Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 20, 21

«Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын»

«Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын»

20:28

Ғорур ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен яратҡан һәм иғтибар үҙәгендә булырға тырышҡан

Ғорур ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар кешеләрҙең үҙҙәрен ололауын көткән, һәм улар өсөн халыҡ тарафынан танылыу үтә мөһим булған (Мт 23:5—7). Ғайса ундай булмаған. «Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә... килде», — тип әйтелә Инжилдә (Мт 20:28). Беҙ хеҙмәттең маҡтау килтергән һәм башҡаларға күренеп торған өлкәләрендә генә ҡатнашырға тырышмайбыҙмы? Йәһүә күҙендә бөйөк булыр өсөн, беҙгә, Ғайса кеүек, ысын күңелдән башҡаларға ярҙам итергә кәрәк. Бындай хеҙмәт йыш ҡына башҡаларға күренмәгән, ә тик Йәһүәгә генә күренгән эш менән бәйле (Мт 6:1—4). Баҫалҡы хеҙмәтсе...

  • Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереү һәм йыйыштырыу эшендә ҡатнаша;

  • ололарға һәм мохтаж булғандарға тырышып ярҙам итә;

  • Батшалыҡ эше хаҡына иғәнәләр бирә;