Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Ғайса исеменән доға ҡылырға кәрәк?

Ни өсөн Ғайса исеменән доға ҡылырға кәрәк?

ҒАЙСА йыш ҡына доға тураһында өйрәткән. Уның көндәрендә йәһүд дин әһелдәре «урам саттарында баҫып» доға ҡылған. Ни өсөн? «Кешеләр күрһен тип». Күрәһең, улар башҡаларҙың үҙҙәренең диндар булыуы менән һоҡланыуын теләгән. Күптәр, бер үк нәмәне ҡат-ҡат ҡабатлап, оҙон доғалар ҡылған. Улар, «күп һүҙ әйтһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер», тип уйлаған (Матфей 6:5—8). Ғайса ундай доғаларҙың файҙаһыҙ икәнен күрһәткән, шулай итеп ул эскерһеҙ кешеләргә доға ҡылғанда нимә эшләргә кәрәкмәгәнен аңларға ярҙам иткән. Ләкин ул нисек доға ҡылырға кәрәкмәгәнен генә түгел, ә нисек кәрәклеген дә өйрәткән.

Ғайса доғала Алланың исеме изге ителеүе, уның Батшалығы килеүе һәм ихтыяры үтәлеүе хаҡында һорарға өндәгән. Тағы ла, Алланың беҙгә шәхси тормошобоҙҙа ярҙам итеүен һорарға була, тип өйрәткән (Матфей 6:9—13; Лука 11:2—4). Асыҡ миҫалдар ярҙамында ул Йәһүә доғаларыбыҙҙы ишетһен өсөн иман күрһәтергә, ныҡышмал һәм баҫалҡы булырға кәрәклеген күрһәткән (Лука 11:5—13; 18:1—14). Шулай уҡ ул һүҙ менән генә түгел, ә үҙ миҫалында ла өйрәткән (Матфей 14:23; Марк 1:35).

Ғайсаның был нәсихәттәре, һис шикһеҙ, уның шәкерттәренә доғаларын яҡшыртырға ярҙам иткән. Шулай ҙа доға тураһындағы иң мөһим һабаҡты Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә биргән.

«Доға тарихында киҫкен боролош»

Шул һуңғы төндә Ғайса үҙенең тоғро илселәрен нығытҡан һәм рухландырған. Был берәй яңы нәмәгә өйрәтер өсөн уңайлы ваҡыт булған. Ғайса: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән. Шунан һуң ул шәкерттәрен былай тип ышандырған: «Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен». Һөйләшеүҙең аҙағына табан ул былай тигән: «Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр» (Яхъя 14:6, 13, 14; 16:24).

Был һүҙҙәр бик мөһим булған. Изге Яҙма буйынса бер белешмәлә, был һүҙҙәр «доға тарихында киҫкен боролош» булған, тип әйтелә. Ғайса, хәҙер Аллаға түгел, ә миңә доға ҡылырға кәрәк, тип әйтергә теләмәгән. Киреһенсә, ул Йәһүә Аллаға яҡынлашыр өсөн яңы юл асҡан.

Әлбиттә, Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәренең доғаларын һәр ваҡыт тыңлаған (1 Самуил 1:9—19; Зәбур 65:2). Шулай ҙа, Алла Израиль халҡы менән килешеү төҙөгәс, Алланың үҙ доғаларын ишетеүен теләгән кешеләргә был халыҡтың Алла тарафынан һайланған халыҡ булғанын танырға кәрәк булған. Һуңғараҡ, Сөләймән көндәренән башлап, уларға Алланың ҡорбандарҙы Иерусалимдағы ғибәҙәтханала ғына килтерергә ҡушҡанын иғтибарға алырға кәрәк булған (Ҡанун 9:29; 2 Йылъяҙма 6:32, 33). Ләкин шундай табыныу системаһы ваҡытлыса ғына булған. Илсе Павел яҙғанса, Израилгә бирелгән Ҡанун һәм ғибәҙәтханала килтерелгән ҡорбандар «килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә» булған (Еврейҙарға 10:1, 2). Күләгә ысынбарлыҡҡа юл бирергә тейеш булған (Колосстарға 2:17). Шуға күрә б. э. 33 йылынан башлап Йәһүә менән мөнәсәбәттәр Муса ҡанунын тотоуға бәйле булмаған. Хәҙер улар Ҡанун күрһәткән Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуға нигеҙләнгән (Яхъя 15:14—16; Галаттарға 3:24, 25).

«Бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем»

Ғайса Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн яҡшыраҡ нигеҙ биргән: ул, Алла ишетһен һәм яуап бирһен өсөн, доғаларыбыҙға юл асҡан ҡеүәтле дуҫ булып киткән. Әммә ни өсөн Ғайсаның беҙгә шундай ярҙам күрһәтергә хаҡы бар?

