30-СЫ БҮЛЕК
Ҡурҡыуҙы нисек еңергә?
ЙӘҺҮӘГӘ хеҙмәт итеү еңелме? ~ Бөйөк Остаз был еңел булыр тип әйтмәгән. Үлеме алдынан Ғайса үҙ илселәренә: «Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле» (Яхъя 15:18).
Петр, Ғайсаны бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡмын, тип маҡтанған, әммә Ғайса уға: «Ошо төндә һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», — тигән. Ысынында тап шулай булған да: Петр шул төндә өс тапҡыр, Ғайсаны белмәйем, тип әйткән! (Матфей 26:31—35, 69—75) Ундай хәл нисек килеп тыуған? ~ Петр ҙа, башҡа илселәр ҙә ҡурҡыуға бирелгән.
Ни өсөн илселәр ҡурҡыуға бирелгән, беләһеңме? ~ Улар бер мөһим нәмәне онотҡан. Быны белеү беҙгә, башҡаларҙың һүҙҙәренә һәм эштәренә иғтибар итмәйенсә, Йәһүәгә хеҙмәт итергә ярҙам итер. Башта Ғайсаның үҙенең илселәре менән бергә үткәргән һуңғы төндә нимә булғаны хаҡында беләйек.
Ғайса илселәре менән Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә. Йыл һайын йәһүдтәр Алланың үҙ халҡын Мысыр ҡоллоғонан ҡотҡарғанын иҫкә алып, ошо махсус байрамды үткәргән булған. Һуңынан Ғайса башҡа бер махсус байрамды ғәмәлгә индергән. Ул байрам тураһында беҙ киләһе бүлектәрҙең береһенән белербеҙ, һәм шул байрам беҙгә Ғайсаны иҫкә алырға нисек ярҙам итә икәнен ҡарап сығырбыҙ. Киске аш ваҡытында Ғайса илселәрен дәртләндереп нығыта, шунан һуң уларҙы Гефсимания баҡсаһына алып бара. Был уларҙың яратҡан осрашыу урыны.
Баҡсала Ғайса, шәкерттәрен ҡалдырып, доға ҡылыр өсөн ситкәрәк китә. Ул Петрға, Яҡубҡа һәм Яхъяға ла доға ҡылырға Матфей 26:36—47) Ни өсөн уларға уяу булырға һәм доға ҡылырға кәрәк булған? ~ Әйҙә, быны беләйек.
ҡуша. Ләкин улар йоҡлап китә. Был өс тапҡыр ҡабатлана: Ғайса доға ҡылырға китә һәм, илселәре янына әйләнеп килгәс, уларҙы йоҡлаған хәлдә күрә! (Йәһүҙә Искариот та Ғайса һәм башҡа илселәр менән Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә. Хәтерләйһеңдер, Йәһүҙә ҡараҡҡа әйләнгән ине. Хәҙер иһә ул хыянатсы ла булып китә. Ул Ғайсаның күп тапҡыр үҙ илселәре менән Гефсимания баҡсаһында ваҡыт үткәргәнен белә. Шуға күрә ул ғәскәриҙәр менән Ғайсаны ҡулға алырға шул урынға килә. Улар яҡынлашҡас, Ғайса уларҙан: «Кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һорай.
Ғәскәриҙәр: «Ғайсаны», — тип яуап бирә. Ғайса уларҙан ҡурҡмай, шуға күрә: «Ул — Мин», — тип әйтә. Ғәскәриҙәр Ғайсаның ҡыйыулығына таң ҡала, улар хатта, артҡа сигенеп, ергә йығылып китә. Шунан Ғайса уларға былай ти: «Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе ебәрегеҙ» (Яхъя 18:1—9).
Ғәскәриҙәр Ғайсаны тотоп ҡулдарын бәйләй. Илселәр ҡурҡыуға бирелеп ҡасып китә. Ләкин Петр менән Яхъя артабан нимә булырын белергә теләй, шуға, арттараҡ ҡалып, улар ғәскәриҙәр артынан эйәрә. Ахырҙа, Ғайсаны иң баш рухани Каиафа йортона килтерәләр. Яхъя иң баш рухани менән таныш булғанға, хеҙмәтсе ҡыҙ уға һәм Петрға ихатаға инергә рөхсәт итә.
Руханиҙар Каиафаның йортона йыйылған инде. Улар Ғайсаны үлемгә хөкөм итергә теләй. Шуға күрә улар, Ғайсаға ҡаршы ялған һөйләтер өсөн, шаһиттар килтерә. Кешеләр Ғайсаны йоҙроҡлап туҡмай һәм яңағына һуға. Был ваҡытта Петр яҡында ғына була.
Петр менән Яхъяға ишек асҡан хеҙмәтсе ҡыҙ Петрҙы танып ҡала. Ул: «Һин дә бит Ғайса менән булдың», — ти. Әммә Петр, Матфей 26:57—75; Лука 22:54—62; Яхъя 18:15—27).
