Төп мәғлүмәткә күсеү

Аллаға нисек яҡынлашып була?

Аллаға нисек яҡынлашып була?

Изге Яҙманан яуап

 Аллаға яҡынлашыр өсөн, уның тураһында белем алырға һәм уға яраҡлы эштәр ҡылырға кәрәк. Шул саҡта Алла ла «һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуп 4:8). Изге Яҙма Алла «беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» тип ышандыра (Илселәр 17:27).

 Алланы белер өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

 Изге Яҙманы уҡығыҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған» (2 Тимәтигә 3:16).

  •  Аңлатыу. Изге Яҙманың авторы — Алла. Изге Яҙманы яҙыусылар үҙ фекерҙәрен түгел, ә Алланың фекерҙәрен яҙған. Был уникаль китап аша Алла беҙгә үҙ ихтыярын аса. Уны уҡып, беҙ Алланың шәхесе, мәҫәлән, уның мөхәббәт, ғәҙеллек һәм шәфҡәтлек кеүек сифаттары тураһында күберәк белә алабыҙ (Сығыш 34:6; Ҡанун 32:4).

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Изге Яҙманы көн дә уҡығыҙ (Ешуа 1:8). Уҡығандарығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Был өҙөктө уҡып мин Алла тураһында нимә белдем?» (Зәбур 77:12).

     Мәҫәлән, Йәрәмиә 29:11-ҙе уҡып, үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Алла минең өсөн нимә теләй: бәлә-ҡаза йә тыныслыҡмы? Ул миңә яза бирергә тип кенә торамы йә ул минең бәхетле булыуымды теләйме?»

 Тәбиғәтте күҙәтегеҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Уның күренмәгән сифаттары... донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә» (Римдарға 1:20).

  •  Аңлатыу. Рәссамдың картинаһын ҡарап йә инженер уйлап сығарған машинаны күҙәтеп уларҙы яһаған кешеләр тураһында күп нәмә белеп була. Шуның шикелле, Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе күҙәтеп, уның шәхесе тураһында күпте белергә була. Мәҫәлән, кеше мейеһенең ҡатмарлығы һәм мөмкинлектәре — Алланың зирәклеген, ә Ҡояштың һәм башҡа йондоҙҙарҙың энергияһы уның ҡөҙрәтен асыҡлай (Зәбур 104:24; Ишағыя 40:26).

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Тәбиғәтте күҙәтер өсөн һәм тирә-яҡ донъя тураһында күберәк белер өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Быны эшләгән саҡта үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Тәбиғәттәге ғәжәйеп нәмәләр Алла тураһында нимәне асыҡлай?» a Әлбиттә, тәбиғәтте күҙәтеп кенә Барлыҡҡа килтереүсе тураһында бар нәмәне белеп булмай. Шуның өсөн Алла беҙгә Изге Яҙманы биргән.

 Алланың исемен ҡулланығыҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Исемемде танығанға күрә, Мин уны һаҡлаясаҡмын. Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын» (Зәбур 90:14, 15).

  •  Аңлатыу. Алланың исеме — Йәһүә. Уның исемен белгән һәм хөрмәт иткән кешеләргә ул айырыуса яҡын b (Зәбур 83:18; Малахи 3:16). Үҙ исемен асып, Алла беҙҙе үҙе менән таныштырған. Ул былай тигән: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем» (Ишағыя 42:8, ЯДТ).

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Аллаға доға ҡылғанда уның исемен ҡулланығыҙ.

 Йәһүәгә доға ҡылығыҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына... яҡын» (Зәбур 145:18, ЯДТ).

  •  Аңлатыу. Йәһүә уға ышанып доға ҡылған кешеләргә яҡын. Доға — ғибәҙәт ҡылыуҙың бер өлөшө. Доға ҡылып, беҙ Алланы тәрән хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Аллаға йыш доға ҡылығыҙ (1 Тисалуникаларға 5:17). Уға үҙ хистәрегеҙ һәм борсолоуҙарығыҙ хаҡында һөйләгеҙ (Зәбур 62:8). c

 Иман үҫтерегеҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай» (Еврейҙарға 11:6).

