Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

НИ ӨСӨН бер ир кеше ҡалдырып киткән диненә кире ҡайтҡан? Бер йәш кеше ғүмере буйы атайлы булырға хыялланған. Ул уны нисек тапҡан? Был кешеләр үҙҙәре тураһында нимә һөйләгәнен уҡығыҙ.

«Мин Йәһүәгә кире ҡайтырға булдым» (ЭЛИ КАЛИЛ)

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1976

ТЫУҒАН ИЛЕ: КИПР

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: АТА-ӘСӘҺЕНЕҢ ДИНЕН ҠАЛДЫРҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Кипрҙа тыуҙым, ә үҫтем Австралияла. Атай-әсәйем, Йәһүә шаһиттары, миндә Йәһүәгә һәм уның Һүҙе Изге Яҙмаға яратыу үҫтерер өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләне. Әммә үҫмер сағымда мин уларға ҡарыштым. Төндә өйҙән ҡасып, башҡа үҫмерҙәр менән осраша инем. Беҙ машиналар урланыҡ һәм күп бәләләргә эләктек.

Башта мин быларҙы йәшерен эшләнем, сөнки атай-әсәйем көйөнөр, тип ҡурҡтым. Ләкин яйлап был ҡурҡыу юғалды. Үҙемдән олораҡ булған һәм Йәһүәне яратмаған кешеләр менән дуҫлашып киттем. Улар миңә насар йоғонто яһаны. Ахыр сиктә атай-әсәйемә уларҙың диненән китеүем тураһында әйттем. Улар сабырлыҡ менән миңә ярҙам итергә тырышты, әммә мин уларҙың ярҙамын кире ҡаҡтым. Был атай-әсәйемә көслө ауыртыу килтерҙе.

Мин өйҙән киттем, наркотиктар ҡуллана башланым һәм хатта күп итеп марихуана үҫтереп һаттым. Әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым һәм төнгө клубтарҙа күп ваҡыт үткәрҙем. Өҫтәүенә бик ҡыҙыу ҡанлы булып киттем. Берәйһе миңә оҡшамаған нәмә әйтһә йә эшләһә, мин шунда уҡ ярһып китә инем. Йыш ҡына кешеләргә ҡысҡыра һәм һуғыша инем. Ғөмүмән, атай-әсәйем өйрәткәндең тап киреһен эшләй инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Мин бер наркоман менән дуҫлаштым. Ул бала саҡта уҡ атаһын юғалтҡан. Беҙ йыш ҡына төнгә ҡәҙәр һөйләшә инек. Бер тапҡыр ул атаһын ныҡ һағыныуы тураһында әйтте. Бала саҡтан уҡ терелтеүгә өмөт тураһында белгәнгә, мин уға Ғайсаның үлгәндәрҙе терелтеүе һәм киләсәктә лә быны эшләргә вәғәҙә итеүе тураһында һөйләнем (Яхъя 5:28, 29). «Күҙ алдыңа килтер: һин атайың менән осрашырһың, — тинем мин уға. — Беҙ барыбыҙ ҙа ерҙәге ожмахта мәңге йәшәрбеҙ». Был фекерҙәр дуҫымдың йөрәгенә тәьҫир итте.

Ҡайһы саҡта дуҫым һуңғы көндәр йә Троица тураһында һүҙ башлай ине. Уның Изге Яҙмаһын алып, Йәһүә Алла, Ғайса һәм һуңғы көндәр тураһында яҙылған аяттарҙы күрһәтә инем (Яхъя 14:28; 2 Тимофейға 3:1—5). Дуҫыма Йәһүә тураһында күберәк һөйләгән һайын, үҙем дә Уның тураһында күберәк уйлай инем.

Яйлап ҡына ҡасандыр атай-әсәйем сәскән орлоҡтар — хәҡиҡәт орлоҡтары шытып сыға башланы. Мәҫәлән, дуҫтарым менән наркотиктар ҡабул иткән кисәләрҙә көтмәгәндә Йәһүә иҫемә төшә ине. Дуҫтарымдың күбеһе, мин Алланы яратам, тип әйтә ине, әммә уларҙың тәртибе тап киреһен күрһәтә ине. Мин улар кеүек булырға теләмәнем, шуға яңынан Йәһүәгә ҡайтырға булдым.

Әлбиттә, нимә эшләргә кәрәклеген белеү һәм шулай эш итеү — бер үк нәмә түгел. Ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе яһау бик ауыр булманы, мәҫәлән, наркотиктарҙан еңел генә баш тарттым. Шулай уҡ элекке дуҫтарым менән араны өҙҙөм һәм бер өлкән менән Изге Яҙма өйрәнә башланым.

