Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ЙЫР

Йәһүә идара итә башлай

Йәһүә идара итә башлай

(Асылыш 11:15)

  1. 1. Батшалығын Йәһүә

    Бик юғары күтәрә.

    Ул тәхеткә ултыртҡан үҙ Улын.

    Дан килтереп Аллаға,

    Йыр күңелдән ағыла.

    Ул Сионда үҙе һалған нигеҙ ташын.

    ҠУШЫМТА

    Батшалыҡҡа өмөт бағлайбыҙ,

    Ғәҙеллеккә ул юл асыр.

    Мәңге йәшәрбеҙ, ҡыуанырбыҙ —

    Ер йөҙөндә ожмах булыр.

    Алланы ихлас ҙурлайыҡ,

    Ниәтен ул башҡарыр.

  2. 2. Хәҙер Мәсих тәхеттә,

    Армагеддон яҡында.

    Юҡ ителер Шайтандың донъяһы.

    Вәғәзләргә һәр кемгә,

    Йыуаштарҙы эҙләргә

    Беҙ ашығабыҙ, сөнки һәр көн һанаулы.

    ҠУШЫМТА

    Батшалыҡҡа өмөт бағлайбыҙ,

    Ғәҙеллеккә ул юл асыр.

    Мәңге йәшәрбеҙ, ҡыуанырбыҙ —

    Ер йөҙөндә ожмах булыр.

    Алланы ихлас ҙурлайыҡ,

    Ниәтен ул башҡарыр.

  3. 3. Дан күктәге Батшаға,

    Мәрхәмәтле хакимға.

    Беҙ баш эйәбеҙ Ғайса Мәсихкә.

    Кил Йәһүә йортона,

    Ул яуҙырыр фатиха.

    Ер өҫтөнән тиҙҙән Мәсих булыр Батша.

    ҠУШЫМТА

    Батшалыҡҡа өмөт бағлайбыҙ,

    Ғәҙеллеккә ул юл асыр.

    Мәңге йәшәрбеҙ, ҡыуанырбыҙ —

    Ер йөҙөндә ожмах булыр.

    Алланы ихлас ҙурлайыҡ,

    Ниәтен ул башҡарыр.

(2 Сам. 7:22; Дан. 2:44; Асыл. 7:15-те лә ҡара.)