Беҙ барыбыҙ ҙа тыумыштан гонаһлы, шуға күрә беҙҙең бер ниндәй эштәребеҙ ҙә, бер ниндәй ҡорбандарыбыҙ ҙа был тапты йыуып төшөрөргә һәм изге Алла Йәһүә менән дуҫлашыуға лайыҡлы булырға ярҙам итмәйәсәк (Римдарға 3:20, 24; Еврейҙарға 1:3, 4). Ләкин Ғайса үҙенең камил ғүмерен ҡорбан иткән һәм, кешеләр Алла менән татыулаша алһын тип, уларҙың гонаһтары өсөн түләгән (Римдарға 5:12, 18, 19). Хәҙер Йәһүә алдында саф булырға, «тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә» Аллаға яҡынлашырға теләгәндәрҙең барыһына ла Ғайсаның кешеләрҙе йолоп алғанына иман итергә һәм Ғайса исеменән доға ҡылырға кәрәк (Ефестарға 3:11, 12).

Ғайса исеменән доға ҡылып, беҙ уның Алла ихтыярының үтәлешендә мөһим роль уйнағанына иман күрһәтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, ошо роленең өс яғына иғтибар итәйек: 1) Ғайса — «Алла Бәрәсе», уның ҡорбаны гонаһтарҙы кисерергә нигеҙ бирә; 2) Ғайса Алла тарафынан терелтелгән һәм хәҙер, йолом ярҙамында мөмкин булған фатихаларҙы яуҙырып, «Баш Рухани» булып хеҙмәт итә; 3) Ғайса ғына доғала Йәһүәгә яҡынлашырға мөмкинлек биргән «юл» булып тора (Яхъя 1:29; 14:6; Еврейҙарға 4:14, 15).

Ғайса исемен әйтеп ҡылынған доғалар уға хөрмәт күрһәтә. Бында бер ниндәй ҙә хата юҡ, сөнки Йәһүә, «Ғайса исеме алдында... бөтөнөһө лә теҙләнһен, Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын», тип теләй (Филиптарға 2:10, 11). Тағы ла мөһимерәге, Ғайса исеменән доға ҡылып, беҙ үҙенең Улын беҙҙең өсөн биргән Йәһүәне данлайбыҙ (Яхъя 3:16).

Беҙ Аллаға механик рәүештә доға ҡылырға тейеш түгел, ә «ихлас күңелдән ялбар[ырға]» тейеш

Беҙ Ғайсаның ни тиклем юғары дәрәжә биләп торғанын аңлаһын өсөн, Изге Яҙмала уға ҡарата ҡулланылған титулдар һәм исемдәр килтерелә. Улар Ғайсаның беҙҙең файҙаға нимә эшләгәнен, нимә эшләй һәм нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. (« Ғайсаның мөһим роле» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Ысынлап та, Ғайсаға «бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем» бирелгән *. Уға күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ бирелгән (Филиптарға 2:9; Матфей 28:18).

Ғәҙәт буйынса ғына түгел

Күреүебеҙсә, Йәһүә доғаларыбыҙҙы ишетһен тиһәк, Ғайса исемен әйтеп доға ҡылырға кәрәк (Яхъя 14:13, 14). Ләкин беҙ Ғайса исемен ғәҙәт буйынса ғына ҡабатларға теләмәйбеҙ. Ни өсөн?

Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ ихтирамлы итеп «хөрмәт менән» тип ҡултамға ҡуйылған рәсми хат алғанһығыҙ, ти. Һеҙҙеңсә, был һүҙҙәр хат ебәреүсенең ихлас хистәрен күрһәтәме йәки ул әҙәп ҡағиҙәһен һаҡлап ҡына шулай яҙғанмы? Ысынлап та, доғала Ғайсаның исемен ҡулланыу рәсми хаттың формаль тамамланышына ҡарағанда күпкә мәғәнәлерәк булырға тейеш. Изге Яҙма беҙҙе «гел доға ҡылы[рға]» өндәй. Ләкин беҙ Аллаға механик рәүештә доға ҡылырға тейеш түгел, ә «ихлас күңелдән ялбар[ырға]» тейеш (1 Фессалоникаларға 5:17; Зәбур 119:145).

Ғайса исемен формаль рәүештә генә әйтмәҫ өсөн нимә эшләп була? Ниңә Ғайсаның күркәм сифаттары хаҡында уйланып алмаҫҡа? Уның үҙегеҙ өсөн нимә эшләгәне һәм тағы нимә эшләргә әҙер булғаны тураһында уйлағыҙ. Доға ҡылып, Йәһүәгә үҙенең Улына шундай иҫ киткес роль биргәне өсөн рәхмәттәр әйтегеҙ һәм уны данлағыҙ. Шул саҡта Ғайсаның, «Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер», тигән вәғәҙәһенә ышанысығыҙ артыр (Яхъя 16:23).

^ 14 абз. У. Е. Вайндың «Яңы Ғәһед һүҙҙәренең аңлатма һүҙлегенә» ярашлы, «исем» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «исем үҙ эсенә нимәне ала, шуларҙың барыһын да — власть, сифаттар, тотҡан урын, бөйөклөк, ҡеүәт, өҫтөнлөктө» аңлата.