Ғәҙеллек тантана итәсәген белеп ҡалдым
Ғәҙеллек тантана итәсәген белеп ҡалдым
Урзула Менне һөйләне
Үҙемде белгәндән бирле, мин һәр кеше ғәҙел мөғәмәләгә лайыҡ тип һанай инем. Көнсығыш Германияла коммунистар хакимлыҡ иткән осорҙа ғәҙеллек эҙләүем арҡаһында мин төрмәгә эләктем. Әммә тап төрмәлә саҡта донъяла оҙаҡламай ғәҙел тормош буласағын белдем. Хәҙер шул хаҡта һөйләргә теләйем.
МИН 1922 йылда Германияла Галле ҡалаһында тыуғанмын. Берлиндан 200 километрға көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан был ҡалаға нигеҙ 1 200 йылдан да элегерәк һалынған булған. Ул протестантизмдың иң тәүге терәктәренең береһе булған. Һеңлем Кете 1923 йылда тыуҙы. Атайым армияла хеҙмәт итә ине, ә әсәйем театрҙа йырсы булды.
Ғәҙеллек яратыу миңә атайымдан күскән. Хәрби хеҙмәттән киткәс, ул бәләкәй генә магазин һатып алды. Клиенттары башлыса ярлы халыҡ булғанлыҡтан, атайым уларҙы йәлләп, әйберҙәрен бурысҡа бирә ине. Әммә бындай киң күңеллелек арҡаһында ул тиҙҙән бөлгөнлөккә төштө. Уның ошо тәжрибәһенән мин тигеҙлек һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеү еңел түгел икәнен аңларға тейеш инем. Әммә бик йәш булғанға күрә, мин барыбер көрәшергә булдым.
Әсәйемдән миңә артист һәләте күскән. Ул Кетены һәм мине музыкаға, йырға һәм бейеүгә өйрәтте. Мин шат күңелле бала булдым, һәм һеңлем менән беҙ бәхетле инек. Әммә 1939 йылда бәхетле бала сағыбыҙ өҙөлдө.
Ҡот осҡос тормош башлана
Урта белем алғас, мин балет мәктәбенә уҡырға индем. Унда мин Мари Вигман етәкселегендә аусдрукстанц (экспрессив бейеү) менән шөғөлләндем. Мари Вигман экспрессив бейеүгә тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалған. Бейеүҙең был төрө хистәрҙе күрһәтеүҙе талап итә. Мин шулай уҡ һүрәт төшөрөү менән шөғөлләндем. Шуға күрә минең үҫмер йылдарым бик күңелле булды, һәм мин шатланып уҡыным. Әммә 1939 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы башланды. Ә 1941 йылда беҙгә тағы бер бәлә килде: атайым туберкулездан үлеп китте.
Беҙ һуғыштың ҡот осҡос ғазаптарын күрҙек. Миңә ни бары 17 йәш ине. Әммә мин донъяның аҡылдан шашҡанын аңлай инем. Мин кешеләрҙең нацизм тәьҫиренә бирелеп, ҡоторонғанын күрҙем. Һуғыш күп юғалтыуҙар, үлем һәм бөлгөнлөк килтерҙе. Йортобоҙ бомбалар төшөүҙән ныҡ ҡына зыян күрҙе, һәм һуғыш осоронда бер нисә туғаныбыҙ һәләк булды.
1945 йылда һуғыш тамамланғанда, беҙ әсәйем һәм һеңлем Кете менән һаман да Галлела йәшәй инек. Был ваҡытҡа инде минең ирем һәм бәләкәй ҡыҙым бар ине, ләкин ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡ булманы. Һәм беҙ ирем менән айырым йәшәй башланыҡ. Үҙемде һәм ҡыҙымды тәьмин итер өсөн, миңә бейеү һәм һүрәт төшөрөү менән аҡса эшләргә тура килде.
Һуғыштан һуң Германия дүрт өлөшкә бүленде. Беҙҙең ҡала совет ғәскәре оккупацияһы өлөшөнә эләкте. Шулай итеп беҙгә коммунистик тәртипкә күнегергә тура килде. 1949 йылда Германияның беҙ йәшәгән көнсығыш өлөшө Германия Демократик Республикаһы тип атала башланы (ГДР).
