Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юл

Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юл

Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юл

«ҒӘФҮ үтенеү ҙур көскә эйә. Ул көс ҡулланмайынса конфликттарҙы хәл итә, халыҡтар араһындағы дошманлыҡты бөтөрә, хөкүмәткә граждандарҙың ғазаптарын танырға ярҙам итә һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һала». Был һүҙҙәрҙе танылған яҙыусы һәм Вашингтондағы Джорджтаун университетының социолингвисты Дебора Таннен яҙған.

Изге Яҙма ихлас ғәфү үтенеү ярҙамында мөнәсәбәттәрҙәге аңлашылмаусанлыҡты еңел бөтөрөп булыуын раҫлай. Мәҫәлән, Ғайсаның юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссаһында, улы өйгә ҡайтып ысын күңелдән ғәфү үтенгәс, атаһы ҡоластарын йәйеп уны ҡаршы алған (Лука 15:17—24). Эйе, әгәр беҙ кемделер үпкәләтһәк, ғорурлығыбыҙҙы еңеп, ғәфү үтенеү яҡшы булыр. Ысындан да баҫалҡы кешеләргә быны эшләү ауыр түгел.

Ғәфү үтенеүҙең көсө

Әбиғиә, боронғо Израилдәге зирәк ҡатын, ире эшләгән яуызлыҡ өсөн ғәфү үтенеп, бының ниндәй көскә эйә икәнен күрһәткән. Ул хәл былай булған. Һуңыраҡ Израилдең батшаһы булып киткән Дауыт сүлдә йәшенеп йөрөгәндә үҙ кешеләре менән Әбиғиәнең ире Набалдың көтөүен һаҡлаған. Ләкин Дауыттың кешеләре Набалдан икмәк һәм һыу һорағас, ул уларға мыҫҡыллы һүҙҙәр әйткән һәм бер нәмә лә бирмәгән. Асыуланып, Дауыт Набалға һәм уның ғаиләһенә ҡаршы 400 кеше йыйған. Был турала белеп ҡалғас, Әбиғиә Дауытҡа ҡаршы киткән. Ул, Дауытты күргәс, уның алдында ергә йөҙ түбән ҡапланған һәм уның аяҡтарына йығылған. Шунан ул: «Әфәндем, ғәйеп миндә булһын. Хеҙмәтсеңә үҙ һүҙен әйтергә бирсе һәм хеҙмәтсеңдең һүҙҙәренә иғтибарлы булсы», — тигән. Шунан һуң Әбиғиә Дауытҡа хәлде аңлатҡан һәм уға алып килгән ашамлыҡ һәм эсемлектәрен бүләк иткән. Дауыт уға былай тип яуап биргән: «Бар, иҫән-имен өйөңә ҡайт. Мин һинең һүҙеңә ҡолаҡ һалдым һәм үтенесеңде үтәрмен» (1 Самуил 25:2—35).

Әбиғиәнең баҫалҡылығы һәм иренең тупаҫлығы өсөн ғәфү үтенеүе уның ғаиләһен ҡотҡарған. Дауыт хатта үҙен «ҡан ҡойоуҙан... тотоп ҡалғаны өсөн» уға рәхмәтле булған. Әбиғиә үҙе, Дауытҡа һәм уның кешеләренә бер ниндәй насарлыҡ эшләмәһә лә, ғаиләһенең ғәйебен үҙ өҫтөнә алған һәм Дауыт менән татыулашҡан.

Ҡасан ғәфү үтенергә кәрәклеген белгән тағы бер кеше — илсе Павел. Бер тапҡыр уға Синедрион, йәһүдтәрҙең юғары суды, ҡаршыһында үҙ-үҙен яҡларға тура килгән. Павелдың һүҙҙәренә ярһыған баш рухани уның эргәһендә торған кешеләргә Павелдың ауыҙына һуғырға ҡушҡан. Павел уға былай тигән: «Эй һин, ағартылған диуар, һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, — тине. — Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? — тинеләр уның янында тороусылар. — Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, — тине Павел. — Изге Яҙмала: „Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә“, — тип яҙылған бит» (Ғәмәлдәр 23:1—5).

Павелдың, судья итеп билдәләнгән кеше көс ҡулланырға тейеш түгел, тигән һүҙҙәре дөрөҫ булған. Шулай ҙа ул белмәйенсә баш рухани менән ихтирамһыҙ һөйләшкәне өсөн ғәфү үтенгән a. Ғәфү үтенеү Синедрионға Павел әйтергә теләгән һүҙҙәрҙе тыңлауға юл асҡан. Суд ағзалары араһындағы ҡаршылыҡтарҙы белеп, илсе уларға, үҙен терелеүгә ышанған өсөн хөкөм итәләр, тип әйткән. Шуның арҡаһында ҡаты бәхәс ҡупҡан, ә фарисейҙар Павел яғына баҫҡан (Ғәмәлдәр 23:6—10).

