41-СЕ БҮЛЕК
Алланы һөйөндөргән балалар
ЙӘҺҮӘНЕ айырыуса ныҡ һөйөндөргән бала кем тип уйлайһың? ~ Был уның Улы, Ғайса. Әйҙә, Ғайсаның күктәге Атаһын нисек һөйөндөргәне тураһында беләйек.
Ғайсаның ғаиләһе йәшәгән урын Иерусалимдан өс көнлөк юл алыҫлығында булған. Иерусалимда Йәһүәнең матур ғибәҙәтханаһы урынлашҡан булған. Ғайса уны «Атайым Йорто» тип атаған. Йыл һайын улар бөтә ғаиләһе менән шул ғибәҙәтханаға Ҡотҡарылыу байрамына барған.
Ғайсаға 12 йәш булғанда, бер хәл була. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уның ғаиләһе ҡайтыр юлға сыға. Кисен, бөтәһе лә төн үткәрергә туҡтағас, Ғайсаның ата-әсәһе, малайҙарының бер ҡайҙа ла — туғандары һәм таныштары араһында ла — юҡ икәнен абайлап ҡала. Шуға күрә Мәрйәм менән Йософ, Ғайсаны эҙләп табыр өсөн, шунда уҡ кире Иерусалимға килә. Һин нисек уйлайһың, ул ҡайҙа булған һуң? ~
Улар Ғайсаны ғибәҙәтханала таба. Ул, уҡытыусыларҙы тыңлап, уларға һорауҙар биреп ултыра. Уҡытыусылар ҙа Ғайсаға һорауҙар бирә. Уның яуаптары уларҙы хайран ҡалдыра. Хәҙер һин аңлайһыңмы, ни өсөн Алла үҙ Улына ҡарап һөйөнгән? ~
Ғайсаны эҙләп тапҡас, Мәрйәм менән Йософ еңел һулап ҡуйғандыр! Әммә Ғайса бер ҙә борсолмай. Ул белә: ғибәҙәтхана — ерҙәге иң яҡшы урын. Шуға күрә ул: «Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни?» — тип һорай. Ғайса ғибәҙәтхананың Алла йорто булыуын белгән һәм унда булырға яратҡан.
Шунан һуң Мәрйәм һәм Йософ Ғайса менән Назараға ҡайта. Ғайса ата-әсәһе менән үҙен нисек тотҡан? ~ Изге Яҙмала, ул «бар нәмәлә уларҙы тыңлаған», тип әйтелә. Был нимәне аңлата? ~ Был Ғайса ата-әсәһенә тыңлаусан булған тигәнде аңлата. Ул гел уларҙы тыңлаған һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙам иткән, мәҫәлән, ҡоҙоҡтан һыу ташыған (Уйлап ҡына ҡара: Ғайса, камил булһа ла, камил булмаған ата-әсәһенә тыңлаусан булған. Был Алланы һөйөндөргәнме? ~ Әлбиттә, һөйөндөргән, сөнки Алла Һүҙендә «атай-әсәйҙәрегеҙгә... итәғәтле булығыҙ», — тип яҙылған (Ефестарға 6:1). Һин дә, Ғайса һымаҡ, атай-әсәйеңде тыңлаһаң, Алланы һөйөндөрөрһөң.
Алланы һөйөндөрөр өсөн тағы бер мөмкинлек — уның тураһында башҡаларға һөйләү. Ҡайһы бер кешеләр, башҡаларға Алла тураһында һөйләү балалар эше түгел, тип һанай. Ләкин бер ваҡыт, кешеләр балаларҙы туҡтатырға маташҡанда, Ғайса былай тигән: «„Балалар Матфей 21:16).
һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең“, — тип яҙылғанды һис ҡасан уҡыманығыҙмы ни?» (Башҡаларға Алла тураһында һөйләр өсөн беҙ ҡайҙан белем ала алабыҙ? ~ Мәҫәлән, өйҙә Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта. Әммә беҙ Алла халҡы өйрәнер өсөн йыйылған урында тағы ла күберәк белем алабыҙ. Ә уның халҡын нисек танырға? ~
Үҙеңә бындай һорауҙар бир: был кешеләр үҙ осрашыуҙарында нимә эшләй? Улар ысынлап та Изге Яҙма буйынса өйрәтәме? Улар, Изге Яҙманы уҡып, уҡығандары буйынса фекер алышамы? Тик Изге Яҙманан ғына Алланың нимә әйтергә теләгәнен белеп була, шулай бит? ~ Мәсихсе осрашыуҙарында беҙ Алланан өйрәнергә теләйбеҙ, шулаймы? ~ Әгәр инде кешеләр, һин Изге Яҙма буйынса йәшәмәһәң дә була, тиһә, улар Алла халҡынан тип әйтеп буламы? ~
Шулай уҡ, бына нимә тураһында ла уйлап ҡара: Изге Яҙмала, Алланың халҡы уның исемен йөрөтәсәк, тиелгән (Ғәмәлдәр 15:14). Алланың исеме Йәһүә. Шуға күрә беҙ кешеләрҙән, һеҙ Йәһүәне үҙ Аллағыҙ тип һанайһығыҙмы, тип һорай алабыҙ. Әгәр «юҡ» тип яуап бирһә, тимәк, улар Алла халҡынан түгел. Алланың халҡы башҡаларға шулай уҡ Алла Батшалығы тураһында һөйләй һәм, Алланың әмерҙәрен үтәп, уға ҡарата яратыуын күрһәтә (1 Яхъя 5:3).