Әммә башҡа үҙгәрештәр еңел бирелмәне. Айырыуса асыуҙы тыйыу ауыр булды. Ҡайһы саҡта үҙемде ҡулда тота алһам да, һуңынан тағы ярһып китә инем. Шундай саҡтарҙа күңелем ҡырыла ине, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ кеүек ине. Үҙем менән Изге Яҙма өйрәнгән өлкәнгә мөрәжәғәт иттем. Ул һәр ваҡыт түҙемле һәм игелекле булды һәм мине дәртләндереп торҙо. Бер тапҡыр ул миңә «Күҙәтеү манараһындағы» бер мәҡәләне уҡырға бирҙе, унда бирешмәүҙең мөһимлеге аңлатыла ине a. Беҙ асыу килгән ваҡытта нимә эшләп булыуы тураһында һөйләштек. Шул мәҡәләләге кәңәштәр буйынса эш итеп һәм Йәһүәгә тырышып доға ҡылып, яйлап асыуымды ҡулда тоторға өйрәндем. 2000 йылдың апрелендә һыуға сумдырылдым. Атай-әсәйем быға бик шатланды.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Хәҙер минең күңелем тыныс, выжданым саф, сөнки үҙ тәнемде наркотиктар һәм әхлаҡһыҙлыҡ менән бысратмайым. Нимә генә эшләһәм дә — эштә лә, йыйылыш осрашыуҙарында ла, ял иткәндә лә — ҙур шатлыҡ кисерәм. Тормошҡа ҡарашым ыңғай.

Мин атай-әсәйем өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтле, сөнки улар минең турала бер ҡасан да онотманы. Мин шулай уҡ Ғайсаның Яхъя 6:44-тә яҙылған һүҙҙәре тураһында уйланам. Ул: «Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», — тигән. Мин Йәһүәгә кире ҡайта алдым, сөнки ул мине үҙенә йәлеп итте. Был турала уйлау бик рәхәт.

«Миңә бик тә атай кәрәк ине» (МАРКО АНТОНИО АЛЬВАРЕС СОТО)

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1977

ТЫУҒАН ИЛЕ: ЧИЛИ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ДЭТ-МЕТАЛ УЙНАҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Көньяҡ Американың көньяҡ сигендәге Магеллан боғаҙы ярында урынлашҡан йәмле Пунта-Аренас ҡалаһында тыуып үҫтем. Миңә биш йәш булғанда, атайым менән әсәйем айырылышты, һәм әсәйем мине бер үҙе үҫтерҙе. Үҙемде ташланған итеп хис иттем, миңә бик тә атай кәрәк ине.

Әсәйем Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнде һәм мине лә Батшалыҡ залына осрашыуҙарға ала ине. Ләкин мин был осрашыуҙарҙы күрә алманым һәм юлда йыш ҡына янъял ҡуптарҙым. Ә 13 йәшемдә унда бөтөнләй йөрөмәй башланым.

Ул ваҡытта мин музыка менән мауығып киттем һәм уға һәләтем бар икәнен аңланым. 15 йәшемдә мине байрамдарға, барҙарға һәм ябыҡ кисәләргә хэви-метал һәм дэт-метал уйнарға саҡыра башланылар. Талантлы музыканттар менән аралашыу миндә классик музыкаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм мин консерваторияға уҡырға керҙем. 20 йәшемдә Чилиҙың башҡалаһы Сантьягоға күсеп, уҡыуымды дауам иттем. Унда ла мин хэви-метал һәм дэт-метал төркөмдәрендә уйнауымды дауам иттем.

Мин һәр ваҡыт күңел бушлығы тойҙом. Был хистән ҡотолор өсөн төркөмдәге кешеләр менән күп эстем һәм наркотиктар ҡулландым. Төркөмдәгеләр минең ғаиләм кеүек ине. Тышҡы ҡиәфәтемдә минең фетнәсел рухым сағыла ине. Мин тик ҡара төҫтәге кейем кейҙем, һаҡал һәм билемә еткәнсе сәс үҫтерҙем.

Үҙ холҡом арҡаһында мин йыш ҡына һуғыша инем һәм полиция менән проблемаларға юлыға инем. Бер тапҡыр иҫерек килеш миңә һәм дуҫтарыма уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған наркотик һатыусылар менән һуғыша башланым. Улар мине ныҡ туҡманы һәм яңаҡ һөйәгемде һындырҙы.

Әммә иң ҙур ауыртыуҙы миңә яҡын кешеләрем килтерҙе. Бер көндә мин йөрөшкән ҡыҙҙың миңә иң яҡын дуҫым менән йылдар буйы хыянат иткәнен, ә дуҫтарымдың быны минән йәшергәнен белдем. Был минең күңелде ныҡ яраланы.