Коммунистар хакимлығы аҫтында йәшәү
Шул саҡта әсәйем ауырып китте, һәм миңә уны ҡарарға кәрәк булды. Мин урындағы дәүләт контораһына эшкә керҙем. Унда студенттар араһынан сыҡҡан диссиденттар менән таныштым. Улар ғәҙелһеҙлек менән көрәшә ине. Бер студентты, уның атаһы элек нацистар партияһында булғаны өсөн, университеттан ҡыуғандар. Ул студентты мин яҡшы белә инем, сөнки беҙ бергә музыка менән шөғөлләндек. Мин: «Ни өсөн ул атаһы ҡылған эштәр өсөн яуап бирергә тейеш?» — тип уйландым. Диссиденттар менән мин йышыраҡ аралаша башланым һәм протестарҙа ҡатнаштым. Хатта бер ваҡыт урындағы суд бинаһы ишеге янына листовкалар йәбештереп йөрөнөм.
Сәркәтип булараҡ Тыныслыҡты яҡлау буйынса район комитетына хаттар баҫтырғанда, мине, ғәҙәттәгесә, ғәҙеллек тойғоһо биләп алды. Икенсе бер осраҡта комитет, Көнбайыш Германияла йәшәгән бер оло кешегә ҡарата шиктәр тыуҙырыр өсөн, уға коммунистик пропаганда менән бәйле материал ебәрергә булды. Был ғәҙелһеҙлеккә ныҡ асыуым килде, һәм мин ул материалдарҙы ебәрмәй, офиста йәшереп ҡуйҙым.
«Камералағы иң ҡурҡыныс кеше» миндә өмөт уята
1951 йылдың июнендә офисыма ике кеше килеп инде һәм: «Һеҙ ҡулға алынаһығыҙ!» — тине. Мине «Ротер оксе» («Ҡыҙыл үгеҙ») төрмәһенә яптылар. Бер йылдан һуң мине дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеләр. Бер студент, листовкалар таратыуым хаҡында һөйләп, мине һатҡан. Суд тикшереүе исем өсөн генә булды, үҙемде яҡлап һөйләгәндә, мине бер кем дә тыңламаны, һәм мине алты йылға хөкөм иттеләр. Шул саҡ ауырып киттем, һәм мине төрмә лазаретына күсерҙеләр. Унда инде 40 самаһы ҡатын ята ине. Ошо бәхетһеҙ һәм йонсоу кешеләрҙе күргәс, ҡотом осто. Шунда уҡ йүгереп килеп, йоҙороҡтарым менән ишекте төйә башланым.
— Нимә кәрәк һиңә? — тип һораны һаҡсы.
— Сығарығыҙ мине бынан, — тип ҡысҡырҙым, — йә яңғыҙ камераға күсерегеҙ, мине бында ҡалдырмағыҙ!
Әлбиттә, мине бер ҡайҙа ла күсермәнеләр. Шул саҡ мин бер ҡатынға иғтибар иттем, ул башҡаларға бер ҙә оҡшамаған ине. Уның ҡарашында мин эске тыныслыҡ күрҙем һәм янына килеп ултырҙым.
— Минең янға ултырһаң, һаҡ бул. Башҡалар минең хаҡта камералағы иң ҡурҡыныс кеше тип уйлай, сөнки мин — Йәһүә шаһиты, — тип, ул мине ғәжәпкә һалды.
Ул ваҡытта мин Йәһүә шаһиттарының коммунистик ҡоролош дошмандары булып һаналыуын белмәй инем. Әммә бала сағымда Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең (элек Йәһүә шаһиттары шулай аталған) атайыма даими килеп йөрөгәнен хәтерләйем. Атайымдың, Изге Яҙманы тикшереүселәр дөрөҫ һөйләй, тип әйткәне иҫемә төштө.
Был осрашыу мине йыуатты, һәм мин илап ебәрҙем. Ҡатындың исеме Берта Брюггемайер ине. Мин уның Йәһүә хаҡында һөйләүен үтендем. Шул ваҡыттан алып беҙ йыш аралаштыҡ һәм Изге Яҙма тураһында һөйләштек. Мин Йәһүәнең хаҡ Алла, мөхәббәт, ғәҙеллек һәм тыныслыҡ Аллаһы икәнен аңланым. Өҫтәүенә, Йәһүәнең яуыз һәм ҡомһоҙ кешеләр килтергән зыянды бөтөрәсәген дә белдем. Зәбур 37:10, 11-ҙә былай тиелә: «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ... Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ».