Әгәр һин быларҙың барыһын да үтәгән кешеләрҙе белһәң, осрашыуҙарына йөрөп, улар менән бергә Аллаға ғибәҙәт ҡыл. Осрашыуҙарҙа иғтибар менән тыңла һәм бирелгән һорауҙарға яуап бирергә тырыш. Ғайса, Алла йортонда булғанда, тап шулай эшләгән дә. Шулай эшләп, һин дә, Ғайса һымаҡ, Йәһүәне һөйөндөрөрһөң.
Изге Яҙмала Алланы һөйөндөргән башҡа балалар тураһында ла яҙылған. Һин уларҙы иҫкә төшөрә алаһыңмы? ~ Был яҡтан
Тимофей бик яҡшы үрнәк ҡалдырған. Уның атаһы Йәһүәгә ышанмаған. Ә әсәһе Лоида һәм өләсәһе Евника ышанған. Тимофей уларҙы тыңлап Йәһүә тураһында белем алған.Тимофей үҫеп еткәс, ул йәшәгән ҡалаға илсе Павел килгән. Павел уның Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҙур теләген күргән. Шуға күрә, Тимофей Йәһүәгә тағы ла күберәк хеҙмәт итә алһын өсөн, Павел уны үҙе менән саҡырған. Улар сәйәхәт итеп, кешеләргә Алла Батшалығы һәм Ғайса тураһында һөйләп йөрөгән (Ғәмәлдәр 16:1—5; 2 Тимофейға 1:5; 3:14, 15).
Әммә Изге Яҙмала Йәһүәне һөйөндөргән малайҙар тураһында ғына яҙылғанмы? ~ Һис тә юҡ. Әйҙә, Йәһүәне һөйөндөргән бер ҡыҙҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул йәшәгән ваҡытта Сүриә халҡы һәм Израиль халҡы бер-береһенә дошман булған. Бер ваҡыт сүриәлеләр израилдәргә ҡаршы һуғышҡан һәм был ҡыҙҙы әсиргә алып киткән. Уны Нееман исемле бер ғәскәр башлығының өйөнә ебәргәндәр. Унда ул Неемандың ҡатынына хеҙмәт итә башлаған.
Нееман махау сире менән ауырыған. Бер табип та уға ярҙам итә алмаған. Әммә был израиль ҡыҙы Нееманға пәйғәмбәр, йәғни Алланың бер махсус хеҙмәтсеһе генә, ярҙам итә алыуына ышанған. Нееман һәм уның ҡатыны Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән. Был ҡыҙ үҙе белгәндәре тураһында һөйләргә тейеш булғанмы? Һин нисек эш итер инең? ~
Был бәләкәй ҡыҙ былай тигән: «Әгәр Нееман Йәһүәнең пәйғәмбәре янына, Израиль еренә барһа, пәйғәмбәр уны махау сиренән һауыҡтырыр ине». Нееман был ҡыҙҙы тыңлаған һәм Йәһүәнең пәйғәмбәре янына барған. Пәйғәмбәр ҡушҡандарҙың барыһын да үтәгәндән һуң, ул махау сиренән һауыҡҡан. Был мөғжизә Нееманды хаҡ Аллаға хеҙмәт итергә дәртләндергән (2 Батшалар 5:1—15).
Һин дә, был бәләкәй ҡыҙ һымаҡ, берәйһенә Йәһүә тураһында белергә ярҙам итергә теләр инеңме? ~ Һин кемгә ярҙам итә алыр инең? ~ Әлбиттә, тәүҙә кешеләр үҙҙәренә һинең ярҙамың кәрәк түгел тип уйларға мөмкин. Шулай ҙа һин уларға Йәһүәнең игелекле эштәре тураһында һөйләй алаһың. Бәлки, улар тыңларға теләр. Һис шикһеҙ, шулай эшләһәң, Алланы һөйөндөрөрһөң!
Ошо шиғырҙар һиңә Аллаға шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер: Мәҙхиә 122:1; 148:12, 13; Вәғәзсе 12:1; 1 Тимофейға 4:12 һәм Еврейҙарға 10:23—25.