1-СЕ БҮЛЕК
Аллаға тыңлаусан булыр өсөн нимә эшләргә?
Алла беҙгә Изге Яҙмалар аша һөйләй. (2 Тимутегә 3:16)
Хаҡ Алла үҙ фекерҙәрен бер изге китапҡа яҙып ҡуйыр өсөн кешеләрҙе ҡулланған. Был китап — Изге Яҙмалар. Унда Алланың һиңә еткергеһе килгән мөһим хәбәре яҙылған.
Алла беҙҙең өсөн иң яҡшыһы нимә икәнен белә. Ул бар аҡыллылыҡтың Сығанағы. Аллаға тыңлаусан булып, һин ысын аҡыллылыҡҡа эйә буласаҡһың (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5).
Ул һәр кешенең Изге Яҙмаларҙы уҡыуын теләй. Был китап күп телдәрҙә баҫтырылған.
Аллаға тыңлаусан булғың килһә, һиңә Изге Яҙмаларҙы уҡырға һәм аңларға кәрәк.
Маттай 28:19)
Кешеләр Алла һүҙен бар ерҙәрҙә тыңлай. (Йәһүә Шаһиттары һиңә Изге Яҙмаларҙы аңларға булышасаҡ.
Улар бар илдәрҙәге кешеләрҙе Алла тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтәләр.
Был өйрәтеү түләүһеҙ үткәрелә. Алла тураһында һин шулай уҡ яҡындағы Батшалыҡ Залына барып белә алаһың.