Изге Яҙмалағы был ике миҫалдан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Ике осраҡта ла ысын күңелдән үкенес белдереү аралашыуға юл асҡан. Ғәфү үтенеү беҙгә татыулыҡ булдырырға ярҙам итә ала. Эйе, үҙ хатаңды таныу һәм килтерелгән зыян өсөн ғәфү үтенеү проблеманы тыныс хәл итеүгә юл аса.

«Мин бит бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем»

Беҙҙең һүҙҙәр йәки эштәр кемделер рәнйеткәнен белһәк, был кеше үҙен аҡылһыҙ тота һәм ул бик үпкәсел, тип уйлай алабыҙ. Ләкин Ғайса Мәсих шәкерттәренә шундай кәңәш биргән: «Ҡорбан усағы янына бүләк килтергәндә, ҡәрҙәшеңдең һиңә үпкәләгәнен иҫеңә төшөрһәң, бүләгеңде ҡорбан усағы алдында ҡалдыр ҙа тәүҙә барып, ҡәрҙәшең менән татыулаш. Шунан кире килеп, бүләгеңде бир» (Матфай 5:23, 24).

Мәҫәлән, ҡәрҙәш һинең турала, миңә ҡаршы гонаһ ҡылды, тип уйларға мөмкин. Шулай булһа, һин уға ҡаршы бер ниндәй насарлыҡ эшләмәнең кеүек тойолһа ла, Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, һиңә барырға һәм «ҡәрҙәшең менән татыулаш[ырға]» кәрәк. Вайндың һүҙлегенә ярашлы, грек тексында Ғайса ҡулланған һүҙ «үҙ-ара дошманлыҡтан һуң ике яҡтың да үҙ ғәйебен таныуын аңлата» («Vine’s Expository Dictionary of Old and New Testament Words»). Ысынлап та, ике кеше ыҙғышһа, быға икеһенең дә ғәйепле булыуы ихтимал, сөнки икеһе лә камил түгел һәм хаталана ала. Шуға күрә, ғәҙәттә, ике яҡтың да үҙ ғәйебен таныуы талап ителә.

Асылда, эш кемдең хаҡ һәм кемдең ғәйепле булыуында түгел, ә кемдең татыулыҡҡа беренсе аҙым яһауында. Илсе Павел, Коринфтағы мәсихселәрҙең финанс бәхәстәре кеүек шәхси ҡаршылыҡтар арҡаһында имандаштарын хөкөмгә тартҡанын белгәс, уларҙы былай тип төҙәткән: «Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме?» (1 Коринфтарға 6:7). Павел бында имандаштарын шәхси ҡаршылыҡтар арҡаһында судлашмаҫҡа өндәһә лә, принцип аңлашыла: имандаштар араһындағы татыулыҡ кемдең хаҡ, ә кемдең ғәйепле икәнен иҫбатлауға ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Әгәр беҙ ошо принципты иҫтә тотһаҡ, кемдер беҙҙең турала, ул минең менән ғәҙелһеҙ эш итте, тип уйлағанда, ғәфү үтенеүе еңелерәк булыр.

Ихласлыҡ кәрәк

Әммә ҡайһы бер кешеләр ғәфү үтенеү һүҙҙәрен кәрәгенән артыҡ ҡуллана. Мәҫәлән, Японияла ғәфү үтенеү өсөн ҡулланылған сумимасен тигән һүҙҙе меңләгән тапҡыр ишетергә мөмкин. Был һүҙҙе хатта яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирә алмағанға уңайһыҙланған саҡта рәхмәт белдереү өсөн дә ҡулланалар. Ошо һүҙ шундай күп яҡлы булғанға, ҡайһы берәүҙәргә ул бик йыш ҡулланыла кеүек тойола, һәм улар, кеше ысынлап та ихлас ғәфү үтенә микән, тип шикләнергә мөмкин. Ҡайһы саҡта башҡа культураларҙа ла ғәфү үтенеү һүҙҙәрен күп ҡулланалар кеүек күренә.

Ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә, ысын күңелдән ғәфү үтенеү мөһим. Һүҙҙәрҙән һәм тауыштан беҙҙең ысынлап та үкенгәнебеҙ күренергә тейеш. Ғайса Мәсих Тауҙағы вәғәзендә шәкерттәрен былай тип өйрәткән: «Һеҙҙең „эйе“ тигәнегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын, шунан артығы — Иблистән» (Матфай 5:37). Һеҙ ғәфү үтенгәндә «ғәфү итегеҙ» тигән һүҙ ысынлап та ғәфү үтенеүҙе аңлатһын! Бына бер миҫал. Аэропортта теркәлеү өсөн сиратта торған ир, сумаҙаны менән эргәһендә торған ҡатынға тейгәс, ғәфү үтенгән. Бер нисә минуттан, сират алғараҡ күскәс, был ир сумаҙаны менән ҡатынға тағы тейгән һәм тағы әҙәпле генә ғәфү үтенгән. Шул уҡ хәл тағы ҡабатланғас, ҡатындың юлдашы был иргә, уның «ғәфү итегеҙ» тигән һүҙе ысынлап та ғәфү үтенеүҙе аңлатһа, сумаҙанын был ҡатынға башҡа тейгеҙмәҫкә кәрәк, тигән. Күренеүенсә, ысын күңелдән ғәфү үтенеү хатаңды башҡа ҡабатламаҫҡа тырышыуҙы аңлата.

Ихлас ғәфү үтенһәк, беҙ үҙ хатабыҙҙы таныйбыҙ, кисереүҙәрен теләйбеҙ һәм мөмкин булғанса эшләнгән зыянды ҡапларға тырышабыҙ. Үҙ сиратында рәнйетелгән кешегә ҡыйырһытыусыны ысын күңелдән ғәфү итергә кәрәк (Матфай 18:21, 22; Марк 11:25; Ефестарға 4:32; Колосстарға 3:13). Ике яҡ та камил булмағас, татыулашыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа ғәфү үтенеү һүҙҙәре йыш ҡына татыулашыуға юл аса.

Ғәфү үтенеү урынһыҙ булғанда

Үкенеү һүҙҙәре татыулыҡҡа килтерһә лә, аҡыллы кеше уларҙы урынһыҙ ҡулланмаҫ. Әйтәйек, һүҙ Аллаға тоғролоҡ тураһында бара, ти. Ғайса Мәсих ерҙә булғанда, ул «арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды» (Филиптарға 2:8). Ләкин ул, ғазаптарын еңеләйтәм тип, үҙ ҡараштары өсөн ғәфү үтенмәгән. Баш рухани: «Тере Алла менән ант итеп, әйт беҙгә: һин Алла Улы Мәсихме?» — тине. Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Һин быны үҙең әйттең. Һеҙгә әйтәм: ошо ваҡыттан алып һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөнән килгәнен күрерһегеҙ» (Матфай 26:63, 64). Баш рухани менән татыулыҡ һаҡлар өсөн Атаһына, Йәһүә Аллаға, тоғролоғон боҙоу тураһындағы уй Ғайсаның башына ла килмәгән.

Мәсихселәр хакимлыҡ бирелгән кешеләрҙе ихтирам итә. Ләкин улар Аллаға тыңлаусан булғаны һәм ҡәрҙәштәрен яратҡаны өсөн ғәфү үтенмәй (Матфай 28:19, 20; Римдарға 13:5—7).

Татыулыҡҡа кәртә булмағанда

Беҙ хаталар яһайбыҙ, сөнки атабыҙ Әҙәмдән камилһыҙлыҡ һәм гонаһ мираҫ итеп алғанбыҙ (Римдарға 5:12; 1 Яхъя 1:10). Барлыҡҡа килтереүсеһенә ҡаршы баш күтәргәс, Әҙәм гонаһлы булып киткән. Ләкин башта Әҙәм менән Һауа камил һәм гонаһһыҙ булған, һәм Алла кешеләрҙе шундай уҡ камил хәлгә килтерергә вәғәҙә итә. Ул гонаһты һәм уның эҙемтәләрен юҡ итәсәк (1 Коринфтарға 15:56, 57).

Бының нимә аңлатыуы тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Беҙҙең һүҙҙәргә ҡарата кәңәш биргәндә, Ғайсаның ҡустыһы Яҡуб былай тип яҙған: «Һүҙендә абынмаған кеше — камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала» (Яҡуб 3:2). Камил кеше үҙ телен контролдә тота ала, һәм уға үҙ һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенергә тура килмәйәсәк. Ул «үҙенең бөтә тәнен тыя ала». Беҙҙең камил булыуыбыҙ иҫ киткес шәп буласаҡ! Ул ваҡытта кешеләр араһындағы татыулыҡҡа кәртә булмаясаҡ. Ә әлегә хаталарыбыҙ өсөн ихлас һәм урынлы ғәфү үтенеү татыулыҡ булдырыуға юл асасаҡ.

[Төшөрмә]

a Павелдың баш руханиҙы күҙҙәре насар күргәнгә танымауы ихтимал.

[Иллюстрация]

Павелдың миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

[Иллюстрация]

Бөтә кешеләр ҙә камил булғас, татыулыҡҡа бүтән кәртә булмаясаҡ.