Иреккә сығыу һәм сит илгә китеү
Төрмәлә мин биш йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ултырҙым, һәм 1956 йылда мине сығарҙылар. Иреккә сығып биш көн тигәндә, беҙ ҡыҙҙарым Ханнелора һәм Забине менән Көнбайыш Германияға киттек. Унда ирем менән рәсми рәүештә айырылыштыҡ, һәм мин яңынан Йәһүә шаһиттарын осраттым. Изге Яҙманы өйрәнгәндә тормошомдо Йәһүә нормаларына тура килтерергә тейешлегемде аңланым. Кәрәкле үҙгәрештәр яһағас, 1958 йылда һыуға сумдырылдым.
Һуңыраҡ мин Клаус Менне исемле Йәһүә шаһитына кейәүгә сыҡтым. Клаус менән беҙ бик бәхетле йәшәнек. Беҙҙең тағы ике балабыҙ, Беньямин менән Табиа тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан 20 йыл элек Клаус фажиғәле рәүештә һәләк булды, унан һуң мин бүтән кейәүгә сыҡманым. Терелтеүгә өмөт мине бик йыуата, сөнки беләм: үлгәндәр ерҙәге ожмахта яңынан йәшәйәсәк (Лука 23:43; Ғәмәлдәр 24:15). Минең дүрт балам да Йәһүәгә хеҙмәт итә — был мине бик шатландыра.
Изге Яҙманы өйрәнеп, мин тик Йәһүә генә ысын ғәҙеллек урынлаштыра алғанын белдем. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Йәһүә йыш ҡына башҡалар күрмәгән нәмәләрҙе — беҙҙең шарттарыбыҙҙы, үткәнебеҙҙе, ниндәй тәрбиә алғаныбыҙҙы иҫәпкә ала. Ошо ҡиммәтле белем, тирә-яҡта күпме ғәҙелһеҙлек булыуға ҡарамаҫтан, инде хәҙер йөрәгемдә тыныслыҡ тойорға ярҙам итә. Вәғәзсе 5:8-ҙә былай тиелә: «Төбәгеңдә ярлыны йәберләгәндәрен, ғәҙеллек менән тәҡүәлекте боҙғандарын күрһәң, ғәжәпләнмә. Сөнки түрәне унан өҫтөн булған башҡа берәү күҙәтеп тора, һәм уларҙан өҫтөнөрәк булғандар ҙа бар». Барыһынан да өҫтөнөрәге, әлбиттә, беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Ә Еврейҙарға 4:13-тә былай тип уҡыйбыҙ: «Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ».
90 йыллыҡ ғүмеремә күҙ һалып
Йыш ҡына минән, нацизм һәм коммунизм режимы ваҡытында нисек йәшәнегеҙ, тип һорайҙар. Тегенеһе лә, быныһы ла еңел булманы. Был, кешеләр хакимлыҡтың ниндәй генә формаһын уйлап сығармаһын, уларҙың бер ваҡытта ла уңышҡа ирешә алмаясағын күрһәтә. Изге Яҙмала ошондай бәхәсһеҙ хәҡиҡәт яҙылған: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтер[ә]» (Вәғәзсе 8:9).
Йәш һәм тәжрибәһеҙ сағымда мин, кешеләр ҡасан ғәҙел тормош урынлаштырыр, тип көттөм, әммә хәҙер аңланым: тик Барлыҡҡа килтереүсебеҙ генә, яуыз кешеләрҙе юҡ итеп, ғәҙел донъя булдыра ала. Йәһүә хакимлыҡты үҙенең Улы Ғайса Мәсихкә биргән, ә ул һәр ваҡыт башҡаларҙың ихтыяжын үҙенекенән юғары ҡуя. Мәсих хаҡында Изге Яҙмала былай тиелә: «Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың» (Еврейҙарға 1:9). Ошондай игелекле һәм ғәҙел Батша биргәне өсөн Аллаға шундай рәхмәтлемен һәм уның идараһы аҫтында мәңге йәшәргә өмөтләнәм!
[Иллюстрация]
Көнбайыш Германияға күскәс, ҡыҙҙарым Ханнелора һәм Забине менән
[Иллюстрация]
Улым Беньямин һәм уның ҡатыны Сандра менән әлеге көндәрҙә