Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ

Балаға нисек билдәләрен яҡшыртырға ярҙам итергә?

Балаға нисек билдәләрен яҡшыртырға ярҙам итергә?

 Әйтәйек, һеҙҙең балағыҙ мәктәп тураһында уйламай, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡан, дәрестәрен илке-һалҡы ғына әҙерләй. Һөҙөмтәлә, уның билдәләре түбәнәйә һәм тәртибе боҙола бара. Нисек балаға яҡшыраҡ билдәләргә өлгәшергә ярҙам итергә?

 Нимә белергә кәрәк?

 Баҫым яһау хәлде ҡатмарлаштыра. Баланы уҡырға мәжбүр итһәң, ул мәктәптә генә түгел, өйҙә лә стресс кисерәсәк! Үҙен яҡлар өсөн, уның алдай, насар билдәләрен йәшерә, көндәлегенә һеҙ булып ҡул ҡуя һәм дәрестәрҙе ҡалдыра башлауы бар. Хәл насарая ғына барыр.

 Бүләкләү кире эффект бирә. «Ҡыҙыбыҙҙың уҡырға теләге булһын өсөн, беҙ уны яҡшы билдәләре өсөн бүләкләргә булдыҡ, — ти Андрэ исемле атай кеше. — Ләкин һөҙөмтәлә уны бүләк кенә ҡыҙыҡһындыра башланы. Ул насар билдә алғаны өсөн түгел, ә бүләкһеҙ ҡалғаны өсөн күберәк ҡайғырҙы».

 Уҡытыусыларҙы ғәйепләү файҙа килтермәй. Был осраҡта балағыҙ, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер өсөн, тырышлыҡ һалмаһаң да була, тигән һығымтаға килергә мөмкин. Уның үҙ хаталарында башҡаларҙы ғәйепләргә күнегеп китеүе һәм башҡа берәү уның проблемаларын хәл итергә тейеш тип уйлай башлауы ихтимал. Ҡыҫҡаса әйткәндә, балағыҙ артабанғы тормошонда бик кәрәк буласаҡ нәмәгә — үҙ эштәре өсөн яуап бирергә өйрәнмәйәсәк.

 Нимә эшләп була?

 Үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Асыуығыҙ килһә, балағыҙ менән билдәләре тураһында һөйләшеүҙе кисектереп тороғоҙ. «Ҡатыным менән икебеҙ ҙә балалар менән тыныс һәм йомшаҡ итеп һөйләшеү яҡшы һөҙөмтәләр бирә икәнен күрҙек», — тип әйтә өс бала атаһы Бретт.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын» (Яҡуб 1:19).

 Проблеманың ысын сәбәбен аңларға тырышығыҙ. Йыш ҡына тиҫтерҙәренең эҙәрләүе, мәктәпте алыштырыу, имтихандар арҡаһында борсолоу, ғаиләләге проблемалар, йоҡо туймау, режим булмауы, иғтибарһыҙ булыу насар билдәләрҙең сәбәбе булып тора. Балағыҙҙың өлгәшмәүен ялҡаулыҡҡа һылтарға ашыҡмағыҙ.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Төплө кеше уңышҡа ирешер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:20).

 Уҡыр өсөн уңайлы шарттар булдырығыҙ. Балағыҙ дәрес әҙерләү ваҡытын белһен өсөн, график төҙөгөҙ. Дәрес әҙерләгәндә балағыҙҙың иғтибарын бер нәмә лә — телевизор ҙа, кеҫә телефоны ла — ситкә йүнәлтмәһен өсөн, уңайлы, тыныс урын булдырығыҙ. Өйгә эште ҙур булмаған өлөштәргә бүлеп, улар араһында тәнәфес яһаһа, балаға иғтибарын туплау еңелерәк булыр. Германиянан Гектор исемле атай кеше былай ти: «Контроль эш булырға тейеш булһа, аҙаҡҡы минутҡа тиклем һуҙыр урынына, көн һайын әҙ-әҙләп материалды ҡабатлайбыҙ».

 Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар» (Вәғәзсе 3:1).

 Белемгә ынтылыш үҫтерегеҙ. Балағыҙ мәктәп әле үк ниндәй файҙа килтергәнен аңлаһа, уның уҡырға теләге булыр. Мәҫәлән, математиканы яҡшы белеү уға кеҫә аҡсаһын дөрөҫ тотонорға ярҙам итер.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Зирәклеккә иреш, төшөнөүсәнлеккә ынтыл. [...] Зирәклектең ҡәҙерен бел» (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:5, 8).

 Кәңәш. Балағыҙға ярҙам итегеҙ, ләкин уның өсөн дәрестәрен әҙерләмәгеҙ. Андрэ: «Ҡыҙыбыҙ үҙ башын эшләтер урынына уның өсөн дәрес әҙерләүебеҙҙе теләй ине», — ти. Балағыҙҙы өйгә эшен үҙ аллы эшләргә өйрәтегеҙ.