Төп мәғлүмәткә күсеү

Саҡырыу

Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһе

2025 йыл, 12 апрель, шәмбе

Беҙ һеҙҙе түләүһеҙ үткәрелгән ике сараға саҡырабыҙ

Махсус телмәр

«Хәҡиҡәтте табып буламы?»

Ғайса хәҡиҡәт тураһында һәм уны ҡайҙан табып була икәне хаҡында һөйләгән. Ошо хаҡта күберәк белерһегеҙ.

Телмәр ҡайҙа яңғыраясаҡ

Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе

Ошо мөһим сарала Йәһүә шаһиттары Ғайсаның үлемен ул үҙе ҡушҡанса иҫкә ала (Лука 22:19).

Йыш бирелгән һорауҙар

Сараға кем килә ала?

Һәр кеше килә ала. Бөтә ғаилә менән килегеҙ.

Программалар күпме дауам итә?

Махсус телмәр ярты сәғәт тирәһе дауам итә. Шунан һуң бер сәғәт самаһы Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тема буйынса тыңлаусылар ҡатнашлығында фекер алышыу була.

Иҫкә алыу кисәһе бер сәғәт тирәһе бара.

Саралар ҡайҙа үткәрелә?

Был хаҡта белер өсөн, «Телмәр ҡайҙа яңғыраясаҡ» һәм «Иҫкә алыу кисәһе ҡайҙа үткәреләсәк» тигән төймәләргә баҫығыҙ.

Инеү түләүлеме?

Юҡ.

Унда аҡса йыялармы?

Юҡ. Осрашыуҙарға килеүселәрҙән беҙ бер ҡасан да аҡса йыймайбыҙ (Матфай 10:8).

Кейемгә ҡағылышлы махсус талаптар бармы?

Юҡ. Шулай ҙа Йәһүә шаһиттары тыйнаҡ һәм әҙәпле кейенә.

Иҫкә алыу кисәһе нисек үтә?

Осрашыуҙың башында һәм аҙағында йыр йырлайҙар, һәм Йәһүә шаһиттарының береһе доға ҡыла. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙә Ғайсаның үлеменең мөһимлеге ҡарала. Был телмәрҙән һеҙ Йәһүә менән Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа ҡылған эштәре беҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белерһегеҙ.

«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?» тигән мәҡәләлә күберәк мәғлүмәт табып була.

Алдағы йылдарҙа Иҫкә алыу кисәһе ҡасан була?

2025 йыл: шәмбе, 12 апрель

2026 йыл: кесаҙна, 2 апрель

2027 йыл: дүшәмбе, 22 март

Күберәк белер өсөн, ошо видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ:

Ғайсаның үлемен иҫкә алығыҙ

Иҫкә алыу кисәһенең нисек үтәсәген ҡарағыҙ, һәм Ғайсаның йолом ҡорбаны ярҙамында тормоштоң ниндәй гүзәл буласағын белегеҙ.

Ғайса ни өсөн үлгән?

Бәлки, һеҙҙең, Ғайса гонаһтарыбыҙ өсөн үлгән, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Әммә бер кешенең үлеме нисек миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡара ала?

Батшалыҡ Залына рәхим итегеҙ!

Был видеояҙма осрашыуҙарыбыҙҙың нисек үтеүе хаҡында белергә ярҙам итер.