма ғаилә тормошон бәхетле итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Эйе, бәхетле итә ала. Миллионлаған кешегә ғаилә тормошонда бәхетле булырға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аҡыллы кәңәштәр түбәндә килтерелә:
Никахығыҙҙы теркәгеҙ. Никахты илдәге закондар буйынса теркәп, ир менән ҡатын ғүмерлек союз булдыра. Был ғаилә бәхетенең нигеҙе (Матфай 19:4—6).
Яратыу һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. Тормош иптәшегеҙҙең һеҙҙең менән нисек мөғәмәлә итеүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уның менән шулай мөғәмәлә итегеҙ (Матфай 7:12; Ефестарға 5:25, 33).
Тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмағыҙ. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙе рәнйетә алған берәй нәмә әйтһә йә эшләһә лә, уның менән игелекле һөйләшегеҙ (Ефестарға 4:31, 32). Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1-ҙә былай тип әйтелгән: «Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа, ә ҡаты һүҙ асыуҙы ҡуҙғата».
Бер-берегеҙгә тоғро булығыҙ. Романтик хистәр һәм енси ҡыҙыҡһыныу тик үҙ тормош иптәшегеҙгә ҡарата ғына күрһәтегеҙ (Матфай 5:28). «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Еврейҙарға 13:4).
Балаларығыҙҙы яратып тәрбиәләгеҙ. Артыҡ йомшаҡ та, тупаҫ та булмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15; Колосстарға 3:21).