Ғайса менән таныш түгелмен, тип әйтә. Күпмелер ваҡыт үткәс, башҡа хеҙмәтсе ҡыҙ ҙа Петрҙы таный һәм башҡаларға: «Бына был да Ғайса менән булды», — ти. Петр был юлы ла, Ғайсаны белмәйем, тип әйтә. Һуңыраҡ тағы бер нисә кеше Петрҙы танып ҡалып: «Һин ысынлап та уларҙың береһе», — тип әйтә. Шунда Петр өсөнсө тапҡыр: «Мин Ул Кешене белмәйем!» — тип, Бөйөк Остазынан ваз кисә. Үҙенә ышанһындар өсөн, Петр хатта ант итә. Шул мәлдә Ғайса Петрға боролоп ҡарай (Ни өсөн Петр алдаған, беләһеңме? ~ Эйе, ул ҡурҡҡан. Әммә ни өсөн ул ҡурҡҡан? Ҡыйыу булыр өсөн, уға нимә эшләргә кәрәк булған? Әйҙә, уйлап ҡарайыҡ. Ғайсаға ҡыйыу булырға нимә ярҙам иткән? ~ Ул Аллаға доға ҡылған, һәм Алла уға ҡыйыу булырға ярҙам иткән. Хәтерләйһеңдер, Ғайса өс тапҡыр Петрҙың доға ҡылыуын һәм уяу булыуын үтенгән. Әммә Петр нимә эшләгән? ~
Петр һәр осраҡта йоҡоға талған. Петр доға ҡылмаған һәм уяу ҡалырға тырышмаған, шуға ҡапыл килеп тыуған
хәлгә — Ғайсаның ҡулға алыныуына — әҙер булмаған. Һуңынан суд ваҡытында Ғайсаны туҡмағандарын һәм хатта үлтерергә йыйынғандарын белеп ҡалғас, Петр бик ныҡ ҡурҡҡан. Әммә Ғайса ни бары бер нисә сәғәт элек илселәренә нимә тигән? ~ Ул, донъя мине нәфрәт иткән һымаҡ һеҙҙе лә нәфрәт итәсәк, тип әйткән.Беҙ ҙә, Петр һымаҡ, ҡурҡыуға бирелергә мөмкин. Ниндәй осраҡта? Әйтәйек, синыфташтарың тыуған көн байрамын йә башҡа байрам үткәрмәгән кешеләр тураһында насар һөйләй башлай, ти. Берәйһе шул мәлдә һиңә боролоп: «Һин дә тыуған көндәрҙе үткәрмәйһеңме
әллә? — тип һораһа йә, — Беҙ һинең хаҡта Яңы йыл байрамын үткәрмәйһең икән, тип ишеттек», — тиһә, нимә эшләрһең? Һин ҡурҡмайынса, уларға дөрөҫөн әйтә алырһыңмы? ~ Йә һин Петр һымаҡ эш итерһеңме? ~Ғайсанан ваз кисеүенә Петр бик үкенгән. Нимә эшләгәнен аңлағас, ул, урамға сығып, илай башлаған. Һуңыраҡ Петр Ғайсаға кире ҡайтҡан (Лука 22:32). Быны иҫәпкә алып, беҙгә Петр һымаҡ ҡурҡыуға бирелмәҫкә нимә ярҙам итәсәк? ~ Хәтерләйһеңдер, Петр доға ҡылмаған һәм уяу ҡалмаған. Шулай итеп, беҙгә, Бөйөк Остаздың шәкерте булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк? ~
Беҙгә һис шикһеҙ, Йәһүәгә доға ҡылып, унан ярҙам һорарға кәрәк. Алла Ғайсаның доғаһына нисек яуап биргән, беләһеңме? ~ Алла үҙенең фәрештәһен ебәреп уны нығытҡан (Лука 22:43). Фәрештәләр беҙгә лә ярҙам итә аламы? ~ Изге Яҙмала: «Йәһүәнең фәрештәһе Алланы тәрән хөрмәт итеүселәрҙе һаҡлай һәм уларҙы ҡотҡара», — тиелә (Зәбур 34:7). Әммә Алланың ярҙамын алыр өсөн, доға ҡылыу ғына әҙ. Беләһеңме, тағы нимә эшләргә кәрәк? ~ Ғайса шәкерттәрен уяу булырға дәртләндергән. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? ~
Беҙ йыйылыш осрашыуҙарында иғтибар менән тыңларға һәм Изге Яҙманан уҡығандарыбыҙға ҡолаҡ һалырға тейеш. Бынан тыш, беҙгә, даими рәүештә доға ҡылып, Йәһүәнән үҙенә хеҙмәт итергә ярҙам итеүен һорарға кәрәк. Шул саҡта Йәһүә беҙгә ҡурҡыуыбыҙҙы еңергә ярҙам итер. Һөҙөмтәлә беҙ Бөйөк Остаз һәм уның Атаһы тураһында башҡаларға шатланып һөйләрбеҙ.
Кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе дөрөҫ булғанды эшләүҙән туҡтатырға мөмкин. Был шиғырҙар беҙгә ундай ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итер: Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25; Иремия 26:12—15, 20—24 һәм Яхъя 12:42, 43.