  •  Аңлатыу. Аллаға яҡынлашыр өсөн, уға иман итергә кәрәк. Изге Яҙма буйынса, иман итеү Алланың барлығына ышаныуҙан тыш үҙ эсенә күберәкте ала. Иман итеү Аллаға тулыһынса таяныуҙы, уның бөтә вәғәҙәләре үтәләсәгенә, уның нормалары иң яҡшы икәненә ышаныуҙы аңлата. Ышаныс булмаһа, яҡын дуҫлыҡ мөмкин түгел.

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Ысын иман белемгә нигеҙләнгән (Римдарға 10:17). Шуға күрә Изге Яҙманы өйрәнегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ Аллаға һәм уның кәңәштәренә таянып булғанын күрерһегеҙ. Изге Яҙманы өйрәнергә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙгә ярҙам итергә шат булыр. d

 Аллаға яраҡлы эштәр ҡылығыҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү ул» (1 Яхъя 5:3).

  •  Аңлатыу. Йәһүә уның әмерҙәре буйынса йәшәргә тырышҡан һәм шулай итеп уға үҙ яратыуын күрһәткән кешеләргә айырыуса яҡын.

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Изге Яҙманы өйрәнгәндә, Аллаға нимә оҡшай, ә нимә оҡшамай икәненә иғтибар итегеҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Аллаға яраҡлы булыр өсөн, тормошомда ниндәй үҙгәрештәр яһай алам?» (1 Тисалуникаларға 4:1).

 Алланың игелеген күрегеҙ

  •  Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ — Раббы ниндәй игелекле» (Зәбур 33:9, [34:8, ЯДТ]).

  •  Аңлатыу. Алла һеҙҙе уның игелеген күрергә саҡыра. Уның яратыуын һәм игелеген татығас, уға яҡынлашырға теләгегеҙ үҫер.

  •  Һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Изге Яҙманан уҡып белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланырға тырышығыҙ. Алла кәңәштәре буйынса эш итеү һеҙгә ниндәй файҙа килтергәненә иғтибар итегеҙ (Ишағыя 48:17, 18). Шулай уҡ Алла ярҙамы менән ауырлыҡтарҙы енгән, үҙҙәренең һәм ғаиләләренең тормоштарын яҡшыртҡан һәм ысын бәхеткә ирешкән кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығығыҙ. e

 Алла тураһында яңылыш ҡараштар

 Яңылыш ҡараш. Алла шундай ҡөҙрәтле һәм шундай бөйөк, уға яҡынлашып булмай.

 Факт. Алла иң бөйөк һәм ҡөҙрәтле шәхес булһа ла, ул беҙҙе үҙенә яҡынлашырға саҡыра. Изге Яҙмала Алла менән яҡын дуҫлыҡ үҫтергән ир-аттарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың миҫалдары килтерелә (Илселәр 13:22; Яҡуп 2:23).

 Яңылыш ҡараш. Алланы танып белеп булмай, сөнки ул серле көс.

 Факт. Алла тураһында ҡайһы бер нәмәләрҙе, мәҫәлән уның күҙгә күренмәгән рух булыуын, аңлауы ауыр. Шулай ҙа беҙ Алланы белә алабыҙ. Әгәр был мөмкин булмаһа, Изге Яҙмала мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн Алла тураһында белем алырға кәрәк тип әйтелмәҫ ине (Яхъя 17:3). Был китапта аңлайышлы тел менән Алла Тәғәлә, уның шәхесе, кешеләргә һәм ергә ҡарата ниәте һәм нормалары тураһында яҙылған (Ишағыя 45:18, 19; 1 Тимәтигә 2:4). Шулай уҡ, инде әйтеп кителгәнсә, Изге Яҙмала Алланың исеме асыла (Зәбур 83:18). Бының барыһы шуны күрһәтә: Алланы белеүҙән тыш, беҙ уның менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерә алабыҙ (Яҡуп 4:8).

a Алланың зирәклеге тирә-яҡ донъяла нисек сағылғанын белер өсөн «Тәбиғәт мөғжизәләре» тигән рубриканы ҡарағыҙ.

b Күптәрҙең фекеренсә, «Йәһүә» тигән исем «Ул булырға бирә» тигән мәғәнә йөрөтә. Үҙ исемен асып, Алла: «Мин ихтыярымды һәм ниәтемде үтәрмен. Мин һәр ваҡыт үҙ һүҙемде үтәйем» тип әйткәндәй була.

d Күберәк белер өсөн «Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үтә?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

e «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубриканы ҡарағыҙ.