Мин Пунта-Аренасҡа кире күсендем. Унда музыкаға өйрәттем һәм виолончелист булып эшләй башланым. Хэви-метал һәм дэт-метал төркөмдәре менән бергә уйнаным, музыка яҙҙырҙым. Суссан исемле һөйкөмлө ҡыҙ менән таныштым, һәм беҙ уның менән бергә йәшәй башланыҡ. Бер аҙ ваҡыт уҙғас Суссан, уның әсәһенән айырмалы булараҡ, минең Троицаға ышанмағанымды белеп ҡалды. «Хәҡиҡәт ҡайҙа?» — тип һораны ул минән. Мин Троица тәғлимәтенең ялған икәнен теүәл белеүемде, әммә быны Изге Яҙманан күрһәтә алмауымды әйттем. Әммә мин быны кем эшләй алғанын белә инем. Йәһүә шаһиттарының хәҡиҡәтте Изге Яҙманан күрһәтә алыуҙары тураһында әйттем. Шунан һуң мин инде күп йылдар эшләмәгән нәмәне эшләнем: Аллаға доға ҡылдым һәм унан ярҙам һораным.

Бер нисә көндән һуң таныш булып күренгән бер ирҙе осраттым һәм унан, һин Йәһүә шаһиты түгелме, тип һораным. Минең тышҡы ҡиәфәтемде күреп ҡурҡып китһә лә, ул миңә йыйылыш осрашыуҙарының ҡайҙа һәм ҡасан үтеүен алсаҡ итеп аңлатты. Был осрашыуҙың минең доғама яуап булыуына һис тә шикләнмәнем. Батшалыҡ залына килдем дә үҙемә иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн иң артҡы рәткә ултырҙым. Ләкин мине бала сағымдан уҡ белгәндәр мине таныны. Улар мине йылы ҡаршы алды, ҡосаҡланы, һәм мин иҫ китмәле тыныслыҡ тойҙом. Мин өйөмә ҡайтҡан кеүек булдым. Элек минең менән Изге Яҙма өйрәнгән ағай ҡәрҙәште күргәс, ҡабат минең менән өйрәнеүен һораным.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Бер көндө Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡыным. Унда: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр», — тип әйтелә. Ябай кешенең бөтә Ғәләмде Барлыҡҡа килтереүсене шатландыра алыуы тураһындағы фекер миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Мин асыҡ итеп аңланым: Йәһүә тап мин ғүмер буйы хыялланған Атай бит!

Мин үҙемдең күктәге Атайымдың күңелен табырға һәм уның ихтыярын үтәргә теләнем, әммә күп йылдар буйы алкоголь һәм наркотиктарҙың ҡоло булдым. Мин Матфай 6:24-тә яҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңланым. Унда: «Бер кем дә ике хужаның ҡоло була алмай», — тип әйтелгән. Миңә шулай уҡ 1 Коринфтарға 15:33-тә яҙылған «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа» тигән принцип үҙгәрергә ярҙам итте. Элекке дуҫтар менән аралашыуҙы дауам итһәм, боҙоҡ ғәҙәттәрҙән арына алмаясағымды аңланым. Изге Яҙмала асыҡ әйтелгән: миңә кәртә була алған бөтә нәмәнән ҡотолор өсөн ҡәтғи саралар күрергә кәрәк (Матфай 5:30).

Иң ауыры хэви-металды ташлау булды, сөнки мин музыканы бик ярата инем. Әммә йыйылыштағы дуҫтарым ярҙамында мин быны эшләй алдым. Күп эсеүҙе, наркотиктар ҡулланыуҙы ташланым, сәсемде киҫтем, һаҡалымды ҡырҙым һәм ҡара төҫкә генә кейенмәй башланым. Суссанға сәсемде киҫергә теләүем тураһында әйткәс, ул бының сәбәбе менән ҡыҙыҡһынды. «Мин дә һинең менән барам, нимә эшләйһегеҙ икән унда, Батшалыҡ залында, күргем килә», — тине. Күргәндәре уға бик оҡшаны, тиҙҙән ул да Изге Яҙма өйрәнә башланы. Бер аҙ ваҡыттан һуң беҙ өйләнештек. 2008 йылда һыуға сумдырылдыҡ һәм Йәһүә шаһиттары булып киттек. Беҙ хәҙер минең әсәйем менән бергә Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итәбеҙ.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Мин хәҙер ялған бәхет һәм хыянатсыл дуҫтар булған донъянан ситтә торам. Элеккесә музыканы яратам, ләкин хәҙер уны аҡыл менән һайлайым. Үҙ тәжрибәм менән бүлешеп, ғаиләмә һәм башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә, ярҙам итергә тырышам. Уларҙың шуны аңлауын теләйем: был донъя тәҡдим иткән нәмәләр матур булып күренә, ысынында улар бары тик «сүп-сар» ғына (Филиптарға 3:8).

Тыныслыҡ һәм яратыу хөкөм һөргән йыйылышта ышаныслы дуҫтар таптым. Ә иң мөһиме, Йәһүәгә яҡынлашып, ниһәйәт, Атайлы булдым.

[Төшөрмә]

a «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 2000 йыл 1 февраль һанындағы сығарылышында «Ныҡышмалыҡ аша уңышҡа ирешеү» тигән мәҡәлә, 4—6-сы биттәр.

[Өҫтәлмә, 13-сө бит]

«Мин Йәһүәгә кире ҡайта алдым, сөнки ул мине үҙенә йәлеп итте»